Шишмә - йәшәү ҡотобоҙ (сценарий)
материал на тему
Тыуған ауылыбыҙ эргәһендәге шишмәләрҙең тарихы, ауылыбыҙ инәйҙәренең йырлаған таҡмаҡтары сағылыш таба был сценарийҙа.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_shishm_-_yshu_kotoboz.docx | 18.21 КБ |
Предварительный просмотр:
Шишмә – йәшәү сығанағы.
(Шишмә буйы. Балалар һыу һиптерешеп уйнай. Бер яҡта көйәнтә-биҙрәләр, арыраҡ тырма-көрәктәр күренеп ята)
-Кил әле мынта, кил! Ҡойонторайым әле!
-Ҡурҡа ул, ҡурҡа!
-Минме ҡурҡам?
-Һыу пәрейе итәйем!
-Нинтэй һыу пәрейе,тей. Русалка мин! Һыуһылыу!
-әй, миңә теймәгеҙ әле, инәйем бысранмай ғына йөрө тине...
-һыуҙан кем бысрана инде! Әйҙә, малайлар, таҙартып сығарайыҡ әле, инәһе аптырап торһон! (күмәкләп күтәреп башын “бер, ике, өс!” тип һыуға тығабыҙ тигәндә...
Алып барыусы: (бәләкәс сырылдаҡ малай, свисток м-н ) команда! Мөхәмәҙғәли бабай килә!
(Шишмәгә табан оло яугирҙың килгәне күренә, балалар һыу һибешеүҙән туҡтай)
Яугир: Арыуғынамы, баллар!
- Һаумыһығыҙ, Мөхәмәҙғәли бабай!
- Нәмә, ямғыр саҡырып ятағыҙмы?
-Ю-у-уҡ, ямғырҙы ошолай саҡыралармы ней?
(шул арала яугирға урын әҙерләп, уны уратып тыңларға әҙерләнәләр)
Яугир: Эйе... Бына һуғыштан һуң, 1952 йылда булһа кәрәк, ныҡ ҡоролоҡ булды был яҡтарҙа. Былай ҙа аслыҡтан интеккән халыҡҡа ныҡ ауырға тура килде. Шунан ауылдың һәр урам халҡы – бына әле һеҙ уйнаған Оҙонуй шишмәһендә оҙоной халҡы, Инйәр буйында ла, Һилеғорғо , Йөйәк йылғаһы буйында Аҡтау халҡы – барыһы һөйләшеп йыйылып, һыу сәсрәтеште.Үҙҙәре теләк теләй:
- Ямғырым, яу, яу!...
Беҙ булайыҡ һау-һау!
Яу килмәһен иң элек!
Илдә булһын именлек!.(балалар күмәкләп ҡушылып әйтәләр)
Яугир: мына әлеге һеҙҙең кеүек эй һибешәләр, кем үсегеп өйөнә ҡайта, шуны һөйрәтеп алып сығалар ҙа һыу менән ҡойонторалар..
- Шунан, ағай, яуҙымы һуң ямғыр?
Яугир: яуҙы! Ике-өс көн үттеме-юҡмы, биҙрәләп ҡойҙо! Шунда ышандым мин теләктең ҡөҙрәтенә... . Һай-ай, изгелекле кешеләр бар икән был донъяла! Ҡайһылай матур итеп тәрбиәләп ҡуйғандар! Йыл һайын киләм мин ошо урынға. Байтаҡ ваҡыт юғалып та торҙо бит был шишмә.
Ҡыҙ: Уны, бабай, Гүзәл апай Ситдыҡова эшләтеп ҡуйҙы былтыр. Ул йәш сағында ошонда һыуға йөрөргә яратҡан булған. Оҙонуй шишмәһенә арнап шиғыр ҙа яҙған ул.
Айзилә: Ә мин уның йырын да беләм!
Яугир: йәле, йырлап ебәр әле ҡыҙым!
Айзилә бер куплетын йырлай. Бабайҙың күҙҙәрендә йәштәр.
Ҡыҙ: Олатай, ни булды? Берәй ярҙам кәрәкме әллә?
Яугир: Юҡ, рәхмәт, балалар! Мине һуғышта ошо шишмә һыуы ҡотҡарҙы бит!
-нисек? Шишмә һыуын алып йөрөнөңмө?
Яугир: Эйе, балалар, йөрәгемдә, хәтеремдә алып йөрөнөм. Бер ваҡыт ҡаты яраланып, иҫ юғалтҡаным. Күпме ятҡанымдыр, сарсап, һыу эске килә башланы. Ҡулымды һуҙғандай итәм. Еүеш ергә тейҙем. Ошо еүешлек тағы һаташтыра башланы. Төшөмә ошо шишмә инде. Рәхәтләнеп һыу эсәм икән тим. Төштәге шул рәхәтлек ҡапыл көс бирҙе. Тороп ултырҙым. Теге еүеш урын – эргәмдә яраланып ятҡан һалдаттарҙың ҡаны булған. Береһенең фляжкаһында һыу булған икән. Үле һалдаттың рухы миңә һыу эсергән, үҙемдең ошо шишмәм булып төшөмә ингән.
Бына, балалар, ошо еребеҙ, һыуыбыҙ тип күпме ҡан ҡойолдо. Һеҙҙең ҡулда хәҙер ер-һыуыбыҙҙы һаҡлау. Тәрбиәләп тотмаһаң, шишмәнең тағы ер аҫтына төшөп китеүе ихтимал.
Ҡыҙ: беҙ Гүзәл апай шишмәһенең кәртәләрен буяп ҡуйҙыҡ. Гел дә таҙартып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ. .
Яугир: Һай, афарин , балалар. Әйтәм, көрәк-тырмаларығыҙ ҙа күренә шул. Хәбәргә әүрәп, эшегеҙҙе онотоп киттек мәллә?
Эйе шул!(бәләкәс малай һикереп тора, свисток м-н): Команда, минең арттан!
(һөйләшеп, эште бүлешеп, көрәк-тырма тотоп, шишмә буйына сәскәләр ултырталар, ҡулдарын йыуып, һыу эсәләр)
-Ҡайһылай тәмле!
Яугир: Шишмә һыуы тәмле шул! Һәр шишмәнең үҙенең тәме була, балалар. Ошо шишмәне һағынып, ҡайҙа ғына шишмә һыуы эсеп ҡараманым, юҡ, был шишмәгә етмәй.
-ни эшләп икән, олатай?
Яугир: Тыуған яҡ шишмәһе булғанға. Тыуған яҡтың әреме лә тәмле, ти бит халыҡ.
Бер бала: ә-ә, миңә атайым да һөйләгәйне ул:
Ауылдағы Ғәли тигән ҡарттың үлер алдынан Ҡанбикә шишмәһенең һыуын эскеһе килгән. Малайҙарынан шул һыуҙы әпкилеүҙәрен һораған. Малайҙары барам тиһә, шишмәгә бара торған юлды ташҡын быуған икән. Ҡанбикә һыуы тип, Һилеғорғо шишмәһенең һыуын әпкилгәндәр аталарына. Бабай эсеп ҡарау менән Ҡанбикә һыуы түгел икәнлеген белгән.
- Эй ҡыйын булды инде бабайға..
- Малайларына ла...
Ҡыҙ: Әйҙәгеҙ, ҡайттыҡ. Оҙаҡлап киттек бит. (биҙрәләренә һыу тултырам тигәндә бер егет биҙрәһен алып ҡаса
)Егет: Эш бөткәс, уйнарға ярай!
-Ҡыҙ: Бир мынта!
Егет: Бейеһәң - бирәм.
Ҡыҙ: Ыһы, хәҙер бейергә торам! Бир тим!
Егет: Ботинкаһы әл-лә-лә, ботинкаһы- әл-лә-лә
Тыпырлатып бейеп килә , эх, үҙебеҙҙең Динә! (биҙрәгә һуғып һамаҡлай)
(бүтәндәр мәрәкә күреп, уларҙы уратып алалар, күмәкләп бейей башлайҙар, малайҙар йүгертеп ҡыҙҙарҙың биҙрәләрен килтереп, тыҡылдатып, ҡумыҙ уйнап бейейҙәр).
Шишмә һыуы, шишмә һыуы,
Шишмә һыуҙары тәмле.
Шишмә һыуҙарын тәмләгәс,
Үҙебеҙ шат күңелле.
Әйҙә йырла, әйҙә бейе, йырлап, бейеп күңел ас.
Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа, тормош күңелле булғас.
Ал да булырбыҙ әле
Гөл дә булырбыҙ әле.
Шишмә бйында тағы ла
Ос(о)рашырбыҙ әле.
- Ҡыҙ: Бына уйламағанда бейеп тә алдыҡ. Инде ҡайтайыҡ инде, юғалтҡандарҙыр...
Малай: Ҡыҙҙар һүҙе – закон! (свисток) Егетләр, минең арттан (биҙрәләргә ымлай, малайҙар йүгертә һалып һыу алып киләләр, көйәнтәләренә эләләр)
Яугир: Һай, маладис, егетләр! Шулай ҡыҙҙарға ярҙам итеп тороғоҙ! Беҙ һуғышта саҡта бар ауырлыҡ улар елкәһенә төштө инде. Әле ҡыҙҙарҙың яҡлаусыһы булһағыҙ,киләсәктә ғаилә һаҡсылары, ил һаҡсылары буласаҡһығыҙ! Донъялар ғына имен торһон!
Малай: шулай, олатай! (свисток) Команда! Минең арттан! (ҡуҙғалайым тигәндә): стоп! Стоп! Ҡайҙа киттегеҙ? Һыу алдығыҙ ҙа ҡайтырға булдығыҙмы? Һыуға бағышлап йыр йырлап ҡайтайыҡ!)
Бер ҡыҙ: эй алйытты ошо ...командир!
Икенсе ҡыҙ: ниндәй командир? Сын полка! (көлөшәләр)
Малай (свисток) тәүҙә репетиция! (ҡыҙҙар ризаһыҙ биҙрәләрен кире ултырталар)
“Инйәрем” йырын теҙелешеп йырлайҙар. Бер куплетынан һуң, малай:
-Бына инде ҡайтһаҡ та була...
Яугир: Һыуһағандың теләгәне һыу була, аҙашҡандың эҙләгәне юл була. Аллаға шөкөр, эсер һыуығыҙ, тыуған йортоғоҙ бар. Ҡәҙерен белеп, был гүзәл донъяла аҙашмай, үҙ юлығыҙҙы табып йәшәгеҙ , балалар. Һеҙ ҡайта тороғоҙ, ә мин артығыҙҙан яйлап ҡына ҡуҙғалырмын.
-ярай, олатай! Ипләп кенә ҡайтығыҙ!
(көйәнтәләрен алып, егеттәр эш ҡоралдарын тотоп, йырҙың икенсе куплетын йырлай - йырлай ҡайтып китәләр. Яугир улар менән бергә атлай).
-
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"
интересный тематический сценарий последнего звонка....
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"
Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....
Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"
Сценарий подходит для проведения предметных недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...
" Китап - белем шишмәһе"
Кластан тыш сара...