Уртаҡ ҡылым
план-конспект урока (7 класс)

Багаутдинова Гульсара Маратовна

Тема: Уртаҡ ҡылым.

Маҡсат:

1) уҡыусыларҙы уртаҡ ҡылым менән таныштырыу;

2) уҡыусыларҙы уртаҡ ҡылымды һөйләмдә ҡулланыу күнекмәләрен булдырыу;

3) ижади эшмәкәрлектәрен, фекерләү ҡеүәһен, телмәр үҫтереү;

Йыһазландырыу: карточкалар, интерактив таҡта.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_klass_urtak_kylym.docx41.92 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Уртаҡ ҡылым.

Маҡсат:

1) уҡыусыларҙы уртаҡ ҡылым менән таныштырыу;

2) уҡыусыларҙы уртаҡ ҡылымды һөйләмдә ҡулланыу күнекмәләрен булдырыу;

3) ижади эшмәкәрлектәрен, фекерләү ҡеүәһен, телмәр үҫтереү;

Йыһазландырыу: карточкалар, интерактив таҡта.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты

-Хәйерле көн, уҡыусылар. Ултырығыҙ. Бөгөнгө дәресте мин Гөлсара Марат ҡыҙы үткәрәм. Бөтәгеҙҙә дәрестәме? Билдәләк алайыҡ. (список буйынса тикшереп үтеү). Уҡыусылар тағы ла шуны әйтеп китәм, дәрестә актив ҡатнашып ултырығыҙ һеҙгә ошондай йондоҙсоҡтар таратып бирам һәм дәрес аҙағында шуға ҡарап баһа ҡуям.

II. Өйгә эште тикшереү этабы

-Үткән дәрестә һеҙ сифат ҡылым һәм сифат ҡылымдың үткән, хәҙерге һәм киләсәк заман формаларын ҡарап үттегеҙ. Һеҙгә өйгә эш итеп 36-сы күнегеү бирелгәйне. Тикшереп китәйек. (сылбыр буйынса уҡыусылар уҡый)

III. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу

-Уҡыусылар, таҡтаға иғтибар итегеҙ әле.

         уҡырға, табырға, эшләргә, барырға

  • Был һүҙҙәрҙә ниндәй ялғауҙар күренә? Был һүҙҙәр үткән дәрестәге теманан нимәһе менән айырыла? (уҡыусыларҙың яуаптары, ошонан сығып яңы темаға күсеү)

IV. Яңы тема

-Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.(уҡытыусы таҡтала числоны һәм теманы яҙа, ә уҡыусылар үҙҙәренең дәфәрҙәрендә)

-Тимәк уҡыусылар, ҡайһы бер ҡылымдар эште эшләргә кәрәклекте, мөмкинлекте, тейешлекте, өндәүҙе, маҡсатты йәки эшләүҙән тыйылыуҙы белдерә. Бындай ҡылымдар уртаҡ ҡылым тип атала. (слайдта сыға)

– Уҡыусылар дәфтәрҙәрегеҙгә уртаҡ ҡылым нимә икәнен яҙып ҡуйығыҙ.

        Уртаҡ ҡылымдың барлыҡ формаһы -рға, -ргә, -ырға, -ергә, -орға, -өргә ялғауҙары ҡушылыу юлы менән яһала: уҡырға, эшләргә, торорға һ.б.

        Юҡлыҡ формаһы -маҫ, -мәҫ ялғаулы ҡылымға -ҡа, -кә ялғауы ҡушылыу юлы менән барлыҡҡа килә: эшләмәҫкә, бармаҫҡа, тормаҫҡа һ.б.(слайдта сыға)

  • Уҡыусылар бына ла дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

        Уртаҡ ҡылымдар бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәй һәм башҡа ҡылымдар кеүек зат, заман, һан менән үҙгәрмәй.

V. Нығытыу күнегеүҙәре

– Ә хәҙер уҡыусылар теманы нығытыр өсөн күнегеү эшләп алайыҡ. Бына мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм, бында һеҙгә һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға, уртаҡ ҡылымдарҙы табырға кәрәк. Һеҙгә 5 минут ваҡыт бирелә үҙ аллы эшләгеҙҙә һуңынан тикшереп сығырбыҙ.

Үткәндәрҙе хәтергә төшөрөргә, киләсәк хаҡында иркенләп һөйләшергә мөмкин. (Б. Рафиҡов.)

Тормошта бер-береңде аңларға, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә, ҡыйын саҡта түҙергә тырышайыҡ. («Башҡортостан ҡыҙы».)

Кирбескә ватылырға, бетонға ҡатырға, тимергә тутығырға юл ҡуймайыҡ. (Й. Солтанов.)

Ниңә бынау дүрт саҡрым араны йәйәүләп үтмәҫкә? (Ш. Биҡҡол.)

Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла үҙенең наҙын, инсафлығын юғалтмаҫҡа тейеш... (Р. Солтангәрәев.)

– Әйҙәгеҙ, уҡыусылар китаптан 37-се күнегеүҙе эшләп китәйек. (131 бит) (китапта ҡоштар тураһында өҙөк бирелгән).

– Был өҙөктө ҡысҡырып уҡырға, унда уртаҡ ҡылымды табырға. (бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый )

– Уҡыусылар әйҙәгеҙ сылбыр буйынса таҡтаға сығып эшләйек.(таҡтала эш)

-Афариндар! Шулай итеп уҡыусылар, был өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара? Шуның тураһында һөйләшеп алайыҡ.

-Уҡыусылар, һеҙ ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары)

-Ерҙә бик күп төрлө ҡоштар бар. Ә һеҙ нисек уйлайһыҡыҙ ни өсөн «Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар» тип әйтәләр һуң? (уҡыусыларҙың яуаптары)

–Эйе әлбиттә ҡоштар беҙгә бик күп файҙа килтерә. Иртән иртүк моңло тауышы менән төрлөсә һайрап йоҡонан уята. Ҡоштар ағастарҙың бик күп зарарлы бөжәктәрен юҡ итә. Бына тумыртҡа үҙенең осло суҡышы менән ағастарҙың бөжәктәрен сүпләй. Шуға ла уны «урман докторы» тип йөрөтәләр. Ә кәкүк бер ҡош та туҡланмаған йөнтәҫ ҡарышлауыҡтар менән туйына. Бына ниндәй беҙҙең дуҫтар! Ағастарҙы зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап алып ҡалыу өсөн күпме тырышалар.

– Ә һеҙ ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ? Ҡыш көнө ағастарға тағараҡтар элеп, шунда төрлө аҙыҡ һалағыҙмы?  Әлбиттә, ҡышҡы һыуыҡтарҙа уларға ярҙам күрһәтергә кәрәк.

VI. Рефлексия

-Уҡыусылар,беҙҙең дәрес аҙағына ла яҡынлашты, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек әле. Бөгөн беҙ ниндәй тема үттек? (Уртаҡ ҡылым) Ул ниндәй һорауҙарға яуап бирә?  Тағы нимәләр хаҡында белдегеҙ? (Эйе, әлбиттә ҡоштар тураһында)

VII. Йомғаҡлау

-Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә уртаҡ ҡылымды ҡарап үттек һәм уның ялғауҙарын белдек, ниндәй һорауҙарға яуап бирә икәнлеген белдек. Ҡоштарҙың исемдәрен иҫкә төшөрөп киттек. Ҡоштарға нисек файҙа килтерергә, нисек ярҙам итеү тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Шулаймы уҡыусылар?

VIII. Баһалау

-Уҡыусылар, һеҙ бөтәгеҙҙә дәрестә актив ҡатнашып ултырҙығыҙ. Ә хәҙер инде йондоҙсоҡтарығыҙҙы һанағыҙ, кемдә нисә йондоҙсоҡ бар? (Йондоҙсоҡтарына ҡарап баһа ҡуям)

IX. Өйгә эш

-Уҡыусылар һеҙгә өйгә эш итеп уртаҡ ҡылымдың ялғауҙары булған һөйләмдәр төҙөп яҙып килергә. 5 матур һөйләм төҙөгөҙ. Мәҫәлән, Мин өйгә эште эшләргә тейешмен. Мин дәрестә насар яҙмаҫҡа тырышам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғылыми жұмыс «Төрт түлігім- ырысым»

Мазмұны                 I.           Аннотация....

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Уртаҡ ҡылым

Был дәрес программа буйынса алтынсы класта үтелә....

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.

Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...

Дәрес темаһы: Уртаҡ ҡылым. 6 класс

Дәрес темаһы: Уртаҡ ҡылым. 6 класс...