Сценарий "Белем байрамы" .
материал

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

Белем байрамы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Белем байрамы.58 КБ

Предварительный просмотр:

Ғафури районы Юлыҡ тулы булмаған мәктәптә үткәрелгән

 “Белем байрамы”на арналған сценарий.

Зал байрамса биҙәлгән, музыка аҫтында алып барыусылар байрамды башлайҙар.

Динислам:
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бит тәбрик итә.

Гөлназ:
Хуш киләһең, сентябрь – 
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

Динислам:
Көнгә янған йөҙөбөҙ 

Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.

Гөлназ:
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
 Йыр.  “Башҡортостан”

Уҡытыусы

Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон!

1 сентябрь һәр йыл һайын Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле, шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ.

Бөгөнгө көн һәр уҡыусы өсөн иҫтәлекле , бигерәк тә беренсе һәм туғыҙынсы кластар өсөн, сөнки , беренселәр, тәүге тапҡыр мәктәп ишектәрен аса, ә туғыҙҙар - финиш һыҙығына баҫалар, бөгөн улар өсөн һуңғы уҡыу йылы был мәктәптә.

Әйҙәгеҙ көслө алҡыштар менән уларҙы саҡырайыҡ.

9 ҙар 1-селәрзе етәкләп сыгалар

Ә хәҙер, 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт

итегеҙ!

Гимн

Уҡытыусы: Бөгөнгө тантаналы линейкала хөрмәтле ҡунаҡтар: район мәғариф бүлегенән - ____________________________________________________________

 Красноусол шифаханаһынан - _________________________________________, Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенән _______________________________________ һәм ветеран уҡытыусылар ҡатнашалар

Уҡыусылар башҡарыуында шиғырҙар.

1-се уҡыусы:

Йыйылғандар оло, кесе

Бөгөн – Белем байрамы.

Күңелдә ғилем тупланһа,

Күренер тормош йәме.

Балҡы һин, әй, мәктәбем,

Һирпеп ғилем нурҙарын.

Ҡыңғырауҙың сыңдары

Нур итһен йылдарҙы.

2-се уҡыусы:

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!

Был иртәлә бар йәнлелек ,

Йәнлелек күсеп килде,-

Мәктәп алды, әйтерһең дә,

Сәскәле болон инде.

3-сө уҡыусы:

Гөжләгәндәй бал ҡорттары,

Гөр килә мәктәп алды.

Шат тауыштар: кемдәр, ҡайҙа,

Нисек үткәргән ялды?

Ҡыңғырау ҙа ћағынғандыр,

Моң ћарылған теленә,

Парта артына саҡыра,

Әйҙәп, белем иленә.

       Уҡытыусы: Бөгөн, 1 сентябрь көнөндә Белем иленә юлға сығыр алдынан һеҙгә изге  теләктәре менән мәктәбебеҙҙең директоры Гафарова Эльвера Тимерйән ҡыҙы һүҙ ала, рәхим итегеҙ!

Директорҙың сығышы.

Уҡытыусы: Район мәғариф бүлегенән килгән _________________________________________________________ һүҙ бирәбеҙ.

Килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары.

Динислам:

Бөгөн башлап баҫаһың һин

Оло белем юлына.

Белем донъяһына асҡыс-

Әлифба ал ҡулыңа.
Ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, 
беренселәр!     

1 кластарҙың сығыштары.

            1.   Теләйбеҙ хәреф танырға,

Алфавитты ятларға,

Хәрефкә хәрефте ҡушып,

Һүҙҙәр төҙөп яҙырға.

Бик күп китаптар уҡырбыҙ,

Күп нәмәләр белербеҙ.

Үҫкәс кәрәкле һөнәрҙәрҙең

Серенә  лә төшөнөрбөҙ.

2. Һәр йыл беренсе класҡа,

Ҡаршылайҙар мәктәптәр.

Ә бөгөн бигерәк күңелле

Килдек беҙ бәләкәстәр.

Артта ҡалды уйындар,

Балалар баҡсалары.

Хәҙер беҙгә көндәлеккә

Ҡуйырҙар баһаларҙы.

3. Ҡалын-ҡалын китаптарҙы

Уҡырмын рәхәтләнеп.

Ололар белгән серҙәрҙе

Мин дә алырмын белеп.

 Еңел булмаҫ өйрәнеүе

Алырға ла ҡушырға.

Тик шулай ҙа тырышырбыҙ

4 -ле, 5- ле алырға.

4.  Двери школьные сегодня

Открываются для нас.

В первый раз идём мы в школу,

Поступаем в первый класс.

Даже если будет трудно

Вычитать и умножать,

Мы учиться обещаем

На «четыре» и на «пять»!

Гөлназ:

Беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып, уҡыусы буласаҡ кескәй дуҫтарға үҙҙәренә алмашҡа килгән 9 класс уҡыусыларының да һүҙҙәре барҙыр.  

Алһыу:

Ҙур үҫтегеҙ, туғандар,
Уҡыусылар булдығыҙ.
Инде хәҙер тырышып,
Яҡшы итеп уҡығыҙ

Уҡығыҙ дүрткә-бишкә,

Итәғәтле булығыҙ,

Алдашмағыҙ һис ҡасан

Намыҫлылар булығыҙ.

- Һеҙгә, дуҫтар, бик серле асҡыс бирәбеҙ. Ул асҡыс менән ишек асып ингән кеүек төрлө-төрлө белем иленә асып индерер. 
“Әлифба” китабы  тапшыралар.

(9 класс уҡыусылары беренселәргә бүләк Әлифба тарата)

   Динислам: 1 сентябрь уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҙур байрам.  

 Һеҙҙе ысын күңелдән Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм  

уңыштар  

теләйбеҙ!

Гөлназ

Хеҙмәтегеҙ емеше күренеп тормай,

Һәм ҡалмай ул ерҙә юғалып,

Ил яҙмышын, илдең киләсәген

Һеҙгә биргән халыҡ ышанып.

7-се класс башҡарыуында «Уҡытыусыма» йыры.

Уҡытыусы:Мәктәп һәм ғаилә тормошон өс төшөнсә бәйләй: УҠЫТЫУСЫ, УҠЫУСЫ, АТА-ӘСӘЛӘР. Хөкүмәтебеҙ беҙгә ошондай матур мәктәптәр бүләк итһә, ата-әсәләр беҙгә ошо мәктәп тормошон йәмләндереүсе уҡыусыларҙы ышанып беҙҙең ҡулға тапшыра. Белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә, өҙгөләнә, әйтерһең дә ул үҙе лә балаһы менән бергә уҡырға бара. Бына бөгөн һәр бала шундай матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләр тырышлығы. Һеҙгә хөрмәтле ата-әсәләр иҫәнлек-һаулыҡ, яңы уҡыу йылын һеҙҙең менән бергә үтергә яҙһын!

Динислам:

Беҙҙә бөгөн тантана

Йөҙҙәр нисек нурлана

Беҙҙең менән бергәләп

Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атайҙар ҙа шатлана.

        Гөлназ:

Үҫеп еттек бына беҙ

Ҙур кешеләр булырбыҙ

Ата-әсә йылыһын

Түгел онотаһыбыҙ.

 Бергә - Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр,

        Рәхмәт һеҙгә, атайҙар!

Уҡыусылар

4уҡ  Уҡыу йылы беҙгә һәр саҡ

Бары уңыш килтерһен.

Диктанттар “биш” кә яҙылһын,

Мәсьәләләр сиселһен.

Мәктәптә күңелле булһын,

Илһам һәм күп көс килһен.

 

 5 уҡ. Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

Хуш киләһең, сентябрь –

Уҡыу йылының башы!

Дәрестәргә саҡырып

Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

             Гөлназ:Ә хәҙер байрамға, күптән көткән дуҫыбыҙ ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ. Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 9 класс укыусыһы ________________________  ,    

           1-се класс уҡыусыһы ___________________________ бирелә.

Динислам:

Саҡыра , тағы саҡыра

Ҡыңғырау кластарға

Бөгөндән – Белем көнөнән

Уҡыу йылы башлана.

Ҡыңғырау шылтырай. 

Динислам:

Байрам менән һине, тыуған ерем,
       Ҡыңғырауҙар сыңы тынмаһын.
      Аяҙ күк аҫтында һәр уҡыусы
      Белем тауҙарында һаналһын.

Гөлназ:
      Белем көсө кәрәк аҡыллыға,
      Заманаһы тотош яңырыш.
     Белемлегә донъя башын эйә,
       Мәктәп юлы – оло ҡыуаныс!
.    
Уҡытыусы:

 Хөрмәтле 1-се синыф уҡыусылары! Һеҙҙең өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Хәҙер инде көн

дә ошо ҡыңғырау сыңы дәрескә саҡырып ҡаршы аласаҡ, күңелле мәктәп йылдарында һеҙҙе

оҙатып барасаҡ. Тырышып уҡығыҙ, белемдең ҡәҙерен белегеҙ!

. Ә хәҙер иң йәш уҡыусыларыбыҙҙы һәм уҡытыусыларын тәүге дәрескә оҙатайыҡ. Рәхим

итегеҙ!

(ҡыңғырау сыңы аҫтында беренселәр дәрескә инә)

Уҡытыусы:

Ҡәҙерле дуҫтар!Барығыҙҙы ла тағы бер ҡат Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ!

      Көндәрегеҙ йәмле булһын

     Йылмайып, көлөп торһон

     Яҙғы ҡояш нурҙарылай

     Ҙур эшкә әйҙәп торһон.

Сәләмәтлек юлдашығыҙ

Татыу, матур тормошоғоҙ

Күңел һөйгән хеҙмәтегеҙ

Бөтәһе лә мулдан булһын!

           

Ә хәҙер уҡыусыларҙы үҙҙәренең кластарына быйылғы уҡыу йылының    

  тәүге дәресенә саҡырабыҙ. Ошоноң менән тантаналы линейка тамам.

гимн

Байрамды әҙерләне һәм алып барҙы Зәйнуллина Рәзилә Тимерхан ҡыҙы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Шәжәрә байрамы"

quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Дуҫлыҡ байрамы.

Дуҫлыҡ байрамы....