Разработка урока на тему "Местоимение"
план-конспект занятия (5 класс) по теме
Разработка урока
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
almash_temahyna_dres_eshkrtmhe.docx | 18.89 КБ |
duslyk-gumer_birgn_bulk.docx | 17.7 КБ |
Предварительный просмотр:
«Алмаш» темаһын әҙәбиәт мнән бәйләп өйрәнеү.
Дәрес-ярыш.
Дәрес барышы:
1. Фонетик күнегеүҙәр.
2. Кроссворд сисеү. Теманы билдәләү.
1) Һунарға йөрөтөү өсөн ҡулға эйәләштерелгән йыртҡыс ҡош.
2) Боронғо дәүерҙә йәшәгән әҙип.
3) Пәйғәмбәр, аҡыл эйәһе
4) Күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, өс хәрби Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградланган, алтын сәғәт һәм көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән батыр.
5) Ырыу тарихы.
6) Республикалағы балалар журналы.
7) Ҡылыс Ҡашҡа улы Һабрау сәсән яратып уйнаған музыка ҡоралы.
8) БР халыҡ шағиры, ошо юлдар авторы: Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай сәскә йыямын... Шиғыр нисек атала? ( йыр тыңлау, портретын күрһәтеү, китаптар ҡарау).
- Шулай итеп, бөгөнгө дәрес “Алмаштар” темаһына арнала һәм ярыш формаһында буласаҡ.
3. Үткәндәрҙе ҡабатлау.
А) Лексика бүлеге нимәне өйрәнә?
Б) Нимә ул синонимдар? Миҫалдар.
В) Нимә ул антонимдар?
Г) Омонимдар тип нимәгә әйтәләр?
Д) Һүҙ төркөмдәрен фәндең ниндәй бүлеге өйрәнә?
Е) Нимә ул алмаш?
Ж) Алмаштар нисек үҙгәрә?
З) Нисә төркөмсәһе бар?
4. Тест һорауҙарына яуаптар
Алмаштар ниндәй мәғәнә белдерә?
А) дөйөм мәғәнә
Б) уртаҡ мәғәнә
В) конкрет әйберҙе аңлата.
Һөйләмдең ниндәй киҫәктәре булып киләләр?
А) баш киҫәге
Б)эйәрсән киҫәге
В) бөтәһе лә
Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра улар?
А) үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен
Б) ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен
В) исем менән ҡылымды ғына
Башҡа һүҙ төркөмдәренән нимәһе менән айырыла?
А) килеш, һан, зат менән үҙгәрмәй
Б) һорауҙары юҡ
В) һөйләм киҫәге булмай
5.Рәттәр буйынса ярыш.
1)Перфокарталар менән эш. Бирелгән һөйләмдәргә алмаштар ҡуйып яҙырға, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Ни сәсһәң, шуны урырһың.
Һаулыҡты хеҙмәткә һалһаң, ул үҫкәндән-үҫер.
Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында.
2). Алмаштар ҡулланып, бәйләнешле текст төҙөргә. Коллектив инша “Белем алыу- тырышлыҡ”.
3).Һуңғы һөйләмде дәфтәргә яҙыу. Синтаксик анализ яһау, алмаштарҙың төрөн билдәләү.
Ял минуты.
4).Таҡтала алмаштарҙың төрөн билдәләргә (1-әр уҡыусы).
Белмәү ғәйеп түгел ул, белергә тырышмау ғәйеп.
Белемен булдырған- үҙ башын һаҡлаған.
- Бындай аҡыллы һүҙҙәрҙе беҙгә ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырған. Мәҡәлдәрҙә нимә сағылған?
- Башҡорттар борон-борондан әҙәпле булған. Насар ҡылыҡты исеме менән әйтергә уңайһыҙланып, тапҡыр һүҙҙәр- фразелогизмдар ҡулланған.
6. Эш. Алмаштар ҡулланып, ошо һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөргә.
Кәкре ҡайынға терәү-
Айыу майы һөртөү-
Танау күтәреү-
- Башҡорт халыҡ шағиры Р.Ғарипов ижады ла беҙҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, кешенең иң матур сифаттарын күрһәтә, туған телде, илде, халҡыңды яратырға, ҡәҙерен белергә саҡыра, ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа өндәй. Уның аманатына тоғро булыуыбыҙҙы шиғырҙарын һөйләп иҫбат итәйек.
7. Шиғриәт минуттары.
8. Шиғырҙар буйынса күнегеүҙәр.
!) алмаштарға грамматик анализ
!) килеш менән үҙгәртергә.
9. Уҡытыусы “Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән әле...” шиғырын уҡый.
- Шағир нимә тураһында хыялланған, нимәгә өмөтләнгән?
Йомғаҡлау. Ярһыу йөрәкле шағир үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерен телен, халҡын данлап, дөрөҫлөк өсөн көрәшеп үткәргән. Бынан күп йылдар элек ул Башҡортостанын- үҙ аллы, башҡорт телен дәүләт теле итеп күрергә теләгән. Һәм уның хыялы ниһайәт тормошҡа ашты.
10. Алмаш тураһында ижади эштәр уҡыла.
- Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәгә өлгәштек?
Өй эше бирелә. Р. Ғариповтың шиғырҙарынан алмаштар табырға.
Предварительный просмотр:
Дуҫлыҡ- ғүмер биргән бүләк.
Уҡыусылар менән әңгәмә.
Маҡсат: дуҫлыҡ тураһында фекер алышырға өйрәтеү. Дуҫлыҡты һаҡлай белергә, дуҫ була белергә өйрәтеү. Дуҫлыҡтың иң мөһим сифаттарҙың береһе булыуына ышаныс тыуҙырыу.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу моменты.
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
- Уҡыусылар, мин һеҙгә бер әкиәт һөйләйем. Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүебеҙҙе шунан аңларһығыҙ.
Борон-борон заманда, бейек тауҙа, ғаиләһе менән көтөүсе йәшәгән. Ул бик ярлы булған. Бер төндө уларҙың ишеген өс кеше шаҡыған. Көтөүсенең өйө бик бәләкәй икән. Ул уларға:
- Берегеҙ генә керегеҙ, өйөм бик кес кенә минең,- тигән һәм, -
Һеҙ кемдәр һуң? - тип һораған.
- Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ. Һин ҡайһыбыҙҙы саҡыраһың, шул керер, -тигән улар.
Һеҙгә һорау:
- Көтөүсе өйөнә кемде саҡырған? (уҡыусыларҙың яуабын тыңлау).
- Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? (дуҫлыҡ тураһында)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
- Ә нимә һуң ул дуҫлыҡ һәм уның ниндәй төрҙәре бар? Был һорауға яуап биреү өсөн, һәр кем алдында ятҡан ҡағыҙҙы ала һәм үҙ фекерҙәрен яҙа. Шунан һуң һыҙыҡ һыҙа. Минең команда менән урындарынан тороп , һәр кем үҙенә пар эҙләй, үҙендә булмаған фекерҙәрҙе өҫтәй. Һеҙҙең бурыс күберәк кеше менән аралашып, күп фекер туплау.
Урындарға ултырабыҙ һәм фекерҙәрҙе тыңлайбыҙ. (дуҫ һинең өсөн шатлана, борсола, хәлеңә керә, ярҙам итә, кәрәк ваҡытта аңлата, дөрөҫөн әйтә, һин уға ышанаһың, сереңде һөйләйһең...)
- Эйе, уҡыусылар, ниндәй матур һүҙ. Дуҫ- ул һиңә һәр ваҡытта ла ярҙамға килеүсе әсәйең, атайың. Дуҫ- ул яратҡан китабың, уны уҡыған һайын уҡығы килә. Дуҫ- ул һине белем иленең серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусың. Дуҫ- ул ҡолаҡтары өҙөлгән, һиңә ауыр ваҡытта зарыңды тыңлаусы яратҡан йомшаҡ уйынсығың. Дуҫлыҡ- ул бик ҡиммәтле яҙмыш бүләге. Дуҫлыҡ бергә уҡырға, эшләргә, йәшәргә ярҙам итә. Ул беҙҙе яҡшыраҡ, көслөрәк итә. Кешегә дуҫтарһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Дуҫың булыу-ҙур байлыҡ.
Аңлатмалы һүҙлектән “Дуҫ” һүҙенә билдәләмәне тыңлап үтәйек.
1.Дуҫ- берәүгә ҡарата дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге кеше, яҡын иптәш;
2.Яратҡан кеше;
3.Берәүҙе яҡлаусы, уның менән фекерҙәш, теләктәш, уның яҡлы кеше.
- Дуҫ һәм дуҫлыҡтың нимә икәнен белдек. Ә хәҙер дуҫтарҙың ниндәй булыуы тураһында беләйек.
Ситуациялар.
. һинең дуҫың өй эшен эшләп килмәгән, күсерергә һорай. Һин ни эшләйһең?
Һинең дуҫың һөйләшкәндә насар һүҙҙәр ҡуллана. Һин ни эшләрһең?
Һинең дуҫың насарыраҡ уҡый башланы. Һиңә уның менән уйнамаҫҡа ҡушалар. Һин ни эшләрһең был осраҡта?
Дуҫ һәм дуҫлыҡ тураһындағы һөйләшеүебеҙгә йомғаҡ яһайыҡ. Һәр кем алдында торған бер бит ҡағыҙҙы урталай, унан тағы урталай бөкләй. Уртанан өсмөйөш яһап бөкләй. Ҡағыҙҙы аса. Уртаға дуҫлыҡ тип яҙа. Һәм үҙенең миҫалдарын яҙа.
- Уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Өҫтәлдәге сыбыҡтарға иғтибар итегеҙ. Бер уҡыусы сыбыҡты ала һәм һындырып ҡарай. Нисек һынды? Ә хәҙер бер нисә сыбыҡты бергә һындырып ҡарағыҙ. Был эш еңел булырмы?
Тимәк, шуны белегеҙ: дуҫлыҡ - ул берҙәм булғанда ғына көслө икән.
Инде һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: дуҫ булыу-еңел эш түгел. Ә уны һаҡлап алып ҡалыу – тағы ла ауырыраҡ. Бөгөнгө дәрестә һөйләшкән һүҙҙәр киләсәктә һеҙгә ярҙам итһен ине.
Алдығыҙҙа торған йөрәктәрҙе рәхмәт әйтеп, дуҫтарығыҙға бирегеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка урока по теме «Разработка проектов в системе программирования Visual Basic»
Данный урока проводился в группе первокурсников техникума.Тип урока: комбинированный, использовался контроль знаний, закрепление практических навыков. На уроке использовались разноуровневые задания.Це...
Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания. Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированн
урок по физической культуре с ипользованием инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания...
Разработка урока в 9 классе по обществознанию. Тема: Право. Разработка урока в 9 классе по истории. Тема: "Всё для фронта! Всё для победы!"
Разработка урока в 9 классе по обществознанию. Тема "Право". Урок проводится на основе програмированной технологии.1 шаг: информативность-учащиеся получают определенные знания по данному вопросу.2 шаг...
методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.
Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в 6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...
Разработка урока по теме "Кто Вы, господин Чичиков? (урок-исследование). К разработке прилагается информационная карта
Разработка урока по теме "Кто Вы, господин Чичиков? (урок-исследование). К разработке прилагается информационная карта...
Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"
Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...
Методическая разработка по теме "Разработка урока немецкого языка согласно ФГОС. Тип урока: комбинированный"
Переход на ФГОС позволил переориентировать усилия гигантского преподавательского состава страны с традиционного узкопредметного обучения (предметные результаты) одновременно и на развитие каждого обуч...