Еңеү байрамына сценарий
материал
Предварительный просмотр:
Бөйөк Еңеүгә-77 йыл
“ Еңеү яҙы килә тыуған илгә”
Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;
һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү;
балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек
тойғолары тәрбиәләү;
Йыһазландырыу:«Бөйөк Еңеүгә-77 йыл», «1941-1945»тигән
яҙыуҙар,Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап
сығарылған гәзиттәр,стендтар ҡуйыла,
сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә.
Кисә барышы
1-cе алып барыусы.Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле хеҙмәт ветерандары, атайҙар, олатайҙар,
Ағайҙар!...
2-се алып барыусы.Һаумыһығыҙ, апайҙар,әсәйҙәр- өләсәйҙәр бөгөнгө көндөң
бәхетле йәштәре,уҡыусылар !
1-cе алып барыусы .Һеҙҙең барығыҙҙы ла тантаналы байрам –Бөйөк Еңеүҙең
77 йыллығы менән ҡотлайбыҙ!
2-се алып барыусы. Оҙон ғүмер ,тыныс көндәр насип булһын
барығыҙға ла!
1-cе алып барыусы.
Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған !
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.
Тыуған ил хаҡына, тыуған ер хаҡына
Ауылдаштар башын һалдылар.
Беҙҙең ғүмер өсөн улар
Мәңгегә сит илдә ҡалдылар!
2-се алып барыусы.Хөрмәтле тыл ветерандары!Бөгөн беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа тағы
ла бер тапҡыр һоҡланыр өсөн ,һеҙгә дан һәм мәҙхиә
йырлар өсөн ,һеҙҙең түҙемлегегеҙ ,сабырлығығыҙ
алдында баш эйәбеҙ.
1-cе алып барыусы.Бөгөн яуҙа ятып ҡалған,
дошманды тар-мар итеп иҫән-һау әйләнеп ҡайтып,ауылыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәп,баҡыйлыҡҡа күскән хөрмәтле ветерандар хөрмәтенә ,тылда ас-яланғас килеш ҡар
һыуҙарын йырған ,ел-бурандар аҫтында барлыҡ
сәләмәтлектәрен ,ғүмерҙәрен биргән ҡатын-ҡыҙҙар һәм
шул осор үҫмерҙәре алдында хөрмәт менән баш
эйәбеҙ.
2-се алып барыусы.Был еңеү ҙур ҡорбандар аша
яуланды һәм бына 77 йыл инде илебеҙ халҡы тыныс
тормошта йәшәй. 4 йыл дауам иткән һуғышта халҡыбыҙ
күрһәткән батырлыҡтар һәм кисергән ҙур ғазаптар 77 йыл
буйына ла ,100 йылдан һуң да оноторлоҡ
түгел. Ҡаһармандар даны мәңгелек! Халыҡ күңелендә лә
улар мәңге һаҡланыр!
Байрам менән ҡотлау өсөн һүҙҙе Район хакимиәте вәкиле И.М.Мәхмүтовҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!
1-се бала. Еңеү Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бөгөн илемде
Йөрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар доңъяның баҫып киңлеген.
(Ф.Бикбаев)
2-себала. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә ,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
(М.Кәрим)
1-се бала.1941йылдың22июне ...Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы
алып килде.
Йәшен булып осто был хәбәр :
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл,ҡала ...түгелә ҡан.
Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын,шахта ,тау-ерен...
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
(Х.Кәрим)
(Фонограмма.Һуғыш башланыуы хәбәр ителә.)
(“Изге һуғыш” (В.Лебедев-Кумач һүҙҙәре,А.В. Александров көйө) йыры яңғырай.)
1-cе алып барыусы. Һуғыш!!! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге
уңалмаҫ ер яраһы,күңел яраһы,ватылған-емерелгән
яҙмыш,өҙөлгән ғүмер,яралы мөхәббәт,йәтимлек...
2-се алып барыусы. Һуғыш!!!Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән
йөрәктәр ҡыҫыла,меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше
күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк
өҙгөс ауазы телеп үткәндәй...
(“Һалдаттар “йыры яңғырай (Р.Әхмәтйәнов
һүҙҙәре,Ф.Әхмәҙиев көйө))
1-cе алып барыусы. Ҡыҙыл Армия һалдаттары1418 көн һәм төн бығаса
тарихта тиңе булмаған батырлыҡтар күрһәтте.Яуызлығы
һәм яһиллығы бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаған аяуһыҙ
дошманды тар-мар иткәндә бик күптәрҙең исеме
легендаға әүерелде,улар бөгөн дә киләсәк быуын өсөн
һоҡланғыс өлгө булып йәшәүҙәрен дауам итәләр.
2-се алып барыусы.
Беҙ ҡайтырбыҙ ,тиеп киткән юлдан
Китһәләр ҙә ,улар ҡайтманы.
Улар өсөн бары елдәр генә
Асып-ябып йөрөй ҡапҡаны.
1-cе алып барыусы. “Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ әле”,-тип китһәләр ҙә
күпме яҡташтарыбыҙ сит тупраҡта ятып ҡалдылар.Ә
күпме әсәләр- улһыҙ, балалар – атайһыҙ,ҡыҙҙар-һөйгән
йәрһеҙ,ҡатындар-ирһеҙ ҡалдылар.
2-се алып барыусы.Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған
батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Улар беҙҙең
менән,беҙҙең арала.
Һүҙ Нәби мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Тләүбаев Рөстәм Сафый улына бирелә.
1-се бала. Илдә иҫән ҡалған батыр улың,
Йәшәй халҡы менән ул бергә.
Тыныс тормош өсөн тырыша ул,
Йырлап иген игә ул ерҙә.
1-cе алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар,ветерандар!
Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ,сабыйҙарыбыҙҙың тыныс
йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән
яҡташтарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ!
(Бер минут тынлыҡ.)
Барыһы ла аяғүрә баҫа.Бер минутлыҡ тынлыҡ,тик сәғәт
һуғыуы ғына ишетелә.
2-се алып барыусы.Рәхмәт.“Йылдар аша баш эйәбеҙ”йыры
яңғырай.(Ф.Чанышева һүңҙҙәре ,С.Садыҡова көйө.)
1-се бала Һуғыш бөтөп,илгә еңеү килде,
Күп атайҙар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
2-се бала. Ҡайтыр тигән өмөт менән ҡалды
Яҡындары,тыуған яҡтары.
Ә беҙгә тик иҫтәлеккә ҡалды.
Өсмөйөшлө атай хаттары.
1-cе алып барыусы.
Хаттар...Хаттар...Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы
улар,төрлө хәбәр-хәтер килтереүсе лә.Ә бит хат образы
ҡанлы һуғыш йылдары менән ныҡ бәйле. Сөнки
фронттағылары менән тылдағыларҙың хәлдәрен бер-
береһенә еткереүсе – шул уҡ өскөл хаттар.Әлеге көнгә
тиклем һаҡланған һалдат хаттарының һәр береһендә
фашизмға,Гитлергә ҡаршы нәфрәт тойғоһо сағыла.
(Һуғыш яланынан яҙылған хат.Хат уҡыу)
2-се алып барыусы.Рәхмәт.Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ,
хеҙмәт Ветерандары!!!Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын
йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ,ныҡлы һаулыҡ,үҙегеҙгә һәм
ғаилә ағзаларығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Еңеүҙең77-се
яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып
килһен.Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға
йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!
1-cе алып барыусы.Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм
тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!Һеҙҙең өсөн
хөрмәтле ҡунаҡтар,йыр яңғырай “Еңеү көнө”.
Музыка аҫтында композицияла ҡатнашыусы уҡыусылар
ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.
Байрам тантанаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"
интересный тематический сценарий последнего звонка....
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"
Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....
„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.
Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....
8-се март байрамына арналған сценарий
8-се март байрамына арналған сценарий...
Белем байрамына сценарий
Сценарий праздника День Знаний в МБОУ ООШ д.Курама МР Учалинский район РБ...