Белем байрамы
материал
Предварительный просмотр:
Белем байрамына арналған сценарий
Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ!
Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ
Һеҙгә яңы бәрәкәт!
Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон!
Яны укыу йылы башланыуга арналган тантаналы линейка асык тип иглан ителә.
Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының дәүләт флагтарын индерергә!(Шайморатов генерал көйөнә марш)
Гимн России и Гимн РБ
Мәктәп, бөгөн һин ҡаршы ал,
Ишектәрең киң асып,
Беҙ ныҡлы белем алырбыҙ,
Дәрт-көстәр тора ташып.
Сентябргә барып тоташалыр,
Башланасаҡ һуҡмаҡ, яңы юл.
Беҙҙең өсөн һағынып, көтөп алған
Сентябрь - ул,гүйә, яңы йыл.
Алда көтә ҙур юлдар,
Төрлө ҡыҙыҡлы фәндәр.
Белем донъяһына илтер
Мәктәптә үтер көндәр.
Аяҡ баҫһын яңы уҡыу йылы
Бәхет нурҙары менән!
Байрамыбыҙ дауам итһен
Шатлыҡ йырҙары менән.
Йыр «Һаумы мәктәп»
1–се алып барыусы:
1 сентябрь һәр йыл һайын Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле, шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ
2–се алып барыусы:
Белем байрамы менән ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп етәксеһе ……………… бирелә.
Котлауҙар
1–се алып барыусы:
Бөгөн һәр уҡыусы өсөн иҫтәлекле көн, бигерәк тә беренсе һәм туғыҙынсы кластар өсөн, сөнки , беренселәр, тәүге тапҡыр мәктәп ишектәрен аса, ә туғыҙынсылар - финиш һыҙығына баҫалар, бөгөн улар өсөн һуңғы уҡыу йылы был мәктәптә.
2–се алып барыусы:
Әйҙәгеҙ көслө алҡыштар менән уларҙы саҡырайыҡ.
Бөгөн беҙҙең мэктэпкэ беренсе класка 4 укыусы килде: ____
9 кластар 1-лэрзе етэклэп сыгалар Приказ укыла
Әй, килә яңы кешеләр,
Юлдарҙы гөлгә күмеп.
Иң кеселәр – беренселәр,
Үҙҙәре гөлдәр кеүек.
Кеше ғүмере мәктәп юлы аша
Моңло бер йыр кеүек һуҙыла.
Белем һуҡмаҡтарын яра-яра,
Киләсәккә юлы һуҙыла.
әр бер бала бик шатлана,
Бар тирә-яҡ гөр килә.
Балҡып ултырған мәктәптән
Донъяға нур бөркөлә.
Һаумы, мәктәп һиңә тағы
Беҙ йыйылдыҡ һағынып.
Йәй буйына көс-дәрт туплап
Сынығып һәм нығынып.
Мәктәбем ихатаһы
Шау сәскәгә күмелгән.
Бөгөн уҡыусылар килгәс,
Ул да ихлас һөйөнгән.
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк\» - тиеп
Телһеҙҙәрҙе телле итәһең
Атайсалға мөхәббәт уятып
Күңел ҡылдарымды сиртәһең.
Эй, мәктәбем, белем усағыңдан
Сәсән йомғаҡтарын һүрәмен.
№инең ярҙамыңда киләсәктең
Алтын һуҡмаҡтарын күрәмен.
Йыр “Эй,мәктәбем”
Мәктәп – ул татыу бер ғаилә кеүек. әр йыл һайын яҙғы матур көндә 25 май үҙенең ҡанаттары үҫеп еткән ҡошсоҡтарын 9 сы синыф уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата, ә 1 сентябрь көнө уларға алмашҡа килеүсе кескәйҙәрҙе 1-се синыфҡа ҡабул итә.
2–се алып барыусы:
Бөгөн беҙҙең мәктәпкә тәүге тапҡыр аяҡ баҫыусылар беренселәргә һүҙ.
Беренселәр:…………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………………
Богонго оло тантанага зур шатлыгыбыз менэн уртаклашырга кунактар за сакырзык. Котлау осон hуз уларга.
Ҙур үҫтегеҙ, туғандар,
Уҡыусылар булдығыҙ.
Инде хәҙер тырышып,
Яҡшы итеп уҡығыҙ.
Тәртиплеләр булығыҙ,
Бөхтә булһын өҫтөгөҙ,
Тырыш булығыҙ гелән,
Уңдар булһын эшегеҙ.
Уҡығыҙ “4” кә, “5” кә,
Итәғәтле булығыҙ.
Алдашмағыҙ һис ҡасан,
Намыҫлылар булығыҙ.
Беҙҙең илгә белемле һәм
Намыҫлы кеше кәрәк.
Тыуған ил өсөн йәшәйек,
Үҫегеҙ һеҙ тиҙерәк.
Күктә йондоҙ яҡты яныр
Төндәр аяҙ торғанда.
Беҙгә тормош матур булыр,
Тырышып белем алғанда.
- Һеҙгә, дуҫтар, бик серле асҡыс бирәм. Ул асҡыс менән ишек асып ингән кеүек төрлө-төрлө белем иленә асып индерер.
“Әлифба” китабы менән асҡыс тапшыралар.
“Учат в школе” йыры.
«5» ле билдәһе менән «4» билдәһе инә
«5» ле билдәһе:
Беҙ ҙә килдек был байрамға,
Бында тырыш балалар.
Улар беҙҙең өсөн һәр саҡ
Дуҫтар булып ҡалалар.
«4» ле билдәһе
Киләсәкте төҙөр өсөн
Белемле булыу кәрәк
Беҙ һеҙгә һәр ваҡытта ла
Мәктәптә һәйбәт терәк.
Рәхмәт һеҙгә «5» ле, «4» ле,
Беҙ тырышып уҡырбыҙ.
Әсәйҙәрҙе, атайҙарҙы
Шатландырып торорбоҙ.
= Элифба – ул фән баҫҡысы
Элифба – аҡыл асҡысы.
Тырышып уҡырһығыҙ
Ҙур кеше булырһығыҙ.
Өйөгөҙ хәҙер икәү
Береһе – атай йорто,
Быныһы – уҡыу йорто
Һәр йыл уҡыусылар менән берлектә яңы уҡыу йылын беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа тулҡынланып ҡаршылай.
Мәктәбемә тәүге тапҡыр килгәс,
?аршы алдың көләс йөҙ менән\
Беҙгә булған сикһеҙ һөйөүеңде
Күреп торҙоҡ нурлы күҙеңдән.
)йрәтәһең беҙҙе күп нәмәгә=
Яҙырға һәм хәреф танырға.
Бөтә фәндән бик тырышып уҡып,
Ныҡлап төплө белем алырға.
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ\ Һеҙҙе бөгөнгө тантаналы байрам – Белем көнө, яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрик итәбеҙ. №еҙгә түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тәүфиҡлы һәм тырыш уҡыусылар теләйбеҙ\
(Йыр «Уҡытыусыма»)
- Алығыҙ һеҙ бөгөн бүләк итеп,
Сәскәләрҙең ошо бәйләмен.
Ҡаршылағыҙ тағы бик күп йылдар
Бөгөнгөләй “Белем байрамын”.
(Музыка аҫтында уҡытыусыларға сәскәләр биреү)
Мәктәп һәм ғаилә тормошон өс төшөнсә бәйләй: УҠЫТЫУСЫ, УҠЫУСЫ, АТА-ӘСӘЛӘР.
Беҙҙә бөгөн тантана
Йөҙҙәр нисек нурлана
Беҙҙең менән бергәләп
Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атайҙар ҙа шатлана.
Үҫеп еттек бына беҙ
Ҙур кешеләр булырбыҙ
Ата-әсә йылыһын
Түгел онотаһыбыҙ.
Бөгөнгө байрам бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡлы һәм иҫтәлекле. Хөкүмәтебеҙ беҙгә ошондай матур мәктәптәр бүләк итһә, ата-әсәләр беҙгә ошо мәктәп тормошон йәмләндереүсе уҡыусыларҙы ышанып беҙҙең ҡулға тапшыра. Белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә, өҙгөләнә, әйтерһең дә ул үҙе лә балаһы менән бергә уҡырға бара. Бына бөгөн һәр бала шундай матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләр тырышлығы. Һеҙгә хөрмәтле ата-әсәләр иҫәнлек-һаулыҡ, яңы уҡыу йылын һеҙҙең менән бергә үтергә яҙһын!
Бергә - Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр,
Рәхмәт һеҙгә, атайҙар! (әсәйгә һүҙ
- Саҡыра, тағы саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөндән – “Белем көнөнән”
Уҡыу йылын башларға
Ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы - 1 класты тик биш билдәләренә генә тамамлаған _______ тапшырыла.
Ҡыңғырау шылтырай.
Байрам менән һине, тыуған ерем,
Ҡыңғырауҙар сыңы тынмаһын.
Аяҙ күк аҫтында һәр уҡыусы
Белем тауҙарында һаналһын.
Белем көсө кәрәк аҡыллыға,
Заманаһы тотош яңырыш.
Белемлегә донъя башын эйә,
Мәктәп юлы – оло ҡыуаныс!
. Хөрмәтле 1-се класс уҡыусылары һеҙҙең өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Хәҙер инде көн дә ошо ҡыңғырау сыңы дәрескә саҡырып ҡаршы аласаҡ, күңелле мәктәп йылдарында һеҙҙе оҙатып барасаҡ. Тырышып уҡығыҙ, белемдең ҡәҙерен белегеҙ\
. Э хәҙер иң йәш уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен кластарға оҙатайыҡ. Рәхим итегеҙ!
(ҡыңғырау сыңы аҫтында беренселәр дәрескә инә)
. Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр\ Яңы уҡыу йылы башланыу менән тағы ла бер тапҡыр тәбрик итәбеҙ. №еҙҙе лә тәүге дәрескә – Белем байрамына арналған синыф сәғәттәренә саҡырабыҙ. Бөгөн дәрестең темаһы
1–се алып барыусы:
Ошоноң менән Белем байрамына арналған тантаналы линейка тамам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Сөмбөлә байрамы!
Праздник урожая...
" Уҡытыусылар көнө" байрамы
Тантаналы линейка...
"Шәжәрә байрамы"
quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...
Әлифба байрамы
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...
Сценарий "Белем байрамы" .
Белем байрамы....
Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»
Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү: туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...