"Һылыуҡай" бәйгеһе
методическая разработка

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

"Һылыуҡай" бәйгеһе сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon hylyukay.doc60.5 КБ

Предварительный просмотр:

«Һылыуҡай – 2016»

Фанфарҙар яңғырай. Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.

1 а.б. Я66ар етте  и32 бар т2би42т

?ояш нур6арына к1мел2.

Япра7тар6ан та8да ысы7 тама,

Сиренд2р62н хуш е9 б0рк0л2.

2 а.б. Кем 3о7ланма9 ошо г1з2ллекк2.

Кем 30й0нм29 к1реп я6 й2мен.

И8 6ур б2хет – ду9лы7, тыныслы7та

?аршы алыу я66ар байрамын.

1 а.б. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр, оләсәйҙәр, уҡытыусылар, уҡыусылар! Һеҙҙе яҙ байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!” девизы аҫтында үтәсәк «Һылыуҡай – 2016»  конкурсына саҡырабыҙ.

2 а.б. Гүзәл заттар — һылыу, һөйкөмлө, саф күңелле, көслө рухлы кешеләр. Ҡыҙҙарҙың матурлығы, оҫталығы, йыр - моңға маһирлығы, егәрлелеге уның һаулығы билдәһе лә. Ә һаулығың - байлығың, сәләмәт тәндә — саф аҡыл була.

1а.б. Бөгөнгө конкурсыбыҙҙа һылыуҡайҙарыбыҙ фекерҙәрен әйтерҙәр, оҫталыҡтарын, зирәклектәрен күрһәтерҙәр. Уларҙы хөрмәтле жюри ағзалары баһалар. Бөгөнгө матур сараның жюри ағзалары менән таныштырабыҙ.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

____________________________________________________________

-Хөрмәтле жюри ағзалары, һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Алып барыусы: Шулай итеп, һылыуҡайҙарҙы сәхнәгә саҡырыр ваҡыт етте.

Алып барыусы: Тамашасы зарыҡмаһын,

                           Минуттарығыҙ етә.

                           Рәхим итегеҙ, гүзәл ҡыҙҙар,

                           Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!

(музыка аҫтында ҡыҙҙар сыға)

Искәндәрова Рәйлә

Ғәзизуллина Айгөл

Абкадырова Розалина

Ҡотләхмәтова Физәлиә

Муллагилдина Альвина

Шәрәфетдинова Гүзәл

Мозафарова Лиана

Хәйретдинова Гүзәлиә

Хәлилова Нурзилә

Ғәҙелшина Азалия

Ишмакаева Гөлназ

Ғафарова Милена

Таумбаева Аделина

Хәмитова Лилиана

Алып барыусы: Ҡояш әллә, үҙе ергә төшкән,

                            Матур сәскә,булып аҡланға!

                            Тирә яҡты, тотош нурға күмгән,

                            Хатта еткән, барлыҡ йыһанға.

Алып барыусы: Ерҙе нурға, күмеп балҡып яна,

                           Ҡояш кеүек, төрлө сәскәләр.

                           Әйтерһең дә, ҡояш ергә төшкән,

                            Бар аҡланға, йылы сәсәләр!

Алып барыусы: Беренсе конкурсыбыҙҙы «Һылыуҡайҙарҙың визит карточкаһы» тип атаныҡ. Был конкурста сәскә - ҡыҙҙарыбыҙҙың һөйләү теле үҫеше, уларҙың тапҡыр, үткер теллеге һынала.

Алып барыусы: Шулай итеп, ҡыҙҙар, һүҙ һеҙгә!

                (ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштыра, жюри баһалай бара)

Алып барыусы: Шулай итеп, хөрмәтле тамашасылар, сәскәләр-һылыуҡайҙар менән таныштыҡ.  Рәхмәт! Жюри ҡыҙҙарҙың эштәрен баһалай. Рәхим итегеҙ!

              (ҡыҙҙарҙың исеме әйтелә, жюри баһалар ҡуя)

Алып барыусы: Ә хәҙер ҡыҙҙар киләһе конкурсҡа әҙерләнгәнсе, музыкаль пауза иғлан итәбеҙ. Байрам менән  ҡотлай        уҡыусылары.

Музыкаль номер.________________________________

Алып барыусы: Матурлыҡ йөҙҙә түгел – һүҙҙә тип юҡҡа әйтәмәгәндәрҙер. Киләһе конкурс һылыуҡайҙарыбыҙҙың үҙҙәренең белемдәрен, уй-фекерҙәрен асыҡлай белеүен  күрһәтер тип өмөт итәбеҙ.

Алып барыусы:  Конкурс “Беләһегеҙме?” тип атала. Һәр конкурсантҡа быйылғы йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылы буйынса һорауҙар тәҡдим ителә. Нисә һорауға дөрөҫ яуап бирә алырҙар? Жюри бер генә баһа менән әйтеп барыр.

Алып барыусы: Шулай итеп, башлайбыҙ.

Һорауҙар:

1. Ниндәй фильмда беренсе тапҡыр билдәле булған Трус, Балбес һәм Бывалый тигән персонаждар килеп сыға?(“Кавказская пленница”)

2. «Семнадцать мгновений весны» фильмында кем барыһына ла таныш йырҙы башҡара? (Иосиф Кобзон)

3. Кем кинола фильмдың «авторы» булып иҫәпләнә? (Режиссер)

4. Маргарита Назарова  һәм ул өйрәткән йыртҡыс хайуандар  тураһындағы фильм нисек атала? («Полосатый рейс»)

5. Ниндәй совет фильмы сит ил фильмы булараҡ, беренсе булып «Оскар» премияһына лайыҡ була? («Война и мир», режиссер Сергей Бондарчук, в 1965 й.)

6. Ҡасан Рәсәй киноһы көнө билдәләнеп үтелә? (27 август)

7. Ниндәй киногеройҙар күп анекдот, көләмәстәрҙең геройҙары булып киткән? (Чапаев, Петька и Анка)

8. Рәсәйҙәге тәүге  ҡурҡыныс фильм ниндәй? («Вий»)

9. Башҡортостандағы киностудия нисек атала?("Башҡортостан")

10. 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы ниндәй? (“Ай ҡыҙы”)

11. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ниндәй кинофильм беләһегеҙ?

12. Милли геройыбыҙ С.Юлаев тураһындағы рус  телендәге фильмда Салауат ролен кем башҡара? (А.Мөбәрәков)

13. «Гюльчатай, открой личико!» тигән һүҙҙәр ниндәй фильмда яңғырай? («Белое солнце пустыни»)

14. М.Кәримдең ниндәй әҫәре буйынса фильм төшөрөлгән? (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)

Алып барыусы: Шулай итеп, ҡыҙҙарҙың кино өлкәһендәге белемдәрен дә күрҙек. Ә хәҙер ҡыҙҙар киләһе конкурсҡа әҙерләнгәнсе, музыкаль пауза иғлан итәбеҙ. Байрам менән  ҡотлай         уҡыусылары.

Музыкаль номер.________________________________

Алып барыусы: Ҡәҙерле тамашасылар, киләһе конкурсты беҙ «Модельер” тип атаныҡ. Бар яҡтан да уңған, хатта ҡул эшенә лә оҫта Һылыуҡайҙар үҙ ҡулдары менән теккән оригиналь күлдәктәр коллекцияһы һеҙҙең өсөн! Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар!

(музыка аҫтында оригиналь кейемдәр күрһәтеү)

Алып барыусы: Шулай итеп, ҡыҙҙарҙың оҫта ҡуллы икәндәрен дә күрҙек. Рәхмәт! Жюри ҡыҙҙарҙың эштәрен баһалай. Рәхим итегеҙ!

              (ҡыҙҙарҙың исеме әйтелә, жюри баһалар ҡуя)

Алып барыусы: Ә хәҙер - музыкаль пауза. Байрам менән  ҡотлай       уҡыусылары.

Музыкаль номер.________________________________

Алып барыусы: Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар бейей,

                            Ҡыҙҙар гүйә оса ғына.

                            Хискәйҙәрен ҡанат итеп,

                             Гүзәл йәшлек ҡосағында.

Алып барыусы: Беҙҙең ҡыҙҙар моңло ла, дәртле лә, йырға маһир, бейеүгә оҫта икән үҙҙәре! Быға беҙ киләһе конкурс барышында инанырбыҙ. Шулай итеп, “Ижади оҫталыҡ” конкурсын башларға ваҡыт етте. Тәүге конкурсантты сәхнәгә саҡырабыҙ!

                            (ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәтә)

Алып барыусы: Шулай итеп, сығыштарҙы баһалайбыҙ. Жюриға һүҙ бирелә.(2,3,4.....14)

                                           (жюри баһалар ҡуя)

Алып барыусы: Ә хәҙер - музыкаль пауза. Байрам менән  ҡотлай       уҡыусылары.

Музыкаль номер.________________________________

Алып барыусы: Хөрмәтле тамашасылар! Конкурстың һуңғы этабына ла килеп еттек. Беҙҙең ҡыҙҙар бейей беләләрме икән? “Бейеү” конкурсын иғлан итәбеҙ. Ҡыҙҙар, рәхим итегеҙ, сәхнә түре һеҙгә!

(бейеү конкурсы)

Алып барыусы: Шулай итеп, сығыштарҙы баһалайбыҙ. Жюриға һүҙ бирелә.

Алып барыусы: Хөрмәтле тамашасылар! “Һылыуҡай-2016” бәйгеһе аҙағына ла яҡынлашты. Х0рм2тле жюри б2йге 3060мт2л2рен 26ерл2г2нсе, 8 Март байрамы мен2н б0т2 7ы66ар6ы 7отлай …………………… Залда ултырыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам бүләге булһын!

                    Музыкаль номер.________________________________

Алып барыусы: Хөрмәтле тамашасылар! Кисәнең иң тулҡынлы мәле килеп етте. Һылыуҡайҙарыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ. Бына улар  гүзәлдәрҙән-гүзәл, һылыуҙарҙан -һылыу ҡыҙҙарыбыҙ! Алҡыштар менән ҡаршылайыҡ!

Алып барыусы: Бөгөнгө матурлыҡ, гүзәллек бәйгеһенең йомғаҡтарын билдәләр өсөн һүҙ жюригә бирелә.

Алып барыусы: Бөгөнгө конкурста актив ҡатнашҡандары өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнәләр:....................................................................

1.«Иң һомғол һылыу» номинацияһын яулаусы ҡыҙ:.............................

2.«Иң һөйкөмлө һылыу» номинацияһын яулаусы ҡыҙ:.......................

3.«Юғары оҫталыҡ» номинацияһын яулаусы ҡыҙ:...............................

4."Оҫта бейеүсе" номинацияһын яулаусы ҡыҙ:.....................................

5. "Оҫта модельер"номинацияһын яулаусы ҡыҙ:.....................................

Алып барыусы: Аҙна буйына беҙҙең уҡыусылар фото буйынса мәктәптең иң һылыу ҡыҙын һайланылар. Шулай итеп, "Тамашасы һөйөүе" исемен яулаусы ҡыҙ:...............................................................

Алып барыусы: Матурлыҡ конкурсының еңеүселәрен билдәләр ваҡыт етте. Сәхнәгә жюри ағзалары саҡырыла.

3 урын:......................................................................................................

2 урын:......................................................................................................

1 урын:......................................................................................................

Алып барыусы: Ниһайәт, оҙаҡ көткән ваҡыт яҡынлаша. "Һылыуҡай - 2016" конкурсының Гран-при исемен әйтеү өсөн сәхнәбеҙ түренә жюри рәйесе  .......................................................  саҡырабыҙ.

Алып барыусы: Конкурстың еңеүсе һылыуҡайы….................................

(музыка, таж кейҙерелә)

-Конкурстың еңеүсе һылыуҡайын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Алып барыусы: Хөрмәтле тамашасылар, ошоноң менән конкурсыбыҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Алып барыусы: Ә хәҙер 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлау өсөн һүҙ мәктәптә эшләгән ир-егеттәргә бирелә!

Алып барыусы: Ә хәҙер 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән класташ ҡыҙҙарын ҡотлау өсөн һүҙ уҡыусы малайҙарға, егеттәргә бирелә!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"...

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы...

Яҙыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу .

Яҙыусы А.Йәғәфәрова менән осрашыу сараһының эшкәртмәһе. 1-9 -сы класс уҡыусылары ҡатнаша. Яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡурсаҡ театры күрһәтеү....

Сценарий конкурса "Һылыуҡай"

Сценарий конкурса "Һылыуҡай " на башкирском языке...

Һылыуҡай конкурсы

Яҙ байрамдарының береһе - 8 март байрамына күркәм сара...

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест...


 

Комментарии

Абдуллина Альфира Рафаиловна

Молодцы, матур байрам ойошторғанһығыҙ!