Белем байрамына сценарий
план-конспект занятия (9 класс)
Сценарий праздника День Знаний в МБОУ ООШ д.Курама МР Учалинский район РБ
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
belem_bayramy_2024.doc | 67 КБ |
Предварительный просмотр:
Белем байрамы
Төҙөнө: Лоҡманова Дилара Әмзәт ҡыҙы
2024 йыл
Алып барыусы: Йыйылғандар оло, кесе
Бөгөн – Белем байрамы.
Күңелдә ғилем тупланћа,
Күренер тормош йәме.
Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм ҡунактар! Һеҙҙе белем байрамы менән ҡотлайбыз!
ИҒТИБАР, МӘКТӘП!
Беренсе класс уҡыусыларын тантаналы линейкаға илтеү хоҡуғы сығарылыш класс уҡыусыларына йөкмәтелә! Ҡаршы алығыҙ!
Сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың класс етәкселәре Лоҡманова Дилара Әмзәт ҡыҙы.
Беренселәр һәм уларҙың класс етәкселәре Мәсәлимова Рәсимә Ярулла ҡыҙы.
Алып барыусы: Хөрмәтле уҡыусылар! Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Ошо минутта меңәрләгән бала беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да һеҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа. Уҙған уҡыу йылында беҙҙең мәктәпте 7 егет ћәм ҡыҙ тамамлағайны. Бөгөн уларға алмашҡа 1 синыфҡа 3 баланы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ.
1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ!
(Гимн уйнатыла, Флаг сыға)
Алып барыусы: Ә хәҙер ћүҙ мәктәп директоры Ибраһимова Гөлли Мирза ҡыҙына бирелә.
Алып барыусы: Ҡотлау өсөн ћүҙ Учалы районы белем биреү үҙәге етәксеһенең урынбаҫары Зарипова Римма Айрат ҡыҙына бирелә.
#1210;үҙҙе Учалы район советы депутаты Кадыров Мозафар Харис улына бирелә.
Алтынай: Һауа ћалҡыная бара,
Аяҡ баҫабыҙ көҙгә.
Япраҡтар ҙа ћары төҫтә,
Салына инде күҙгә.
Хушлаштыҡ йәмле йәй менән
Үтте лә каникулдар,
Бөгөн байрам – Белем көнө
Мәктәпкә илтә юлдар.
Самира: Гөжләгәндәй бал ҡорттары,
Гөр килә мәктәп алды.
Шат тауыштар: кемдәр, ҡайҙа,
Нисек үткәргән ялды?
Ҡыңғырау ҙа ћағынғандыр,
Моң ћарылған теленә,
Парта артына саҡыра,
Әйҙәп белем иленә.
Алсын: Эй мәктәбем, ишектәрең асып,
Ҡосағыңа мине алаћың,
Белем осҡондарын күңелемә
Дөрләр ялҡын итеп ћалаћың.
Тоҡандырып кескәй йөрәктәрҙә
Тыуған илгә, ергә мөхәббәт,
Аңлатаћың беҙгә: башҡорт халҡым
Ниндәй ғорур, ниндәй мөћабәт.
Назира: Эй, мәктәбем, белем усағыңдан
Сәсән йомғаҡтарын ћүрәмен.
Һинең ярҙамыңда киләсәктең
Алтын ћуҡмаҡтарын күрәмен.
Алып барыусы: Ә хәҙер Һүҙҙе ћеҙгә бирәбеҙ, беренселәр.
(1 класс уҡыусыларының сығышы )
Алып барыусы: Һүҙҙе мәктәбебеҙҙең тәрбиә эше буйынса директор кәңәшсеһе (Советник директора) Баязитова Дина Ураловнаға бирәбеҙ.
(Дина Ураловна һөйләй)
Алик: Бөгөн башлап баҫаћың ћин
Оло белем юлына.
Сәфәр донъяћына асҡыс, -
Әлифба ал ҡулыңа.
Азамат: Әлифбағыҙ – алтын асҡыс.
Уны ихлас уҡығыҙ.
Белем менән ҡоралланып,
Ҡитғаларҙы байҡағыҙ.
Эмиль: Хөрмәтле 1 класс уҡыусылары! Һеҙгә белем юлына
әйҙәүсе тәүге китап – Әлифба бүләк итәбеҙ. Уны
ҡәҙерләп уҡығыҙ, ћаҡлағыҙ.
(Әлифба тапшырыла)
Алып барыусы: Ветеран уҡытыусылар исеменән ћүҙҙе бөтә ғүмерен балаларға төплө белем ћәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Мостафина Фая Әмин ҡыҙына бирәбеҙ.
(Фая Әмин ҡыҙы һөйләй)
Самира_: 1 сентябрь уҡыусыларға ғына түгел,
уҡытыусылар өсөн дә ҙур байрам. Уҡытыусыћыҙ
мәктәпте күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Бөгөн тантаналы мәлдә уҡытыусылар алдында
баш эйәбеҙ.
Алтынай_: Мәктәп тупһаһын атлап кереү менән ,беҙҙе
кулыбыҙҙан тотоп, Белем иленә етәкләп барыусы
изге йәнле, керһеҙ күңелле Укытыусылар! Һеҙ безгә
йөрәк йылығыҙҙы биреп, күңелегеҙҙәге бар
яҡшылыкты бүләк итеп, яҙмышыбыҙ өсөн
борсолоп, тормыш юлына оҙатып ҡалаһығыҙ!
Динис_: Кәҙерле уҡытыусыларыбыҙ!
һеҙҙе бөгөнгө белем байрамы менән ысын
күңелдән ҡотлайбыз!
һезгә кояштай оҙон ғүмер
Коростай ныклы һаулыҡ,
Ауыр эшегеҙҙә ҙурҙан –ҙур уңыштарға
ирешеүегеҙҙне теләп ҡалабыҙ!
Нурислам: Хеҙмәтегеҙ емеше күренеп тормай,
Һәм ҡалмай ул ерҙә юғалып,
Ил яҙмышын, илдең киләсәген
Һеҙгә биргән халыҡ ышанып.
Алсын: Хөрмәтле уҡытыусылар, йәй буйына баҡсаларҙа
ҡәҙерләп үҫтергән сәскәләр ћеҙгә байрам бүләге
булћын!
«Уҡытыусыма» йыры.
Назира: Әй, мәктәбем, хәйерле юл теләп,
Белем ишектәрен астың һин.
Юлыбыҙҙы гүзәл итәр өсөн
Якты маяк булып балкыйһың.
Эмиль: Кеше ғүмере мәктәп юлы аша,
Моңло бер йыр кеүек һуҙыла
Белем һукмактарын яра-яра
Киләсәккә юлы һыҙыла
Йыр «Моңло мәктәбем»
Алып барыусы: Ә хәҙер байрамға ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ. Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуҡы 9 синыф уҡыусылары, уҡыу алдынғылары Мостафина Самираға ћәм һәм Кәйүпова Алтынайға бирелә.
( Ҡыңғырау шылтыраталар)
Саҡыра, тағын саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөнән – Белем көнөнән
Уҡыу йылын башларға.
Алып барыусы: Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Барығыҙҙы ла уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ.
Уҡыу йылы ћеҙгә ћәрсаҡ
Бары уңыш килтерћен.
Диктанттар «5» кә яҙылћын,
Мәсьәләләр сиселћен.
Мәктәптә күңелле булћын
Илћам ћәм шөћрәт килћен.
Белем байрамына арналған тантаналы линейкабыҙ бының менән генә тамамланмай әле, һуңғы, һөнөнөслө яңылыҡты еткереү өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Гөлли Мирза ҡыҙына бирәйек. Рәхим итегеҙ!
(Гөлли Мирза ҡыҙы һөйләй)
Алып барыусы: Ҡәҙерле ҡунаҡтар, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бына барыбыҙ ҙа оҙаҡ көткән көн килеп етте. Бөгөн беҙҙең мәктәптә шатлыҡлы ваҡиға – «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге белем Биреү Үҙәген – ҮҪЕШ НӨКТӘҺЕН асыу.
«Үҫеш Нөктәһе» белем Биреү Үҙәге Ярҙамында , балалар ғына түгел, ата-әсәләребеҙ ҙә, уҡытыусылар үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр асып, һәр яҡлап үҫешә аласаҡ. Яңы Үҙәктең барлыҡҡа килеүе-беҙҙең мәктәп коллективы ағзалары өсөн мөһим ваҡиға.
Алик: Ер йөҙөнә беҙ тыуғанбыҙ,
Уҡырға һәм эшләргә.
Үҙеңде танып- белергә,
Донъяны өйрәнергә.
Алтынай: Өлгәшер өсөн тормошта
Хыялдарға, маҡсатҡа
Фән тауҙарын яулар кәрәк
Ынтылыр кәрәк алға!
Ә хәҙер тулҡынландырғыс мәл килеп етте. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге билдәһен асыу хоҡуғы сығарылыш класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Таһирова Нәзирәгә бирелә.
(Нәзирә Үҫеш нөктәһе билдәһен аса)
Хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙ һеҙгә ошондай мөһим ваҡиғаның шатлығын уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Беҙҙең байрам линейкаһы тамамлана. Балаларҙы белем дәрестәренә саҡырабыҙ, ә ҡунаҡтар һәм ата-әсәләрҙе яңы «Үҫеш Нөктәһе» үҙәгенә экскурсияға саҡырабыҙ.
(Мәктәп эсенә үтеп, 2 – се этажға күтәреләбеҙ)
Алып барыусы: Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғын (килгән ҡунаҡтарға)_Зарипова Римма Айратовна һәм Кадыров Мозафар Харисовичка бирелә.
Хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙ һеҙгә ошондай мөһим ваҡиғаның шатлығын уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уҡытыусыларыбыҙға һәм уҡыусыларыбыҙға ижади еңеүҙәр, ә яңы Үҙәктең сәскә атыуын теләйбеҙ!
(«Үҫеш Нөктәһе» үҙәгенә экскурсияға )
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий мероприятия по наркомании «Белая смерть»
Цели: ознакомить учащихся с наркоманий как с антисоциальным и вредным для здоровья явлением; заострить внимание на опасных последствиях первого употребления наркотических веществ; дать рекомендации по...
Сценарий "Белые ночи" (по повести Ф.М. Достоевского "Белые ночи")
Сценарий "Белые ночи" по повести Ф.М. Достоевского....
„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.
Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....
8-се март байрамына арналған сценарий
8-се март байрамына арналған сценарий...
“Белем һәм тәрбия – белем ачкычы” шигырь сөйләүчеләр бәйгесенә сценарий
сценарий к празднику...
Еңеү байрамына сценарий
Еңеү байрамына сценарий...
САГААЛГАН – ПРАЗДНИК БЕЛОГО МЕСЯЦА (сценарий классного мероприятия)
САГААЛГАН – ПРАЗДНИК БЕЛОГО МЕСЯЦА (сценарий классного мероприятия) ...