Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләте составына ҡушылыуына 450 йыл
классный час

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләте составына ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сара

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 450_yyllyk.docx20.75 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләте составына ҡушылыуына 450 йыл

(сценарий авторы Хисамутдинова А.З.)

Маҡсат: уҡыусыларға тема буйынса белем биреү, уларҙа халыҡтар дуҫлығы хисе, тыуған илгә, тарихҡа һөйөү тойғоһо, ихтирам тәрбиәләү (илен, төйәген ҡәҙерләүсе, уның киләсәген ҡайғыртыусы, аңлы-белемле, илен-ерен, халҡын яҡларҙай яңы йәш быуынды тәрбиәләү).

Йыһазлау: күренекле шәхестәрҙең, яҙыусыларҙың әйткән һүҙҙәре, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, газета-журналдарҙа сыҡҡан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, синыф сәғәте темаһының эмблемаһы һ.б.

Синыф сәғәте барышы:

  1. ойоштороу мәле. уҡыусыларҙы синыф сәғәте темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
  2. төп өлөш. Алдан әҙерләнгән уҡыусылар яттан шиғыр һөйләйҙәр.

1-се уҡыусы:

Фамилияң тарихы

  • Ниндәй шишмә һыуын эстең,

Ҡайҙарҙа үҫтең? – тиҙәр,-

Кем атлы булаһың һуң һин,

Фамилияң һөйләй ниҙәр?

  • Әйле ҡәбиләһе, Күҙәй ырыуынан мин,

Ҡариҙел һыуын эстем,

Һары һандуғастар тыңлап,

Бик батыр булып үҫтем.

Ҡошом ҡарсыға, ә ағасым

Булыр имән.

Яратҡан тауым Терпетау,

Ауылым – Яңы Күлем.

2-се уҡыусы:

Арыҫланов фамилиям,

Батырҙар тоҡомонан,

Минең ҡарт ҡартатайым

Мәргән һунарсы булған.

Буранғолова өлсәйем,

Атаһы ҡышын тыуған,

Буран ыжғырып торғанда

Исем биргәндәр Буран.

Эталмаҫовтар бер яҡта,

Ҡунаҡбаевтар күршем.

3-сө уҡыусы:

“Күрше хаҡы – тәңре хаҡы”,

Улар  - иң яҡшы кешем.

Борон-борондан билдәле,

Башҡорт ҡунаҡсыл булған,

Күршем бик бай булмаһа ла,

Һәр кемгә табын ҡорған.

Ҡартатайы ҡунаҡсыл булғас,

Ҡунаҡбаевтар улар,

Күршеләрем һәр саҡ алсаҡ –

Кил дә атыңды туғар!

Икенсе ут күршем булып

Эталмаҫовтар тора.

Фамилияһы ниңә шулай?

Уны үҙенән һора.

  • Олатайымдың атаһы

Борон ҡайғыға төшкән,

Биш балаһы бер-бер артлы

Ауырып үлеп бөткән.

4-се уҡыусы:

Алтынсыға малай тыуғас,

Этаяҡҡа һалғандар,

Тәҙрә аша балаларын

Малға һатып алғандар.

  • Үлем түгел, эт тә алмаҫ,

Оҙон ғүмерле булһын,

Баһадир затлы булһын!

Абдулла ағай Эталмаҫов

Һөйләне бына шуны,

  • Ауылыбыҙҙа бит хәҙер

Эталмаҫовтар тулы.

Фамилияң тарихына

Һин дә күҙең һал әле,

Ниңә шулай атағандар?

Һораш, белеп ҡал әле!

(Ф. Ғөбәйҙуллинаның шиғырын уҡыусылар бер ни ҡәҙәр үҙгәртелгән вариантта һөйләнеләр).

Уҡытыусы: эйе, тарихыбыҙҙың үткәнен белеү – йәш быуындың

төп маҡсаты, сөнки йәштәр – киләсәкте дауам итеүсе шәхестәр.

Тарих... Нимә һуң ул? Тарих – ул быуын ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Ә үткәнебеҙҙе белмәй тороп, ҡайҙалыр алға ынтылыуҙың кәрәге лә юҡтыр ул.

Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, үткәндәргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Р. Ғарипов әйткәнсә, бөгөнгөһөн уйлайыҡ, иртәгәһен буйлайыҡ, иртәгәһе – ишәккә, тип, ҡулды һелтәп ҡуймайыҡ. (Р.Ғарипов “Уйҙарым” ҡобайыры).

Һәр халыҡ үҙенең тарихи үҫешендә һынылышлы һәм хәл иткес этаптар кисерә. Башҡортостандың 16 быуат уртаһында Рус дәүләтенә ҡушылыуы башҡорт халҡының тарихында ана шундай этаптарҙың береһе булды. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу тарихын өйрәнгәндә, иң мөһим сығанаҡтар булып башҡорт шәжәрәләре тора.

Шәжәрәләр – башҡорт халҡының тарихы буйынса бик әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙән торған күптәнге башҡорт ҡулъяҙмалары.

Һорау: уҡыусылар, шәжәрәләр тураһында һеҙ ниҙәр беләһегеҙ?

Уҡыусылар сығышы: башҡорт шәжәрәләре – бөтәһенән дә элек ырыу-ҡәбилә бейҙәрҙең генеалогияһы. Һәр башҡорт ҡәбиләһе, ҡағиҙә рәүешендә, үҙенең нәҫел-нәсәп “ағасын” төҙөгән, ҡайһы саҡта ул ысынлап та ағас төҫөндә һынландырылған. Ағастың төбө - ҡәбилә башлығы, уны нигеҙләүсе итеп иҫәпләнә, тармаҡланып киткән ботаҡтар һәм япраҡтар уның күп һандағы тоҡомон кәүҙәләндергән.

16 быуат уртаһы башҡорттар тарихында уны икегә айырып торған сик һымаҡ күренә. Татар ханлыҡтарының хакимлығынан ҡотолоу һәм Рус дәүләте составына инеү уңайы менән башҡорттар үҙҙәре өсөн яңы шарттарҙа булып сыҡты. Ошо һынылыш осоронда ырыу һәм ҡәбиләләрҙең электән йәшәп килгән риүәйәттәрен яҙыуға теркәү, мөһим ваҡиғаларҙы ҡағыҙға төшөрөү йәнлерәк бара.

Шәжәрәләр киң тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған ҡатмарлы әҫәрҙәр һанала. Уларҙы төҙөгәндә төрлө сығанаҡтар файҙаланылған. Уларға хандар, бейҙәр тураһында тарихи хикәйәттәр, ҡәбилә йәки ырыу риүәйәттәре, шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәр индерелгән... һ.б.

Уҡытыусы: 16 быуаттың уртаһында һәм икенсе яртыһында Рус дәүләте тағы ла көсәйә һәм нығына төшә, уның күп милләтле булыуы барған һайын асығыраҡ сағыла. Әммә был осорҙа Рус дәүләтенең халыҡ-ара хәле бик ҡатмарлы була. Уның алдында ҡатмарлы тышҡы политик бурыстар килеп баҫа... Башҡортостандың политик яҡтан тарҡау булыуы башҡорттарға Рус дәүләте составына бер үк ваҡытта инергә мөмкинлек бирмәй. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу процесы 1553-1554 йылдарҙан алып 1557 йылға саҡлы дауам итә.

Рус дәүләте составына беренсе булып Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәүсе башҡорт ҡәбиләләре инә. Унан үҙәк, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштәре ҡушыла...

Мең ҡәбиләһе башҡорттары Дим йылғаһы үҙәне буйында бик ҙур территорияны биләгән. Меңдәр еренең төньяҡ сиктәре, Ағиҙел йылғаһының урта ағымына тиклем барып етеп, Өфө ҡалаһы территорияһын да үҙ эсенә алған.

Меңдәр ерендә, Башҡортостанда өс ҙур йылғаһы – Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғаһы ҡушылған урында, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалына.

Һорау: Башҡортостан тәбиғәте тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

Уҡыусылар яуабы: башҡорттарҙың ере тәбиғәт шарттары яғынан мал тотоусы күсмә халыҡтар өсөн файҙалы һәм ғәҙәттән тыш бай булыуы менән айырылып торған. Бында һутлы үләнле киң далалары йәйрәп ятҡан. Киң болондар шулай уҡ бына тигән көтөүлек булып хеҙмәт иткән. Был ерҙә мал һуғарыуға уңайлы, балыҡҡа һәм ҡыр ҡоштарына бай тулы һыулы дала йылғалары һәм күлдәре күп... һ.б.

Уҡытыусы: Өфөнөң күп быуатлыҡ тарихы бар. 1974 йылда ҡала үҙенең 400 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Уның төҙөлөүе Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына туранан-тура бәйләнгән.

Батша хөкүмәте яңы ҡушылған өлкәләрҙә үҙенең хакимлығын нығытыу маҡсатында, ҡалалар төҙөй. Ә Өфө ҡалаһын төҙөү өсөн ниндәй урын һайлана? Өфөнөң территорияһы борон замандан уҡ кешеләрҙең яратҡан төйәге була. Быға, һис шикһеҙ, уңайлы һәм файҙалы географик урын булышлыҡ итә. Киң һәм тулы һыулы Ағиҙел менән Ҡариҙел дошмандарға әһәмиәтле кәртә була, уларҙың бейек һәм текә ярҙары ике йылға араһында йәшәүселәрҙе ышаныслы һаҡлай.

Йомғаҡлау: шулай итеп, 1574 йылда Башҡортостандың үҙәгендә беренсе ҡала Өфө барлыҡҡа килә. Тәүҙәрәк Өфө Имән ҡала крепосы булараҡ билдәле була. Өфө төрлө әһәмиәттәргә эйә булған. Иң мөһиме: Өфөлә йомошло кешеләрҙең – йәйәүле һәм атлы уҡсыларҙың, тупсыларҙың, ә һуңыраҡ казактарҙың гарнизоны торған.

Тимәк, Өфө ҡалаһының барлыҡҡҡа килеүе Рус дәүләте өсөн дә, башҡорттар өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә булған. Башҡортостан ерендә Өфөнө төҙөп, батша хөкүмәте был иркен крайҙа Рус дәүләте позицияһын нығытып ҡына ҡалмай, ә үҙ йоғонтоһон Башҡортостандан ситтә лә - Көнсығышта ла көсәйтеүсе терәк пунктына эйә булған.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

"Башҡортостандың экологияһы"

Разработка урока по башкирскому (государственному) языку для 6 класса по теме "Экология Башкортостана"...

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»  темаһына әҙәби – музыкаль кисә....

Викторина "Башҡортостанды беләһегеҙме?"

Викторина "Знаете ли Башкортостан?" Здесь включены вопросы про природу, национальные праздники, блюда итд....

Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.

конспект мероприятия 5 класс...