"Өө хәрефе һәм уны тамғалау"
план-конспект урока (1 класс) на тему

Каразбаева Разиля Зиннуровна

башкирский язык, 1 класс тема"[ө] өнө.Уны Өө хәрефе менән тамғалау"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon oo_hrefedoc.doc59.5 КБ

Предварительный просмотр:

Дата:

Инструменталь блок

 №

Дәрес темаһы

[ө] өнө.Уны Өө хәрефе менән тамғалау.

 Маҡсат:

 Предмет өлкәһендә:[ө] өнөн әйтергә, тыңларға,сағыштырырға.Уға тулы характеристика бирергә. Һығымта яһарға.Өө хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға

Метапредмет өлкәһендә:Уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен  ишетергә.[ө] өнөн әйтергә, тыңларға,сағыштырырға,анализларға.Икешәрләп,төркөмдә класташтары менән эшләргә.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйырғы, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға.Һүҙҙең өн(хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға.

Шәхси өлкәлә:Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә.[ө]  өнөн һүҙ моделенә Өө хәрефе менән билдәләргә һәм уны уҡырға, яҙырға өйрәнергә.Тырышлыҡ,ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ эшеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү.Ҡоштарҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу

Дәрес төрө

ҡабатлау

УМК

Дәреслек,дәфтәр

Эшмәкәрлек ойоштороу блогы

 Яңы төшөнсә

Предмет  ара бәйләнеш

Дәрес  этаптары:

I.Психологик инеш

Ι. Уңыш ситуация тыуҙырыу.

Йылмайып ҡарағыҙ донъяға

Рәхәт бит йәшәүе шулаймы

Йылмайып йәшәһәң көн һайын

Уҡырға, уйларға бик уңайлы

-Хәйерле иртә, балалар!

-Кәйефтәрегеҙ нисек? Бер-берегеҙгә йылмайып ҡарағыҙ һәм матур һүҙҙәр әйтегеҙ.

-Ниндәй матур, яғымлы һүҙҙәр беләһегеҙ?

-Хәйерле иртә,рәхмәт, берҙән –берем,ҡояшым…

-Бындай наҙлы,яғымлы һүҙҙәрҙе күберәк ҡулланһаҡ, беҙҙең кәйефтәр һәр ваҡыт шулай күтәренке булыр!Тимәк, беҙҙең кәйефтәр күтәрелде.Беҙ эш башларға әҙер.

Атикуляция күнегеүҙәре.

1)Ирендәргә:“йылмайыу” һәм “торба”, “ҡош балалары”

2)Телгә: “тештәрҙе таҙарттыҡ”,”бәшмәк”

3)Өшөткөс елдәр иҫте,

Өйрәктәр осоп китте.

II Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы.

1.Хәҙер эшебеҙҙе дауам итеп мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям

    Йомаҡтар.

1)Башы тараҡ                            2) Аҡ ҡанат, пар ҡанат,

   Ҡойроғо ураҡ(әтәс)                   Ҡаңҡы-ҡаңҡы ҡаҡ ҡанат.

                                                           (ҡаҙ)

 (слайдта һүрәттәр сыға)

2.  Был һүрәттәрҙә  нимә күрәһегеҙ?

-Быларҙың бөтәһен бер һүҙ менән нисек атарға була?

Ә  исемдәрендә  таныш ниндәй өн-хәрефтәр ишеттегеҙ?

А-ә өнө тураһында ҡабатлау(һуҙынҡы,а-ҡалын,ә-нәҙек)

Әтәс һәм ҡаҙ һүҙҙәрен ижеккә бүлеү,баҫымын билдәләү, ҡалын йәки нәҙек булыуын асыҡлау.

3.  Әтәс һәм ҡаҙ һүҙенең өн моделен төҙөү.(ике бала таҡтала)

1-2 рәт -әтәс һүҙенең өн моделен      ○□○□

3 рәт- ҡаҙ һүҙенең өн модлен төҙөү   □○□

4.Мин һеҙгә тағы бер йомаҡ ҡоям
3)Көндөҙ өнһөҙ,

   Ухылдамай төнһөҙ.(өкө)(слайд)

Өкө тураһында  нимәләр беләһегеҙ?

 Өкө шым ғына оса. Башында ҙур ҡолаҡтары бар.  Төҫө һорғолт. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары.

Урманда, ҡая таштар араһында, мәмерйәләрҙә йәшәй. Сысҡандарҙы ашап , ҙур файҙа килтерә.

Өкө һүҙен ижеккә бүлеү,баҫымын билдәләү, ҡалын

    йәки   нәҙек һүҙ булыуын асыҡлау. Моделен төҙөү.

  ө-кө

  ○□○

3.Схема буйынса өкө һүҙе менән һөйләмдәр

-Ҡоштарҙы  ниндәй төркөмдәргә бүлеп була?Ҡайһы һүрәт артыҡ?

Өкө һүҙе артыҡ,сөнки [ө] өнөн өйрәнмәнек.

Шулай итеп дәрескә ниндәй маҡсат ҡуяйыҡ

             [ө] һәм Өө хәрефен өйрәнеү

              Һүҙҙәр уйлау

              Моделен төҙөү

              Һөйләмдәр төҙөү

              Уҡырға өйрәнеү

ΙII. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1.[ө] өнө һәм Өө хәрефе менән танышыу(һуҙынҡы,нәҙек)

[ө] өн төрлө интонация  менән әйтеү

  • Аптырап
  • Һорап
  • Үсегеп

-Шатланып

[ө]- һуҙынҡы,нәҙек)

 Ө –хәрефен өйөнә ҡуйыу( слайд)

5.Ял минуты.Тиҙәйткесте ҡабатлау

6. Өөхәрефен яҙыу.Дәфтәр 28 бит (2 юл)

7.Группала эштәр.

1 группа                 2 группа                          3 группа

Һүҙ башында       һүҙ уртаһында              ике [ө] өнлө

өй                                 дөйә                                   көсөк

өс                                көрәк                                  төлкө

өйрәк                          төймә                                 төтөн

өҫтәл                                                                       көҙгө

8.Хәҙер һәр группанан берәр һүҙгә мин тәҡдим иткән моделдәрҙең ҡайныһы тап килә.

өй                         дөйә                        көсөк

○□                     □○□○                  □○□○□

Ял минуты.Шаян йыр

9.Китаптан уҡыу уйын [ө] өнө булған һүҙҙәрҙә ҡул сәпәкләргә.51 бит

10.Ө хәрефен  билдәләргә,уҡый белгәндәргә уҡырға.

Шиғыр .

Ө хәрефе О тигәнгә

Яҡын ғына туған ул

Уртаһына баҫҡыс ҡуйғас ҡуйғас

Өкөгә өй булған ул.

8.Һорауҙарға яуап биреү.

-Әсәйҙең әсәһе һиңә кем була?

-Башҡортостандың баш ҡалаһы?

-Мөрйәнән нимә сыға?

-Йәйҙең һуң ниндәй миҙгел?

-Ниндәй хайуан хәйләкәр?

 Рефлексив-баһалау этабы

-Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?

-Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

Кем дәрестә бик шәп эшләнем,бәтәһен дә аңланым ти шулар йылмаған ҡояшты күтәрә.

-Ә кемдәр Өө хәрефе тураһында белеп бөтмәнем ти улар  икенсе ҡояшты күтәрә

Өй эше


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"

Урок в 1 классе помогает  правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....

Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.

Язарга өйрәнү дәресенә презентация....

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба.1кл.Щ хәрефе.

Әлифбадан 1  класс өчен дәрес планы....

ӘЛИФБА I КЛАСС. ТЕМА: ЧЧ Өн-хәрефен тамғалау.

Методическая разработка урока по Букварю в I классе.  ТЕМА:  ЧЧ өн-хәрефен тамғалау....

Контроль диктанттарҙы баһалау

Контроль диктанттарҙы баһалау...

1- 4 –се класс уҡыусыларының әҙәби уҡыу предметы буйынса белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

1- 4 –се класс уҡыусыларының   әҙәби  уҡыу предметы буйынса белемдәрен  һәм  күнекмәләрен баһалау нормалары...