Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Ҡылым. Унын зат, һан, заман,
барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре.
Маҡсат:
- Ҡылымдын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләрен ҡабатлау, нығытыу, системалаштырыу
- Уны үҙ телмәребеҙҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
- Халыҡ ижады өлгөһө булған мәҡәлдәр ярҙамында хеҙмәт тәрбиәһе биреү.
Йыһазлыу: дәреслек, һүрәттәр, компьютер, интерактив таҡта, жетон, ҡар бөртөктәре.
Класс: 4
- Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ! Хәйее көн уҡыусылар! Ултырығыҙ! Мин һеҙҙе күреуемә бик шатмын.
СЛАЙД
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә
Минен йәшәү тамырҙарым
Башҡорт илендә!
- Беҙ башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
- Артикуляцион-фонетик күнегеү. Бала күнелендә психологик комфорт тыуҙырыу.
- Әйҙәгеҙ дәресте бына ошо шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек. Мин уҡыйым.
СЛАЙД
Мин яратам ҡояшты!
Күнелдә шатлыҡ ташты.
Матур ҡояш, зәнгәр күк
Күнелемә илһам түк!
Йәшел үлән, саф һауа
Булһын тәнемә дауа.
Ф. Сынбулатова
- үҙ алға уҡып сығығыҙ
-башҡорт теленен үҙенсәлекле хәрефтәрен табып өндәрен дөрөҫ әйтегеү
- сылбырлап уҡыу
-хор менән уҡыу
- ҡулдар менән күрһәтеү
- Укыйсылар, мин һеҙгә һаулыҡ теләйем һәм ошо һалҡын ҡышҡы көндә йылы, күнелле йәйҙе иҫкә алыу күнелдәрегеҙгә йылылыҡ, дәрт өҫтәһен.
- ТӨП ӨЛӨШ.
-Уҡыусылар, һеҙҙен иғтибарығыҙға кроссворд бирелгән.
СЛАЙД
Ошо кроссвордты сисһәк дәрес темаһы асыҡлана. Уны беҙ һүрәттәр ярҙамында сисербеҙ.
- Был нимә? (Ҡар)
- Ниндәй миҙгел? (ҡыш)
- Был нимә? (бейәләй)
- Был нимә ? (сангы)
- Бил нимә ?(тимераяҡ)
Тимераяҡ- һеҙҙен өсөн яны һүҙ. Ҡабатлап китәйек һүҙҙе.
Хор менән әйтеү.
Эстән әйтеп хәтерҙә ҡалдырыу.
Һүҙбәйләнеш, һөйләм төҙөү.
Һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуйыу.
- Йә, уҡыусылар, ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
- Дөрөҫ, ҡылым.
- Был тема һеҙгә танышмы?
- Бөгөнгө дәрестә ҡылым темаһын ҡабатлап, белемдәрҙе нығытып китәсәкбеҙ.
Дәфтәргә яҙыу
- Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе астыҡ һәм матур, таҙа итеп бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.
- Кроссвордтағы һүҙҙәр ниндәй миҙгелгә ҡарай?
- Был миҙгел һеҙгә оҡшаймы?
СЛАЙД
- Уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ, ергә әкренләп ябалаҡлап ҡар яуа. Ошо ҡар бөртөктәре лә беҙҙен класка осоп кергәндәр. Тик улар ябай түгел, ә тылсымлы ҡар бөртөктәре. Улар беҙгә биремдәр алып килгән, ошоларҙы дөрөҫ эшләһәгеҙ мин һеҙгә жетондар бирәсәкмен.
- Йәгеҙ әле, беренсе ҡар бөртөгөн ҡарайыҡ!
Ҡылым темаһы буйынса алған белемдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп үтегеҙ. Һорауҙарға яуап бирегеҙ.
- Нимә ул ҡылым? Ҡылым һүҙ төркөмө.
- Ҡылым нимәне белдерә? Ҡылым предметтын эш-хәрәкәтен белдерә.
- Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә? Ни эшлә? ни эшләгән? ни эшләй?
- Ҡылым нимә менән үҙгәрә? Зат, һан, заман, барлыҡ- юҡлыҡ формаһында килә
- Ниндәй замандар бар? Үткән, хәҙерге, киләсәк.
- Бына беҙҙен ҡаршыла ҡылым һүҙ төркөмөнен дөйөм бер схемаһы төҙөлдө. СЛАЙД.
Ни эшләгән? Ни эшләй? Ни эшләйәсәк?
Зат ҠЫЛЫМ Һан
Барлыҡ Заман Юҡлыҡ
Үткән
Хәҙерге
Киләсәк
- Икенсе ҡар бөртөгөн ҡарайыҡ.
Барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәһе нисек билдәләнә?
СЛАЙД
-ма, -мә ялғауы менән
-Дөрөҫ, -ма, -мә ялгауы менән бирелә. Мәҫәлән:
СЛАЙД
кит-мә-зат ялгауы
Бар-ма-зат ялгауы
- Татар телендә лә шулай уҡ. Рус телендә башҡорт телендәге –ма, -мә ялғауы не киҫәксәһе булып һуҙ алдында килә. Мәҫәлән: идет – не идет.
- Ни өсөн ике төрлө ялғау?
- Һүҙҙә ниндәй һуҙынҡылар?
- Нәҙек һуҙынҡылар ниндәй? СЛАЙД ӘӨҮИЕЭ
- Ҡалын һуҙынҡылар ниндәй? СЛАЙД АОУЫ
- Афарин!
Өсөнсө ҡар бөртөгө. Унда ял минуты.
Дүртенсе ҡар бөртөгө.
Ҡылымдарға анализ яһарға кәрәк
- Йәгеҙ әле, бер ҡылымға бергә анализ яһап үтәйек. Ҡыш ни эшләй? КИЛӘ.
Килә – ҡылым, 3 зат, берлек һан, хәҙерге заман, барлыҡта.
- Бына һеҙгә өс һүҙ, өс уҡыусы тактала, ҡалғандар урында үҙ алға эшләйбеҙ. Дөрөҫ итеп ултырығыҙ, матур итеп яҙығыҙ!
- Йыуасаҡбыҙ, китмәй, яуған
Тикшереү. Баһалау.
- Уҡыусылар, ҡылымдын затын, заманын, һанын, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәһен белеү беҙгә нимәгә кәрәк?
- Дөрөҫ, һөйләмдәр төҙөп, уй фекерҙе тынлаусыға анларлыҡ итеп еткерер өсөн, аралашыр өсөн кәрәк.
- Тағы ла ҡар бөртөгө бар.
Китап менән эшләргә.
- 105-се битте астыҡ, 131-се күнегеү. Биремде үҙ алға уҡып сығығыҙ. Бында мәҡәлдәр бирелгән. Ошо мәҡәлдәрҙән эш, хеҙмәт тураһындағыларын һайлап алырға кәрәк. Уҡый барабыҙ әйтә барабыҙ “әйе-юк”.
СЛАЙД
Кеше ерҙе эшкәртә, ер кешене күтәрә. – Һүҙгә – һүҙ тәржемә итеү.
Человек землю обрабатывает, земля человека славит.
- Нисек анлайһығыҙ?
- Һеҙҙен төп эшегеҙ нимә?
- Нисек уҡырға кәрәк?
- Ни өсөн?
- Йомғаҡлау.
- Шулай итеп, уҡыусылар һеҙгә киләсәктә тыуған илгә кәрәкле кеше булыу өсөн тырышып уҡырға кәрәк. Тырышҡан кеше генә был донъяла матур итеп йәшәй. Уҡыу һеҙҙен төп эшегеҙ.
- Хәҙер бөгөнгө дәрестә һеҙҙен эшегеҙҙен һөҙөмтәһен ҡарайыҡ.
Жетондарҙы һанау. Баһалау.
- Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек?
- Өйгә эше
- Өйгә эш итеп мин һеҙгә ҡыш тураһында инша яҙырға.
- Дәрес оҡшанымы? Минә лә бик окшаны. Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сифат темаһын ҡабатлау.
Был дәрес рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнгәндә "Сифат" темаһын үтеп бөткәс үткәрелә....
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы
Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...
Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.
Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...
Мин театрға барҙым. Барлыҡ төшөнсәһе.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт теле дәресенең планы...
Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.
Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар....
Преодоление страха и уныния – главный духовный выбор человека
Еще недавно среди глобальных вызовов современности выделялись природные: загрязнение окружающей среды, исчерпание природных ресурсов, глобальное потепление. Орхидея в пластиковой коробочке в романе А....