Класс сәғәте
классный час (5 класс)
Предварительный просмотр:
Тема. Бер кем дә онотолмаған,
бер нәмә лә онотолмаған.
Маҡсат: Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында
төшөндөрөү, тел , халыҡ,ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр
кемгә изге бурыс булыуын төшөндөрөү, Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары
тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: комьютер презентацияһы, интерактив таҡта,
китаптар күргәҙмәһе, фотолар.
- Слайд 1
" Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә
Бер битеңдә моңһоу ай һаман!
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
(М.Кәрим)
2. Маҡсатҡа сығыу. Слайд 2
Шиғыр юлдарынан күренеүенсә, беҙ бөгөн класс сәғәтендә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә - 78 йыл. Тимәк, бөгөнгө темабыҙ - "Бөйөк Еңеүгә -70 йыл! " тип атала. Һәм дәрестең эпиграфы итеп ошо һүҙҙәрҙе тәҡдим итәм " Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай".
3. Маҡсатты хәл итеү.
Һуғыш!.." тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй була. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙар күҙ алдынан үтә. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы, күпме сабыйҙы етем ҡалдырҙы, бәхетен селпәрәмә килтерҙе был һуғыш!.. Быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмай…
1941й 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайынса беҙҙең илгә һөжүм итә. Ф ашистик Германия менән Адольф Гитлер идара иткән була. Улар Советтар Союзын баҫып алыр өсөн "Барбаросс"планы төҙөйҙәр, йәғни беҙҙең илебеҙҙе 2 ай эсендә баҫып алып илебеҙҙең бөтә байлыҡтарына хужа булып, кешеләрҙе ҡол итергә йә үлтереп бөтөргә теләй ул.
Тыуған илде һаҡлау , яҡлау өсөн бөтә халыҡ күтәрелә. Фронтҡа йәштәр ҙә, ололар ҙа китә. Көн һайын эшелондар фронтҡа кешеләр - һалдаттар алып китә , ә ул ваҡытта һуғыштың 4 йылға һуҙылырын бер кем дә белмәгән әле. Бөтә ерҙә "Священная война" тигән йыр йырлатылған. Ул йыр радионан да ишетелгән, урамдарҙа йөрөгән, һуғышҡа киткән кешеләр ҙә шул йырҙы йырлаған. Әйҙәгеҙ, шул йырҙы тыңлап ҡарайыҡ.
Йыр. " Священная война"
Балаларҙың сығышы:
- Фашистар иң тәүҙә ил сигенә һөжүм итә. Брест крепосын фашистар айҙан ашыу утҡа тоталар. Дошман шул тиклем көслө, шул тиклем күп була, әммә герой- пограничниктар һуңғы патронғаса, гранатағаса , хәлдәре бөткәнгә тиклем ҡаршы һуғышалар. Ошо ваҡиға ғына совет кешеләренең ниндәй патриоттар икәне, көслө рухлы икәнен күрһәтеп тора.
- Һуғыштың тәүге айҙары. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең Армия сигенергә мәжбүр була. Сөнки беҙҙең илебеҙ һуғышҡа әҙер булмай. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙекеләр 3500 самолет, 6000 танкы, 20000 миномет, күп һалдаттарын юғалта.
- Мәскәү эргәһендә һуғыш. Гитлер "Мәскәүҙе алһам - совет халҡын еңәм!" тигән. Мәскәүҙе баҫып алыу планын гитлеровсылар " Тайфун" тип исемләгән. Әммә , ҡыуанысҡа ҡаршы, Гитлерҙың был планы тормошҡа ашмай.
- Ленинград блокадаһы. 1941 йылдың 8 сентябрендә немецтар Ленинградты блокадаға ала. Был блокада 900 көн һәм төн дауам итә. Бындай иң ҡурҡыныс, иң ҡот осҡос блокада бөтә донъяла бер ваҡытта ла булғаны юҡ.
- Смоленск эргәһендәге һуғыш - ҡурҡыныс алыштарҙың береһе. И ң яҡшы 4 дивизияға "Гвардейские" исеме бирелә.
- Сталинград алышы.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ алыш ул. Бер туҡтауһыҙ янғын, өҙлөкһөҙ пушка, орудиеларҙың тауышы аҫтында һәр бер өй, йорт, һәр бер метр өсөн совет һалдаттары 200 көн буйына һуғыша. Һәм - беҙҙекеләр- Совет һалдаттары еңә!
- Курск һуғышы. Курск һуғышы - 50 көн дауам иткән. Ҡаты һуғыш ерҙә лә, һауа ла барған. 12 июлдә Прохоровка эргәһендә 2 - се донъя һуғышының иң билдәле танкылар алышы була. Был һуғышта ла совет танкистары еңә.
- Тылда. Еңеү өсөн көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла барған.
Меңләгән кеше заводтарҙа,колхоз баҫыуҙарында, цехтарҙа көнө - төнө эшләгән. Был ауыр эштәр балалар, ҡатын- ҡыҙҙар, әбей- бабайҙар елкәһенә төшә. " Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтәһе еңеү өсөн!" тигән лозунг аҫтында эшләгәндәр улар. Балалар өлкәндәрҙең нормаһына еткереп эшләргә тырышҡандар. Тылдағы кешеләр асыҡһа-асыҡҡан, кейенмәһә кейенмәгән, әммә бөтә нәмәне фронтҡа оҙатҡан.
Айтуған
- Берлин өсөн һуғыш. Совет һалдаттары алдында иң төп бурыс фашистик Германияның баш ҡалаһын Берлинды алыу торған.
Фашистар ҡаршылыҡ күрһәтһәләр ҙә 1945 йылдың 1 майында рейхстагҡа Еңеү байрағы ҡуйыла. 8 майҙың кисендә фашистик Германияның еңелеүе тураһында актҡҡа ҡул ҡуйыла. Ә 9 май көнө бөтөн донъяға Советтар союзының фашистик Германияны еңеүе тураһында хәбәр ителә!
Запись Левитана " О капитуляции Германии" слайд 3
Эйе, һуғыш ҡот осҡос, емергес, күҙ йәше тинек. О шо һуғышта һеҙҙең кеүек балалар ҡатнаштымы икән?
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы аталары, ағай- апайҙары менән бер рәткә йәш патриоттар- пионерҙар ҙа баҫа. Г ерой -пионерҙарҙың ҡылған батырлыҡтары, уларҙың исемдәре бер ваҡытта ла онотолмаһын ине. ә гәр ҙә бөгөнгө дәрестә беҙ уларҙы иҫләп, исемдәрен әйтеп, өйрәнеп китмәһәк яҙыҡ булыр ул, балалар.
-Герой кем була ул?
-ниндәй кешеләргә герой тип әйтәләр?
- Советтар Союзы Геройы тигән исемде кемдәргә генә бирәләр икән?
Герой -пионерҙар.
Һуғышҡа тиклем балалар ҡәҙемге малай һәм ҡыҙҙар булған. Мәктәптә уҡыған, өйҙә ата-әсәһенә ярҙам иткән, уйнағандар, шаярғандар.уларҙы тик туғандары һәм класташтары ғына белгән. У л алыҫ ваҡыттарҙа мәктәптәрҙә пионер ойошмалары эшләй ине. Пионерға иң яҡшы уҡыған, тәртип боҙмаған, ололарға кесесекле, кескәйҙәргә оло була белгәндәрҙе генә пионерға алалар ине. Пионерҙар муйындарына ҡыҙыл галстук тағып йөрөй торғайнылар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас балалар ҙа немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк белдерәләр, ләкин йәштәре бәләкәй булғас уларҙы армияға алмайҙар. Шулай ҙа кескәй генә пионерҙар йә партизан отрядттарында, хатта регуляр армияла ла ҡатнашалар.
Бына шуларҙың береһе Леня Голиков. Слайд4
Лукино тигән ауылда үҫә ул. Ауылды дошмандар баҫып алғас- Леня партизандар отрядына ҡушыла. Разведкаға йөрөй, файҙалы мәғлүмәттәр алып килә. Бер ваҡыт ул юлда немец машинаһын күреп ҡала һәм уға граната ташлай. Машинана немец генералы ҙур портфель менән килеп сыға ла ҡаса башлай. Леня уның артынан төшә. 1 км тирәһе уның артынан бер тотам ҡалмай йүгерә ул. Һәм Леня уны юҡ итеп портфелен партизан отрядына алып килә. Портфелдә бик мөһим документтар булған була. Хатта был документтарҙы генарал штабына- Мәскәүгә ебәрәләр. Ләкин күп тә үтмәй фашистар менән бер алышта Леня һәләк була. Һәм 1944 йылдың 2 апрелендә Леня Голиковҡа Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Зина Портнова. Слайд 5
Зина Зуя каникулда булғанда һуғыш башланып китә. "Юные мстители" исемле подпольный ойошмаға ҡабул ителә. Улар фашистарға ҡаршы өндәгән листовкалар тараталар, төрлө диверсиялар эшләйҙәр. Бер көндә фашистар Зинаны тотоп алалар һәм подпольный ойошманың етәкселәрен белер өсөн язалай башлайҙар. Зина нәмә лә әйтмәй. Фашистар унан бер нисек тә әйттерә алмағас Зинаны үлтерәләр. Уның батырлығын Тыуған иле онотмай- ул үлтерелгәс, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Марат Казей. Слайд 6
Марат әсәһе менән йәшәгән ауылды ла фашистар баҫып ала. Көҙ еткәс Марат мәктәпкә 5 класҡа уҡырға бара алмай, мәктәпте фашист илбаҫарҙары үҙҙәренең өйө итеп алалар. Марат партизандар отрядына китә. Уны разведчик итеп ҡуялар. Фашистар менән ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бер көндө фашистар менән алышта ул һәләк булып ҡала. Бына нисек була ул. Марат һуңғы патроны бөткәнсе атыша. Ә һуңғы гранатаһы ҡалғас, немец фашистарын яҡыныраҡ үҙе эргәһенә ебәрә лә уларҙы ла, үҙен дә шартлата. Ошо батырлығы өсөн Марат Казейға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Минск ҡалаһында уға арнап һәйкәл дә ҡуйылған.
Валя Котик. Слайд 7
Ул йәшәгән ауылға фашистар килгәс, Валя иптәштәре менән фашистарға ҡаршы көрәшә башлайҙар. Валяны связной һәм разведчик итеп һайлап ҡуялар. Валя партизандар менән бәйләнеш тә булдыра. 14 йәшлек кенә малай өлкәндәр менән бер рәттә һуғыша. Ул 6 дошман эшелонын шартлата, Гитлер офицерын да юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн "Ватан һуғышы партизаны" тигән миҙал, шунан орден менән бүләкләнә, ә фашистар менән тиңһеҙ алышта һәләк булғас , Валя Котикка Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
Ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 100-ләгән пионер "Бөйөк Ватан һуғышы партизаны" миҙалы, 15 меңе - "За оборону Ленинграда" миҙалы, 20 мең пионерға " За оборону Москвы" миҙалы менән бүләкләнә. Ә 4 пионерға- Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Ә йҙәгеҙ, уларҙы хәтерләп, ошо ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙҙар менән малайҙарға арнап "Песня о пионерах- героях" тигән йырҙы баҫып йырлайыҡ.
"Песня о пионерах- героях". Слайд 8
Музыка А. Пахмутовой, слова С. Гребенникова и Н. Добронравова.
Шумела гроза над землею,
Мужали мальчишки в бою…
Знает народ: пионеры - герои
Навечно остались в строю!
Припев:
Шли они сквозь бурю,
Шли они сквозь ветер,
И ветер песню, песню их сберег:
"У нас один, один лишь путь - к победе!
И нету других дорог!"
Шагают они на параде,
Равняя невидимый ряд,
Правофланговыми в каждом отряде
Ребята - герои стоят!
Припев.
Мы в жизни, мой друг и ровесник,
Дорогой героев пойдем.
Подвиги их мы запомним, как песню,
И сами ее допоем!
Припев.
Был фашистик Германия менән һуғыш һәр өйгә тиерлек ҡағылды. Һәр ғаиләлә тиерлек кемдер һәләк булған, кемдер хәбәрһеҙ юғалған, кемдер яраланған, кемдер аяҡ- ҡулһыҙ ҡалған. Беҙҙең илебеҙ был ҡот осҡос һуғышта 27 млн кешеһен юғалтты. Ә күпме яндырылған ауылдар, ҡалалар, емереклектәр... Аслыҡ, ялағаслыҡ . Еңеү көнөн бөтә халыҡ 1418 көн көттө. 1418 төн буйы әсәләр - улдарын - ҡыҙҙарын, ирҙәрен - ағаларын, йәш ҡыҙҙар егеттәрен, ә балалар - атайҙарын өмөтләнеп көттө.
Шуның өсөн дә Еңеү көнө ҙур шатлыҡ, күҙ йәштәре аша килгән шатлыҡ, ҡыуаныс. Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим юҡҡа ғынамы үҙенең шиғырында : слайд 9
" Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә
Бер битеңдә моңһоу ай һаман!
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама… тимәгән.
Һуғыш тамамланыуға быйыл 9 майҙа 78 йыл тула. Күпме ул, әҙме ул?
Әммә бер ваҡытта ла ошо Тыуған ил, өсөн ғүмерен йәлләмәгән, бөтә йәне-тәне менән Тыуған ере өсөн көрәшкән Совет кешеләрен бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо һуғышта һәләк булғандарҙы һәм ветерандарҙы хөрмәтләп 1 минутҡа тын ҡалайыҡ.
(бер минут тынлыҡ)
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә
Арина 1) Һеҙ ҡайҙарҙа ятаһығыҙ икән,
Ниндәй тупраҡ, ниндәй ерҙәрҙә?
Ҡайтабыҙ тип киткәйнегеҙ бит,
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.
Айтуған 2) Яу ҡырҙары күптән инде тынды,
Шул ҡырҙарҙа мәңге ҡалдығыҙ.
Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән
Еңеү булып балҡый данығыҙ.
Нургиз 3) Дан һеҙгә, ил улдары,
Ватан йырлай һеҙгә дан!
Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары,
Хөрмәтләй һеҙҙе Ватан!
Слайд 10
9 май- Бөйөк еңеү көнө. Был байрам һәр берегеҙгә шатлыҡ, ҡыуаныс менән бер рәттә ғорурланыу тойғоһон да алып килһен. Һәр берегеҙ, балалар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл ветерандары алдында баш эйһен ине һәм рәхмәтен белдерһен ине.
Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыҙыл ҡағыҙ киҫәктәре ята. Ошо ҡағыҙ киҫәктәренән ут телдәре эшләйек һәм Мәңгелек утты тоҡандырып ҡуяйыҡ. Мәңгелек ут Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған, беҙҙең көндәргә тиклем йәшәй алмаған барлыҡ ветерандарға ла арналһын!
("День победы" йыры аҫтында плакат, йондоҙ төшөрөлгән, ситтәренә ялҡын телдәре йәбештереү. )
Еңеүҙең 70 йыллығына арналған класс сәғәтен тамамлап бәләкәй генә викторина үткәреп алайыҡ. Слайд 11
- Бөйөк Ватан һуғышы ҡасан башланған?
- Советтар Союзына ниндәй ил баҫып ингән?
- Фашистик Германия ниндәй маҡсат менән Советтар Союзын баҫып ала?
- Иң беренсе фашистар менән кемдәр алышҡа инә?
- Мәскәүҙе алыу планын гитлеровсылар нисек атай?
- Ленинград блокадаһы нисә көн дауам итә?
- Сталинград өсөн күпме ваҡыт һуғышалар?
- Тыл фронт нисек ярҙам ярҙам иткән?
- Ниндәй көндә рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағы ҡуйыла?
- Фашистик Германия капитуляцияға ҡасан ҡул ҡуя?
- Бөтәһе нисә пионерға Советтар Союзы геройы исеме бирелә?
- Уларҙың исемдәрен әйт.
Хөрмәтле уҡыусылар! Ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын. Күк йөҙөн
ҡара болоттар ҡапламаһын.
Һәр бер әсә ғүмер бүләк итә
Балаһына оҙаҡ йәшәргә
Һәм балаһын яуға оҙатҡанда
Бер үк төрлө илай әсәләр.
Дуҫтар, дуҫтар, һиҙгер булайыҡсы,
Сыланмаһын әсә керпеге.
Яуҙан улын көтөп ағармаһын
Әсә сәстәренең бөртөгө.
Уҡыусы. Фидалия слайд 12
Уҡыйыҡ "4"-кә һәм "5"-кә,
Тормош аҡ бәхеткә тулһын.
Көнөбөҙ яҡтыраҡ балҡыһын,
Илемдә бар кеше шат булһын!
Йомғаҡлау.
Балалар! Һеҙ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән ғорурланып йәшәгеҙ.
улар Ватан өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәне. Һеҙ ҙә үҙ Ватанығыҙҙы яратығыҙ, кешелекле һәм кеселекле булып үҫегеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...
Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы
Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...
Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.
Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...
Тематическое планирование по математике 5- 11 класс автор Мордкович, по физике 7-9 класс Громова, физике 10-11 класс Мякишева, факультативные курсы 9-11 классы по математике
В данном файле вложено тематическое планирование по математике. алгебре, геометрии, физике с 5 по 11 класс...
Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.
Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....
Рабочая программа по направлению: "Цветоводство и декоративное садоводство" 5класс 2019-2020гг.,6 класс 2020-2021гг., 7 класс 2021-2022гг.,8 класс 2022-2023гг., 9 класс 2023-2024гг.
Рабочая программа по направлению: "Цветоводство и декоративное садоводство" 9класс 2023-2024гг.",...
КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023
Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....