Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорға йыйылды
статья на тему

Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы

Съезд эшен иң әүҙем башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары вәкилдәрен бүләкләү менән дауам итте. Мәләүез башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте делегацияһының ике вәкиле Мәләүез муниципаль районы Советы секретары Һәйәрғолова Лилиә Зиннур ҡыҙы һәм “Октябрь юлы” газеты редакцияһының яуаплы секретары Шаһиғәлина Гөлиә Шәрифйән ҡыҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл obzh_statya.docx15.42 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡатын –ҡыҙҙар ҡорға йыйылды.

Күптән  түгел Өфө ҡалаһында “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”  IV сираттан тыш съезын үткәрҙе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең беренсе рәйесе, телсе, филология фәндәре докторы Н.Х. Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған съезд – башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, киләсәктә прогрессив үҫеш юлдарын етди хәстәрлек күргән алдынғы ҡарашлы, илһөйәр, иң әүҙем башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары вәкилдәренең форумы булды ул. Съезда дөйөм глобалләшеү һәм йәмғиәтте модернизациялау шарттарында ҡатын-ҡыҙҙың роле һәм эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Съезд эшендә Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Санкт-Петербург ҡалаһынан бөтәһе 400-гә яҡын делегат һәм ҡунаҡ , шулай уҡ муниципаль һәм йәмғиәт ойошмалары, Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Мәләүез муниципаль районынан да 8 кешенән торған делегация ҡатнашты. Делегация составында мәғариф, мәҙәниәт, спорт, медицина һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһенән вәкилдәр бар ине.

Съезд барышында съезда ҡатнашыусыларҙың бик фәһемле һәм актуаль мәсьәләләрҙе күтәргән һәм уларҙан сығыу юлдарын эҙләгән сығыштар күп булды. Был сығыштар ғаиләне нығытыу, яҡлау, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, сәләмәт быуын тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек темаларҙы яҡтыртты һәм ошондайыраҡ ҡарарҙар ҡабул итте:

  1. Һәр башҡорт ғаиләһенең үҙ балаларын туған телгә һөйөү рухында тәрбиәләүҙе мөҡәддәс бурыс икәнен еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйырға.
  2. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау белгестәре менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн хоҡуҡи дәрестәр ойошторорға.
  3. Талантлы башҡорт балаларын махсус республика программаларына йәлеп итергә.
  4. Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыу мөһимлеген аңлатыу буйынса табиптар командаһы менән етди эш алып барырға.
  5. Дәүләт власы органдарына аҫабалыҡ хоҡуҡтарына ҡараған ерҙәргә бәйле мәсьәләләрҙә РФ Конституцияһының 9-сы статьяһына таяныуҙы һорап мөрәжәғәт итергә.
  6. Башҡорт йәштәрен дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә тәҡдим итеү буйынса эште ойошторорға.
  7. Киң мәғлүмәт сараларынан, телевидение-радио, башҡорт телендәге баҫмалар редакцияларынан  йәштәргә милли асыл, милли рух ҡиммәттәренә тоғролоҡ һаҡлау йәһәтенән, заманға ҡулайлашырға ярҙам иткән психологик, медицина, әхләҡи, иҡтисади, хоҡуҡи йүнәлештәге рубрикаларҙы күбәйтеүен һорарға.
  8. Террористик идеология менән хаҡ мосолман дине араһындағы айырмаларҙы аңлатыу буйынса эш алып барырға һ.б.

Съезд эшен иң әүҙем башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары вәкилдәрен бүләкләү менән дауам итте. Мәләүез башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте делегацияһының ике вәкиле Мәләүез муниципаль районы Советы секретары Һәйәрғолова Лилиә Зиннур ҡыҙы һәм “Октябрь юлы” газеты редакцияһының яуаплы секретары Шаһиғәлина Гөлиә Шәрифйән ҡыҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Шулай уҡ  иң әүҙем, эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы,  “Аҫыл башҡорт ҡыҙы” таҫмалары тапшырылды. Советҡа Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалаһы һәм райондарынан бөтәһе 47 вәкил һайланды. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйесе итеп Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы билдәләнде.

Съезда танылған шәхестәребеҙҙең ҡатнашыуы абруй һәм мәртәбә өҫтәһә, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, мосолман кейемдәре, тире һәм кейеҙҙән эшләнгән ҡул эштәре сараны рух һәм күңел байрамына әйләндерҙе.

Рәхмәтуллина Г.Р., “Мәләүез башҡорт

 ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”ойошмаһы рәйесе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме

Урок башкирского языка в русской школе по теме "Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме" в 11 классе....

“МОГҖИЗАЛАР КЫРЫ” (Г. Тукайның тормыш юлы һәм иҗатына багышланган уен)

Сыйныф Г. Тукай портреты, әдипләрнең Тукай турында әйткән сүзләреннән плакатлар, Г. Тукай әсәрләренә укучылар ясаган иллюстрацияләр, “Могҗизалар кыры” өчен ясалган плакат, барабан, магнитлы тактабелщн...

«Һич картаймый шагыйрь иҗаты» Г. Тукай иҗатын йомгаклау дәресе, 10 нчы сыйныф, татар әдәбияты

10 нчы сыйныфта татар әдәбиятыннан  Г. Тукай иҗатын өйрәнүне йомгаклау дәресе. Дәрестә муьтимедиа проектор, компьютер, презентация кулланылды....

КВН. Муса Җәлил иҗатына багышланган ярыш.

Муса Җәлил иҗатына багышланган  ярыш. (5-8 класслар өчен)...

Г. Тукай иҗатына багышланган Шигырь бәйрәме

Бу бәйрәмне уку елының төрле вакытында үткәрергә мөмкин. Гадәттә, без аны сөекле шагыйребез Г.Тукай туган көн алдыннан оештырабыз. Иң элек барлык укучылар арасында иң яхшы шигырь язучыга конкурс игъла...

Г.Тукай иҗатына багышланган әдәби– музыкаль кичә

ТР мәгариф һәм фән министрлыгы8 төрдәге Мамадыш махсус коррекцияләү торак мәктәбе      Г.Тукай иҗатына багышланган әдәби– музыкаль кичә...