Дәрес темаһы: Уртаҡ ҡылым. 6 класс
учебно-методический материал (6 класс)
Предварительный просмотр:
(Башҡорт теленән 6-сы класта үткәрелгән дәрес өлгөһө)
Тема: Уртаҡ ҡылым.
Маҡсат: 1) Уртаҡ ҡылымдың мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлатыу һәм телмәрҙә дөрөҫҡулланырға өйрәтеү. Яһалышын практик үҙләштереү. Дуҫлыҡ, дуҫтар
төшөнсәһен аңлатыу.
2) Дуҫтарға ихтирам , хөрмәт тәрбиәләү.
3) Телмәрҙе үҫтереү, һүҙлек байлығын байытыу.
Йыһазландырыу: кроссворд, мәҡәлдәр, тест һорауҙары, һүрәттәр, диапроектор,презентация.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, улар менән
һаулыҡ һорашайыҡ.
– һаулыҡ һорашыу.
II. «Психологик атмосфера» тыуҙырыу.
– Уҡыусылар, һеҙ бөгөн мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе
күрһәтегеҙ әле. Ошо яҡшы кәйеф менән дәресте башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә ҡарата һәр ваҡыт шулай мөләйем, иғтибарлы, ихтирамлы булығыҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Тылсымлы һүҙҙәр кешенең күңелен күтәрә, йәшәргә көс өҫтәй. Хәйерле иртәләр, хәйерле төндәр һәм көндәр теләй белһәгеҙ, яҡындарығыҙҙың да, дуҫ-иштәрегеҙҙең дә күңеле күтәрелер. Ә изге күңелдән теләгән теләк һәр саҡ ҡабул була. Дәрестә иғтибарлы булығыҙ, белемдәребеҙҙе, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтәйек.
III. Өйгә эште тикшереү.
1. Беҙ үткән дәрестә ниндәй тема үткән инек?(исем ҡылым )
2. Исем ҡылым темаһы буйынса белемдәрҙе тикшереп алайыҡ. Бының өсөн һеҙгә тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк.
Тест.
1. Исем ҡылымдар нимәне белдерә?
а) эште, хәлдең, хәрәкәттең исемен.
б) эште, хәлде, хәрәкәтте.
в) эштең, хәлдең, хәрәкәттең билдәһен.
2. Исем ҡылымдар ниндәй ялғауҙар менән яһала?
а) күплек ялғауҙары менән
б) –ма/-мә ялғауҙары менән
в) –у/-ү,-ыу/-еү,-оу/-өү ялғауҙары менән
3. Исем ҡылымдар нимәләр менән үҙгәрәләр?
а) заман, зат, килеш, һан менән
б) һан, эйәлек заты, килеш, барлыҡ-юҡлыҡ менән;
в) зат, заман, һөйкәлештәр менән.
4. Исем ҡылымдар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып йөрөй?
а) эйә менән хәбәр булып;
б) эйәрсән киҫәктәр булып
в) бөтә киҫәктәре лә булып.
5.Ҡайһы юлда исем ҡылымдар яҙылған?
а) барырға, ятырға, йөрөргә, эшләргә;
б) барыу, ятыу, йөрөү, эшләү;
в) барған, ятҡан, йөрөгән, эшләгән.
3.Тестарҙы алмаштырышып бер-береһенең эшен тикшереү.
Баһалау Дөрөҫ яуаптар:
0 – 5 1.а 2. в 3.б 4.в 5.б
1 – 4
3 – 3
IV. Яңы тема өҫтөндә эш.
1) Кроссворд аша теманы асыҡлау. Һеҙгә кроссворд бирелә. Ошо кроссвордты
дөрөҫ сисһәгеҙ, бөгөнгө дәрестең темаһын белербеҙ. Бының өсөн ошо һорауҙарға
яуап бирергә кәрәк.
1. Һине аңлаусы, һәр саҡ һиңә ярҙам итеүсе кеше? (дуҫ)
2. Дуҫ ҡыҙ? (әхирәт)
3. Бер йәштәге балалар? (тиңдәш)
4. Бер класта уҡыусы ҡыҙ йә егет? (класташ)
5. Беҙ өйрәнгән һүҙ төркөмө? (ҡылым)
Һығымта: Бөгөнгө тема ҡыҙыл шаҡмаҡтар эсендә яҙылған: («Уртаҡ ҡылым»)
2) Дәрес маҡсаты менән таныштырыу.
а) дәфтәрҙәргә число, тема яҙабыҙ.
б) Бөгөнгө дәрестә беҙ уртаҡ ҡылымдар менән, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы
менән танышырбыҙ, уларҙы һөйләмдәрҙән табырға өйрәнербеҙ һәм кешеләр
араһындағы иң изге мөнәсәбәт – дуҫлыҡ, дуҫтар тураһында һөйләшербеҙ.
Бергәләп уҡытыу:
«Донъя тигәнең үҙеңә дуҫтар табырға, дуҫ менән дуҫты ла айыра белергә үҙенәнүҙе өйрәтә.
Ғ.Хөсәйенов.
– Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ғайса
Хөсәйеновтың һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өндәй? Һәр кем үҙенә дуҫтар табырға тейеш.
4. Теманы аңлатыу.
а) Ошо һүҙҙәрҙән ҡылымдарҙы таптырыу.
б) Табырға, белергә һүҙе нимәне аңлата? Дуҫты табырға кәрәклекте, белергә
тейешлекте, өндәүҙе, маҡсатты йәки эшләүҙән тыйылыуҙы белдерә.
Бындай һүҙҙәр уртаҡ ҡылымдар тип атала. Улар затта, һанда үҙгәрмәй
торған ҡылым төркөмсәләре. Уртаҡ ҡылымдарҙы таблицала ошолай күрһәтергә
мөмкин.
в) Ошо таблицаны ҡулланып үҙегеҙ ҡағиҙә сығарып ҡарағыҙ әле.
Уртаҡ ҡылымдар барлыҡта –ырға/-ергә, -орға/-өргә, -рға/-ргә ялғауҙарына
тамамлана,
юҡлыҡта –маҫҡа/-мәҫкә. Ни эшләргә? һорауына яуап була.
г) Дәреслектән ҡағиҙәне уҡытыу.
д) Кем ул дуҫ? Дуҫтар ни өсөн кәрәк?
Ошо һорауҙарға яуап алыр өсөн дәреслектәребеҙгә күҙ һалайыҡ.
5. Дәреслек менән эш. (128-се битте астырыу, 12-се күнегеү).
а) Уҡытыу, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе асыҡлау.
б) Нимә ул дуҫлыҡ? Ул нимә эшләргә ярҙам итә? Дуҫлыҡтың ниндәй ҡағиҙәләре
бар?
в) тексты абзацтарға бүлеү.
г) икенсе абзацтан ҡылымдарҙы таптырыу.
д) ниндәй ялғауҙар ярҙамында яһалғандар?
ирешергә | ышанырға | таянырға |
табырға | иғтибарлы булырға ала белергә | |
еңеп сығырға | ҡыҙыҡһынырға | булырға |
таянырға кәрәк ярҙам итергә
йәшәргә
е) Дәфтәргә уртаҡ ҡылымдарҙы яҙып алыу.
ж) Телдән юҡлыҡта әйттереү.
Һығымта:
Уртаҡ | -ырға/-ергә | - | тейеш |
Шулай итеп, уртаҡ ҡылымдар юҡлыҡ менән үҙгәрәләр.
2. 213-сө күнегеүҙе эшләү.
а) “Уҡырға булдым” һүҙбәйләнешен 2-уҡыусы таҡтала барлыҡта, юҡлыҡта
үҙгәртә.
Барлыҡта (берлектә) Юҡлыҡта
уҡырға булдым уҡымаҫҡа булдым
уҡырға булдың уҡымаҫҡа булдың
уҡырға булды уҡымаҫҡа булды
Күплектә
уҡырға булдыҡ | уҡымаҫҡа булдыҡ |
б) Көлөргә һүҙен телдән үҙгәрттереү.
в) Һығымта:
Уртаҡ ҡылымдар затта үҙгәрҙеме? (юҡ)
Шулай итеп, уртаҡ ҡылымдар затта үҙгәрмәйҙәр, ярҙамсы һүҙҙәр генә үҙгәрә.
6. Рәттәргә бүлеп эш биреү.
а) Нигеҙ ҡылымға ялғау өҫтәп яҙырға.
I II III
эшлә бир шатлан
уйна бейе бүлеш
ышан һаҡла уҡы
таян көл | өйрән |
ҡыҙыҡһын | ҡыуан аңла |
б) Был ҡылымдарҙы кемдәргә ҡарата ҡулланып була?
(дуҫтарға, иптәштәргә)
в) Кемдәр менән бергә эшләргә мөмкин?
г) Ә һеҙ дуҫтарығыҙ менән бергә ниндәй эштәр эшләйһегеҙ?
д) Һығымта: Эйе, дуҫтар менән шатлыҡ-ҡайғыны ла бүлешергә, ауыр саҡта
уларға таянырға ла мөмкин.
7. Ял минуты
Беҙ торабыҙ бейергә,
Таянабыҙ бөйөргә.
Тыпыр-тыпыр баҫырға,
Күңелдәрҙе асырға.
8. Ижади эш.
Беҙ Илшат дуҫым менән башҡорт теле түңәрәгенә йөрөргә булдыҡ. Унда
башҡорт теленең тарихы, мәҙәниәте тураһында китаптар менән танышырға,иншалар яҙырға өйрәтәләр.Ай һайын бер төркөм "Әй, матур тел" тигән стена гәзите сығарырға тейеш. Үҙебеҙ шиғыр-хикәйәләр яҙырға, уларҙы баҫтырып сығарырға тырышабыҙ. Гәзитте сығарыуға башҡорт теле түңәрәгенә йөрөүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша.
(Уҡытыусы уҡыу барышында уҡыусылар уртаҡ ҡылымдарҙы яҙа баралар. Бер уҡыусы уҡый, ҡалғандары урындан тикшерә.)
Йөрөргә булдыҡ, танышырға, яҙырға, сығарырға, ижад итергә
9. Мәҡәлдәр менән эш.
Уҡытыусы: Дуҫлыҡ – киң төшөнсә.Ул кемдәр араһында булырға мөмкин?
Яуап. Ул кешеләр араһында ла, халыҡтар араһында ла, хайуандар араһында ла була. Дуҫлыҡ тураһында шағирҙарыбыҙ бик күп шиғырҙар, әҫәрҙәр ижад иткән. Халыҡ үҙ фекерен мәҡәлдәрҙә сағылдырған. Уҡыусылар: Ә һеҙ дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Дуҫы күпте яу алмай. Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын. Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.
10. Һүрәттәр менән эш.
А. Картинаны ҡарау.
Ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?
Б. Һүрәткә ҡарап һөйләмдәр төҙөтөү.
В. Картинаға ҡарап шиғыр юлдарын тултырып яҙыу.
Көн дә өйҙә эш бөткәс,
Киләбеҙ беҙ………….
Саңғы менән елдәрҙе,
Ҡоштай осоп ……….
Был шиғыр юлдарында ла уртаҡ ҡылымға миҫалдар бар.
Әйҙәгеҙ, табайыҡ. Шыуырға,ҡыуырға.
1. Йомаҡ-хикәйә уҡыу, яуабын асыҡлау.
Рәшит көнө буйына сәкән һуҡты, өйөнә ҡайтҡас һөйләшә торған
тутыйғошо менән булашты. Ә иртәгеһенә «ике» билдәһе алып ҡайтты. Өйҙә уны тутыйғошо: «Ашарға! Уйнарға!» – тип ҡаршы алды. Рәшиттән әсәһе : «Ни өсөн «ике» алып ҡайттың?» – тип һораны. Рәшит яуап биргәс, ул: «Эй улым, улым! Ана тутыйғошоң да белә бит уны!» – тине.
Рәшит дәрестә нимәне белмәгән? Был һүҙҙәр текста йәшеренгән. Кем иғтибарлы, ул табыр. Йәгеҙ, эҙләп ҡарайыҡ әле.
12. Йомғаҡлау. Рефлексия.
а). Дәрес аҙағына яҡынлашты. Нимәләргә өйрәндек икән?
Бының өсөн бер-берегеҙгә һорауҙар биреп ҡарағыҙ.
– Ниндәй ҡылымдар уртаҡ ҡылымдар тип йөрөтөлө?
– Уртаҡ ҡылымдар ниндәй мәғәнәләрҙе белдерәләр?
– Уртаҡ ҡылымдар нимә менән үҙгәрәләр?
– Уртаҡ ҡылымдар нисек яһалалар?
– Уртаҡ ҡылымдарға миҫалдар килтерегеҙ.
Шулай итеп, һығымта яһайыҡ.
Зат, һан менән үҙгәрмәйҙәр.
Улар нигеҙ ҡылымға –ырға/ергә, орға/өргә, –рға/ ргә ялғауҙары ҡушылыу
менән яһала. Һөйләмдә кәрәклек, мөмкинлек, тейешлек, маҡсат, бойороу мәғәнәләрен белдерә.
Б. Нимә ул дуҫлыҡ?
Дәрестә уртаҡ ҡылымдан башҡа тағы ла нимәләр тураһында һөйләштек?
Нимә ул дуҫлыҡ?
Эйе, балалар. Беҙ бөгөн дәрестә дуҫтар, дуҫлыҡ тураһында һөйләштек.
Дәрестә әйтелгән дуҫлыҡҡа ҡағылышлы сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышығыҙ,
яңы дуҫтар булдырығыҙ. Бар дуҫлығығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
13. Баһалау.
14. Өйгә эш. Уртаҡ ҡылымдарҙы ҡулланып «Минең дуҫым» темаһына инша
яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект урока по теме: «День Рождения», 2 класс. К методической теме: «Методы организации индивидуальной работы учащихся на уроке».
Главная дидактическая цель урока - определить уровень сформированности усвоения лексики по теме «День Рождения», писать поздравительные открытки, составить календарь, воспроизводить диалог и выс...
арифметик урта 5 класс
Арифметик урта 5 класс...
План-конспект урока по теме"Повторение по теме "Деепричастие" в 7 классе
Целью данного урока является обобщение и систематизация знаний учащихся по теме "Деепричастие", поэтапная подготовка к ЕГЭ по русскому языку, так как считаю, что подготовку к ЕГЭ нужно начинать с 5 кл...
Конспект урока по теме «Диалог с совестью…» ( обобщение, систематизация знаний по теме «Сложноподчиненное предложение») 9 класс
Урок обобщения и систематизации знаний по теме «Сложноподчиненное предложение» 9 класс разработан с учетом методических рекомендаций Е.В. Коротаевой, доктора педагогическ...
Конспект урока по теме «Диалог с совестью…» ( обобщение, систематизация знаний по теме «Сложноподчиненное предложение») 9 класс
Урок обобщения и систематизации знаний по теме «Сложноподчиненное предложение» 9 класс разработан с учетом методических рекомендаций Е.В. Коротаевой, доктора педагогическ...
Интегрированный урок по теме "Весна" в 5 классе,урок- соревнование по теме "Наречие" в 7 классе
Интегрированный урок включает в себя синтез литературы,музыки,живописи,пробуждает в учениках умение видеть и ценить прекрасное!Урок- соревнование является заключительным при изучении темы "Наречие",в ...
Уртаҡ ҡылым
Был дәрес программа буйынса алтынсы класта үтелә....