Урок по математике в 4 классе по теме " Перестановка и группировка множителей. Решение задач на движение."
план-конспект урока по математике (4 класс) на тему
Урок математики в 4 классе по теме "Перестановка и группировка множителей.Решение задач на движение".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
matematika4_kl.docx | 747.63 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д.Башкирская Ургинка
муниципального района Зианчуринский район
Республики Башкортостан
«Методическая разработка урока по математике
в 4 классе»
Тема урока: Перестановка и группировка множителей.
Решение задач на движение.
Автор: Акчурина Залифа Ганиевна, учитель
начальных классов
Год разработки- 2014 год
Тема :Ҡабатлашыусыларҙың урындарын алмаштырыу һәм
төркөмләү. Хәрәкәткә мәсьәләләр сисеү.
Бурыстар һәм маҡсаттар:
Танып белеү бурыстары:
1.Ҡабатлашыусыларҙың урындарын алмаштырыу һәм төркөмләү
күнекмәләрен нығытыу;
2. Иҫәпләү күнекмәләрен формалаштырыу;
3. Ҡапма-ҡаршы хәрәкәткә мәсьәләләр сисеү күнекмәләрен нығытыу;
4.Мәсьәләрҙе таблицаға һалыу һәм һыҙымда күрһәтеү буйынса күнекмәләр
үткәреү;
Үҫтереүсе бурыстар:
1.Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, хәрәкәтсәнлектәрен үҫтереү;
2. Күҙәтеүсәнлектәрен, күреү хәтерен үҫтереү;
Тәрбиәүи бурыстар:
- Спортҡа һөйөү тәрбиәләү;
- Уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү, тыуған илгә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;
- Һөйләшеү культураһын, бер-берең , коллектив менән килешеп эшләүҙәрен тәрбиәләү.
Йыһазландырыу- проектор, экран, компьютер, презентация, хоккей уйнау өсөн миҫаллы карточкалар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
Берәү әйтә дуҫына:
Дуҫым, хәйерле иртә!
Дуҫлыҡтан тыуған шатлыҡ,
Көнө буйына етә.
- Дуҫтарығыҙ менән һаулыҡ һорашығыҙ. Йылмайышып, ултырығыҙ. Бер- берегеҙгә уңыштар теләгеҙ!
- Кемегеҙ белә, бөгөнгө көн , 7 февраль, тарихта нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ?
- ( Әлбиттә, бөгөн Сочи ҡалаһында XXII ҡышҡы Олимпия уйындары башланған көн).
2 слайд Олимпиада үтеү көндәре 2014 йылдың 7 -нән алып 23 февралгә тиклем. Уйын символдарын бар халыҡ менән һайланылар. һәм был уйындарҙың символдары булып өс персонаж-Аҡ айыу, Ҡуянҡай һәм Леопард тора. Улар күп тауыштар йыйып Олимпия уйындарының айырылмаҫ символикаһына әйләнделәр ҙә инде.
3 слайд
«Сочи 2014» олимпия уты эстафетаһы спорт өлкәһендә иң ҙур күләмле һәм иң оҙаҡ үткән тарихи ваҡиға булып тора, сөнки ул 2013 йылдың 7 октябрендә башланып, Олимпия уйындары башланған көн, йәки бөгөн, Олимпия уйындарын асҡан көндә, 2014 йылдың 7 февралендә генә тамамлана.
Уйындар факелын 123 көн дауамында барған был ваҡиғала билдәле спортсмендар, сәйәсмәндәр ҡулында 65 меңдән ашыу километр юлды автомобилдәрҙә, поездарҙа, самолёттарҙа, хатта урыҫтарҙың тройкаларында, боландар егелеүендә 130 миллион халыҡтың күҙ алдында, Рәсәйҙең 2900 ҡала һәм ауыл аша, 83 илдең баш ҡалалары аша үтә. Бөтә ил Рәсәйҙең йыйылма командаһы өсөн хәүефләнә. Әйҙәгеҙ, беҙҙә ситтә тороп ҡалмайыҡ. Һәм бөгөнгө дәрестә үҙебеҙҙең математик олимпия уйындарын үткәрәйек.
Бының менән беҙ күҙәтеүсәнлектәребеҙҙе, логик фекерләүҙәребеҙҙе үҫтерербеҙ. Ҡыҙыҡлы миҫалдар сығырбыҙ. Ә дәрес аҙағынды эшебеҙҙең һөҙөмтәләрен сығарырбыҙ:кем нимәгә өйрәнгән, дәресебеҙ нисек килеп сыҡты, ҡайһы эш нығыраҡ оҡшаны?
-Ҡышҡы спорттың ниндәй ярыш төрҙәрен беләһегеҙ?
- Һәр спортсмен етеҙ, ҡыйыу,көслө булырға тейеш. Һәр ярыш алдынан спортсмендар разминка үткәрә. Шулай итеп, беҙ ҙә башлайбыҙ.
II .Разминка. Һеҙҙең иғтибарлығығыҙҙы тикшереп ҡарайым.
Телдән иҫәп:
- 4 слайд Экранда яҙылған һандарҙы һеҙ ҡайҙа осраттығыҙ?
( Улар Олимпия уйындарына ҡағылышлы һандар.)
Был һандар составын әйтегеҙ: (7, 23, 2014, 2013, 123, 65000, 13004, 2900, 83)
2. Дөрөҫ яуапты табығыҙ:
5 слайд
- 18 һәм 3 ҡабатландығы: 54;
6 слайд
- 3200 һанының һигеҙҙән бер өлөшөн табығыҙ: 400;
7 слайд
- 2м-40см: 160см
8 слайд
- 3 сәғәттә нисә минут: 180.
-Ҡарайыҡ әле, кем беҙҙең йыйылма командала иң яҡшы хоккеист икән?
3.Уйын « Математик хоккей» ( таҡтала эш)
Миҫалдарҙы иҫәпләп, шифрҙы асыҡлаһаҡ, хоккеистың иң кәрәкле әйберен белербеҙ.
360+180:9= 380 =к
790-(280-230)*6= 490=и
320:4+720= 800=к
1000:(320-220)+50= 60 = н
210+560:7-90= 200 = 0
260+ 120х2 – 100= 400= ь
«Коньки»
III. Төп өлөш.
1.- Ә тағы ниндәй спорт төрө конькиҙа шыуыуға бәйләнгән?
(Конькиҙа йүгереү- конькобежный бег)
Киләһе математик спорт төрө «Конькиҙарҙа йүгереү» . Үҙ аллы эш. «Конькобежный спорт». Кем беренсе булып аралыҡты йүгереп үтер? ( № 67, 13 сө бит)-- карточкаларҙа
2.9 слайд « Сылбыр буйынса иҫәп»
10 слайд
финишҡа килеп еттек.( смайлик)
Физкультминутка.
Ә хәҙер күҙҙәргә физминутка үткәреп алайыҡ.
3.Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, тағы ла ниндәй спорт төрө конькиҙа шыуыу менән бәйле? ( фигуралы шыуыу. Төрҙәре- яңғыҙ һәм парлы.)
- Беҙҙә лә хәҙер парлы эш буласаҡ . № 70(13 бит). Ҡараламала парталаш иптәшегеҙ менән ошо мәсьәләне сығарағыҙ.
4. Китап буйынса дәфтәрҙә эшләү.
- Тағы ла ниндәй спорт төрө боҙҙа ярышыуға бәйле?
-(“Кёрлинг”)
11 слайд
- Кемегеҙ белә, был уйынды нисек уйнайҙар?
-Эйе, команда капитаны ташты (снарядты) көс менән этеп ебәрә, ә башҡалар уға шыма юл һалалар һәм таштың юлын, эшен билдәләйҙәр. Унда ике команда һәр ваҡытта ла ярыша.
- Шулай итеп, беҙ ҙә ике команда төҙөйбөҙ. Тик эш алдынан беҙ тиҙ генә эшләү ҡағиҙәләрен нығытып китәйек.
(карточкалар яр ҙамында V(тиҙлек),t (ваҡыт), S( юл)ды табыу формулаларын сығарыу.
Таблица буйынса эш.
Мәсьәләләрҙе телдән эшләйбеҙ (экранға ҡарайбыҙ).
V | t | s | |
а. Гепард | 30 м/с | 5 мин. | ??? |
б. Страус | 500 м/мин. | ? мин. | 3 км. |
-Ә хәҙер ике командаға бүленеп 13-сө биттәге мәсьәләне сисәйек.
№68,13-сө бит.
Тикшереүе(12 слайд)
60*4= 240 км
520-240= 280
280:4=70 км/сәғ
Парлы эш бик яҡшы үтте, спорт телендә әйтеүенсә- синхронно, бер иш.
13 слайд
Ял. Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ.(смайликтар ярҙамында)
-Ә хәҙер, биатлон эстафетаһына күстек.
5.Биатлон ( тигеҙләмәләр сығарыу) ( эш презентацияла)
Мишенға тейгеҙ.
12*(5*7) 29*(2*5)
35*(2*7) 15*(4*9) 9*(4*25)
Бөтә мишендәргә тейгеҙгән кеше- еңеүсе тип табыла.
14 слайд
Физкультминутка:
Һәр спортсмен ҡыйыу, етеҙ, сос булырға тейеш. Был сифаттарҙы үҙеңдә булдырыу өсөн көн һайын зарядка эшләр кәрәк.
Дөрөҫ яуапта ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ, дөрөҫ булмаһа- киреһенсә төшөрәбеҙ. 14 слайд.
49:7=7 9х5= 40 5х6=30
63:9 = 8 8х7 = 56 7х6= 41
72:8 = 9 84:21=3 11х8=88
15 слайд
2-се күнекмә . Дөрөҫ яуапта – уңға бөгөләбеҙ, дөрөҫ булмаһа- һулға бөгөләбеҙ.
65:5 =13 50:25=4 96:2= 48
93: 31 =5 51:3 = 17 64:8= 9
6. Бына шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән саңғы трассаһына барып еттек. Бында саңғы ярыштары үтәсәк. Бының өсөн китаптағы 12 биттәге 62-сы эште асығыҙ.
7. Саңғы ярыштары. Хәрәкәткә мәсьәләләр сисеү. Мәсьәләләр таҡтала эшләнә. № 62, 12-се бит .
- Һәм бөгөнгө көндөң аҙаҡҡы ярышына ла килеп еттек.
17 слайд
8. Дәүмәлдәр менән миҫалдар:
Иҫәпләгеҙ:
5м30см+8см= 538см 1ч-10мин= 50мин 5км300м+2км200м=7км.500м
5м30см+13см= 543см 1т-700кг= 300кг. 5км300м-2км200м=3км100м
18 слайд
IV.Өйгә эш биреү. Дәреслектең 12-се битендәге 63-сө эш.(3 уровенлы).
- Мәсьәләне сығарырға һәм уға кире мәсьәлә төҙөргә
- Ошоға оҡшаш мәсьәлә төҙөргә һәм сисергә
- Мәсьәләне таблицаға йәки һыҙмаға һалып сисергә
(№ 63,12-се бит)
19 слайд
V.Рефлексия. Йомғаҡлау.
-Ҡайһы эш һеҙгә нығыраҡ оҡшаны? Ни өсөн? Ҡайһы эштәр һеҙҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы?
VI. Үҙбаһа. Барығыҙҙың да белеүегеҙсә, ярыш һөҙөмтәләренә ҡарап спортсмендарға баһа ҡуйыла. Һеҙ ҙә бөгөнгө дәресебеҙ чемпиондары. Һәр кем үҙенә дәрес һөҙөмтәләре буйынса баһа ҡуйып, медальондар тороп алһын ( жетондар һайлап алыу).
Алтын медаль(һары төҫтә)- 5
Көмөш медаль (ялтыр төҫтә)- 4
Баҡыр медаль (ҡыҙыл-һары төҫтә) -3
Дәрес ваҡытындағы эшегеҙ өсөн рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
открытый урок по математике.Тема: Перестановка и группировка множителей.
Открытый урок по математике....
конспект урока по математике 1 класса по теме "перестановка слагаемых"
Представлен конспект урока, проведённого в 1 классе по УМК « Школа России». Разработан учителем начальных классов Колосовой А. В. На данном уроке использована технология проблемного обучен...
Учебно-методический комплект по математике за 4 класс на тему" ПЕРЕСТАНОВКА И ГРУППИРОВКА МНОЖИТЕЛЕЙ" (Школа России)
Развивать способность к анализу; планированию учебных действий, формировать умение решать примеры, задачи. развивать наблюдательность, внимание, память, математическую речь, коммуникативные навыки....
Конспект урока по математике 1 класс по теме "Вычитание из 8,9. Решение задач"
Конспект урока по математике по теме "Вычитание из 8,9. Решение задач"цель урока: создать условия для закреплдения приема вычитания на основе связи между суммой и слагаемыми; развития навыко...
Урок по математике в 4 классе на тему "Перестановка и группировка множителей"
Цели урока: способствовать развитию умений представлять и группировать множители, решать задачи на встречное движение, выполнять геометрические построения, развитию вычислительных навыков....
Конспект урока по математике 1 класса. По теме : « Перестановка слагаемых» .
Вывести правило, что от перестановки слагаемых сумма не изменяется; совершенствовать умения и навыки решать задачи....
Конспект урока математики в 4 классе по теме "ПЕРЕСТАНОВКА И ГРУППИРОВКА МНОЖИТЕЛЕЙ"
Урок способствует развитию умений представлять и группировать множители, решать задачи на встречное движение, выполнять геометрические построения, развивать вычислительные навыки....