Кластан тыш сара "Яугир шағирҙар"
методическая разработка на тему

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Шиғриәт көнөнә,  Әҙәбиәт йылына һәм Еңеүҙең 70 йыллығына арналған   шиғыр һөйләү конкурсы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon boyok_vatan_hugyshy_hm_yaugir_shagirzar.stsenariydoc.doc36 КБ

Предварительный просмотр:

Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир шағирҙар.

(шиғыр һөйләү бәйгеһе)

1.Инеш һүҙ.

Алып барыусы: Бөгөн, 21 март –Бөтә донъя шиғриәт көнө тип билдәләнә. Ошо дата айҡанлы, шулай уҡ бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар һәм батырҙарса һәләк булған фронтовик-шағирҙар иҫтәлегенә арналған шиғыр һөйләү бәйгеһенә йыйылдыҡ.

      Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ”, - тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай  шул уҡ йылдарҙа: “Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа, ғүмеремде бирермен”, - тип йырланы.

     Һәм бына ошо ант һүҙҙәрен бойомға ашырырға көн килде. Бөйөк Ватан һуғышы, бер яҡтан, илебеҙҙең көс-ҡеүәтенә, халыҡтар берҙәмлегенә һынау булһа, икенсе яҡтан, әҙәбиәтебеҙҙең һуғышсанлығына, яҙыусыларыбыҙҙың Ватанға тоғролоғона ла көслө һынау була. Бөтә совет халҡы менән бер үк сәғәттә әҙәбиәтебеҙ ҙә көрәшкә күтәрелә. Һуғыштың тәүге көнөнән үк әҙип һүҙе, шағир йыры илде яуыз дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып яңғырай.

     Башҡорт яҙыусылары ватандаштарын фашизмға ҡаршы көрәшкә саҡырыу менән бергә, үҙҙәре лә тәүге көндән ҡәләмде штыкка алыштырҙы. Патриотик тойғолары һәм гражданлыҡ хисе уларҙы яу яланына өндәне.

     Илебеҙҙең бәхете, кешелектең артабанғы юлы хәл ителгән аяуһыҙ көрәш ҡырында Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Бәҙрүш Моҡамай, Мазһар Абдуллин, Төхфәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов, шулай уҡ тиҫтәләгән талантлы йәштәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә, Данко йөрәгендәй, һаман яҡтыртып, алға әйҙәп тора.

     Кешелеккә йәшәү яулап алыу өсөн ғүмерҙәрен фиҙа иткән был батыр шәхестәр бөгөн, бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән саҡта, мәңге тереләр рәтендә иҫкә алына. Уларҙың йырҙары һаман да көрәшселәр сафында. Сөнки улар һуғыш йылдарында нисек итеп дошманды еңергә өйрәткән булһалар, хәҙер яңы быуындарҙы нисек итеп үҙ Ватанын яратырға, уның өсөн бөйөк фиҙакәрлеккә барырға өйрәтәләр. Шағир М.Хәй һүҙҙәре менән әйткәндә:

Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр –

Үлеүселәр көрәш утында.

Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да

Ерҙә тыуған яңы быуында.

     Яңы быуын, йәғни әлеге уҡыусылар, батыр шағирҙарыбыҙҙың ижадын беләме икән? Иғлан ителгән шарт буйынса, һәр класс бер шағирҙың бер әҫәрен тасуири итеп яттан һөйләргә тейеш.

2. Шиғырҙар һөйләү.

Алып барыусы: Тәүге һүҙ яугир шағир Хөсәйен Ҡунаҡбай тураһында. Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә Әбйәлил районы Таһир ауылында тыуған. 1942 йылда ул үҙе теләп фронтҡа китә, ысын патриот, коммунист, рота политругы Хөсәйен Ҡунаҡбаев ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша.1943 йылдың февраль айында Курск өлкәһендәге  Н. Оскол районы Ольхватка ауылы өсөн барған һуғышта ул батырҙарса һәләк була. Х. Ҡунаҡбаевтың ғүмере ижады сәскә атыу мәлендә, башҡа күптәрҙеке кеүек, ваҡытһыҙ өҙөлә. Уның шиғырҙарын һөйләп ишеттерә ______________.

 Алып барыусы:    Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Саҡмағош районының Яңы күл ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, белемгә ынтыла. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 7 – 8 йыл була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр, баллада яҙып ҡалдыра.______________

Алып барыусы: Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы 1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең  Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.

______________________________

Алып барыусы: Муса Йәлил ( тулы исеме Муса Мостафа улы Йәлилов)1906 йылдың 2 (15) февралендә  Ырымбур өлкәһе  Шарлыҡ районы Мостафа ауылында тыуа. Күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә.ңБөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. 1942 й. пленға эләгә. Моабит төрмәһендә шиғырҙар циклы яҙа. 1944 й. 25 авгусында  Берлин ҡалаһында вафат була.  Советтар Союзы Геройы (1956), Ленин премияһы лауреаты  (вафатынан һуң тапшырылды, 1957). __________________________

Алып барыусы: Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ҡәләмен ташламай. Һуғыш башланыу менән Мостай Кәрим армия сафына алына һәм еңеү көнөнә тиклем фронтта була. Ул Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, ут һәм төтөн ҡаплаған далалар, емерелгән ҡалалар, янған ауылдар аша уҙа. Шундай шарттарҙа «Ҡол ҡыҙы йыры», «Украина» тигән шиғырҙарын ижад итә. Шағирҙың «Киев», «Атлылар анты» кеүек шиғырҙарында ла фашизмға нәфрәт таша, яралы Ер-әсәнең тиҙ һауығыуына ышаныс арта.Хәрби журналист булараҡ, күпте күрә, күпте кисерә, шулар күңел моңо булып ижадына күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сыҡҡан бер китабы «Минең атым» тип аталған.

Алып барыусы: Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бер аҙға ғына булһа ла алыҫ үткәндәргә юлландыҡ, дәһшәтле йылдар ауазын тыңланыҡ, иҫ киткес яҙмыштар менән таныштыҡ. Яугир шағирҙарҙың һәр бер әҫәре һеҙгә васыят кеүек яңғыраһын. Илебеҙҙең, тимәк, һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән бар яугирҙар алдында баш эйәйек, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн мәңге рәхмәтле булайыҡ! Уларҙың батырлығы мәңгелек.

3.Йыр тыңлау. Х.Фәрхи.  Видеоклип ҡарау.

4. Йомғаҡлау. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...