Минең олатайым-ветеран.
Вложение | Размер |
---|---|
insha_minen_olatayym.doc | 763.5 КБ |
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
1.Инеш 2-се бит
1.1.Маҡсат һәм бурыстар.
1.2.Инеш һүҙ.
2.Таңһылыу Миросова “Олатайым миҙалдары” з-сө бит
3.Олатайым һуғышҡа тиклем. 4-се бит
4.Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында. 5-се бит
5.Олатайым һуғыштан һуң. 6-сы бит
6. «Олатайым миҙалдары»йыр. 7-се бит
7.Һығымта. 8-се бит
8.Ҡулланылған әҙәбиәт. 9-сы бит
9.Фотолар. 10-сы бит
“Атай-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел,был хатта бик мөһим һәм мотлаҡ.» А.С.Пушкин.
1.Инеш
1.1.Маҡсат һәм бурыстар:
1.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып,бөйөк еңеүгә ҙур өлөш индергән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланыу,уларҙы онотмау.
2.Олатайымдың тормош юлын өйрәнеү һәм уның Бөйөк Ватан һуғышында үткән юлдары тураһында мәғлүмәт туплау.
3.Олатайыма арнап ғаилә альбомы төҙөү.
1.2.Инеш һүҙ.
Мин,Байғарина Рушана, үҙемдең «Минең олатайым –ветеран» исемле ғилми-эҙләнеү эшендә олатайым тураһында һөйләмәксемен..Мин олатайымдың үҙен иҫән саҡта күрмәһәм дә,уның тыуған илен һаҡлап һуғышта булыуы тураһында ишетеп беләм.Олатайым минең өсөн ысын герой.Ә геройҙарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
2
6.Һығымта:
Мин үҙемдең ғилми –эҙләнеү эшемдә оло олатайым,йәғни олатайымдың атаһы,Мирасов Фәтих Фөтөх улы тураһында һөйләнем.Уның тормош юлы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында күп нимәне белеп еткермәйем әле..Яйлап олатайым тураһында ҡыҙыҡһыныуымды,эҙләнеүемде дауам итәсәкмен..Мин олатайым тураһында башҡа туғандарым да белһен өсөн ,уға арнап ғаилә альбомы эшләргә хыялланам.
8
Муниципаль район Учалы районының Бөйөк Ватан һуғышына арналған ғилми-эҙләнеү конференцияһы.
МИНЕҢ ОЛАТАЙЫМ-ВЕТЕРАН.
Учалы ҡалаһы МБДБУ 3-сө лицейының
2-се класс уҡыусыһы
Байғарина Рушананың ғилми-эҙләнеү эше.
Ғилми етәксеһе:Фәсхетдинова Азалия Әхәт ҡыҙы.
Учалы-2015 йыл,23 апрель.
2.Олатайым миҙалдары.
“Еңеү көнө етер булһа
Хөрмәт менән ҡәҙерләп
Олатайҙың миҙалдарын
Ҡуя һалам әҙерләп
Был ордендар һәм миҙалдар
Күктән төшмәгән уға
Яуҙа ҡан түгеп алған
Бик тә ҡәҙерле шуға.
Т.Мирасова
3
3. Олатайым һуғышка тиклем.
1941 йылдың 22 июнендә немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм итә.Һуғыш башланыу менән ир-егеттәр фронтҡа китә.Минең тыуған ауылым Абҙаҡтан да яуға бик күп ир-егеттәр алына ..Бәләкәй генә ауылдан 177 кеше илен һаҡларға китә. Шуларҙың 98 әйләнеп ҡайта алмай ,яу яланында ятып ҡала.
Минең олатайым , йәғни олатайымдың атаһы Мирасов Фәтих Фөтөх улы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Ул 1924 йылда Учалы районы Абҙаҡ ауылында тыуа. Олатайым да минең кеүек бәләкәй була.Ауылда мәктәптә уҡый,күрше малайҙары менән уйнап үҫә.Эшкә лә бик иртә өйрәнә .Тальян гармунда оҫта уйнай. Тырыш ,аҡыллы , киң күңелле ,,йор һүҙле, заманына күрә белемгә ынтылыусан, алдынғы ҡарашлы егет булып үҫә..Һуғышҡа тиклем ликбез (ликвидация безграмотности) уҡытыусыһы була. Ауыл йәштәрен уҡырға,яҙырға өйрәтә.Ауыл халҡы менән ауыл клубында концерттар,спектаклдәр ойоштора.
4
4.Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында.
1942 йылда фронтҡа юллана.Курск дуғаһындағы ҡаты һуғыштарҙа һәм Гомель эргәһендәге алышта ҡатнашаКурск дуғаһында һуғыш 50 көн дауам итә .1943 йылдың 5июленән 23 авгусына тиклем бара. Ул тарихта иң ҙур алыш: унда 2 миллион кеше ,6 мең танк ,4 мең самолет ҡатнаша.Шунда Прохоровка ауылы эргәһендәге һуғышта ауыр яралана,госпиталдә дауалана. . Артабан һуғышырға яраҡһыҙ булғас, уны ауылына ҡайтаралар.Олатайымдың хәле бик шәптән булмай.Шуға күрә уны ауылына тиклем шәфҡәт туташы оҙатып килә.Уны һуғыштан ата- әсәһе һәм 3 һеңлеһе ҡаршы ала.
Яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн олатайым бик күп орден-миҙалдар менән наградлана.Уларҙың араһында Батырлыҡ өсөн һәм Ватан өсөн тигән ордендары уның өсөн иң ҡәҙерлеһе булған.
Үҙе иҫән саҡта бер нисә полктошы менән бәшләнеш тота. Йәй көн бер нисә тапҡыр алыҫ Белоруссиянан фронтташ дуҫы Николй Мирошенко ҡунаҡҡа килә. Олатайым да өләсәйем менән Гомель ҡалаһына барып ҡайталар , хат алышалар.
5
5. Олатайым һуғыштан һуң.
Олатайымдың тубығында ғүмере буйына снаряд ярсығы йөрөй.Аяғы бик ныҡ һыҙлай торған булған, шуға ла ғүмер буйы аҡһап йөрөгән.Ул икенсе группа инвалиды була.Шулай булыуға ҡарамаҫтан ,ғүмер буйына һатыусы булып эшләй. 5 бала үҫтерә,ейәндәрен дә күрә.Балаларына яҡшы тәрбиә бирә.Олатайым хәҙер арабыҙҙа юҡ инде .1999 йылда 75 йәшендә вафат була.
Олатайым йыш ҡына: “ Беҙ күргәнде балалар күрмәһен, донъялар тыныс булһын”, -тип ҡабатларға яратҡан.Өфө лә сыҡҡан « Һуғыш хәтирәләре” тигән китапҡа олатайымдың да фотоһы ингән.
Олатайым тураһында яҡты иҫтәлектәр күңелебеҙҙә мәңге ҡаласаҡ.
6
ОЛАТАЙЫМ МИҘАЛДАРЫ.
Олатайым миҙалдары
Сың—сың-сың сыңлайҙар
Мин тыңлайым шул сыңдарҙы
Һеңлем дә сыңды тыңлай
Сың—сың-сыңлайҙар
Беҙ еңдек тип йырлайҙар
7.Ҡулланылған әҙәбиәт:
1..Ә.Зарипов «Эй Яйыҡ йорт,Яйыҡ йорт»,ӨфӨ 1998 йыл,
2.”Яйыҡ” гәзите,1992 йыл апрель
3.«Өләсәйем Таңһылыу Мирасова һөйләгәндәрҙән”,апрель,2015й. 4.“История России” Мәскәү 2011 й.
5.”Һуғыш хәтирәләре” Өфө 1990йыл.
8
Мирасов Фәтих Фөтөх улы.
.
Мәскәү, 1971 йыл.
Олатайым туғандары менән.
Ауылдаштар-ветерандар.
Иң ҡәҙерле орден.
Эта весёлая планета
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
Весенняя гроза
Весенние чудеса
Зимняя сказка