ИНША
Вложение | Размер |
---|---|
konkursnoe_sochinenie.docx | 14.7 КБ |
Мин Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡалҡан ауылында тыуғанмын. Хәҙерге ваҡытта Учалы ҡалаһында йәшәйем.Түҙемһеҙлек менән ауылға ҡайтыр өсөн ял көндәрен көтәм.Унда минең өсөн иң ҡәҙерле кешеләрем – олатайым менән өләсәйем йәшәй.
Мин төрлө санаторий һәм лагерҙарға йөрөргә яратмайым,ләкин рәхәтләнеп үҙемдең ауылымда ял итәм.Миңә ауылымдың һәр юлы, һәр бер һуҡмағы таныш.
Ауыл эргәһенән Яйыҡ йылғаһы аға .Һыуы шундай йомшаҡ,таҙа.Олатайым уның һыуы шифалы ла, ти.Йәй көнө беҙ ҡустыларым менән йылғала ҡаҙ,өйрәк бәпкәләрен йөҙҙөрҙөк.Уларҙы яр буйында, йәшел үләндә көттөк.Апайым менән һыу индек,ҡояшта ҡыҙындыҡ.Ә ҡустым йәшел үләндә тәгәрәп рәхәтләнде.
Йылға төрлө балыҡтарға бай : суртан,алабуға,сабаҡ шамбы һәм башҡалар.Ауыл малайҙары йылғаға балыҡ ҡармаҡларға йөрөйҙәр.
Йылғаның һул яҡ ярында ҡуйы урман башлана.Унда ҡайын,уҫаҡ,муйыл,ерек,балан ағастары үҫә.Беҙ өләсәйем менән муйыл һәм балан йыйҙыҡ,ә олатайым ҡустым менән ҡайынлыҡта бәшмәк йыйҙы.
Олатайымдың ат егеп беҙҙе урманға алып барыуы бигерәк оҡшай.Унда мин еләк ашаным,олатайым мәтрүшкә йыйҙы,ә өләсәйем самауыр ҡайнатты.Күмәкләшеп сәй эстек.
Ауылымдан йыраҡ түгел Ҡалҡан күле ялтырап ята.Учалы районының иң ҙур,матур күле. Күлдә йәй буйы тормош ҡайнай. Йыраҡтан балаларҙың шат тауыштары ишетелә.Ләкин ошо матурлыҡты һаҡлай ғына белмәйбеҙ.Күл буйында ятып ҡалған шешә һәм кәнсир ҡалайҙары бик күп.Беҙ олатайым менән уларҙы йыябыҙ ҙа соҡорға ташлайбыҙ.Өләсәйем беҙгә сүп-сар ҡалдырырға ярамай, ти.
Ауылымда эшһөйәр,егәрле халыҡ йәшәй.Улар эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмай.Күпләп мал аҫырай,ҡош-ҡорт үрсетә,баҡса үҫтерә.Ауылда йорттар төҙөк,өй алдары сәскәгә күмелгән.Ауыл халҡы урам буйҙарын,эргәлә ағып ятҡан Яйыҡ йылғаһы ярҙарын таҙа тота.Киләсәктә ауылым тағы ла ҙурайһын,матурайһын.Халыҡҡа эш асылһын.
Ҡайҙа ғына уҡырға барһам да,үҙемдең ауылымды мин онотмаясаҡмын.
Ҡалҡан Башҡортостаныбыҙҙың бәләкәй генә бер өлөшө. Ә минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле төйәк.Тыуған ерҙең туҙаны ла яҡын.
Свинья под дубом
Лупленый бочок
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
Именинный пирог
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?