китап
Вложение | Размер |
---|---|
minen_ukytyusym.doc | 26 КБ |
Министерство образования Республики Башкортостан
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
лицей №3 МР Учалинский район РБ
Башҡортостан республикаһы
Учалы районы муниципаль районының 3-сө лицейы
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы.
21-се быуат уҡытыусыһы
Әхмәтйәнов Данир 3-сө класс уҡыусыһы
Учалы районы муниципаль районының 3-сө лицейы
Уҡытыусыһы: Фәсхетдинова Азалия Әхәт ҡыҙы
Учалы 2016 йыл
Беҙҙең 3-сө лицейҙа һоҡланырлыҡ уҡытыусылар бик күп.
Ә бына минең тәүге уҡытыусым Мөнирә Вәзир ҡыҙы иң шәп уҡытыусыларҙың береһелер.
Мөнирә Вәзир ҡыҙы һәр бер уҡыусыға иғтибарлы,яғымлы.Дәресте шул тиклем яҡшы аңлата.Ул киләсәктә беҙҙән һәйбәт кешеләр сыҡһын өсөн тырыша.
Миңә айырыуса Мөнирә Вәзир ҡыҙының йыр дәресе оҡшай.Тауышы моңло уҡытыусымдың ,һәр дәресте йәнле,мауыҡтырғыс итеп үткәрә.Телебеҙҙе,еребеҙҙе яратырға,үҙ илебеҙҙең хужалары булырға һәм ҡыйыу,маҡсатлы булырға өндәй.
Дәрестә башҡортса халыҡ йырҙарын да өйрәнәбеҙ.Һуңынан ата-әсәйҙәр алдында сығыш яһайбыҙ.Ул һәр һаҡыт беҙгә “Ныҡышмалы булығыҙ.Тормошта көслө кеше еңмәй,ә маҡсаты булған кеше генә еңә”,ти.
Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?Кешелекле,белемле,алдынғы ҡарашлы.Минең уҡытыусым заман менән бергә атлай. Ул хәҙерге заман технологияларын өйрәнә, үҙләштерә һәм эшендә ҡуллана.Уҡытыусым үҙ белеме өҫтөндә күп эшләй, шуға ла ҙур уңыштарға өлгәшә. Ә уңыштары- уның уҡыусылары. Мин уҡытыусыма киләсәктә һаулыҡ , бәхет, тырыш уҡыусылар теләйем.
Пчёлы и муха
Интервью с космонавтом Антоном Шкаплеровым
Туманность "Пузырь" в созвездии Кассиопея
Земля на ладонях. Фантастический рассказ
Большое - маленькое