Әҙәби уҡыуҙан 3 класс өсөн эш программаһы
рабочая программа по чтению (3 класс) на тему
Әҙәби уҡыуҙан 3 класс өсөн эш программаһы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
zbi_ukyu._3kl._esh_programmahy.docx | 25.96 КБ |
Предварительный просмотр:
I.«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре
«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу
Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.
Оҫталыҡты үҫтереү:
Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Өйрәтеү:
Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;
Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.
Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.
Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:
Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;
Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.
Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:
- Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр
Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;
Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.
- Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.
Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.
Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.
Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.
- Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.
Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.
Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.
Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.
Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.
5. Кластан тыш уҡыу.
Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.
Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
6 .Һүҙҙәр менән эш.
Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.
Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.
Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
II.Программаның йөкмәткеһе
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.
Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
1. Әҙәби уҡыу дәреслеге менән танышыу.(1сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – уҡыусыларҙы дәреслектең йөкмәткеһе, шартлы тамғалар системаһы менән таныштырыу. Әҙәби уҡыу дәреслегенең төҙөлөшөн белеү,шартлы тамғалар системаһын дөрөҫ ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә дәреслектең йөкмәткеһендә кәрәкле бүлекте һәм әҫәрҙе эҙләп таба белеү, бүлектең йөкмәткеһен исеменә ҡарап күҙаллау,дәреслектең төҙөлөшө һәм биҙәлеше тураһында бәйләнешле телмәр төҙөү.
1.Белем байрамы.(1сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат –уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү.
Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ.
Һүҙлек: ҡотлайбыҙ –тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ – маҡтайбыҙ – хуплайбыҙ.
Мостай Кәрим. Уҡытыусыма.
Һүҙлек: наҙлап –иркәләп – һөйөп – яратып, иҫемдә - хәтеремдә – күңелемдә.
- Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (9 сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға өйрәнеү.(
- Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә.(10сәғ..)
Маҡсаттар:педагогик маҡсат – әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
- Әҙәптең төбө – ғәҙәт (18сәғ.)
Маҡсаттар:педагогик маҡсат –ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.
- Тәңкә – тәңкә ҡарҙар яуа (11 сәғ..).
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү.
Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (22сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
- Әкиәт уҡырға яратам (15 сәғ..)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – әкиәттәрҙең төҙөлөшөн, башҡа жанрҙарҙан айырмаһын, һөйләү үҙенсәлектәрен асыҡлау, текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү, сәхнәләштереү оҫталығына эйә булыу. (өҫтәргә)
- Илде иңләп йәмле яҙ килә (19сәғ..)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты - ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по физической культура в 4 классе VIII вида, рабочая программа по физической культуре в 4 классе VII вида
Главной целью моей педагогической деятельности является сохранение и укрепление здоровья детей, воспитание у них потребности в здоровом образе жизни. При проведении уроков учитываю возрастные, п...
Рабочая программа по ЗОЖ (1, 2, 3, 4 класс) на тему: Рабочая программа (авторская) по внеурочной деятельности «Разговор о здоровом питании» для 1 - 4 классов (здоровьесберегающее направление)
Авторская рабочая программа "С чего начинается Родина" краеведческой направленности 1-4 классы...
Рабочая программа по математике (4 класс) на тему: "Рабочая программа по математике 4 коррекционный класс (8 вида).
Рабочая программа составлена на основе авторской программы В. В. Воронковой «Программы специальных (коррекционных) образовательных учреждений VIII вида, 1-4 классы ,4-е издание - М....
Рабочая программа по развитию речи (4 класс) на тему: "Рабочая программа по развитию речи 4 коррекционный класс (8 вида).
Рабочая программа составлена на основе авторской программы В. В. Воронковой «Программы специальных (коррекционных) образовательных учреждений VIII вида, 1-4 классы ,4-е издание - М.: Просвещение...
Рабочая программа по русскому языку (4 класс) на тему: "Рабочая программа по русскому языку 4 коррекционный класс (8 вида).
Рабочая программа составлена на основе авторской программы В. В. Воронковой «Программы специальных (коррекционных) образовательных учреждений VIII вида, 1-4 классы ,4-е издан...
Рабочая программа по трудовому обучению (4 класс) на тему: "Рабочая программа по трудовому обучению 4 коррекционный класс (8 вида).
Рабочая программа составлена на основе авторской программы В. В. Воронковой «Программы специальных (коррекционных) образовательных учреждений VIII вида, 1-4 классы ,4-е издан...
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО КУРСА «РУССКИЙ ЯЗЫК» 3 класс на основе авторской программы В.П. Канакиной, В. Г. Горецкого образовательная программа «ШКОЛА РОССИИ» с КТП
Рабочая программа разработана в соответствии с законом «Об образовании РФ», с основными положениями федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования, ...