«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.
методическая разработка (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең

Башҡортостандың йәме»  темаһына

әҙәби – музыкаль кисә.

Скачать:

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының Краснохолмский 1-се урта дөйөм белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең

Башҡортостандың йәме»  темаһына

әҙәби – музыкаль кисә.

                                              Төҙөнө:  Краснохолмский 1-се урта мәктәбенең

                                                                       башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                   Шәрәфисламова Зәлифә Морат ҡыҙы.

2014 йыл.

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение Краснохолмская общеобразовательная школа №1 муниципального района Калтасинский район Республики Башкортостан

Литературно – музыкальный вечер на тему: “Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»

Составила : учитель башкирского языка и литературы

Краснохолмской общеобразовательной школы №1

Шарафисламова Залифа Муратовна.

 

 Маҡсат:  Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ,  арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо  уятыу; Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;  әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм этәргес биреү.

   Йыһазландырыу:  М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе; 5-9 кластар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” электрон дәреслеге, слайдтар күрһәтеү өсөн проектор, ноутбук, экран; плакаттар: “Мостай Кәрим поэзияһы – кешеләргә ғашиҡ, кешелекле оло ижад”. Р.Ғамзатов. “Әҙәбиәттең киләсәге, киләсәктең рухи сафлығы өсөн янған оло йөрәкле кеше”. Р.Тимершин. “Мостай Кәрим – республикабыҙ ғорурлығы, Башҡортостандың йәме” исеме менән фотостенд; шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар дискы.

Кисә барышы.

   1 слайдта Башҡортостан картаһы фонында М.Кәримдең портреты һәм “Уңыштарым” шиғырынан өҙөк яҙылған.

          “Уңыштарым егет итте мине,

           Баҫалҡы ир итте һағыштар,

           Әммә  мине шағир яһанылар

           Юғалтыуҙар менән табыштар”.

   Кисә “Уҡытыусым” йыры менән асылғандан һуң “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелә.  

   Урам буйлап Кендек быҙау эҙләргә китеп бара, ә уның ҡаршыһына Һары серәкәй- Әсғәт- Искәндәр Әсғәте сығып баҫҡан. Хас та етен төҫлө ап-аҡ сәсле, күҙҙәре  лә етен сәскәһенә оҡшаған - зәп-зәңгәрҙәр.

Әсғәт:  Әй, малай, ыңғайла былай!

 Кендек: Үҙең ыңғайла. Мин быҙау эҙләргә барам. 

Әсғәт: Шөрләмә, һиңә булмаҫ һис нәмә, мин кешегә теймәйем. (Кендек эргәһенә килеп еткәс тә усын йәйеп уның танау аҫтына килтереп терәй).  Нимә еҫе килә? Йә әйт инде, нимә еҫе килә?

Кендек: Юҡсы, бер еҫ тә килмәй.

Әсғәт: Һин яҡшылабыраҡ еҫкә, танауыңды йырыбыраҡ… Их, һин, шуны ла белмәйһең… Күмәс еҫе, май күмәсе. Әле генә күмәс ашап сыҡтым.

Кендек: Ашаһаң ни… Мин быҙау эҙләргә барам.

Әсғәт: Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме?

Кендек: Эҙләшһәң ни…

Әсғәт: Эй, туҡта әле, ыштан кеҫәңдә һинең нимә ҡабарып тора ул ?

Кендек: Икмәк ҡатыһы.

Әсғәт:  Булмаҫ, йә таштыр әле.

Кендек: ( кеҫәһендәге ҙур ғына икмәк ҡатыһын сығарып күрһәтә) Бына, ышанмаһаң, быҙау алдатырға. Бына…

Әсғәт: Быҙауҙы,ни,  уны былай ғына, алдатмай ғына, ҡыуып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайыҡ.

Кендек: Үҙең әле генә, май күмәсе ашаным, тип маҡтандың…

Әсғәт: Күмәс кенә тамаҡты туйҙырмай шул, уны икмәккә ҡушып ашарға кәрәк.

Кендек: Ә ниңә һин ҡушып ашаманың?

Әсғәт: Икмәк булмағас… (боттарын һуҙып, үлән өҫтөнә ултыра). Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Баҫып ашаһаң, туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшөрһәң, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар - үлгәс.

Кендек: (һайыҫҡанға таш ырғытып) Һайыҫҡан, һайыҫҡан, күкәй эскән, май эскән!

Әсғәт: Тейҙерһәң һуң!

Кендек: Тейһә, тейә бирһен, һандуғас балалары түгел әле.

Әсғәт: Һайыҫҡанға ла үҙ балаһы ғәзиз. Уның да эсендә йәне бар. Бөтә нәмәләрҙең дә йәндәре бар – ағастарҙың да, таштарҙың да, үләндәрҙең дә… Йәндәре булмаһа, йәшәрҙәр инеме ни улар? Беҙҙең бармаҡ киҫелһә, ҡыҙыл ҡан аға, ағас ботағын ҡырҡһалар, аҡ ҡан аға. Тимергә тимерҙе һуҡһаң, сыңлай бит эйеме?  Шул - тимерҙең илауы була инде.

   1 алып барыусы. Мостай Кәрим – беҙҙең замандың   иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалыбыҙ булды. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. Ул – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, СССР Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, М.Шолохов исемендәге премия лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Был исем иң лайыҡлыларға ғына бирелә. М.Кәрим – Өфө ҡалаһының почетлы гражданины. Был исемде лә барыһына ла бирмәйҙәр.

   Электрон дәреслектән “Еңеүҙәрем, уңыштарым булды”  видеоролигын ҡарау.

   1-се уҡыусы. “Уйҙар” шиғырын уҡый.

   2-се уҡыусы. “Йыр булһын юлдашым” шиғырын уҡый.

   2-се алып барыусы. Беҙҙең Башҡортостан – гүзәл республика. Бай ул, матур ул. Башҡортостан ере! Күпме таланттар, күпме аҡыл эйәләре, яҙыусылар, ғәйрәтле ер хужалары көс һәм ғәйрәт алған ошо Башҡортостан тупрағынан. (Экранда Р.С.Зәйнетдинов һәм Г.Ғ.Калитовтың “Ер рухы” картинаһы күрһәтелә). Халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булған  Салауат Юлаев,   Зәки Вәлиди, Мифтахетдин Аҡмулла, Һәҙиә Дәүләтшина, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Әбделҡадир Инан, Афзал Таһиров, Мөхәмәтша Буранғолов, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәлимов Сәләм, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Рәми Ғарипов, Жәлил Кейекбаев, Рәшит Ниғмәти, Имай Насыри, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева, Дауыт Юлтый, Сәғит Мифтахов, Мостай Кәрим кеүек яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең дә бөтә тормошо, ижады ошо изге, бәрәкәтле ер менән бәйле.

   3-сө уҡыусы. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын уҡый.  (Слайдта Башҡортостан картаһы).

   1-се алып барыусы. (Башҡортостан тәбиғәте һүрәтләнгән слайдтар бер-бер артлы күрһәтелә). “Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр.

   Урал… был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.

   Урал… Унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.

   Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…

   Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит”. Бына шулай һоҡлана ул тыуған ере менән беҙҙең әҙибебеҙ. Тыуған илгә ҡарата уның һөйөү хисе сикһеҙ.  

   2-се алып барыусы. (Электрон дәреслектәге фотоальбом күрһәтелә). Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Үҙенең ауылында мәктәптә уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын  тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнаша. Ҡаты яралана. Ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

   1-се алып барыусы. Һуғыш М.Кәримде шәфҡәтле булырға өйрәтте, һуғыш уның йәшлеген ҡыҫҡартты, яралары уны иртә етлектерҙе. Был хәл 1942 йылда була. М.Кәрим артиллерияла элемтәселәр начальнигы була. Дошман танкылары һөжүм   иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.Кәрим бик ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 19 йыл үткәс, 1961 йылда М.Кәрим был хаҡта “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып, уны радио, телевизорҙа уҡығандан һуң, М.Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған була. Шуғалыр ҙа, хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә Владимир Фомин балалар йортонан була. Кемдәрҙән хаттар килгән – барыһына ла яуап яҙған М.Кәрим. Ҡыҙғаныс, кешеләрҙең өмөттәре аҡланмаған.

 (“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йыры яңғырай).

   2-се алып барыусы. Һуғыштан һуң Мостай Кәрим әҙәби ижад менән ныҡлап шәғәлләнә, бик күп йәмәғәт эштәре алып бара. Уның өсөн буй етмәҫлек, булдыра алмаҫлыҡ жанрҙар юҡ та буғай. Ул бер ниндәй ауырлыҡһыҙ трагедиянан – лирикаға, драманан – парсаларға, комедиянан әкиәткә күсә. (Слайд:   М.Кәрим әҫәрҙәре исемлеге). М.Кәрим балалар әҙәбиәтенә “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы менән килеп инде. "Өс таған", "Әл“иә хикәйәләре”, “Мылтыҡтан атмаҫҡа” кеүек әҫәрҙәрен балалар яратып уҡыйҙар. Әҙип иһә тормошта ла, ижадта ла малайлығын юғалтмай. Ижадының нигеҙе лә шул бала сағындалыр шикелле. Шулай булмаһа, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек гениаль әҫәр яҙылмаҫ та ине. Шағир үҙенең ижадында бала саҡҡа әйләнә лә ҡайта. инде олоғайып бөткәс, кескәйҙәр өсөн әкиәттәр, хикәйәләр яҙырға тотона. Эйе, М.Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, Башҡортостандың йәме ул!

   (Электрон дәреслектән “Йәшәйһе бар…” видеоролигын ҡарау).

   1-се алып барыусы. М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”   әҫәре көлдөрә лә, илата ла, йөрәкте һыҙландыра ла. Әҫәрҙең күп һүҙҙәре йөрәккә утлы тамға булып баҫыла. Ҡайһы бер ерҙәре балаларса ихласлыҡ, ҡайһы бер ерҙәре ололарса хәүефләнеү менән яҙылған был әҫәр тәрән уйҙарға һала. Эйе, кеше ысын мәғәнәһендә кеше булһын тиһәң, бала саҡтан уның күңеленә ныҡлы нигеҙ һалынырға тейеш. М.Кәрим әйтмешләй: “Бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә”.  Был әҫәрҙе уҡығас, Кендек менән бергә Оло инәйҙән - кешелеклелек , кеселеклелек, Әсғәттән – эскерһеҙлек, ихласлылыҡ сифаттарын үҙ итәһең.

   (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән Кендектең Оло инәй менән хушлашыуы сәхнәләштерелә).

Кендек: Күпме ултырғанмындыр, белмәйем, әммә ошо ваҡыт эсендә Оло инәйем менән бергә үткән һуҡмаҡтарҙы, яландарҙы, урмандарҙы йөрөп сыҡтым. Сыҡтым, сығып бөтә алманым. Уның менән бергә эскән шишмәләрҙән ятып һыуҙар эстем. Эстем, эсеп туя алманым. Ун алты йәшемә тиклем бына уның ышығында йәшәйем. Йәшәйем, ә балалыҡтан уҙа алмайым. Ул төйәген алмаштырырға, мәңгелек йортона күсергә йыйына. Беләм, ул киткәс, мин илармын. Илармын, ләкин бер ваҡытта ла илап бөтөрә алмам… тамағыма төйөр килеп тығылды бына…

Оло инәй: (күҙҙәрен аса) Һин бында икәнһең, синнай. Һәйбәт.

Кендек: Йә бер-бер нәмә кәрәк булыр.

Оло инәй: Нәмә кәрәкмәй. Ҡалыуың һәйбәт… һин булғас, донъя буш түгел.

Кендек: Өләшкән бүләктәрең өсөн бала-саға ҡыуанып китте.

Оло инәй: Ҡуй, синнай, йыуатма мине. Ҡыуанһалар, насар булыр ине. Хоҙай эшкәртте: ҡыуанманылар. Мин бит уларға һөйөнсө таратманым. Хәтирә бүләге ҡалдырҙым. Хушлашыр өсөн буш ҡул биреп кенә өйҙән сығып китә алманым… Бөтәһен дә күргем килгәйне – рәхмәт яуғыры. Моратыма ирештем. Әллә  Тажетдингә ҡатыраҡ хөкөм сығарҙым инде? Ярай, үҙенә лә, бүтәндәргә лә ғибрәт булыр. Ғибрәтһеҙ донъя булмай ул. Ярлыҡамай торған яҙыҡтар ҙа була шулай. Иҫеңдә тот: әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ.

Кендек: Беләм, Оло инәйем, икеләтә беләм – икегеҙ хаҡын да…

Оло инәй: (күҙҙәрен йомоп торғандан һуң) Үкенестәрем юҡ минең хәҙер. Булһа ла, үкенергә һуң. Бына һине иртәрәк ҡалдырып китәм, шуныһы ғына аяныс. Ҡанаттарың нығып етмәгән, иҫ итмәҫтән имгәтеп ташламағайҙары. Балалыҡтан сығып өлгөрмәнең. Хәйер, һин ғүмер буйы балалыҡтан сығып бөтмәйәсәкһең. Бәхетең дә, бәләң дә шунда һинең. Хоҙай ярҙам бирһен!

   4-се уҡыусы. “Тупрағым, һауам, һыуҙарым” шиғырын уҡый.

   2-се алып барыусы.  Ваҡыт үтә. М.Кәримдең уҡылған һәр бер әҫәре, тәүге осҡонға өҫтәлеп, дөрләп янған усаҡҡа әйләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ун, егерме, утыҙ йыл элек яҙылған әҫәрҙәре хәҙерге көндөң проблемаларын күтәрә. Ғаилә, бала, тыныслыҡ һәм һуғыш, экология мәсьәләләре бөгөн дә беренсе урында тора.  “Айгөл илендәге” Ябағаев әйтмешләй: “ Бөтәһен дә үҙебеҙ ҡоротабыҙ. Ҡош-ҡорт күрһәк, атабыҙ, ағас күрһәк, ҡырҡабыҙ, сәскә күрһәк, өҙәбеҙ. Кәрәкме, кәрәкмәйме – атабыҙ, ҡырҡабыҙ, өҙәбеҙ. Тауҙар кейекһеҙ, йылғалар балыҡһыҙ, урмандар һайрар ҡошһоҙ ҡалыр, тип бошонмайбыҙ. Ҡорота бирәбеҙ. Сөнки беҙ, йәнәһе, тәбиғәттән мәрхәмәт көтмәйбеҙ, ә уның менән көрәшәбеҙ. Талайбыҙ уны. Ә үҙебеҙ ерҙе, етмәһә, әсәйебеҙ тигән булабыҙ. Әсәне шулай аяуһыҙ йәберләргә яраймы ни?!”. Элек үтеп булмаҫлыҡ урмандар хәҙер үтәнән-үтә күренеп торалар, диңгеҙҙәй тәрән, киң йылғалар тауыҡ кисерлек булып ҡалғандар. Эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ ағыулана. Кеше нимә өсөн йәшәгәнен аңламай, араҡы менән ҡайғыһын йыуа, төпһөҙ өмөтһөҙлөк һаҙлығына бата, уйламай эш итеп, ултырған ботағын быса. Ошо кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Мостай Кәрим әҫәрҙәре кәрәк тә инде.

   5-се уҡыусы. “Уңдым” шиғырын уҡый.

   6-сы һәм 7-се уҡыусылар Р.Зәйнуллинаның “Мостай Кәримдең һорауҙарына яуаптар” шиғырын уҡый.

     Илле йәшең тулған көндәреңдә

    Һин яҙғанһың, шағир, “Уңдым”ды,

    Һорағаһың, тирә-яҡҡа ҡарап:

    “Уңдыммы, тим, әллә туңдыммы?”

    Уңдың, шағир, тыуған көнөңдән,

    Октябрҙең аяҙ таңынан,

    Илем үҙаллылыҡ яҡлап алған

    Көнө лә бит һинең айыңдан.

    Дуҫтарыңдан уңдың, мөхәббәттән,

    Ғәзиз телең – туған телеңдән,

    Ил ағаһы итеп хөрмәтәләгән

    Башҡортостан – тыуған илеңдән. 

    Тормош юлдарыңды барлайһың һин,

    “Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр!”  

     Борсолаһың, ттәрән тулҡынланып,

     “Минән уңды микән бүтәндәр?”

     Эйе, уңдыҡ! Һинән уңдыҡ, шағир!

     Көслө лә һуң, ай-һай, ижадың!

     “Улы булып илдең, замандың,

     Аҫыл һүҙең менән дан алдың!”

     Шиғырҙарың беҙҙең күңелдәрҙе

     Һүнмәҫ бер нур булып яҡтырта,

     Һәр йөрәктә изгелек һәм шәфҡәтлелек,

     Кешелеклелек хисе уята!

     Һикһән йәшең (туҡһан бишең)  тула бөгөн, шағир,

     Әйләнеп баҡ әле артыңа,

     Һинән уңған барлыҡ дуҫтарың да

     Баҫып тора һинең ҡаршыңда.  

     Тыуған көнөң менән улар

     Ҡулың ҡыҫып тәбрик итәләр,

     Изге теләктәрен теләй-теләй:

     “Һинән уңдыҡ, шағир”, - тиәләр.  

  Кисә  Н.Мөстәҡимовтың М.Кәрим һүҙҙәренә яҙған “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” йыры менән тамалана.                                                              


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы»  темаһына әҙәби – музыкаль кисәнең сценарийы....

Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)

Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...

Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...

Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"

Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә.

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә....

«Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры . Исем" дәрес өлгөһө.

Тема: «Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры» . Исем.Маҡсат: 1) Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай...