рабочая программа по родной литературе(башкирской) 2 класс
рабочая программа по чтению (2 класс) на тему

“Башҡорт әҙәбиәте”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,уҡыу планына таянып эшләнде.

      Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

-М.С. Дәүләтшина, С.В. Атнағолова. Туған тел: Башланғыс мәктәптең икенсе класы өсөн уҡыу китабы. – Өфө: Китап, 2010.

-Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4–се кластар өсөн “Туған тел” дәреслегенә программа. – Өфө: Китап, 2010.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tugan_tel_rab_programm_svoy.docx110.05 КБ

Предварительный просмотр:

                          

                                                                    А6латма  я3ыу

     “Башҡорт әҙәбиәте”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,уҡыу планына таянып эшләнде.

      Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

-М.С. Дәүләтшина, С.В. Атнағолова. Туған тел: Башланғыс мәктәптең икенсе класы өсөн уҡыу китабы. – Өфө: Китап, 2010.

-Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4–се кластар өсөн “Туған тел” дәреслегенә программа. – Өфө: Китап, 2010.

-Һүҙлектәр.

          Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.

       Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә.Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә,кешеләр араһындағы,йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе,үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә,киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп,телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер.Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү,белеү мотлаҡ.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора.  Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һө ҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы  тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора.  Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур.  Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү  башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла.  Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә   нигеҙләнеп  атҡарыла.

Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа

ашырыуға йүнәтелгән:

              -башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм  тасуири уҡыу күнекмәләрен       үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

-  уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша  балаға   һәр яҡлап йоғонто яһау;

- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

-  туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге  үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм  тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы  һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

“ Башҡорт әҙәбиәте “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен  үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа  китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү.  Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш  китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар  һәм зауыҡ тәрбиәләү.  Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе  тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

4.Әхләҡи  ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан  йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора.

                                   “Туған тел” предметына дөйөм характеристика

Программа башланғыс мәктәп уҡыусыларына китаптың төрлө мәғлүмәт сығанағы булыуы тураһында төшөнсә бирә. Бында тағы ла китап уҡыусының библиография өлкәһендәге оҫталыҡтарын булдырыу күҙаллана: белешмә буйынса эҙләп ала белеү, айырым билдәләренән төрлө типтағы, төрҙәге китаптарҙы табыу һәм улар менән танышыу, уҡыу өсөн тәҡдим ителгән йәки үҙ теләге буйынса китаптарҙы һайлап алып уҡыу.

Башланғыс мәктәптең уҡыу пландарына ингән башҡа предметтарҙан айырмалы рәүештә, «Туған тел» предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай.

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы (уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға теләк булдырыуҙы) күҙаллай. Ошо бурысты тормошҡа ашырыу өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы өйрәнеүгә нигеҙ һала. Туған тел предметының йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусылар тексты аңлап уҡыу, төрлө мәғлүмәт менән эшләү, кәрәк булғанын таба белеү күнекмәләренә эйә була.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү

Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү

Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу - әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

Шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәрҙе сәнғәттең башҡа төрҙәре (һынлы сәнғәт, музыка) менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табыу; уҡылған әҫәрҙәр ярҙамында үҙең дә хикәйә яҙып ҡарау.

4.  Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү

Әҙәби әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора. Әҙәби әҫәрҙе уҡыған бала тирә-йүнде уратып алған төп әхлаҡи-этик ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, геройҙарҙың ыңғай һәм кире эштәре менән таныша, баһалай, анализлай; унда һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итә, аңлай һәм тормошта ыңғай һөҙөмтәһен булдырырға ынтыла; әҙәби әҫәрҙәрҙе эмоциональ ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үҙендә ыңғай сифаттар тәрбиәләргә тырыша.

Туған тел предметын өйрәнеү, 1-се класта яҙыу һәм уҡыу дәрестәре менән бергә алып барылып (ин- теграллашҡан), «Грамотаға өйрәтеү» бүлегенән үк башланып китә. «Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү» бүлегенең дауамлылығы 23 уҡыу аҙнаһын тәшкил итә. Аҙнаһына 8 сәғәт (туған төл һәм әсә теле дәрестәре бергә алып барыла). «Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү» бүлеген өйрәнеү ваҡыты һәр мәктәптә уҡыусыларҙың мөмкинселектәренән, уҡытыу тиҙлегенән, уҡыу сараларын эффектлы файҙаланыуҙан тора. Был бүлекте үҙләштергәндән һуң туған тел һәм әсә теле дәрестәре айырым өйрәнелә.

«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге түбәндәге процестарҙы үҙ эсенә ала:

Тыңлау (аудирование) - телдән әйтелгән информацияны тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу бер үк ваҡыт эсендә башҡарыла: уҡыусы һөйләгәнде тыңлай, һөйләүсенең фекеренә төшөнә, телмәре аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап, үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра.

Уҡыу - уҡылған текстан үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт, белем алыу, текстың йөкмәткеһен тәрән аңлау, уға үҙ ҡарашыңды булдырыу. Төрлө күләмдәге, жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәрҙе үҙ аллы аңлап уҡыу; уҡыу маҡсатын (мин ни өсөн уҡыясаҡмын?), уҡыу төрҙәрен (һайлап уҡыу, тотош уҡыу) билдәләү; тасуири уҡыу сараларын ҡулланып (тон, темп, пауза, баҫым) төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби текстарҙы дөрөҫ, аңлап уҡыу.

Һәйләү (аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү телмәре ни тиклем үҫешкәнерәк, камилыраҡ булһа, кеше үҙ фекерен әңгәмәсеһенә шул тиклем еңелерәк еткерә һәм башҡаларҙы ла тиҙерәк аңлай. Уҡылған текстар ярҙамында диалог ҡорорға, һөйләү этикетын ҡулланып монолог төҙөргә, тормоштан алған тәьҫораттарыңды белдерергә, әҫәрҙә яҙыусының телмәр

үҙенсәлеген билдәләргә һәм уның фекерен асыҡларға, текстың төп фекерен табырға тырышыу ҙа һөйләү телмәренең үҫешенә булышлыҡ итә.

Яҙыу (яҙыу телмәре мәҙәниәте, яҙыу телмәренә эйә булыу). Үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы, дөйөм алғанда, фекерҙәреңде билдәле маҡсатта тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙ һәм бәйләнешле итеп яҙа белеү.

Яҙыу телмәрен үҫтереү уҡыусыларҙа түбәндәге күнекмәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота:

  • билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө жанрҙарҙа (хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөм йөрөтөү) яҙа белеү;
  • йөкмәткене өҫтәлмә материал менән байытып яҙыу;
  • үҙеңдең хикәйәңде булдырыу (мәҫәлән, картина буйынса);
  • әҙәби һәм ирекле темаларға инша яҙыу;
  • баһалама, характеристика яҙыу.

«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм уҡыу процестарының үҫешен тәьмин итеп, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булып, бер-береһенә туранан-тура йоғонто яһай. Шунлыҡтан тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм уҡыу һәләтлектәрен комплекслы үҫтерергә кәрәк.

«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге төрлө кимәлдәге текст өҫтөндә эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереүҙе лә үҙ эсенә ала. Был эш түбәндәге анализлау оҫталыҡтарын барлыҡҡа килтереүҙе күҙаллай:

  • әҙәби әҫәрҙәрҙең, фәнни-популяр мәҡәләләрҙең һүрәтләү-тасуирлау сараларын, йөкмәткеһен, маҡсатын, тәғәйенләнешенә ярашлы һайлау һәм дөрөҫ ҡулланыу;
  • автор тарафынан тәҡдим ителгән тормош үҙенсәлеген күрә башлау;
  • әҙәби, фәнни-популяр текстар араһында сәбәп- һөҙөмтә бәйләнешен булдырыу, айырмалығын күрә белеү;
  • автор позицияһын, ҡарашын, үҙсәнлеген аңлау; текстың төп фекерен айыра белеү (уҡытыусы ярҙамында).        <

«Китап уҡыу даирәһе» бүлегендә балалар өсөн тәғәйенләнгән материалдарҙан йөкмәткеһен һайлау мөмкинлеге принциптары билдәләнә. Бирелгән принциптар уҡыусыларҙа үҙе уҡырға теләгән әҫәрҙе һайлау, ғөмүмән, китапты ихлас һәм даими уҡырға ғәҙәтләндереү, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү, балаларҙа әҙәбиәт донъяһына, тексты уҡыуға һөйөү тәрбиәләү; төрлө китаптарҙан үҙ эсенә әхлаҡи-эсте- тик ҡиммәттәрҙе алған текстарҙы һайлай алыу күнекмәләрен булдырыу ҡаралған.

«Әҙәбиәт ғилеме тураһында тәшөнсә биреү»

бүлеге уҡыусыларҙы тәү башлап әҙәбиәт ғилеме менән таныштыра. Был инде әҙәби төр һәм жанр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу, уларҙы таный, айыра белеүҙе; телдең һүрәтләү, тасуирлау сараларын аңлы ҡабул итеүҙе күҙаллай.

«Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү» (әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә) бүлеге әҙәби белем биреү йөкмәткеһенең төп йүнәлеше булып тора. Ижади эшмәкәрлек тәжрибәһе уҡыусының уҡыу һәм яҙма телмәренә үтеп инә, ә был, үҙ сиратында, уҡыу сыларға алған белемдәрен файҙаланып, үҙ аллы ижад итергә мөмкинлек тыуҙыра. Артабан был бүлектә төрлө формалы текстар барлыҡҡа килтереүгә, мәғәнәһен аңлата белеүгә, уҡылған әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә төрлө һүрәтләү саралары, һөйләү формалары ҡулланып, үҙеңдең әҫәрҙәреңде ижад итеүгә лә иғтибар бирелә.

    «Туған тел» предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре

Башланғыс мәктәптә уҡыу предметы булараҡ туған тел дәрестәре белем биреүгә генә түгел, ә тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

                             

                                      “Туған тел” предметының уҡыу планындағы урыны

Базис уҡыу уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Туған тел” предметын өйрәнеүгә 2-се кластарҙа 68 сәғәт бүленә.

                                        “Туған тел” предметын   өйрәнеү  һөҙөмтәләре         

Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

        Шәхси үҫеш  кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан

лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

    Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.

     Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
  • тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

      Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу әлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
  • уҡыу техникаһын үҙләштереү; *
  • уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
  • интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;
  • үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;
  • һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
  • үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
  • монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
  • һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
  • шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән  хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

анализлай һәм синтезлай белеү;

сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

һорауҙар бирә белеү.

 У6ыу предметыны7 программа3ы  йөкмәткеһе

Эш программаһы  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған   программаға  нигеҙләнеп төҙөлдө,  башланғыс дөйөм белем биреүҙең  Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

2-се  класс

Белем байрамы. (1 сәғәт)

        Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.

Халыҡ ижады менән танышыу.

Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... (5 сәғәт)

Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары.

Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.

Һамаҡтар.

Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда – йомағым.

Мәҡәлдәр – ололар һүҙе, ата – балалар кәңәше, өгөт – нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты.

Фәстереүҙәр (уйҙырма).

Уйындар. Шаярыуҙар.

Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе  һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.

Әкиәттәр донъяһында (10 сәғәт)

        Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу.  Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү.  Әкиәттән өҙөктәрҙе  ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.

Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү (4 сәғәт)

        Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.

        Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү.

Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы.

Экологик мәсьәләләр.

Беҙ - тәбиғәт балалары.

Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ ( 12 сәғәт)

        Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү.

        Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү.

Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша?

Әҙәп төбө – ғәҙәт ( 18 сәғәт)

        Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.

        Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү  тураһында уйланыу.

Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...(10 сәғәт)

      Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр  нигеҙендә тормошҡа  ашырыла.  Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәрелә .  Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған  мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.

Кластан тыш уҡыу (8 сәғәт)

        Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ.  Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу  һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт.

                          У6ыу-тематик планы

        

        

  Д1рест1р тема4ы

  Д1рест1р  4аны

  Шул  и81пт1н кластан тыш  у5ыу

Белем байрамы.

1 сәғәт

Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа...

5 сәғәт

2 сәғәт

Әкиәттәр донъяһында

10 сәғәт

2 сәғәт

Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү

4 сәғәт

1 сәғәт

Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ

12 сәғәт

 1 сәғәт

Әҙәп төбө – ғәҙәт 

18 сәғәт

2 сәғәт

Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...

10 сәғәт

 

60 сәғәт

8сәғәт

Б7т14е

        68 сәғәт

         .«Туған тел» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

Әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;

текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу

Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере  менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.

Оҫталыҡты үҫтереү:

Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;

Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;

Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);

Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;

Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;

Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;

Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;

Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;

Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Өйрәтеү:

Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

Текстың төрлө өлөштәрен  һайлап һөйләү;

Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;

Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;

Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.

Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.

Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.

Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын  формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;

Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;

Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.

Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:

  1. Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр

Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып  төп геройҙарын билдәләү;

Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.

  1. Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.

Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.

Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан  уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.

Текстың  йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда,  текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.

  1. Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.

Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.

Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.

Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

       Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

     Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.

5.  Кластан тыш уҡыу.

         Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.

         Уҡытыусы  ярҙамында балалар республикала  сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

6 .Һүҙҙәр менән эш.

     Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

             Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.

           Тел күнекмәләре араһында  һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

7.Уҡыу техникаһы.

   

Предмет буйынса башланғыс дөйөм белем биреүҙең йөкмәткеһе

Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙөре

Тыңлау, тыңлау һәм аңлау.

Телдән һөйләнгән телмәрҙе (әңгәмәсенең мө< мәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау һәм ҡа итеү. Мәғлүмәтте тыңлау һәм мәғәнәһенә төш барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай, һөйләүсенең кер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбө1 мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡара яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлашть уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйь һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре фор лаштыра. Тыңлау һәм аңлай алыу күнекмәләре аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, я: уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара

Уҡыу.

  • Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәтке ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып  уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Әкренләп уҡыу күнекмәһенән аңлап, дөрөҫ, бөтә һүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыуға күсеү (уҡыу тиҙлеге индивидуаль уҡыу темпына ярашлы була), яйлап уҡыу тиҙлеген арттыра. Тексты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡығанда интонацияның йөкмәткегә тура килеүен күҙәтеп, орфоэпик нормалар тайпылмау. Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу. Төрлө типтағы, төрҙәге текстарҙың мәғәнәүи үҙенсәлеген аңлау уларҙың мәғәнәһен интонация ярҙамында  биреү. Башҡорт теленең әҙәби тел нормала күҙәтеп, һүҙ һәм фраза баҫымына иғтибар итеп уҡыу
  • Эстән уҡыу. Телмәр органдарының ҡатмарлылығынан тыш, һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә, күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ аллы уҡырға күнектерә.
  • Эстән уҡығанда уҡыусы текстың, төрлө жанрҙарҙағы һәм күләмдәге әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен, төп фекерен, уларҙы уҡыу төрҙәрен (өйрәнеү, таныштырыу, һайлау) билдәләй. Текстан кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (фактлау, тасуирлау, тулыландырып уҡыу) аңлауға эйә була.

Төрлө текстар менән эш

Төрлө төрҙәге текстар тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.

Әҙәби, фәнни-популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен, айырмалығын күрһәтеү, сағыштырыу. Был текстарҙың маҡсатын билдәләү. Фольклор - халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү.

Тексты һөйләмдәр теҙмәһенән практик рәүештә айыра белеү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереү; таныш булмаған китаптарҙың йөкмәткеһен исеменә, тышлыҡтағы һүрәтенә һәм биҙәлешенә ҡарап алдан фаразлау.

Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү. Төрлө мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен булдырыу.

Коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу, йәғни, текстан файҙаланып, һорауҙарға яуап биреү, тема буйынса сығыш яһау, башҡаларҙың сығышын тыңлау, өҫтәлмә һәм күргәҙмә материалдарҙы, һүрәттәрҙе әңгәмә барышында дөрөҫ ҡулланыу.

Библиографик культура - китап сәнғәтенең үҙенсәлекле бер төрө. Китап - белем сығанағы. Рәсәйҙә, Башҡортостанда беренсе китаптар, китап сығарыу (баҫыу), өйрәтеү текстары, әҙәби, белешмә китап төрҙәре тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү. Китап элементтары менән таныштырыу: йөкмәтке, иллюстрация. Ғилми, әҙәби китаптарҙа бирелгән мәғлүмәттәр менән таныштырыу. Китап төрҙәре менән таныштырыу. Китап - әҫәр, китап - йыйынтыҡ, иншалар йыйынтығы, матбуғат баҫмалары, белешмә баҫмалар (белешмәләр, һүҙлектәр, энциклопедиялар).

Китаптарҙы тәғәйенләнгән исемлектән картотека буйынса һайлап алыу. Уҡыусының үҙ йәшенә тура килгән һүҙлектәр һәм белешмә материалдарҙы ҡуллана белеүе.

Әҙәби әҫәрҙең тексы әҫтәндә эш

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү). Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағы- лыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары тупланыуын аңлау.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау. Изге һәм оло тойғоно - ил тойғоһон төшөнөү. Уҡылған әҫәрҙәрҙә Тыуған илгә һөйөү, ихтирам һаҡлау темаларының төрлө милләт халыҡтары әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы (Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар миҫалында аңлатыу). Төрлө милләт халыҡтарының фольклорында темаларҙың һәм идеяларҙың оҡшағанлығы. Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштырыу. Тексты анализлағанда геройҙарға автор биргән характеристика аша яҙыусының үҙ геройына мөнәсәбәтен асыҡлау.        ,

Әҫәрҙең геройына характеристика биреү. Геройҙың портретын, характерын ҡылған эштәре, телмәре  аша билдәләү.

Әҙәби тексты һөйләүҙең төрлө төрҙәрен - тулы, һайлап, ҡыҫҡартып һөйләүҙе үҙләштереү.

Тулы һөйләү - уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул: фрагменттың төп фекерен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу; эпизодты тулы һөйләү, тексты бүлектәргә бүлеү; һәр бүлектең һәм текстың төп фекерен билдәләү; һәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү; текстағы атама һөйләмдәрҙе ҡулланып, һорауҙар, әйтемдәр, тулы һөйләмдәр менән план төҙөү күнекмәләре булдырыу.

Бирелгән фрагмент буйынса үҙ аллы һөйләү, әҫәрҙең геройына характеристика (геройҙы һүрәтләгән һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе һайлау). Ваҡиға урынын һүрәтләү-яҙыу. Текстағы һүрәтләү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрөҫ ҡулланыу. Төрлө әҫәрҙәрҙәге эпизодтарҙы эмоциональ биҙәү, геройҙарҙы ҡылыҡтары буйынса һайлап алыу һәм сағыштырыу.

Өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби һәм башха текстар менән эшләү

Әҫәрҙең йөкмәткеһе исеменә тура килеүен күҙәтеү. Өйрәтеү һәм фәнни-популяр текстарҙың үҙенсәлеген билдәләү (мәғлүмәт тапшырыу үҙенсәлеге). Легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар, дин тураһындағы текстарҙың дөйөм үҙенсәлектәренә, айырмалыҡтарына төшөнөү. Төрлө текстарҙы анализлау алымдары менән танышыу; сәбәп-һылтау бәйләнештәрен булдырыу. Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү. Тексты һөйләү алгоритмы, схемаларға таянып һөйләү. Тексты тулы һөйләү. Текст йөкмәткеһенең төп фекерен билдәләп, ҡыҫҡартып һөйләү.

Һөйләү (аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә фекерләү процесын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст, информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡаларға тапшырыу функцияһын үтәйҙәр.

Диалог төҙөү. Диалогтың телмәрҙең бер төрө булыуына төшөнөү. Диалог ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы. Диалогтың (телмәрҙең) үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү; бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү һәм текст буйынса үҙ-ара һорауҙар төҙөү; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр (өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби текстар) буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу. Әҫәр тураһында башҡаларҙың фекерен белеү. Тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау. Һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу, фольклор әҫәрҙәре нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу.

Монолог. Монолог (һөйләү телмәренең бер формаһы) тураһында аңлатма бирелә. Монологик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡара. Һөйләү, информацияны тапшырыу процесы әңгәмәгә ҡарағанда киңерәк, тулыраҡ була.

Тәҡдим ителгән темаға һорау яҙыу формаһында, автор тексына тап килерҙәй, монологик телмәр төҙөү. Текстың төп фекерен һөйләү процесында сағылдырыу. Фәнни-популяр, өйрәтеү, әҙәби текс- тарҙағы үҙенсәлектәргә иғтибар итеп, йөкмәткеһен башҡаларға еткереү. Көндәлек тормоштан сығып, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу процесында, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре менән танышыу барышында тыуған тәьҫораттарың менән хикәйәләү, бәхәс, хөкөмләү, тасуирлау аша уртаҡлашыу. Әйтергә теләгәндәреңде иҫәпкә алып, үҙ аллы план төҙөү. Фекереңде еткереү барышында монологик телмәрҙең үҙенсәлектәренән сығып, телдең тасуирлау сараларын: антонимдар, синонимдар, сағыштырыуҙарҙы ҡулланыу.

Бирелгән һүрәттәр буйынса уҡылған әҫәрҙәргә, айырым сюжет өлөштәрен файҙаланып, телдән инша төҙөү.

Яҙыу. Яҙыу телмәренә эйә булыу - үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы йәки үҙ башыңда тыуған фекерҙәрҙе билдәле маҡсатта һәм ситуацияла тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле һәм матур яҙа белеү.

Яҙыу телмәренең үҙенсәлектәре менән танышыу түбәндәге күнекмәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота: әҫәрҙең атамаһы йөкмәткеһенә тура килеп, яҙыу телмәрендә геройҙарҙың ҡылығын дөрөҫ сағылдырыу, телдең тасуирлау сараларын урынлы ҡулланыу; билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө жанрҙа (хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөм йөрөтөү) бәләкәй иншалар ижад итеү; йөкмәткене өҫтәлмә материал менән байытып яҙыу; бирелгән темаға инша яҙыу; баһалама яҙыу.

Китап уҡыу даирәһе

Башланғыс мәктәп укыусылары үҙләштерә, ҡабул итә алырлыҡ Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре; Х1Х-ХХ быуат классиктарының әҫәрҙәре; сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышыу. Тарихи, мажаралы, фантастик, фәнни-популяр китаптарҙы, белешмә материалдарҙы, энциклопедик әҙәбиәтте, балалар өсөн тәғәйенләнгән матбуғат сығанаҡтарын таныу, айыра белеү. Балаларға тәҡдим ителгән төп темалар түбәндәгеләрҙән тора: төрлө халыҡтарҙың фольклоры, Тыуған ил, тәбиғәт, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр, юмористик хикәйәләр; йәмғиәтте, тормош-көнкүреште; яманлыҡ, яуызлыҡ, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы сағылдырған әҫәрҙәр.

Әҙәби-теоретик белем биреү (практик өйрәтеү)

Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың, эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү. Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

Хикәйәләү - теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү. Һүрәтләү - пейзажды, портретты, интерьерҙы йәки кешенең тышҡы сифаттарын эҙмә- эҙ тасуирлау. Хөкөмләү - уҡыусыларҙың билдәле бер кеше ҡылығы, эше буйынса фекер йөрөтөүен, үҙ фекерен иҫбатлауын, дәлилләүен, һығымта яһауын талап итә торған монологик телмәр (геройҙар монологы һәм диалогы тураһында төшөнсә).

Шиғри һәм проза әҫәрҙәрен таныу, айырыу, шиғри әҫәрҙең үҙенсәлектәрен (ритм, рифма) билдәләү. Фольклор һәм автор ижад иткән әҫәрҙәрҙе танып айыра белеү һәләттәренә эйә булыу.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

Хайуандар тураһындағы, көнкүреш, тылсымлы әкиәттәр менән таныштырыу. Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре (һүҙ байлығы, төҙөлөшө) тураһында дөйөм төшөнсә биреү. Авторы билдәле йәки халыҡ яҙған әкиәттәр менән таныштырыу.

Хикәйә, шиғыр, мәҫәл тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уларҙың төҙөлөшөн, тасуирлау сараларын табыу.

Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлегендә әҙәби әҫәрҙәргә интерпретация биреү. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, сәхнәләштереү; телдән һүрәтләү, текстар өҫтөндә эшләгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу. Хәл- ваҡиғаларҙың тәртибен, эш этабын, башҡарыуҙың эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итеү; инша элементтары менән изложение яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡыған әҫәргә оҡшатып, бирелгән иллюстрациялар буйынса һәм үҙеңдең тәжрибәңә нигеҙләнеп текст ижад итеүгә өлгәшеү.

Уҡытыу һөҙөмтәһендә башланғыс мәктәптә балала артабан белем алырға әҙерлек, кәрәкле әҙәби үҫеш кимәле булдырыуға теләк уянасаҡ. Был түбәндәге күнекмәләрҙе булдырыуҙы күҙаллай:

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;
  • әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;
  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;
  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;
  • үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;
  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.

                                                          Планлаштыр5ан 3242мт8л8р4е ба3алау

            Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә  өйрәтеү менән бергә      матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә  тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә     баһалар     ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

 Уҡыу йылы аҙағына 2-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар.

 Уҡыусы:

  • тексты аңлап , тасуири уҡый;
  • тексты эстән уҡый;
  •   уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй;
  •  Әҫәрҙең исемен, авторын атай;
  •  Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай;
  •  темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡый;
  •  уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй;
  •  Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй;
  • Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй;

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.

        Яттан тасуири у6ыу4ы ба3алау:
"5» -
яттан, тасуири итеп, яр4ам3ы4 94е ятлай.
«4" - тексты
 яттан бел8, тик 39448р4е урындары мен8н алмаштыра, еб8релг8н хаталар4ы 94е т248т8.
"3" - яттан ятлай, тик
у6ы5ан са6та текст тулы3ынса ятланып б2т2лм8г8не к9рен8.

 "2»- у6ы5ан са6та э4м8-э4лелек бо4ола, текст тулы3ынса у6ылмай.
Ши5ыр4ы тасуири у6ыу.
Т
асуири у6ыу5а талаптар:
Логик
ба1ым д2р21 6уйыла 
Пауз
алар к948тел8
У6ыу темпы д2р21 3айлан5ан 

Д2р21 интонация мен8н у6ыу
Хата3ы4 у6ыу
"5" -  
б2т8 талаптар 4а д2р21 9т8лг8н
"4" - 1-2
талап 9т8лм8г8н 
 "3" – 3
талап буйынса хаталар еб8релг8н
 "2» - 3
талаптан да к9бер8к хаталар еб8релг8н
  Ролл8п у6ыу
 
Ролл8п у6ы5анда талаптар:  
1. 
Ва6ытында 94е7де7 39448ре7де у6ый башлау
2.  
Д2р21 интонация 3айлау
3.  
Хата3ы4 у6ыу
4.  Тасуири
итеп у6ыу
"5" -
б2т8 талаптар 4а д2р21 9т8лг8н
"4" - 1
талап буйынса хаталар еб8релг8н
"3" - 2
талап буйынса хаталар еб8релг8н
"2" - 3
талап буйынса хаталар еб8релг8н
32йл89
"5" -
 у6ыл5ан 818р4е7 й2км8тке3ен э4м8-э4лекле итеп, 94 аллы 32йл8й, 3орау4ар5а д2р21 итеп яуап бир8, текстан 3орау5а ярашлы 242кт2 табып у6ып к9р38т8.
"4" - 1-2
хата еб8р8, еб8релг8н хаталар4ы 94е т248т8 
"3" - у
6ытыусыны7 текст буйынса бирг8н 3орау4арына таянып 32йл8й, у6ыл5ан 818р4е7 й2км8тке3ен э4м8-э4лекле итеп 32йл8й алмай, телм8ренд8 хаталар еб8р8.
"2" –
у6ыл5ан 818р4е7 й2км8тке3ен 32йл8й алмай

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр

Грамоталылыҡ

«5»

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.Фактик хаталар юҡ.

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.Эштең һүҙлеге бай.

5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-1,телмәр яғынан 1 кәмселек булырға мөмкин.

1орфографик,  1 пунктуацион йә 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 2,телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.

2орфографик,2пунктуацион йәки 1 орфографик,

3 пунктуацион йәки 4пунктуацион,

2  грамматик хата

“3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4.Эштә йөкмәтке яғынан -4,телмәре яғынан 5 хата булыуы мөмкин.

4 орфографик,4 пунктуацион,

4 грамматик хата

3/5,3/7

“2”

1.Эш теманы асмай.

2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4.Эштең йөкмәткеһендә-8 ,телмәрендә-7-нән күберәк хата ебәрелгән.

7/7,6/8,5/9,8/8  орфографик/пунктуацион,7грамматик хата .

                                               

                                                           Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни   уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

                                     

                        Баһалар

       Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

             I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

                                                                                         

                                                                                           Тематик план

                                                                                             1-се сирек -18 сәғәт

Пландата

Факт

дата

Дәрестең темаһы

Йөкмәткеһе

Планлаштырылған һөҙөмтә

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.

03.09

Белем байрам

А.Игебаев.Вилден йырлағыһы килә

Г.Юнысова. Сентябрь.

С.Муллабаев.Шатлыҡлы иртә.

Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү.Белем алыу- төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү. “Шатлыҡлы иртә” шиғырын ятлау.

Икенсе кластың дәреслеге менән танышыу,   яңы   уҡыу   йылына   пландар ҡабул итеү.   Бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәһе алыу.

2.

05.09

Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа.

Бишек йырҙары.

Йәнлектәрҙен бишек йырҙары.

Бишек йырҙарынын һүҙен ятлау, йырлап өйрәнеү.Яғымлы һүҙҙәр табыу.

Фольклор һәм автор ижад иткән әҫәрҙәрҙе танып айыра белеү һәләттәренә эйә булыу.

3.

10.09

Мөғжизәле бармаҡтар.

Бармаҡтар менән уйындар.

Бармаҡтарҙын атамаларын ятлау.Мөғжизәләр тыуҙырыу.

Үҙеңдең фекереңде, уйыңды

әңгәмәсеңә еткерә алыу;

4.

12.09

Һамаҡтар.

Аҡһаҡ төлкө.Хатаһыҙ уҡыйым.

Ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тергеҙеү нигеҙендә үҙ- аллы эҙләү.

5.

15.09

 К.Т.У .Тел ас5ысы –халы5та.

 С.Сурина “ 5ыштырсы5ты6 бишек йыры”

Ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тергеҙеү нигеҙендә үҙ- аллы эҙләү.

6.

16.09

Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда – йомағым. Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу.

Ғ.Ғүмәр.Шиғри мәсьәләләр.

Г.Юнысова.Төштә һәм өндә.

Етеҙ һәм анлы уҡыу оҫталығын шымартыу.Шыбырлап, эстән уҡыуға күнегеү.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. Б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

7.

23.09

Мәҡәлдәр.

Й.Гәрәй.Йомро юлдар.

Мәҡәлдәрҙен тормошта нисек ҡулланылыуын төшөндөрөү.

8.

25.09

Фәстерәүҙәр.

С.Шәрипов. Хикмәтле хикәйә.

Ябай ғына һорауҙар ярҙамында текст йөкмәткеһенен үҙләштерелеүен тикшереү.Бирелгән һорауҙарға, планға таянып әҫәрҙен йөкмәткеһен һөйләү

Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың, эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү.

9.

30.09

Уйындар.

Һин-әбәк. Мыяулы мырау.

Балаларҙың әле белгән, уйнаған уйындарының тәртибен һөйләтеп ҡарау.Әхләки ҡағиҙәләрҙе өйрәтеү,фәлсәфәүи мәғәнәләренә төшөндөрөү.

10.

02.10

Шаярыуҙар.

 Шаян та5мазалар.

11.

07.10

 К.Т.У.  Барма5 уйындары.

С .Сурина “5ул илен1 с1й1х1т”.

Ябай ғына һорауҙар ярҙамында текст йөкмәткеһенен үҙләштерелеүен тикшереү.

Үҙеңдең фекереңде, уйыңды

әңгәмәсеңә еткерә алыу;

12-13

09.10-14.10

Әкиәттәр донъяһында.

А.Йәғәфәрова. Беҙ әкиәт тынлайбыҙ.Ҡарт менән дейеү.

Әкиәттәрҙе уҡыу,һөйләү, тынлау, нескәлектәре менән танышыу.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. Б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

14.

16.10

Төлкө менән әтәс.

Әкиәт тураһында төшөнсә.

Уҡыу техникаһын камиллаштырыу.Рус халыҡ әкиәттәре менән сағыштырыу. Оҡшаш яҡтарын һүрәтләү.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

15.

21.10

Төлкө менән айыу. Май ҡайҙа?

Әкиәт тураһында төшөнсә.

Әкиәт геройҙарына характеристика биреү.Эстән уҡыу өҫтөндә эшләү.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. Б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

16.

23.10

         К.Т.У  “ 5амыр батыр.”

 Батыр3ар тура4ында  1ки1тт1р.

Әкиәттәге хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө

17 -18

28-30.10

Айыухас менән Айыукәс мәктәптә.М.Ғабдрахманов.

  Хайуандар тура4ында

1ки1тт1р.

Әкиәттәге хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. Б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

        2 сирек (16 с.)

19

6.11

Борсаҡ өҫтөндәге принцесса.Г.Х.Андерсен.

Г.Х.Андерсен ижады  мен1н таныштырыу.

Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, тасури уҡыу.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ. Б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

20

11.11

Тауыш ҡайҙа китә? И.Тимерханов

Әкиәтте башҡа жанр төрҙәренән ғәмәли рәүештә айырырға өйрәнеү.

21

13.11

Д.Талхина Күгәрсен күҙҙәре.

22.

18.11

Ҡарт әсә.

Әсәйҙәр тураһында шиғыр ятларға.

(Үҙеңә табырға.)

Әкиәтте башҡа жанр төрҙәренән ғәмәли рәүештә айырырға өйрәнеү.Әкиәт геройҙарын ыңғай һәм кире образдарға бүлеү.

Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

23.

20.11

Төлкө менән ҡырмыҫҡа.

М.Мөсифуллин.

Изгелекте яуызлыҡтан, хаҡлыҡты ялғандан, ялҡауҙы егәрленән,ихласты ике йөҙлөнән айырырға өйрәтеү.

Үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

24.

25.11

 К.Т .У  5а4арман  батыр.

 Батыр3ар тура4ында 1ки1тт1р.

 Әкиәт геройҙарын ыңғай һәм кире образдарға бүлеү.

Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

25.

27.11

Терпе нинә энәле?А.Ғарифуллина

Геройҙарға характеристика төҙөү.Әкиәткә ярашлы мәҡәлде тикшереү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

26.

2.12

Легендалар.

Етегән йондоҙ. Ай менән Зөһрә.

Әкиәттәр буйынса тест үткәреү.

Әкиәттә ҡулланылған серле һанндар, предметтар тураһында һөйләшеү.

Йөкмәтке буйынса иллюстрация.

Оҡшаған геройына папка төҙөү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

27.

4.12

Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ, беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ.

Р.Хәйри.Ҡурсағым. Туп.

Ҡарлуғас. М.Хисмәтуллина.

Гөлсәсәк менән күбәләк.Р.Ғәббәсова

Турғай. Г.Ғәлиева.

Шиғырҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнеү, өҙөктө ятлау.Шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән танышыу. Яратҡан уйынсыҡтары тураһында мини- хикәйә төҙөү.Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен, ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү.

Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

28

9.12

Дүрт юллыҡтар.

Көҙгө урман. А.Йәғәфәрова.

Көҙгө урман.С.Муллабаев.

Р.Ғарипов.,Н.Сәлимов.,Р.Абуталипова.

Тыуған яҡ. А.Игебаев. Йәй. Д.Талхина

Бирелгән һүҙҙәргә ҡарата рифмалы һүҙҙәр уйлап табыу. Дүрт юллыҡ шиғыр нигеҙендә рифмалы һүҙҙәр уйлап табыу, шул һүҙҙәрҙе ҡулланып уҡытыусы ярҙамында шиғырҙар ижад итеп ҡарау.

“Тыуған яҡ” шиғырын ятлау.А.Игебаев ижады менән таныштырыу.

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү).

29.

11.12

 А.Игебаев

« 7йр1нг1н ул 13ерг1»

  Т.Арслан «Хужа4ын тапманы»

Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу.Тәбиғәт тураһында әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу. М.Кәрим ижадынан балалар күңеленә ятышлы әҫәрен һайлап алыу.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

30.

16.12

 К.Т .У «Тап5ыр 5ы3»

 Тап5ырлы5 тура4ында  1ки1тт1р

Әкиәт геройҙарын ыңғай һәм кире образдарға бүлеү.

31.

18.12

Беҙ тәбиғәт балалары.

Ҡарҙағы яҙыуҙар. Ф.Фәтҡуллина.Урман китабы. Б.Ноғоманов.

Тәбиғәт тураһында әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындаҡы белемдәрен киңәйтеү.

32.

23.12

Ҡунаҡ беснәк. М.Кәрим.

М.Кәрим ижады.

Тәбиғәт тураһында әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындаҡы белемдәрен киңәйтеү.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

33.

25.12

Терпе ҡунаҡ саҡырған.С.Муллабаев.

С.Муллабаев  ижады

Тәбиғәттәге бар тереклеккә иғтибарлы булыу тойғоһон үҫтереү.Кешеләрҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен күҙәтеү,уға баһа биреү.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп,

 эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

34.

30.12

Урмансы малай.А.Игебаев.

А.Игебаев  ижады

Кешеләрҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен күҙәтеү,уға баһа биреү.

    3 сирек (19 с.)

35.

15.01

Хәстәрлекле сәүкә. С.Кәрим.

Тиҙ һәм дөрөҫ уҡы.

Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу.Ролләп уҡыу.Дәресте тәбиғәт дәресе менән бәйләп үткәреү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

36.

20.01

 Ярҙам. С.Кәрим.

Тиҙ һәм дөрөҫ уҡы.

37.

22.01

Һайыҫҡан менән һөйләшеү.Д.Цветич.

Яңы йыл күстәнәсе.

Р.Мөхәмәҙиев.

 

Яңы йыл   тема4ы.

Яңы йылға арнап хыялдар тыуҙырыу, уның тураһында әңгәмә ҡороу.Хис-тойғоларҙы һөйләү күнекмәләре булдырыу. Баларҙың тормошонан мәҙәк хәлдәрҙе анализлау.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ

38.

27.01

 К.Т.У  Р.Ш1мсетдинова

 “А5с1ск1”.

Әкиәт геройҙарын ыңғай һәм кире образдарға бүлеү.

буйынса сағыштырыу.

39.

29.01

Тыңлауһыҙ сана менән саңғы.

Ф.Иҫәнғолов.

Ҡышты һүрәтләү.

Хикәйә буйынса план төҙөү һәм шуның буйынса һөйләү.Этика ҡағиҙәләренә мөнәсәбәт булдырыу.

Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү.

40.

3.02

Уртаҡ ҡояш. Ф.Иҫәнғолов.

Әҫәрҙәге мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлап иҫтә ҡалдырып һөйләргә өйрәтеү.Бәхәс тыуҙырып, бер-береһен кәмһетмәйенсә һөйләшеп ҡарау.

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү).

41.

5.02

Сәнскеле күлдәк.А.Йәғәфәрова.

План төҙөү.

Һүрәткә ярашлы белгән һүҙҙәрҙе файҙаланып сюжет йөкмәткеһен бирергә.

Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү.

42.

10.02

Былар дарыу үләндәре. Уларҙы сирләгәндә дарыу итеп ҡулланалар

Бәпембә. Н.Игеҙйәнова.

Үгәй инә үләне. В.Исхаҡов.

Дарыу үләндәренең дөрөҫ атамаларын яттан белеү, дәфтәргә яҙыу.

Һамаҡтарҙы ятлап, шиғырҙан рифмаларҙы табырғ өйрәтеү.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

43.

12.02

Томбойоҡтар.Т.Ғәниева

Айнурҙың дуҫтары.В.Исхаков.

Тәбиғәт темаһын йомғаҡлау.Балаларҙы кейек-ҡоштарға, үҫемлектәргә, күл-йылғаларға, ер-һыу байлыҡтарына иғтибарлы булырға, уларҙы һаҡларға, баһаһын белергә өйрәтеү.

Шиғри һәм проза әҫәрҙәрен таныу, айырыу, шиғри әҫәрҙең үҙенсәлектәрен (ритм, рифма) билдәләү. Фольклор һәм автор ижад иткән әҫәрҙәрҙе танып айыра белеү һәләттәренә эйә булыу.

44.

17.02

Кешеләр нисек аралаша?

Әҙәп төбө- ғәҙәт.

Үсекләүҙәр. Тазмаза.

Флюрәнең ғәйебе нимәлә?

Ф.Иҫәнғолов.

Зоокласс. Г.Шафиҡова

Таҡмаҡтарҙы аудиояҙманан тыңлау, көйләп йырлап өйрәнеү.

Кеше исемдәренең мәғәнәһе тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырға.Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға.

Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың, эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

45.

19.02

 К.Т.У 

Ҡунаҡ табыны.Ф.Фәтҡуллина.

Әҫәрҙе ролләп уҡырға өйрәнеү.Дәрестә сюжеттар менән  уйнап ҡарау.Матур һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу.

Шиғри һәм проза әҫәрҙәрен таныу, айырыу, шиғри әҫәрҙең үҙенсәлектәрен (ритм, рифма) билдәләү. Фольклор һәм автор ижад иткән әҫәрҙәрҙе танып айыра белеү һәләттәренә эйә булыу.

46.

24.02

Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы?Ф.Иҫәнғолов.

Кем маҡтансыҡ? С.Яҡупов.

Кластан тыш уҡыу.

Хикәйәлә һүҙ нимә тураһында барасағын алдан күҙаллау.Айырым сюжеттарға иғтибар итеү. Геройҙарҙың ыңғай һәм кире яҡтарын асыу.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

47.

26.02

Күркә менән әтәс. Н.Фазлыева

Ҡ.Әлибаев.Дуҫһыҙ кеше…

Йылан менән балыҡ.

Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙыу.Ике әкиәтте сағыштырыу.

Үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

48.

3.03

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

А.Йәғәфәрова.

Үҙ-аллы дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр йыйыу.

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү).

49.

5.03

Ҡәләм кемгә булырға тейеш?

Ф.Иҫәнғолов.

Дәреслектә бирелгән мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға ҡушыу.

Әҫәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

50.

10.03

Дөйә менән ҡошсоҡ. А.Йәғәфәрова.

Ололар һүҙен дәфтәргә яҙыу.

Геройҙарҙың холоҡ-фиғеле хаҡында уйландырыу.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

51.

12.03

Оморҙаҡ бабай. Ж.Кейекбаев.

Батырлыҡ тураһында һөйләшеү ҡороу.

Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү.

52.

17.03

Мин-Батыр. Ф.Фәтҡуллина.

Геройҙарҙың ыңғай яҡтарына баһа биреү.Кире геройҙарҙың хаталарын асыу.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

53.

19.03

Аҡшам батыр ҡобайыры.

Салауат батыр.

Салауат батыр. М.Ғәли.

Туй барғанда түш киреп.

Ҡобайыр тураһында төшөнсә биреү, дөрөҫ уҡырға өйрәтеү.

Шиғырҙы ятларға ҡушыу.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштырыу.

4 сирек (15  с121т)

54.

2.04

К .Т. У.

Рус классиктарының әҫәре.

Рус классиктарының әҫәре.

Батырлыҡ тураһында әҫәр һайлап үҙ телеңдәге менән сағыштырыу.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

55.

7.04

Уҡытыусы ни өсөн шелтәләмәне?

Ф.Иҫәнғолов.

Уйнап алайыҡ әле.Г.Юнысова.

Шәжәрә төҙөү.

Уҡыу тиҙлеген тикшереу, сағыштырыу.

Уҡығанды ҡыҫҡаса һөйләп ҡарау.

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү (телдең тасуирлау сараларын күҙәтеү).

56.

9.04

Айыубикә таң ҡаршылай. Ф.Фатҡуллина.

Айыу.

Сыйырсыҡ йыры. Г.Юнысова.

Ике әҫәрҙе сағыштырып һығымта яҙыу.

Яҙғы күренештәрҙе һүрәтләп һүрәт төшөрөп һөйләү.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

57.

14.09

   

Һөҙөшкөм килә С.Михалков.Рәссам.Г.Юнысова.

Үҙеңдең мөмкинлектәреңде асыҡлап, баһалап үҫтерергә өйрәнеү.

Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамланған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Төп һәм терәк һүҙҙәр менән эшләү.

 58.

16.04

Бүреләр. Ә.Әсәҙуллина.

Борғосо бүре.Г.Юнысова.

Хикәйәне үҙеңдең исемеңдән һөйләргә өйрәтеү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

59.

21.04

Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ.

Сер. Г.Ситдиҡова.

Ярғанат. Г.Яҡупова.

Серҙе һаҡлай белергә, әйткән һүҙеңде тота белергә өйрәтергә. Әсәйҙәргә ихтирам тойғоһон көсәйтеү өҫтөндә эште дауам итергә.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

60.

23.04

Иң матур бөжәк.

Н.Мырҙаҡаева.

Тиҙәйткестәрҙе ятлау.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

61.

28.04

Өфө- беҙҙең баш ҡалабыҙ. Й.Солтанов.

Өфө- баш ҡалам.

Р.Янбулатова.

Өфө тураһында үҙ аллы кескәй хикәйә төҙөргә.

 Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

62.

5.05

Тыуған яҡтарым һәйбәт.

М.Садиҡова.

Бөркөтлө ауылы. М.Кәрим.

Хикәйәгә оҡшатып Сибай ҡалаһы тураһында кескәй инша яҙыу.

Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

63.

12.05

Алмағастар ултыртабыҙ. Ә.Вәхитова.

Тасуири уҡыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

64.

14.05

Әсә рәхмәте.Ә.Ихсан.

Рәхмәттәр биргән рәхәт. Р.Ниғмәтуллин.

Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Бер кем дә, һабанда һүҙҙәрен дөрөҫ уҡырға өйрәтеү.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлелек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу

65.

19.05

Күҙлек. Г.Ситдиҡова.

Ярҙамсыл булыу тураҙында әңгәмә алып барыу.

Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

66.

21.05

Поезда. В.Сухомлинский.

Көтөлмәгән осрашыу.

А.Йәғәфәрова

Әҫәрҙе ролләп уҡырға өйрәнеү.Дәрестә сюжеттар менән  уйнап ҡарау.Матур һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштырыу.

67.

26.05

Бесәнгә барғанда.

В.Исхаҡов.

Тәбиғәт темаһын йомғаҡлау.Балаларҙы кейек-ҡоштарға, үҫемлектәргә, күл-йылғаларғы, ер-һыу байлыҡтарына иғтибарлы булырға, уларҙы һаҡларға, баһаһын белергә өйрәтеү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау.

68

28.05

Урман дауаһы. В.Исхаҡов

Балаларҙы кейек-ҡоштарға, үҫемлектәргә, күл-йылғаларғы, ер-һыу байлыҡтарына иғтибарлы булырға, уларҙы һаҡларға, баһаһын белергә өйрәтеү.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштырыу.

                                                          Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар мен8н т8ьмин ите9 

                                                                                    Уҡыусы өсөн.

Д89л8тшина  М.С., Атнағолова С.В. Ту5ан тел. Дөйөм белем биреү учреждениеларының икенсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 3-с2 баҫма.– Өфө:  Китап, 2010.

Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн.- Өфө:  Китап,  2009.

Уҡытыусы өсөн әҙәбиәт.

- Д89л8тшина  М.С., Атнағолова С.В. Ту5ан тел. Дөйөм белем биреү учреждениеларының икенсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 3-с2 баҫма.– Өфө:  Китап, 2010.

-Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн.- Өфө:  Китап,  2009.

-  Т2п   д2й2м белем бире9  федераль  д89л8т стандарттары -  М.: Просвещение,2011

-Дәүләтшина М.С.Ю, Янышева З.Ф.“Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма Өфө:Китап, 2010

- Һүҙлектәр.

                                                                           Матди -техник ҡулланмалар

 -документкамера

 - принтер;;

 - ноутбук;

 -интерактив таҡта.

-         сканер

*ҙәбиәт исемлеге

-.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

-«Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, гәзиттәре.

-Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2009.

         Интернет-ресурстар

  • Электрон 394лект8р
  • Электрон д8рестлект8р


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родной литературе 3 класс в условиях ФГОС

В программе изложены личностные, предметные, метапредметные результаты, УУД по предмету....

рабочая программа по родному языку 2 класс

Рабочая программа предназначана для 2 класса  по родному языку....

Рабочая программа по родному языку 2 класса

Рабочая программа по родному языку 2 класса...

Рабочая программа по Родной литературе 3 класс

          Бу предмет нэдиэлэ5э устэ   уерэтиллэр, уопсайа уерэх сылыгар 112  чаас буолар. Аа5ыы уруогар Л.В. Захарова, Л.К. Избекова  «Кустук...

Рабочая программа по Родному языку 3 класс

Үөрэх дьылын бүтүүтэ үөрэнээччигэ ирдэбиллэр:·         Тылы састаабынан ырытар (олоҕо + сыһыарыылара);·...