"Берҙән-берем - әсәйем"
материал на тему

"Берҙән-берем - әсәйем"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syzr_bayramy.docx26.28 КБ

Предварительный просмотр:

“Берҙән-берем – әсәйем” исемле кисә

  Алып барыусы:  

         Әсәй - донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше ул!
       -Бала саҡта төн йоҡоларын ҡалдырып, һине кем ҡараған?
       - Әсәй!        

-Илағанда,ҡосағына алып, кем йыуатҡан?

        - Әсәй!

        - Ергә   баҫып   беренсе   тапҡыр   атлап   киткәндә   кем етәкләгән?

        - Әсәй!

- Беренсе тапҡыр һине мәктәпкә кем алып килгән?

- Әсәй!

             Һәр йыл һайын килә был байрам,

Һәр көн сыҡҡан ҡояш шикелле.

Йылдар һайын данлай был байрам

Гүзәл кеше -әсә кешене.

1        ук. Ниңә бөгөн бөтөн ерҙә

          Сәскләр балҡый беҙҙә?        Аделина.

          Ниңә ҡояш көлөп ҡарай –

          Беләбеҙ һәммәбеҙ ҙә.

2        ук. Бөгөн - әсәйҙәр байрамы,

          Бөгөн - ерҙә тантана.

          Ҡояш шуға көлә бөгөн,        Данил.

          Гөлдәр шуға шатлана.

Зук.  Әсәйҙәрҙең байрамына
        Ҡыуана шулай улар.        Ирек.

         Әсәйҙәрҙе ҡотлай бөгөн

         Ерҙә барлык балалар.

    А.б. Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡәҙерле ҡыҙҙар һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ, һәр ваҡыт шат, һөйкөмлө, бәхетле булығыҙ.

4 ук. Һин, әсәйем, минең өсөн   Илназ.

         Был доньяла бер генә.

        Йылмайғанда йөҙҙәреңдән

        Бар өйгә нур бөркөлә.

5 ук.    Иң ҡәҙерле кешебеҙ һин,      Илназ.

       Һөйөкле әсәйебеҙ.

       Һин булғанда, беҙ бәхетле,

      Тыныс, рәхәт йәшәйбеҙ.

6 ук.   Әсәйҙәрҙе, ҡунаҡтарҙы      Айрат.

      Ҡәҙерләйбеҙ, ҙурлайбыҙ.

       Ысын күңелдән һәммәгеҙҙе

Барыһы бергә: Байрам менән ҡотлайбыҙ.

              Йыр.

            А.б. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хиссән итеп яратҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы, иң сетерекле вазифаны - балалар тәрбиәләүҙе йөкләгән. Ҡатын-ҡыҙ - иң элек әсә һәм ғаилә йылыһын һаҡлаусы.

7 ук. Кем донъяға кеше бүләк итә,

  Ә кешегә якты донъяны?        Алһыу.

  Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар,

  Иретерлек гранит ҡаяны!

8ук.  Кем күңеле тулған айҙай серле,
     Яҙҙар һымаҡ, наҙлы, яғымлы?        Рәзил
     Шатлыҡтарын башҡаларға бүлеп,
     Ҡайғыларға түҙем, сабырлы?

9 ук.  Кем йылмая йәйге таң атҡандай,   Айгөл.

    Балҡып китә шундук тирә-яҡ?

    Нәфислеге - гөлдәр һоҡланырлыҡ,

    Көләслектә уға тиңдәр юк?

10 ук.  Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,   Айһылыу.

     Изгелеге үлсәү тартҡыһыҙ?

     Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы,

     Тормош йәме - Әсәй, ҡатын-ҡыҙ.

               Йыр.

      А.б. Ҡәҙерле ҡунаҡтар бөгөнгө байрамды беҙ бәйге рәүешендә дауам итәбеҙ. Мин уны "Йәгеҙ әле, балалар, йәгеҙ әле, әсәйҙәр" тип атаным. Сөнки ярышыусылар - әсәй менән баланан торған парҙар. Әйҙәгеҙ байрам итә-итә ярышып алыйыҡ! Бәйге булғас, бәйге булһын инде ул, баһа биреү өсөн жюри билдәләйек.

Жюри һайлау

     Командаларға беренсе эш- командаларға исем, девиз, йыр һайлау.

(Музыка аҫтында уйларга вакыт бирелә)

   А.б.  Башҡорт халык ижадында кешеләге әхлаҡ сифаттары хаҡында фекерҙәр, кәңәштәр, өгөт - нәсихәттәр бар. Беҙҙең икенсе эшебеҙ бына ошо темаға туранан - тура ҡағыла. Хәҙер мин командаларға сиратлап мәҡәлдәр әйтәм, ләкин беренсе киҫәген генә. Икенсеһен иһә, һез дөрөҫ итеп тамамларға тейшһегеҙ.

Алтмышҡа етһен бала.

Әсә өсөн ...

             (һаман бала)

Әсә балаға ауыҙынан...

            ( өҙөп ҡаптыра)

Әсә күңеле балала...

            ( бала күңеле далала)

Ата-әсәһен хурлаған  

Үҙен...

           (хурлаған булыр)

  Астан үлһәң  дә,

  Ата - әсәңде ...

              (ташлама)


     Киләһе конкурска күсәбеҙ. Ул беҙҙең уйында ҡатнашыусыларыбыҙың артислығын һынай. Бына минең ҡулда ике билет. Уларҙың икеһендә лә, берәр әкиәт яҙылған, һеҙгә эш, шул әкиәттең бер өлөшөн сәхнәләштереп күрһәтергә.

   А.б.  Ә хәҙер, һәр команданан берәр кеше сығып, билетты алһын ине. Һеҙгә әҙерләнергә 5 минут ваҡыт бирелә. ( "Шалкан ", " Теремкәй " әкиәттәре)

Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Дүртенсе эш.  М хәрефенә башланған башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәрен кем күпме әйтә ала? Бер-берегеҙ әйткәндәрҙе икенсегеҙ ҡабатламаһын. Иң күп әйткән парға 5 балл ҡуйыла.

1-4класс уҡыусыларҙың сығышы

Бишенсе эш.  "Рәссамдар". Күҙҙе бәйләп рәсем яһарға кәрәк. Байрам булғас, сәскә рәсемен яһайыҡ инде.

     Беҙ һеҙҙе лә, ҡәҙерле  әсәйҙәребеҙ, гүзәл  сәскләргә тиңләйбеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.

2-3 класс бейеү

Алтынсы эш. "Сәләмәтлек" һүҙенә кергән хәрефтәр менән яңы һүҙҙәр яҙырға.

Йырлайыҡ әле, йырлайыҡ әле

Йырлап асыла күңел.

Йырлап асылмаған күңел,

Мәңге асыласак түгел.

     Аңлауығыҙса киләһе конкурс йырлауға бағышланған. Хәҙер мин һәр командаға берәр йыр бирәм, һеҙ һүҙҙәре менән танышҡан арала мин караокены әҙерләп ҡуям. Тимәк һеҙ әҙер музыкаға йыр йырлаясаҡһығыҙ. Был бәйгелә барлыҡ уйынсылар ҙа ҡатнаша, берәүҙәр бейеп тора, икенселәре йырлай, ә берәүһе синтезаторҙа  һәм гитарала уйнай. Йә ҡайһы команда, яҡшырак башҡарыр икән был эште? ( йырлауҙар)

    Киләһе бәйгелә: әсәй, бишек, шатлык, ҡайғы, наҙлап, игелек, ғүмер, үҫкән, хәтерләйем, ҡәҙерле һүҙҙәрен керетеп шиғыр яҙырға кәрәк.

5 минут ваҡыт бирелә. Бәйгелә ҡатнашыусылар музыка аҫтында шиғыр ижад итә.

Малайҙар башҡарыуында бейеү

    А.б.  Ә хәҙер башҡорт халҡының милли аштары буйынса ярыш ойоштороп алайыҡ әле.

Телдән "Мөғжизәләр яланы" уйыны кеүек.

Эсенә картуф һалып бешерелгән ризыҡ. 8 хәрефтән. (Ҡыҫтыбый)

Күркәм ризыҡ, туй мәжлесе биҙәге. 6 хәреф (Сәк - сәк)

Иң боронғоларҙан һаналған эсемлек. 5 хәреф (Айран)

Еләк - емеште ҡайнатып, һөҙөп яһала торған ризыҡ. З хәреф (Ҡаҡ)

2-3 класс башҡарыуында бейеү

    А.б.  Инде һуңғы конкурсҡа ла ваҡыт етте. Әсәйҙәргә бағышланған йыр исемдәрен атарға.

     "Йәгеҙ әле, балалар, йәгеҙ әле, әсәйҙәр"   бәйгеһенең еңүсеһен билдәләр ваҡыт етте. Һүҙҙе жюриға биргәнсе, концерт номерҙары ҡарайыҡ. Улар һеҙгә байрам бүләге булһын.

Концерт номерҙары

    А.б.  Әсә һәм бала! Улар бер бөтөн, айырылғыһыҙ. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын. Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт, һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка для школы актива "Берите в руки карандаш"

Редкая школа, гимназия или лицей обходятся без выпуска  собственной газеты. А содержание школьной газеты - это школьная жизнь в самом широком смысле. Это круг интересов ребят,их заботы и поиски,...

Занятие-дискуссия "Природа зависимости. Бери от жизни все только хорошее!"

Занятие предназначено  для учащихся 7-9 классов. Содержит интересные задания: обсуждение в группах утверждений по проблеме вредных привычек, подбор ассоциаций....

Урок на тему "Волейбол добын беру және қабылдау түрлері "

Сабақтың тақырыбы: Волейбол добын беру және қабылдау түрлері    Сабақтың мақсаты: Волейбол ойынының мазмұнын, ережелерін,ерекшеліктерін,             ...

Конспект урока "По следам Олимпийского факела берем со спортсменов пример!"

Приобщение детей к олимпийскому движению через знакомство с пригородами Петербурга - улицами города Пушкина....

Республиканский семинар на тему: «Духовно-нравственное воспитание школьников на основе отечественных культурно-исторических традиций и ценностей»: мастер-класс «Я гусли беру золотые»

Цель мастер-класса: познакомить присутствующих с приёмами работы на уроке, способствующими формированию универсальных учебных действий.Задачи:·        познакомить уч...

Конспект открытого занятия "Я в осеннем лесу грибы, ягоды беру"

Конспект открытого занятия "Я в осеннем лесу грибы, ягоды  беру"...

Социальный проект "Беру ответственность на себя!"

Социальный проект "Беру ответственность на себя!"...