"Шәжәрә байрамы"
материал

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

"Шәжәрә байрамы" сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon shezhere_stsenariyy.doc47 КБ

Предварительный просмотр:

Шәжәрәлә - сал тарих.

1 өлөш.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы  алыу.

1 алып барыусы

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2 алып барыусы

Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Килдегеҙ һеҙ беҙгә ҡунаҡҡа.

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле

Тирәкле еренә.

1 алып барыусы

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Тирәкле ауылы халҡының

Ризығын ауыҙ итегеҙ!

(икмәк, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу)

2 алып барыусы

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, таныш-белештәр!

Ауылыбыҙҙа байрамдарҙың ҙуры

Иҫтә ҡалһын әле был көндәр!

1 алып барыусы

Ауылыбыҙҙа – шәжәрә байрамы-

Ҡунаҡтарға асыҡ күңелебеҙ.

Сәләмәтлек, дуҫлыҡ-татыулыҡта,

Шатлыҡ менән үтһен ғүмеребеҙ!

Йыр “Әссәләмәғәләйкүм”   Башҡара-----------------------------------------

1 алып барыусы

Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,

Ҡан-ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр!

Ҡайнар сәләм, рухташтар,

Фекерҙәштәр, серҙәштәр.

Бергә: Ҡайнар сәләм, ерҙәштәр!

2алып барыусы

Сәләм туған – нәҫелдәрен,

Ҙурлап ҡайтҡан дуҫтарға.

Тимәк, изге хәбәр еткән,

Алыҫ – яҡын остарға.

Бергә: Сәләм барса дуҫтарға!

1 алып барыусы

Ата-баба төйәгенә

Хуш киләһегеҙ, тибеҙ.

Байрамыбыҙ түренә

Рәхим итегеҙ, тибеҙ!

2 алып барыусы

 Шәжәрә - ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә - борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бкр туған кешеләрҙең танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.

1 алып барыусы

Ошо яғы менән шәжәрә - ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Бөгөн беҙ шәжәрә байрамы – туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамына йыйылдыҡ. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.

2 алып барыусы

һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр – ул  беҙҙең кисәгекөнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ йыл  элек, ме\ йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ.  Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ла үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусылар бар.

1 алып барыусы

Был халыҡтың иле булған, теле булған,

Рухы бөйөк, ғорурлығы, ихтыяры.

Азатлыҡ тип көрәшеүсе батырҙары,

Йософ менән Зөләйхалай матурҙары.

2 алып барыусы

Был халыҡтыү ҡалған беҙгә рухы, хисе,

Шаңы ҡалған, даны ҡалған һәм моңдары.

Моңдар аша хөрлөк ҡалған

Йырҙар аша, иман аша милләт тыуған.

1 алып барыусы

Ә хәҙер хөрмәтле ҡунаҡтар, ырыуҙаштар! Мозафаровтар нәҫеле шәжәрәһе менән яҡыныраҡ танышып уҙайыҡ. Рәхим итегеҙ!

  1. Һәр аранан берәй кеше үҙенең араһы менән таныштыра.
  2. Йоланан өҙөк күрһәтеү.

 2өлөш.

1 алып барыусы

Һиҙәһеҙме тамырҙарҙың тыуған яҡта ныҡ икәнен,

Тыуған тупраҡ, ата нигеҙе көткәнен.

Нәҫел ебе был ерҙәрҙә күп икәнен.

Туғандарҙың бик күптәре юҡ икәнен.

2 алып барыусы

Ҡайттыңмы, тип йылдар аша, ҡәрҙәштәрҙең,

Рухтары ишетәһеңме, өндәшкәнен.

Тыуған ерҙең гөлбаҡсаға тиң икәнен.

Халыҡтарҙың бер туғандай дуҫ икәнен.

Йән тартмаһа, һиҙәһеңме, ҡан тартҡанын.

Тармаҡтарҙың бер тамырға тоташҡанын.

1 алып барыусы

Эйе, ауылымдың ғорурлығы булған, Һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаз һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын

туған тупрағы менән бәйләгән,  ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп һөйләргә була. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ. Арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, нәҫел шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуы көн кеүек асыҡ.

2 алып барыусы

Тыуған ауыл, тыуған яҡ! Ниндәй изге, илаһи көскә эйә төшөнсәләр. Яҙмыш елдәре төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға илткәндә лә, һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтабыҙ һиңә, тыуған яҡ, тыуған ерем!

Ҡотлау һүҙҙәре.

3  өлөш.
Бәйге , ярыштар.

1 алып барыусы

Юллап ҡайтҡандарға рәхмәт

Туғанлыҡ тамырҙарын.

Беләбеҙ – бында ҡайтҡандар

Йән дауа табырҙарын.

2 алып барыусы

Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ,

Тарихты байҡа ғына.

Рәхим ит түрҙән, аҡһаҡал

Шәжәрә байрамына.

1 алып барыусы

Ырыу ағасы ҡоромаҫ

Йәш быуын барҙа ғына.

Рәхим ит, иң йәш ырыуҙаш,

Шәжәрә бәйгеһенә.

2 алып барыусы

Һис тап ҡунмаҫ, тоғро булһаҡ,

Шәжәрә байрағына.

Ил – ерһаҡсыһы, рәхим ит

Шәжәрә бәйгеһенә.

1  алып барыусы

Ә хәҙер бәйгеләрҙе уҙғарыу комиссияһы менән таныштырып үтәм:

1.

2.

2 алып барыусы

Ойоштору комиссияһы һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ошо иҫтәлекле көн, шәжәрә байрамы менән ҡайнар ҡотлай. Бөтә уйындарҙа ҡатнашығыҙ, уйнағыҙ, көлөгөҙ.

1 алып барыусы

Ә хәҙер бәйге төрҙәре менән таныштырп үтәм:

  1. Көрәш
  2. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү
  3. Көйәнтә, биҙрә менән йүгереү.
  4. Сүлмәк ватыу.
  5. Армспорт (ҡул көрәше)
  6. Гер күтәреү.
  7. Тоҡ кейеп йүгереү.
  8. Тоҡ менән бәрешеү.
  9. Арҡан тартышыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Дуҫлыҡ байрамы.

Дуҫлыҡ байрамы....

Шәжәрә байрамы

Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, халыҡ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу; халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың тормошсанлығы хаҡында уйландырыу. Шәжәрә т...