"Урал батыр" эпосы буйынса брейн-ринг
методическая разработка (9 класс) на тему

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

"Урал батыр" эпосы буйынса брейн-ринг

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ural_batyr.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема : “ Урал батыр “ эпосы буйынса брейн –ринг .

Маҡсат : 1 . Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “ Урал батыр “ эпосының йөкмәткеһен тәрәнерәк үҙләштереү .

2 . Халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу , ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү .

3. Уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү .

Йыһазландырыу : эпос буйынса уҡыусылар эшләгән иллюстрациялар ,

ҡара йәшник , алма , ҡыҙыл һәм күк йондоҙсоҡтар .

Дәрес барышы :

- Уҡытыусының инеш һүҙе .

Уҡыусылар , беҙ башҡорт халҡының мәшһүр “ Урал батыр “ эпосы менән танышыуҙы тамамланыҡ . Бөгөн йомғаҡлау дәресе . Был дәрес ябай ғына булмаҫ , дәрес – ярыш йәки брейн –ринг тип аталыр ул . Ике команда зирәклектә , тапҡырлыҡта көс һынашыр .

Иң тәүҙә халҡыбыҙҙың ғорурлығы , бөйөк ҡомартҡыбыҙ – “ Урал батыр “ эпосы тураһында бер кәлимә һүҙ .

“ Урал батыр “ эпосын башҡорт фольклористикаһына нигеҙ һалыусы Мөхәммәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике ҡурайсынан яҙып алған .Тәүге тапҡыр 1956 йылда күп томлыҡ “ Башҡорт халыҡ ижады “ серияһында баҫыла .

 1975 йылда Мәскәүҙә 200 томлыҡ “ Бөтөн донъя әҙәбиәте китапханаһы “ серияһында “ Урал батыр “ эпосы рус телендә донъя күрә .

Һуңғы йылдарҙа эпос словак , төрөк , инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты .Был күренеш башҡорт эпосының донъя әҙәбиәтенә инерлек әҫәр булыуын раҫланы .

Донъя мифологияһы фәнендә был эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур . Ғөмүмән , “ Урал батыр “ эпосы фәнни яҡтан тикшереүселәр өсөн сере бөтмәҫ тылсымлы ҡоҙоҡ .Уны өйрәнеү әле башланып ҡына тора .

Урал батыр шундай изге йән булған – яуыз заттарҙан халыҡты ҡотҡарып , тере һыуҙы иң элек тәбиғәткә һибеп , ерҙә тереклек ҡалдырған . Хәҙерге заманда беҙҙең телебеҙ , йолаларыбыҙ , ғөрөф – ғәҙәттәребеҙ юғала барғанда , маңҡортлоҡ көсәйгәндә , Урал батыр беҙгә тағы ла ярҙамға килә .

 Был эпос беҙҙе тел , тәртип , әхлаҡ , үҙеңде тотоу , ижад йәһәтенән дә һәр яҡлап тәрбиәләй . Әҙәп ҡағиҙәләре һалынған “ Урал батыр “ эпосы – хәҙерге эскелек , наркомания , енәйәтселек , әҙәпһеҙлек күренештәре баҫып барған заманда беҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтеп торған маяҡ ул . Ул беҙҙе шулай һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа , изгелеккә , халҡыбыҙға мәңге тоғро булырға өйрәтеп торһон !

 Бөгөн зирәклек ҡылысы һәм тапҡырлыҡ һөңгөһө менән ҡоралланған 2 команда көс һынаша . Әйҙәгеҙ , уларҙы ҡаршы алайыҡ !

-  Командалар сығып баҫа. ( Командалар исеме , девизы менән таныштыра )

У7ытыусы.

Ярыштың тәртибе менән таныштырып үтәм . Командалар һорауҙарҙы иғтибар менән тыңлай һәм яуап бирә . Дөрөҫ һәм тулы яуаптар өсөн ҡыҙыл йондоҙ , тулы яуап булмаһа – күк йондоҙ бирелә . Башланыҡ !

1-се һорау . Йәнбирҙе менән Йәнбикә ни өсөн кеше аяғы баҫмаған ергә килгәндәр ?

2-се һорау : Эпоста ниндәй фантастик образдар бар?

3-сө һорау : Донъяла мәңге ҡалыр, күккә лә осор , һыуға ла батмаҫ , утҡа ла янмаҫ ?

4-се һорау : Кем тураһында һүҙ бара : ҡабан сусҡа елкәле , филдәй йыуан балтырлы , имәнес йыуан ҡорһаҡлы ?

5-се һорау : Ҡәһҡәһә кем ул ? Урал батыр ни өсөн был батшалыҡты ҡыйрата ?

6-сы һорау : Был һүҙҙәрҙе кем әйтә :

Мине бүлеп ашап та

Сәйнәп – сәйнәп йотоп та .

Барыбер аш булмамын ,

Һис аш булып һеңмәмен .

Йәншишмәнән һыу алып ,

Әсәм тәнем йыуҙырған …

7-се һорау : ( Музыка аҫтына ҡара ҡумта сығарыла . ) Был ҡумтала Ҡатил батшаның ҡыҙы Уралды кейәү итеп һайлағас бирелгән бүләге ята . Нимә ул ? ( алма )

8-се һорау : Тылсымлы таяҡтың ниндәй көсө бар?

9-сы һорау : Самрау батша илендәге йолаларҙы һөйләгеҙ .

10-сы һорау : Урал батырҙың улдарын һанағыҙ .

11 –се һорау : Ҡатил батшалығындағы ҡурҡыныс йолалар тураһында һөйләгеҙ .

12 –се һорау : Башҡорттарҙа аҡҡош – изге ҡош булып иҫәпләнә . Ни өсөн ? Эпос быны нисек аңлата ?

13-сө һорау : Урал батыр Йәншишмә һыуын бөрккәс , тәбиғәт менән булған үҙгәрештәрҙе тасуирлап бирегеҙ .

14 –се һорау : Ямантау ҡайҙан барлыҡҡа килгән ? Был тау ысынлап та бармы ? Ҡайҙа урынлашҡан ?

15-се һорау : Һаҡмар батырҙың ата-әсәһе кем була ?

16-сы һорау : Урал тауы нисек барлыҡҡа килгән ?

17 –се эш : Урал батырҙы данлап шиғыр яҙырға .

- Уйын тамамлана . Йондоҙҙар һаны буйынса еңеүсе команда билдәләнә .

- Уйыныбыҙҙың аҙағына ла еттек . Көсөргәнешле ярышта ….. команда еңеүсе тип табылды . Улар үҙҙәрен тапҡыр ҙа , зирәк тә , сәсән телле лә , ҡыйыу ҙа итеп күрһәтте . Афарин !

-Тере булһын бар тереклек ,

Имен булһын булғаны .

Рух хазинаң тула торһон ,

Кәмемәһен тулғаны !

Ошо изге теләктәрҙе теләп , беҙ һеҙҙең менән хушлашабыҙ . Һау булығыҙ !


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

брейн-ринг "Содружество муз"

Конкурс знакоков искусств (материал к декаде искусств)...

Внеклассное мероприятие по истории. Брейн-ринг "Политическая раздробленность на Руси" 6 класс

Внеклассное мероприятие по истории. Брейн-ринг "Политическая раздробленность на Руси" 6 класс. Мероприятие подготовлено к предметной неделе. Участвуют команды параллели 6-х  классов....

физико-математический брейн-ринг

Внеклассное мероприятие для 9-10 классов. С помощью мероприятия хотелось повысить интерес учеников к предмету....

Сценарий брейн-ринга.

     Данный сценарий разработан для детей 4 -6 классов. Он позволяет в доступной и увлекательной форме закрепить знания, полученные на уроках. Вопросы брейн- ринга достаточ...

Физико-математический брейн-ринг 8-9 класс

Цель: -развитие и укрепление интереса к предмету, -развитие познавательной и творческой деятельности, -развитие культуры коллективного умственного труда....

Математический "Брейн-ринг" для учащихся 8-х классов

Данный «Брейн-ринг» способствует , развитию познавательной активности учащихся, логического мышления, внимания, повышению интереса к изучению математики, расширению кругозора , углублению знаний по ма...

Внеклассное мероприятие Математический «Брейн-ринг» в 8 классе

Цели:  Развивать и укреплять интерес  к математике, истории ее развития, мотивировать познавательную  деятельность, развивать сообразительность, любознательность,  логическое...