Контроль диктанттарҙы баһалау
материал на тему
Предварительный просмотр:
Контроль диктантты баһалау
Диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацион хаталар;
4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Диктантты баһалағанда, тупаҫ һәм тупаҫ булмаған хаталарға иғтибар ителә. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе өсөн икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе хатаһыҙ йәиһә тупаҫ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.
«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм З пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.
«З» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла.
Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «З» билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эштәр ыңғай баһалана алмай.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Внутришкольный контроль в начальной школе
Планирование внутришкольного контроля в начальной школе на новый учебный год...
ӘЛИФБА I КЛАСС. ТЕМА: ЧЧ Өн-хәрефен тамғалау.
Методическая разработка урока по Букварю в I классе. ТЕМА: ЧЧ өн-хәрефен тамғалау....
"Өө хәрефе һәм уны тамғалау"
башкирский язык, 1 класс тема"[ө] өнө.Уны Өө хәрефе менән тамғалау"...
Родительское собрание «Современные подходы к контролю и оценке знаний обучающихся как структурным и функциональнымкомпонентам образовательной технологии» (особенности контроля и оценки знаний обучающихся в начальной школе).
Контроль и оценка достижений младших школьников является весьма существенной составляющей процесса обучения и одной из важнейших задач педагогической деятельности учителя. Система контроля и оценки по...
1- 4 –се класс уҡыусыларының әҙәби уҡыу предметы буйынса белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
1- 4 –се класс уҡыусыларының әҙәби уҡыу предметы буйынса белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары...
Контроль диктанттар 4 класс
Башҡорт теленән 4 класс өөн контроль диктант өлгөләре...
Контроль диктанттар 2 класс
2 - се класс осон туган телдән контроль диктанттар....