" Китап - белем шишмәһе"
методическая разработка на тему
Предварительный просмотр:
Тема: “Китап – белем шишмәһе ” темаһына арналған уҡыу конференцияһы сараһы.
Максат: 1. Балаларҙа китап һайлап уҡыуға етди ҡараш тәрбиәләү.
2. Эҙлекле һөйләм телен үҫтереү.
3. Туған телгә һөйөү хистәре тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мәҡәлдәр, йомаҡтар, китаптар күргәҙмәһе, аудиояҙма, китап,уҡыу, белем тураһында төрлө плакаттар.
Сара барышы.
I. Ойоштороу моменты.
Күпме теләйһең-
Шул тиклем һөйләр,
Үҙе тағы ла бик күпте белер.
Ниндәй уңған ул,
Йәле, уйлап тап,
Ул була (китап).
Шишмә түгел, әммә үҙен,
Аҡыл шишммәһе тиҙәр.
Бик белемле булғың килһә
Ҡулдан төшмәһен тиҙәр. (Китап)
Дөрөҫ, ә китап тотоу ҡаҡиҙәләрен беләһегеҙме? Уларҙы боҙмайһығыҙмы?(Китапты тышлап тоторға, бөкләмәҫкә,йыртмаҫҡа, биттәрен төкөрөкләп асмаҫҡа, улар араһына ручка йә ҡәләм һалмаҫҡа, ашаған ерҙә тотмаҫҡа,бысратмаҫҡа һ.б.)
II. Тема һәм маҡсат менән таныштырыу.
– Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән уҡыу конференцияһына йыйылғанбыҙ. Ләкин ул бер яҙыусының ижадына йәки бер генә әҫәренә бағышланмаған, беҙҙең бөгөнгө маҡсатыбыҙ - бер-беребеҙҙең уҡыу, китап тураһында сығыштарын тыңлау, бер-беребеҙҙән үрнәк алыу, кәңәштәр биреү, фекерҙәребеҙ менән алышыу.Кем менән дуҫ булыуыңды әйтһәң, мин һинең ниндәй кеше икәнлегеңде әйтеп бирәм, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе китаптарға карата ла әйтергә була. Ниндәй китаптар укырға яратыуыңа ҡарап, һинең ниндәй кеше булыуыңды, күңелеңдә ниндәй уйҙар ятканлығын әйтеп була. Арағыҙҙа бармы китап уҡырға яратыусылар? Ниндәй китаптар улар?Ниндәй баҫмалар алдыраһығыҙ?(Бер нисә уҡыусыны тыңлайбыҙ).
– Балалар, беҙҙең мәктәптә лә, ауыл клубында ла китапхана бар. Ә ғаилә китапханаһының кәрәге бармы? Ни өсөн кәрәк ул? Бөгөн беҙгә китапханасы Рәмилә апай ҙа килгән. Һүҙҙе уға бирәйек.
(Ниндәй уҡыусы күпме китап алып уҡыған, китапханала ниндәй ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр бар, китап уҡыу тураһында ҡыҫҡаса сығыш яһай).
III. Балаларға һүҙ бирелә.
Ә хәҙер инде кем күпме китап уҡыған, һеҙҙең иң яратҡан яҙыусығыҙ, әҫәрегеҙ хаҡында тыңлап үтәйек.(Ҡыҫҡаса теләк буйынса сығыш яһайҙар, сығыштар алдан уҡыусыларға бүлеп бирелә).
IV. Китап тураһында мәҡәлдәр.
-Рәхмәт, балалар, халык юкка ғына “кем күп укый – шул күпте белә” тип әйтмәгән. Китап тураһында ла халык әйткән бик аҡыллы мәҡәлдәр бар. Кем ниндәй мәҡәл белә?
Мәҡәлдәр:
Китап – белем шишмәһе (Книга – источник знаний).
Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман.
Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә.
Укыған ил уңыр – уҡымаған ил туҙыр.
Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ.
Китаптың белмәгәне юҡ.
Китап укыһаң – белемең артыр,
укымаһаң белгәнең дә онотолор.
Яҡшы китап укыһаң, тағы бер дуҫың артыр.
Эйе, Китап – яҡын дуҫ. Ә китап беҙгә дошман була аламы? Нисек уйлайһығыҙ?( Була ала. Китаптың эстәлеге уҫаллыҡ, тәртипһеҙлек тураһында булһа, уның кире йоғонто яһауы бар).Ундай китаптарҙан сикләнер һәм, иң мөһиме, үҙ телебеҙҙә күберәк уҡырға кәрәк ине.Сөнки беҙҙең башҡорт телебеҙ – бик матур, музыкаль тел.(Аудиояҙма тыңлау).
Бөтә аҡыл эйәләре лә классик яҙыусыларының әҫәрҙәрен укырға кәңәш бирә. Классик яҙыусыһы кем ул?
(Бөтә дөнъяға танылған яҙыусы классик яҙыусы була).
– Башкорт , рус һәм татар әҙәбиәтенең классик яҙыусыларынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
(А.С. Пушкин, Л.Н. Толстой, Г. Тукай, М. Җәлил, Мостай Кәрим, З. Биишева, М. Гафури һ.б.)
V. Йомғаҡлау, һығымта яһау.
– Балалар, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек? Үҙегеҙ өсөн ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ?
– Китап ул – хазина. Китап менән дуҫ булырға кәрәк. Күберәк уҡығыҙ, һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ачык тәрбия сәгате "Китап - белем чишмәсе"
Мәктәп укучыларының китапханәгә йөрүләре елдан - елга кими бара. Аларны ничек тә китап укуга тарту максатыннан ел саен укучылар каршында 2 апрель - Халыкара балалар китабы көнендә төрледән - төрле чар...
Китап - белем чишмәсе
Китап- кешеләрнең хәтере, юлдашы, киңәшчесе, теле, укытучысы. Укучыларда китапка мәхәббәт, белем алуга омтылыш тәрбияләү....
Китап - белем чишмәсе
Сжатый план урока по окружающему миру в третьем классе по теме "Книга-источник знаний"....
Китап - белем чишмәсе.
Китап - белем чишмәсе. (1-9 сыйныф укучылары белән әдәби тематик кичә үткәрү өчен сценарий үрнәге) .Максаты: - ...
"Китап- белем чишмәсе" - 5 нче сыйныфлар өчен әдәби -музыкаль кичә
Китап турында табышмаклар, мәкальләр әйтү....
Китап-белем чишмәсе
Китап-белем чишмәсе...
Работа над орфографической зоркостью в рамках школьного проекта « Грамотность на кончике пера » «Ак китап » - « Белая книга » ( татарский язык и литература)
Правильно писать слова должен каждый человек. Будь то первоклассник или же взрослый человек. Есть определенные нормы, которые должен знать каждый. Так называемый орфографический минимум. Научные иссле...