Бәхет формулаһы
учебно-методический материал (7 класс)
Предварительный просмотр:
Бәхет формулаһы(кластан тыш сара)
Маҡсатар: 1.Уҡыусыларға бәхет төшөнсәһе һәм бәхетле булыр өсөн нимәләр кәрәк икәнде аңлатыу.
2. Уҡыусыларҙы уйландырыу, үҙ фекерҙәрен асыҡ, матур итеп башҡаларға еткерә белеү һәләттәрен үҫтереү, бәхет формулаһын төҙөү.
3. уҡыусыларҙа рухи-әхләҡи тәрбиә биреү, тормошта дөрөҫ маҡсат ҡуйырға йүнәлтмә биреү.
Йыһазлау: Проектор, ноутбук, презентация, карточкалар
Класс сәғәте барышы
Психологик комфорт булдырыу
-Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Төрлө төҫтәге түңәрәктәр менән эшләү.
Маҡсаттарҙы билдәләү.
-Мин һеҙгә бер хикәйәт һөйләйем. Тыңлап, уйлап ултырабыҙ.Бөгөн нимә тураһында һүҙ барасаҡ.
Бер ваҡыт Байлыҡ, Һаулыҡ, Мөхәббәт кешеләргә "мин кәрәгерәк тә, мин кәрәгерәк” тип бәхәсләшеп киткәндәр, ти. Тикшереп ҡарарға тип ауыл ситендәге бер бәләкәй генә өйгә килеп, ҡунып сығырға ишек шаҡығандар былар. Өй хужаларының өйҙәре бәләкәй булған, үҙҙәре һәр саҡ юҡлыҡта йәшәгәндәр, ти. Йорт хужабикәһе "өй бәләкәй, берәүегеҙҙе генә ҡундырабыҙ” тип, ғаиләһе менән кәңәшләшергә инеп киткән. Атай кеше: "Байлыҡты индерәйек, бәлки йортобоҙға ҡот ҡуныр” тигән. Ҡыҙҙары йәш булған, "Мөхәббәтте индерәйек” ти икән; өләсәй кешенең һаулығы булмаған, шуға ла ул "Һаулыҡты индерәйек” тигән. Йорт хужалары ҡайһыһын ҡундырырға керетергә белмәй бәхәсләшкәнсе, ҡунаҡтар артабан китеп тә барғандар.
- Ә һеҙ, уҡыусылар, ҡайһы ҡунаҡты ҡундырыр инегеҙ?
- Ни өсөн?
- Бөтә кешенең дә бәхетле булғыһы килә. Һәр кешенең бәхет тураһында үҙ фекере. Һеҙҙең бәхетле булғығыҙ киләме?(Эйе)
-Бөгөнгө сарала нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?(Бәхет).
-Әйҙәгеҙ сараның маҡсаттарын билдәләп китәйек.
(Бәхет тураһында һөйләшербеҙ
Бәхет нимә икәнен аңларбыҙ.
Бәхетле булыу серҙәрен асырбыҙ.
Бәхетле йәшәргә өйрәнербеҙ, бәхет формулаһын төҙөрбөҙ тип уйлайым).
-Бөгөн беҙҙең сарала ике төркөм эшләй. Барығыҙға ла уңыштар!
-Һеҙҙеңсә нимә ул бәхет? Ул ниндәй? Уйланығыҙ, күҙ алдына килтерегеҙ.
Ә хәҙер мин һеҙҙең күҙҙәрегеҙҙе йомоуығыҙҙы һорайым.
Тренинг “Бәхет ниндәй ул?”
Һеҙҙең алдығыҙҙа бәхет. Уның формаһы, размеры, төҫө ниндәй? Һеҙ уға ҡул һуҙаһығыҙ. Уға тейгәс нимә тояһығыҙ? Бәхет ниндәйҙер тауыш бирәме? Ул тәмлеме икән? Бәхет һеҙгә йылмаямы?
Балалар, әкрен кенә күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бәхетте күҙ алдығыҙға килтерә алдығыҙмы?
- Бәхет- ул матди хәлдә була алмай, уны тотоп ҡарап булмай. Күңел түрендәге хис, шатлык, ҡәнәғәтләнеү һәләте ул. Бәхет-ул ыңғай эмоциялар.
Бәхет нимә ул?- тиһегеҙме, Ул бит ғәжәп төшөнсә. Яуаптар булыр күп төрлө- Һәр кем аңлай үҙенсә… | Бәхет нимә?- тиһегеҙме, Теүәл әйтмәҫ берәү ҙә. Бәхет - ул был йыһанда Кеше булып йәшәүҙә! |
1)Төркөмдәрҙә эш.Тыңлап,кәңәшләшеп яуап бирергә әҙерләнәбеҙ.
Өс ташсы тырышып - тырышып таш ваталар икән.Шул саҡ эргәләренән үтеп барған бер юлсы:» Нимә эшләйһегеҙ?”- тип һораған быларҙан.
Беренсеһе:”Күрмәйһеңме, ҡәһәрле таштарҙы ватам”- тигән.
Икенсеһе: “Мин үҙемә йәшәү өсөн эшләйем,”-тип ҡулбашын һелккән.
Өсөнсөһө: “Мин йорт төҙөйөм”- тип яуаплаған.
-Улар нимә төҙөгәндәр. (Өс төрлө кеше, бәхетте төрлөсә аңлайҙар)
-Минең уйымса улар өсөһө лә бәхет баҫҡысын
төҙөгәндәр.Беренсеһе- бер ҡасан да бәхетле була алмаҫ,сөнки маҡсат –юҡ.Икенсеһе- бәхетле булыр тик һаулығы,көсө барҙа ғына.Тик бары өсөнсөһө генә ысынын да иң бәхетлеһе.Сөнки ул алдына ҙур,матур маҡсат ҡуйған,уның өсөн ул эшләй һәм йәшәй.
2)Бәхет менән бәйләнешле ниндәй мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙ?
Бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә.
Бәхет быяла кеүек, һаҡламаһаң - ыуала.
Бәхет тәхеттә түгел, аҡсаға ла һатып алып булмай.
Бәхетленең ҡунағы бергә.
Ҡыйыулыҡ – ярты бәхет
Үҙ-үҙенә ышанған кеше бәхетле була.
Аҡыллы кеше бәхетте көтөп ятмай.
Һәр кем үҙенсә бәхетле
3)Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа, карточкалар ята, унда ситуациялар яҙылған. Улар өҫтөндә уйланып, был ситуацияларҙы хәл итегеҙ.
Ситуациалар өҫтөндә уйланыу.
1. Ике малай хоккейҙан ҡайталар. Үҙ ара бәхәсләшеп тә алалар, төрткөләшә лә башлайҙар . Шул ваҡыт яндарына сит ил машинаһы килеп туҡтала. Тәҙрәһен асып, машинанан да сыҡмай, Рәис ағайҙарҙың ҡайҙа йәшәгәндәрен һорай. Малайҙар юлды өйрәтеп ебәрә. Машина ҡуҙғалып киткәс:
- Эх, бар ҙа инде бәхетле кешеләр, - тине Илһам.
- Әйтмә инде, - тип дуҫы менән Раил дә килеште.
Һөйләшә-һөйләшә сит ил машинаһы туҡтаған ергә килеп тә еттеләр.
Һәм шып туҡтап ҡалдылар: машинанан коляскала баяңғы ағай төшеп килә иде...
Малайҙар фекере менән килешәһегеҙме? Ысынлап та бәхет байлыҡтамы?
Яуап: Беҙҙеңсә, бәхет – сәләмәтлектә. Әгәр кеше сәләмәт булмаһа үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алмаҫ ине. Шуға күрә беҙгә үҙ сәләмәтлегебеҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Рухи көс булыу мотлаҡ.
2. Алһыу менән Зилә кисәнән ҡайтып киләләр. Көлөшәләр, шаярышып бер-берһен этәп тә ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡосаҡлашып та алалар. Арттарынан Әлиә килә. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, уның борсоулы икәне күренә. Ул ҡыҙҙар янына килә алмай, уларҙы бик ныҡ үпкәләтте шул ул.
Ни өсөн икән? Бәхет төшөнсәһе был осраҡта нисек һүрәтләнгән?
- Яуап: Беҙ бәхетте дуҫтар менән бергәләп йәшәүҙә күрәм. Беҙ дуҫтар менән аралашырға яратабыҙ. Ни генә эшләһәк тә минең дуҫтарымдың фекерҙәрен ишетәһе килә. Ысынлап та улар ауыр минуттарҙа ярҙамға киләләр, кәрәк саҡта шатлыҡты уртаҡлашалар. Был үҙе ҙур бәхет. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен өсөн уйлап һөйләргә, кеше күңеленә яра һалмаҫҡа кәрәк.
4) Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар әҙерләгән шиғырҙарҙы тыңлап үтәйек. Бәхет тураһында булыр һүҙҙәре. (шиғырҙар ятлайҙар). Әйе, һәр кеше бәхетте үҙенсә аӊлай, үҙенсә тоя. Шуға ла “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Әммә һәр кеше уны табырға, татырға тейеш. Бәхетле булығыҙ, дуҫтар, тормош шуға бирелә лә бит!
- Тимәк, бәхетле булыу өсөн нимәләр кәрәк
Һаулыҡ
Байлыҡ
Матурлыҡ
Дуҫтар
Хобби
Тыныслыҡ
Аҡса
Мөхәббәт
Ғаилә
Башҡаларҙы бәхетле итеү
Уңыштар
Шатлыҡтар
Тыныслыҡ
4) -Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән бәхет формулаһын төҙөйөк.
(Таҡтаға магниттар ярҙамында әҙер һүҙҙәрҙе йәбештереү.)
Бәхет = шатлыҡ + мөхәббәт + ғаилә + һаулыҡ + матди байлыҡ + тыныслыҡ + яратҡан эш + матурлыҡ + дуҫтар.
-Рәхмәт, уҡыусылар. Мин дә һеҙгә ҡушылып, бәхет формулаһына үҙемдең бәхет тураһындағы күҙаллауымды өҫтәп ҡуяйым. + башҡаларҙы бәхетле итеү.
Афарин. Бәхет формулаһын һәр кем үҙенсә төҙөй.
-Бөгөнгө осрашыуға әҙерләнгәндә мин бер ябай ғына бәхет рецебына тап булдым, һеҙгә лә уны тәҡдим итәм.
Бер кәсә сабырлыҡ алығыз.
Уға яратыу хистәре ҡушығыҙ.
Ике семтем йомартлыҡ өҫтәгеҙ.
Юмор хисен һалырға онотмағыҙ.
Изгелекте һибегеҙ
Мөмкин ҡәҙәр күберәк ышаныс өҫтәгеҙ һәм барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ.
Артабан һеҙгә бирелгән ғүмерҙең берәр киҫәгенә уны һылағыҙ ҙа юлығыҙҙа осраған һәр кемгә тәҡдим итегез!!!
- Ошо яҡшы сифаттар һеҙҙән китмәһен, һәр саҡ йәнәшә торһон, уларҙы тормошта ҡулланығыҙ.
Уҡыусылар, бик күп яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, компазиторҙар бәхет тураһында яҙғандар. Әйҙәгеҙ, дәррәү баҫып Г.Ишҡыуатованың “Бәхет өсөн” йырын йырлап китәйек.
Бәхет өсөн
1. Ил эсендә гел тыныслыҡ булһа
Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын
туғандарым иҫән имен булһа
Йылы булһа ғаилә усағы
Ҡушымта: Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә
бәхет өсөн тағы ни кәрәк
теүәл булһын өсөн был донъялар
булсын өсөн донъя түңәрәк
1. Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән
Тәмле икмәк еҫе уятһа
кисен өләсәйҙең йомшак теле
Әкиәттәр һөйләп ойотһа
2. Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан
Әсәй наҙлап сәстән һыйпаһа
Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар
Йорт эсенә генә һыймаһа.
Бөгөнгө әңгәмәбеҙ барышында бер хикәйәт иҫкә төштө.
Бер көндө Бәхет урман буйлап китеп барғанда яңылыш соҡорға ҡолай һәм илай башлай. Эргәнән генә кеше үтеп бара. Бәхет, кешенең аяҡ тауыштарын ишетеп:
- Эй, изге кеше! Мине бынан сығарсы! – ти.
- Ә һин бының өсөн миңә нимә бирәһең? – ти кеше.
- Ә һин нимә теләйһең? – тип һорауға һорау менән яуап бирә Бәхет.
- Мин диңгеҙ буйында иң ҡиммәтле, матур һәм ике ҡатлы ҙур йорт теләйем, – ти кеше. Бәхет кешегә һорағанын бирә, ул өйгә йүгерә һәм Бәхет хаҡында бөтөнләй онота. Бәхет соҡорҙа тағы ла нығыраҡ илай.
Икенсе кеше үтеп бара, Бәхет уға ҡысҡырып, үҙен сығарыуын үтенә:
- Эй, изге кеше! Миңә ярҙам итсе!
- Ә һин миңә нимә бирәсәкһең? – ти кеше.
- Һиңә нимә кәрәк һуң? – ти Бәхет.
- Миңә бик күп матур һәм ҡиммәтле, төрлө маркалағы машиналар кәрәк. Быныһына ла Бәхет һорағанын бирә. Был кеше лә ҡыуанысынан Бәхетте онота.
Бәхет бөтөнләй өмөтөн юғалта. Көтмәгәндә өсөнсө кешенең яҡынлашыуын тоя һәм: - Эй, изге кеше! Ярҙам ҡулдарыңды һуҙсы миңә! – ти. Кеше Бәхетте соҡорҙан сығара һәм юлын артабан дауам итә. Ә Бәхет уның артынан ҡыуып етә лә:
- Кеше! Миңә ярҙам иткәнең өсөн һин нимә теләйһең? – ти.
- Бер нәмә лә кәрәкмәй, – ти кеше. Шунан башлап Бәхет был кешенең артынан ҡалмай, һәр саҡ уның менән.
- Мин дә һеҙгә бәхет һеҙҙең йәнәшәгеҙҙә барыуын теләйем.
Һәр кешенең бәхете үҙ ҡулында. Һеҙ тормош китабығыҙҙың авторы, һеҙ уны нисек яҙаһығыҙ, шулай була.
Йомғаҡлау.
-Уҡыусылар, бөгөнгө сара һеҙгә ниндәй фәһем бирҙе?(бәхет төшөнсәһен аңланыҡ, бергә төркөмдә эшләнек, бәхетле булыу өсөн ниндәй булырға).
-Һеҙ бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙән сығып, артабан дөрөҫ юлдан барырһығыҙ, бәхетле булып, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырһығыҙ тип уйлайым. Актив ҡатнашыуығыҙ, йылы аралашыуығыҙ өсөн, уҡыусылар, һеҙгә ҙур рәхмәт. Класс сәғәтен К. Прутковтың "Бәхетле булғың киләме? Бул!" тигән һүҙҙәре менән йомғаҡлағым килә. Тағы ла "Ҡыйыулыҡ ярты бәхет" тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен дә онотмайыҡ.Һеҙгә мин киләсәккә маҡсат ҡуйып уны тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем.Тик шул саҡта ғына донълағы иң бәхетле кеше булырһығыҙ.
-Һеҙгә бөгөнгө сара оҡшанымы? Һеҙгә оҡшаһа, мин бик бәхетле буласаҡмын!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Бәхет менән бәйләнешле ниндәй мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙ?
Бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә.
Бәхет быяла кеүек, һаҡламаһаң - ыуала.
Бәхет тәхеттә түгел, аҡсаға ла һатып алып булмай.
Бәхетленең ҡунағы бергә.
Ҡыйыулыҡ – ярты бәхет
Үҙ-үҙенә ышанған кеше бәхетле була.
Аҡыллы кеше бәхетте көтөп ятмай.
Һәр кем үҙенсә бәхетле
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Решение задач по теме «Формулы» в 5 классе с использованием табличного процессора MS-Excel («Формулы в MS-Excel»)
Уроки рассчитаны на учащихся 5 классов, изучивших темы «Формулы», «Площади квадрата и прямоугольника», «Объёма параллелепипеда», имеющих начальные навыки работы на компьютере. Использование комп...
Арифметическая прогрессия. Формула n-го члена арифметической прогрессии. Формула суммы первых n членов.
Тип урока - обобщение знаний (в классе коррекции). Может быть использован и в обычном классе....
Презентация: Вывод формулы органического вещества на основании общей формулы гомологического ряда.
Презентация содержит схему решения подобной задачи и две задачи для закрепления материала....
Формулы. Формула пути.
Урок по теме: "Формулы. Формула пути"...
Органическая химия в задачах. Определение формулы вещества по известной общей формуле и массовой доли одного из элементов.
Учебная презентация и конспект урока с использованием электронно-образовательными ресурсами (ЭОР), предназначенны для первого урока при решении задач по органической химии. Рекомендуется использование...
Вставка формул в документ при помощи редактора формул OpenOffice.org Math
OpenOffice.org (OOo) имеет модуль для создания и редактирования математических формул. Обычно он используется как редактор формул в текстовых документах, но может также работать с другими типами докум...
А сейчас мы начнем наш путь с повторения формул и правил. На доске записана левая честь формулы, нужно продолжить формулу, назвать её и рассказать правило Формула Словесная формулировка (а + в) 2 = а2 + 2ав + в2 квадрат суммы двух выражений Квадрат сум
Тема урока: Формулы сокращённого умноженияЦель урока: научить учащихся применять формулы сокращенного умножения при выполнении упражнений различной сложности и творческих заданий.Задачи урока:Образова...