Контроль диктанттар 2 класс
календарно-тематическое планирование (2 класс)
2 - се класс осон туган телдән контроль диктанттар.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ktp_bashkort_tele_2_kl.docx | 29.92 КБ |
Предварительный просмотр:
Туған тел
2 класс
(66 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Дәрес № | Планлашты-рылған дата | Фактик дата | Дәрестәр | Иҫкәрмәләр |
I сирек (15 сәғәт) | ||||
1 | 03.09.2020 | Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? | ||
2 | 08.09.2020 | Ҙурхәреф.Һөйләм. | ||
3 | 10.09.2020 | Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. | ||
4 | 15.09.2020 | Баш хәреф.Кеше фамилиялары. | ||
5 | 17.09.2020 | Административ контроль диктант «Көҙ көнө» | ||
6 | 22.09.2020 | Хаталар өҫтөндә эш. Баш хәреф.Ер-һыу атамалары. | ||
7 | 24.09.2020 | Ҙур хәреф.Хайуан ҡушаматтары. | ||
8 | 29.09.2020 | Ҙур хәреф.Күсереп яҙыу «Бәйге» | ||
9 | 01.10.2020 | Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог. | ||
10 | 06.10.2020 | Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог. | ||
11 | 08.10.2020 | Яҡын кешеләрҙе ҡотлау. | ||
12 | 13.10.2020 | Контроль диктант «Ямғыр» | ||
13 | 15.10.2020 | Хаталар өҫтөндә эш. Аралашыу этикеты. | ||
14 | 20.10.2020 | Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. | ||
15 | 22.10.2020 | Әйтеш - һамаҡтар.Һынамыш, һанашмаҡ. | ||
II сирек (16 сәғәт) | ||||
16 | 05.11.2020 | Мәҡәлдәр, әйтемдәр. | ||
17 | 10.11.2020 | Иғлан. Белдереү. | ||
18 | 12.11.2020 | Һөйләм. | ||
19 | 17.11.2020 | Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. | ||
20 | 19.11.2020 | Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. | ||
21 | 24.11.2020 | Һөйләмдә тыныш билдәләре. Эйә, хәбәр. | ||
22 | 26.11.2020 | Контроль диктант «Ҡупшы сана» | ||
23 | 01.12.2020 | Хаталар өҫтөндә эш. Хәбәр һөйләм. | ||
24 | 03.12.2020 | Хәбәр һөйләм. | ||
25 | 08.12.2020 | Өндәү һөйләм. | ||
26 | 10.12.2020 | Һорау һөйләм. | ||
27 | 15.12.2020 | Контроль күсереп яҙыу«Шыршы» | ||
28 | 17.12.2020 | Текст. Һорау,өндәү һөйләмдәр. | ||
29 | 22.12.2020 | Текст. Һөйләм. | ||
30 | 24.12.2020 | Контроль диктант «Таһир өйҙәме?» | ||
31 | 29.12.2020 | Хаталар өҫтөндә эш. Текст. Һөйләм. | ||
III сирек (20 сәғәт) | ||||
32 | 14.01.2021 | Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | ||
33 | 19.01.2021 | Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. | ||
34 | 21.01.2021 | Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. | ||
35 | 26.01.2021 | Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. | ||
36 | 28.01.2021 | Уу-Үү хәрефтәре. | ||
37 | 02.02.2021 | Контроль күсереп яҙыу «Ҡыш көнө». | ||
38 | 04.02.2021 | Оо- Өө хәрефле һүҙҙәр. | ||
39 | 09.02.2021 | Ээ хәрефле һүҙҙәр. | ||
40 | 11.02.2021 | (э) өнө һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында. Һүҙлек диктанты. | ||
41 | 16.02.2021 | Ыы хәрефле һүҙҙәр. | ||
42 | 18.02.2021 | Контроль диктант«Төйлөгән». | ||
43 | 25.02.2021 | Хаталар өҫтөндә эш. Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. | ||
44 | 02.03.2021 | Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы. | ||
45 | 04.03.2021 | (йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | ||
46 | 09.03.2021 | (йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | ||
47 | 11.03.2021 | (йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | ||
48 | 16.03.2021 | (йо) өндәре ниндәй хәреф менән тамғалана? | ||
49 | 18.03.2021 | Е, ё, я, ю хәрефле һүҙҙәр.Һүҙлек диктанты. | ||
50 | 23.03.2021 | Контроль диктант«Яҙ башы». | ||
51 | 25.03.2021 | Хаталар өҫтөндә эш. | ||
IV сирек | ||||
52 | 06.04.2021 | Һүҙ төркөмдәре. | ||
53 | 08.04.2021 | Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр. | ||
54 | 13.04.2021 | Предмет хәрәкәтенбелдергәнһүҙҙәр. | ||
55 | 15.04.2021 | Предметбилдәһенбелдергәнһүҙҙәр | ||
56 | 20.04.2021 | Административ контроль диктант «Миләүшә». | ||
57 | 22.04.2021 | Хаталар өҫтөндә эш. В в (У у- Үү) хәрефтәре | ||
58 | 27.04.2021 | Контроль күсереп яҙыу «Дуҫлыҡ». | ||
59 | 29.04.2021 | Һөйләмдең тиң киҫәктәре. | ||
60 | 04.05.2021 | Һөйләмдең тиң киҫәктәре. | ||
61 | 06.05.2021 | Ярҙамсыһүҙҙәр. | ||
62 | 11.05.2021 | Ярҙамсы һүҙҙәр.Һүҙлек диктанты. | ||
63 | 18.05.2021 | Контроль диктант«Май». | ||
64 | 20.05.2021 | Хаталар өҫтөндә эш. Өндәр һәм хәрефтәр. | ||
65 | 25.05.2021 | Һүҙ төркөмдәре. | ||
66 | 27.05.2021 | Һөләмдең баш киҫәктәре. Йомғаҡлау дәресе |
Административ контроль диктант «Көҙ көнө»
Көҙ көнө үләндәр һарғая. Ағастар япраҡтарын ҡоя. Ҡоштар йылы яҡҡа китә. Ҡырҙар бушап ҡала. Быйыл көҙ Юлдаш менән Салауат мәктәпкә килде. Улар тырышып уҡыйҙар. (24 һүҙ.)
Контроль диктант«Ямғыр»
Ҡапыл көслө ел сыҡты. Ҡара ямғыр болоттары ҡояшты ҡапланы. Улар ҡуйыра барҙы. Әле генә тыныс ятҡан быуа тулҡынын тирбәтте. Ул күк төҫ алды. Һыуҙа сумып йөрөгән ҡаҙ һәм өйрәктәр ярға ашыҡты. Эре тамсылы ямғыр яуа башланы. (36 һүҙ.)
Контроль диктант«Ҡупшы сана»
Айҙарҙың атаһы тимерсе. Ул уға сана яһап бирҙе. Сана шәп килеп сыҡты. Малайға ул бик оҡшаны. Айҙар уны йәшелгә буяп ҡуйҙы.
Ҡыш килде. Малай көн дә тауға сана шыуырға барҙы. Уның ҡорос аты шәп елдерә! (34 һүҙ.)
Контроль күсереп яҙыу «Шыршы»
Кескәй шыршыны балалар ер ҡаҙып ултыртты.Яҡындағы шишмәнән һыу һипте. Иркә генә уҫте ул.
Бына шшыршыҡай үҫеп буй етте. Ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Ул йондоҙ бөртөктәрҙе энәһендә емелдәтте. Ҡыш аҡ мамыҡ шәлде иңенә һалды. Шыршыҡай көҙгө кеүек күләүеккә ҡараны. Ул бик сибәр ине. (42 һүҙ.)
Контроль диктант«Таһир өйҙәме?»
Турғай тәҙрә төбөнә ҡунды. Тырнаҡтары менән тәҙрәгә йәбеште. Өй эсенә күҙ һалды. Таһир өйҙәме икән? Турғай тағы ла тағараҡ янына килде.Ул шулай Таһирҙы көтә. Малай көн һайын ҡоштарға ем һибә. Таһир ҡоштарҙы, ҡоштарТаһирҙы ярата. (35 һүҙ.)
Контроль күсереп яҙыу «Ҡыш көнө»
Бөгөн тышта йылы. Ер өҫтө йомшаҡ ҡар менән ҡапланған. Балалар уйнарға сыҡты. Булат менән Зөлфиә ҡар бабай яһайҙар. Бәләкәйҙәр сана шыуа. Уҡыусылар каток майҙанын ҡарҙан таҙартты. Һыу ҡойҙо. Каток көҙгө кеүек ялтырап ята. Иртәгә ял көнө. Уҡыусылар конькиҙа йөрөргә әҙерләнә. (40 һүҙ.)
Контроль диктант«Төйлөгән»
Тауыҡ йорт алдында себештәр менән йөрөй ине. Ҡапыл һауала өйөрөлгән төйлөгән себештәр өҫтөнә ташланды. Күҙ асып йомғансы үткер тырнаҡтары менән береһен эләктереп тә алды.
Мин бөтә көскә ҡысҡыра башланым. Ләкин һуң ине. Төйлөгән үҙенең табышы менән урманға табан осоп китте. (40 һүҙ.)
Контроль диктант«Яҙ башы»
Йәмле яҙ килде. Ҡояш ҡыҙҙыра башланы. Беҙ быйма, пальто һәм бүректәрҙе һалдыҡ. Тәнәфестә тышта уйнайбыҙ. Йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайта башланы. Хәҙер улар оя яһайҙар. Ағастар япраҡ яра. Оҙаҡламай бөтә ер йәшел үлән менән ҡапланыр. (34 һүҙ.)
Административ контроль диктант «Миләүшә»
Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.
Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.)
Контроль күсереп яҙыу «Дуҫлыҡ»
Дуҫлыҡ булғанда донъя яҡтыра, йәмләнә, йәнләнә. Кешенең ышаныслы таянысы булыу – яҡшы күренеш. Таяныр кеше – дуҫ бит ул. Дуҫлыҡ ололарға ғына түгел, балаларға ла бик кәрәк. Бәләкәйҙән башланған дуҫлыҡ ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә. (36 һүҙ.)
Контроль диктант«Май»
Май етте. Йылы көндәр башланды. Бөтә ер йәшәрҙе. Болондар төрлө сәскәләр менән ҡапланды. Туғайҙа муйыл аҡ сәскәгә төрөндө. Уның хуш еҫе бөтә ергә тарала. Бөҙрә талдар араһында ҡоштар һайраша. Таңдарын һандуғас тауышы тынмай. Майҙың иң йәмле көндәре килеп етте. (39 һүҙ.)
Диктанттарҙы баһалау критерийҙары
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе- тупаҫ булмаған 1 орфографик йә1 пунктуацион хата булған эшкә.
«4» билдәһе - 1-2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик хата булған эшкә.
«3» билдәһе - 3-4 орфографик, 4 пунктуацион йә 3 орфографик. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе - 5-8 орфографик, 6 пунктуацион йә 5 орфографик хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.
«1» билдәһе - (уҡытыусы ҡарамағында) хаталар һаны 8 орфографик хатанан да артып китһә ҡуйыла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мониторинг успеваемости. Входной контроль, 4 класс (2013-2014 уч.г.)
Разноуровневые контрольные работы для обучающихся 4 класса...
Итоговый контроль 3 класс
Даны итоговые работы по русскому языку (диктант), математике ( комбинированная контрольная работа) и окружающему миру (тест) за 3 класс. Тест по окружающему миру состоит из трёх частей (А, В,С). Даны ...
Входной контроль 3 класс
Входной контроль для 3 класса по учебнику Биболетовой М.З....
Текущий контроль 2 класс
Можно использовать на уроках англ.яз. во 2 классе...
Проверка читательских умений работать с литературным текстом (входной контроль) 2 класс
текст «Братишка» В. Вересаева...
Контроль диктанттарҙы баһалау
Контроль диктанттарҙы баһалау...
Контроль диктанттар 4 класс
Башҡорт теленән 4 класс өөн контроль диктант өлгөләре...