Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме
методическая разработка (11 класс) по теме

Урок башкирского языка в русской школе по теме "Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме" в 11 классе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейеме319.88 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре.

Маҡсат: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре менән  таышыу; милли кейемде бер ни тиклем күҙ алдына баҫтырыу; халыҡ кейемдәрен ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: төрлө  ҡатын-ҡыҙҙыр кейемен сағылдырған һүрәттәр, видио фильм “Национальный костюм башкир”, телевизор, видио плеер.

Дәрес төрө: әҙәби вернисаж.

Ҡулланылған әҙәбиәт: З.Г.Ураксин “ Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге ,С.Шитова “Башкирская  народная одежда” – Уфа “Китап” 1995,С.Шитова  “Башҡорт халыҡ сәнғәте” Демегур- 2002, Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортомдан батыр юҡ икән” – Өфө – 2007, И.Д.Буракаев “Башҡорт мәҙәниәте”- Өфө – 2007, Л.Х.Самситова “Реалии башкирской культуры” – Уфа  “Китап” – 2006, В.С.Мавлетов “Цветущий край благословенный” Уфа – 2001, видио фильм “Национальный костюм башкир”.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә дуҫтар! Бөгөнгө башҡорт теле дәресен “әҙәби вернисаж”, йәки “башҡорт теленән әҙәби вернисаж дәресе” тип атар инем.  Ә “вернисаж” һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

- Белеүегеҙсә “вернисаж” һүҙе француз теленән ингән, “тантаналы рәүештә күргәҙмәне асыу” тигәнде аңлата. Ә ниндәй күргәҙмәгә барасаҡбыҙ – тиҙҙән белерһегеҙ.

 I I. Һүҙлек диктанты.

Бүрек, ҡама бүрек, ҡамсат бүрек, ҡушъяулыҡ, бәйләмес,көләпәрә, кәләпүш, ҡашмау, сәллә, таҫтар, тупый, түбәтәй, бишмәт,елән,камзул, сапан, түшелдерек, байпаҡ, кейеҙ ойоҡ, тула ойоҡ, бышым, ҡата,ҡуңысбау, ҡынйыраҡ, сарыҡ, ситек.

I I I. Дәрестең темаһын  һәм маҡсатын уҡыусыларҙан әйттереү.

  1. Беҙҙең ошо яҙған һүҙҙәребеҙ араһынан кемгә нинәй аңлашылмаған һүҙҙәр бар?
  2. Ә бына бер ни тиклем аңлашылған һүҙҙәрҙе ниндәй бер темаға туплар инегеҙ?
  3. Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Тимәк  бөгөн беҙ һеҙҙең менән  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү  әйберҙәре күргәҙмәһенә барырбыҙ.

IV. Төп өлөш.

  1. Инеш әңгәмә.

Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә ге нә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талап сан, ыҫпайлыҡҡа битараф булма ғанлығы тураһында һүҙ алып бар маҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тари хын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле.

Башҡорттар төрки халыҡтары ғаиләһендә әлеге көндә милли кейемдән тулыһынса баш тартҡан, уны ҡулланыштан сығар ған милләттәрҙән һанала. Урта Азияла, Кавказда ниндәйҙер ки мәлдә милли кейем һаҡланған, ә Иҙел-Урал төбәгендә тәрәҡи итеү се төрки халыҡтары 70—80 йыл эсендә үҙҙәренең милли ке йемен бөтөнләй юғалтҡан. Ә мил ли кейем, милли телдән ҡала, мил ләттең төп сифаттарынан береһе, рухи ҡаҙанышының сағылышы бу лып тора. Был йәһәттән ир заттары ның ҡәмәренә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың еләненә ҡарап ниндәй ырыу, ара вәкиле булыуын асыҡлаған заман дарға тулҡынланыу менән баһа бир мәү мөмкин түгел.

2.Ф.Ғөбәйҙуллинаның “Затлы кейем” шиғыры өҫтөндә эш.

а) Инеш  әңгәмә.

- Күбегеҙҙең өләсәйҙәре бар. Уларҙың һәр ваҡыт ҡәҙерләп һаҡлап тотҡан кейемдәре, әйберҙәре ҡайҙа һаҡлана?

- эйе, һандыҡтарҙа. Ә һандыҡ өҫтәренә борон-борондан бик күп итеп юрғандар, мендәрҙәр, яҫтыҡ, түшәктәр өйөп, ҡороп ҡуйылған булған (һүрәт). Һеҙ моғайын  өләсәйегеҙҙең ошо һандыҡты асыуын түҙемһеҙлек менән көтөп торор булғанһығыҙҙыр.

б) Шиғырҙы тасуири уҡыу.

 в)Һорауҙарға яуаптар алыу.

- Өләсәй һандығында нимәләр һаҡлай икән? (ҡашмау,сулпылар, һарауыс, маңлайса, әмәйҙек, ҡашлы йөҙөк, ҡуш беләҙек) (һүрәттәр)

г) Аңлатмалы һүҙлек менән эш.

- Нимә ул ҡашмау? Аңлатмаһын һүҙлектән табып уҡығыҙ һәм дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. ( һүрәтен ҡарау)

Ҡашмау - баш кейеме. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә,

ынйы менән биҙәп эшләнә. Ҡортба шы ла тегеп

ҡуялар. Күҙ теймәҫкә, тиҙәр. Борон ҡортбашы,

ҡусҡар биҙәге һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан

ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә шунан

 яһағандар.

Ҡашмауҙың арҡа буйлап билгә саҡлы төшөп

 торған өлөшө «олон» тип атала. Уны ҡайһы

берәүҙәр «ҡойроҡ», тигән була, төп тө буш һүҙ.

Ҡашмау олоно «тояҡ» менән ос лана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап, «тояҡ»- тың да төрҙәре бар - сәсәкле тояҡ, сәйлән ле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ...

  1. Нимә ул һарауыс, әмәҙек, һаҡал …һ.б. (уҡыусылар аңлатмалы һүҙлек менән эшләйҙәр, һүрәттәрен ҡарайбыҙ.

д) Йомғаҡлау.

Был биҙәнеү әйберҙәренән тыш һандыҡтарҙа ҡалпаҡтар һәм еләндәр, камзулдар һәм ситектәр һ.б. бик күп затлы-затлы кейемдәре булған беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙең. Беҙ бының тураһында төрлө әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып белә алабыҙ.

3.”Башҡорт халҡының милли костюмы” видиофильмын ҡарау.

/ 8 минут/

4. Башҡорттарҙа милли кейемдең юҡҡа сығыуының сәбәптәре.

Башҡорттарҙа милли кейемдең юҡҡа сығыуының сәбәптәре бик күп, шуларҙың береһе — халыҡты кәмһетеү, халыҡтың кәмһенеүе. Әл лә нисәмә быуаттар буйынса икенсе бер халыҡ тарафынан колониаль иҙеүгә дусар ителгән, семәрле ҡата-ситектән сабата кейеү хәленә төш кән милләттең тышҡы сифаты са ғыштырмаса ҡыҫҡа тарихи аралыҡ та юғалыуы аңлашыла һымаҡ. Тик  бының менән килешеүе ҡыйын... Ҡәҙими фекер йөрөткәндә, баш ҡорттарҙың башынан үткән тарихи ваҡиғалар, уларҙың айырыуса фа жиғәле тарихи яҙмышы милли ке йемде юғалтыу осоронда асыҡ күре нә: азатлыҡ, үҙаллылыҡ өсөн булған һәр күтәрелештән (восстаниенан) һуң уларҙы үҙ илендә йыртҡыстарса ҡырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы ҡоллоҡҡа һатыу, Салауат восста ниеһынан һуң башҡортто кейеменән танып физик юҡҡа сығарыу, рево люциянан һуң башҡорт ҡатын-ҡыҙ ҙарының биҙәү әйберҙәрен (көмөш, алтын балдаҡ, йөҙөк, беләҙек, һаҡал, селтәр, муйса, эмәйҙек һ. б.) көслөк менән йыйып, билдәһеҙ маҡсатта үҙәккә оҙатыу, коллективлаштырыу осоронда хәлле башҡорт хужалыҡ тарын бөтөрөү, йәғни «раскулачивать» (ниндәй ҡот осҡос һүҙ) итеү, һәр хәлле башҡорт ғаиләһенең өҫ кейемен, шәхси йорт-ҡаралтыһын, мынаятын һатыу, ярлыларға өләшеп биреү, артабан милли кейемдең бер нигеҙенән һаналған кейек тиреләре нән мәхрүм ҡалыу, аҫыл таштарҙан, затлы металдарҙан яҙыу, үҙ илеңдә, үҙ ереңдә үҙ байлығына хужа бул мау милли кейемдең, милли төҫмөр ҙөң бөтөүенә, юҡҡа сығыуына килтергән. Алтын-көмөш биҙәү әйберҙ ре йыйып алынғандан һуң, «совет аҡсаһынан» ҡатын-ҡыҙҙар түшлек, муйынса, эмәйҙек, һаҡал яһап ҡа райҙар, ләкин улар ҙа бөтә, (сын көмөш тәңкә булмағанлыҡтан, та ғыу өсөн ауыр була, кәрәк-яраҡҡа тотонола), ахырҙа сәхнә кейеменә лә консерва һауытынан, ҡурғаш-ҡа ғыҙҙан ҡырҡылған «тәңкәләр» ме нән биҙәү көнөнә төшәләр. Тәбиғи таштар, тәбиғи мәрйендәр, үҡа еп тәр бөтә һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа рының милли кейеме, инәйҙәр һүҙе менән әйткәндә, «һыпайта күлдәк кә», «ҡысынма ептән бәйләнгән жимпергә», «ҡыйыҡса яулыҡҡа», «әләм-һәләмдән тегелгән бәлтәгә» тороп ҡала. «Инәй, ниңә бер ҙә бо ронғо кейемең юҡ, боронғо кейемде һаҡламаның?»—тип һорауға улар: «Зиннәт булмағас, ниндәй элекке кейем булһын, ул кейемдәрҙе әҙер ләүгә бер нәмә лә юҡ, һандыҡ тө бөндә ятҡан кейем остоғон, мәрйендәрҙе, һаҡал, селтәрҙе лә музейға тип йыйып киттеләр»,— тейеүселәр күп осраны.

V.Йомғаҡлау.

VI. Өй эше биреү. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Классный час "Арын-нуурнун дурумнери"

Классный час воспитывает быть честными, совестливыми....

Сузук кичээли "Арын-нуурнун дурумнери"

Мозу-будуш темазынга класс шагы "Арын-нуурнун дурумнери"...

Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә уларҙың бирелеше (сағылышы).

Был эште яҙыр алдынанбик күп әҙәби сығанаҡтарҙы үҙләштерҙек һәм шундай һорауҙар тыуҙы. Беренсенән, башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан; икенсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп; ә ни өсөн дәүләт символдар...

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау

Башҡорт  теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын  баһалау....

Классный час "Арын-нуурнун дурумнери"

Классный час "Арын-нуурнун дурумнери"...