Башҡорт музыка ҡоралдары.Презентация
презентация к уроку

Ғизәтуллина  Филүзә Фәрит ҡыҙы

Башҡорт музыка ҡоралдары.Презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл muzyka_koraldary.pptx1.21 МБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары

Слайд 4

Ҡурай эшләү тәртибе [ үҙгәртергә ] Иң боронғо ысул буйынса , ҡурайҙы үләндән яһайҙар . Сатыр сәскәле , эсе-тышы шыма , бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә . Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар . Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр . Бөтәһе 5 уйым эшләнә : беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта , артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла . Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла . Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар . Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған . 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар. XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш алды . Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән . Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр , унан һуң елем һөртөп , кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр . Заманса ҡурайҙар 570-810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә . Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль ( g) тауышына , иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә . Ҡалғандары ярымтауыш буйынса « Соль»дан алып « До»ға тиклем араны тултыра : Ля бемоль (А s), Ля ( A), Си бемоль ( B), Си ( H). Әммә 5 тишекле ҡурай тауыштары буйынса сикле , йәғни боронғо башҡорт халыҡ көйҙәренең ҡайһы берҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе тулыһынса башҡарырға мөмкинлектәре аҙ . Шуның өсөн дә 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков заман талабына ярашлы ошо алдағы яҙылған бөтә ҡурайҙарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырырға өлгәшә , дөрөҫерәге ун ике ҡурайҙы бер ҡурай эсенә һыйҙыра . Был ижад музыка өлкәһендә ҙур ҡаҙаныш була , сөнки бер ишҡурайҙа бөтә профессиональ музыка алымдарҙы ла һәм талаптарҙы ла ҡулланып башҡорт халыҡ көйҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе лә үҙең теләгән музыкаль тональностә башҡарырға мөмкин .

Слайд 5

Күренекле ҡурайсылар [ үҙгәртергә ] Салауат Юлаев Ишмулла Дилмөхәмәтов Йомабай Иҫәнбаев Әҙһәм Исҡужин Ғата Сөләймәнов Абдулла Хәлфетдинов Рәхмәтулла Бүләканов Яппар Шафиҡов Хәмит Әхмәтов Азат Айытҡолов Мөхәмәт Түләбаев Әнүәр Шафиҡов Кәрим Дияров Роберт Юлдашев Юлай Ғәйнетдинов Ҡаһым түрә Байыҡ сәсән Вәкил Шөғәйепов Ришат Рәхимов Ишморат Илбәков Рәмил Ғәзизуллин Зыя Хәлилов Нурғәли Кейекбирҙин Рәис Низаметдинов Азат Биксурин Рәсүл Ҡарабулатов Рәмзин Әбсәләмов Рөстәм Шәрипов

Слайд 6

Думбыра Думбыра — боронғо башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы . Ул байтаҡ төрки халыҡтарында таралған , мәҫәлән , ҡаҙаҡтарҙа ( думбыра ), үзбәктәрҙә , алтайҙарҙа (топшур), тываларҙа ( топшулуур ) һ.б , шулай уҡ тажиктарҙа (дутар). Ҡаҙаҡ думбыраһы менән сағыштырғанда башкорттоҡо грифының ҡыҫҡараҡ булыуы менән айырыла . Думбыра уйнаусы башҡорт ҡыҙы Думбыра боронғо сәсәндәрҙең музыка ҡоралы булған . Боронғо ҡобайырҙар , эпостар ( шулай уҡ мәшһүр "Урал батыр" эпосы ла) барыһы ла көйгә һалынып башҡарылған , шуға ла думбыра , аккомпанемент булараҡ , мотлаҡ булған . Боронғо думбыраның төҙөлөшө тураһындағы бәхәстәр тынмай . Үкенескә ҡаршы , боронғо думбыра халыҡ араһында ла һаҡланмаған . Бөгөнгө көндә беҙ уның тураһында тик халыҡ ижадынан һәм рус этнографтары , яҙыусылары яҙмаларынан ғына сығып беләбеҙ . Думбыраның нисә ҡыллы булыуы ла аныҡ ҡына билдәле түгел . Кемдер , ҡаҙаҡтарҙыҡы кеүек , ике ҡыллы булған , тиһә , икенселәре рус халыҡ инструменты домра кеүек (ә ул , билдәле факт, боронғо төрки милли инструмнтынан килеп сыҡҡан ), өс ҡыллы булған , тип иҫәпләй . Ахреолог һәм этнограф Р. Г. Игнатьев үҙенең " Салауат Юлаев - Пугачев бригадиры, йырсы һәм импровизатор" тигән әҫәрендә биш ҡыллы " бандура"ны атап үтә . Ни өсөн халҡыбыҙ , йөҙәр йыл буйы йырҙарын , эпостарын һаҡлап килһә лә , думбыраһын шулай тиҙ онотҡан һуң ? Был Х VII—XVIII быуаттарҙағы батша колониаль сәйәсәте менән бәйле . Сәсәндәр,белеүебеҙсә , башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшендә әүҙем ҡатнашҡан , уның илһамландрыусыһы булған . Шуға ла улар, ихтилалдар баҫтырылған ваҡытта , ҡаты эҙәрлекләүгә дусар булған . Думбыралар , сәсән музыкаль ҡоралы булараҡ , юҡ ителгән , уны халыҡ күңеленән юйырға тырышҡандар . Үкенескә ҡаршы , улар маҡсатына ирешә - думбыра онотола . Әммә бөтөнләйгә түгел . 1980-се йылдарҙа , яҙма документтарға таянып , халыҡ оҫтаһы В.Ш.Шөғәйепов башҡорт думбыраһын тергеҙә башлай . Шул уҡ ваҡыттарҙа думбыраны тергеҙеү өҫтөндә Ғ.Ҡобағошов , Ю.Зирин , А.Овчинников , В.Зубченко , А.Параев эшләй . 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙ яһау буйынса эксперименталь оҫтахана асыла . Был оҫтаханала Р.М.Ғәлимов , А.Я Янғужин , А.Һ.Байрамғолов , С.У.Баймөхәмәтов эшләй . Заманса инструмент өс ҡыллы , кварта-квинта төҙөлөшлө , 19 ладлы , корпусы ағастан йәбештерелеп эшләнелә . Әлбиттә , был инструмент боронғонан бик ныҡ айырыла - ул оркестр талаптарына ҡулайлаштырылған . Сопрано, альт, бас думбыралар эшләнә .

Слайд 7

Ҡумыҙ PDF Печать E-mail Рейтинг пользователей: / 1 ХудшийЛучший Башҡортостаным минең - Музыка ҡоралдары 21.03.2012 10:09 3 51_0 Ҡумыҙ - башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы . Ул - уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан , ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан , тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була . Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар . Уйнағанда уны , һул ҡулы менән тотоп , тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар . Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауын сыға . Ҡумыҙҙа тамсы тамған , ат тояҡтары тупылдаған , поезд сапҡан тауыштар , хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була . Элек ҡумыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоралы тип иҫәпләгән,ә хәҙер ҡумыҙҙа ир-егеттәр ҙә уйнай . Музыка белгесе һәм фольклорсы Л.Н.Лебединский ҡумыҙҙың , ҡурай һымаҡ уҡ , бик боронғо булыуы тураһында яҙған . Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә , йәки б.э . тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай . Башҡортостан археолог Н.А.Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә . Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәре араһында ҡумыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы легенда бар. Унда көтөүсе улы Бикбайҙың йәмле йәй көндәрендә егеттәр , ҡыҙҙар менән бергә ҡымыҙлыҡҡа сығып , төрлө уйындар уйнауы , саған ағасынан ҡумыҙ эшләп , бейеү көйҙәрен көйләп , йәштәштәрен бейетеүе тураһында һөйләнелә . Ҡымыҙлыҡҡа сыҡҡанда бейеткәне өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирелә . Бикбай ҡумыҙҙа уйнаған ваҡытта байҙың өлкән ҡыҙы Гөлсөм , күҙен дә алмай , уға ҡарап торҡан . Егеттең күңеленә лә ҡыҙ хуш килгән , һәм ул , хистәрен белдереү өсөн , ҡыҙға ҡумыҙын бүләк иткән . Шунан башлап ҡумыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай башлаған , тиҙәр . Билдәле булыуынса , ер шарының 150 илендә ҡумыҙ сәнғәте йәшәй . Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ул юғалып бара. Башҡортостанда , киреһенсә , ҡумыҙ сәнҙәте яңырыу , йәшәреү кисерә . Ул фольклор байрамдарында яңғырай , концерт репертуарҙарында урын ала бара. Мәләүез районында ике тапҡыр ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙғарылды . Ҡумыҙҙың тылсымлы моңо , уның серле сыңы күңелдәрҙә дәрт , илһам , шатлыҡ тойғолары уята . Ә һеҙ билдәле ҡумыҙсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ ? Урал- Иҙел төбәге буйынса варган ( хомус ) музыкаһының милли үҙәге рәйесе Роберт Заһретдинов ттарафынан ҡумыҙ яңынан тергеҙелә.Роберт Заһретдинов - күп йырҙар һәм инструменталь пьесалар , шул иҫәптән өсөн әҫәрҙәр авторы. Башҡорт музыка ҡоралын тергеҙеүҙәге һәм пропагандалауҙағы хеҙмәттәре өсөн уға республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде . 21.03.2012 10:09 3 51_0 21.03.2012 10:09

Слайд 8

Дөңгөр – шөңгөр (бубен) тибындағы һуҡма инструмент. Бейеклеге – 19, диаметры 35 сантиметр булған оҙонса түңәрәк ағас дүңгәләк (обруч) ике яҡлап яры менән тарттырыла . Корпус түңәрәге буйлап икешәрләп көмөш тәңкәләр беркетелә . Бармаҡтар һәм ус менән күнгә йәки дүңгәләккә һуғалар .

Слайд 9

Һорнай — башҡорт милли музыка ҡоралы . Борғо йә мөгөҙ мөштөк менән һүрәтләнә


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Классическая музыка и её значение в формировании процесса развития восприятия музыки среди школьников на уроках музыки.

В Данной публикации  говорится о нескончаемом источнике в формировании  процесса развития восприятия музыки учащимися. Тем самым  позволяет повысить процесс музыкального мышления, воспи...

Интегрированный урок "Музыка и математика" ФГОС Авторы: учитель начальных классов Кустова Людмила Владимировна, и учитель музыки и педагог дополнительного образования Шнейвас Эльвира Юрьевна. Музыка прилагается. (отредактировано в 2017 г.)

Методическая разработка урока по ФГОСИнтегрированный урок:  "Музыка и математика" 1 классТема: «Число и цифра 4»Авторы: Учитель начальных классов Кустова Людмила В...

Конспект урока музыки «Музыка моего народа. Образы Древней Руси в русской музыке"

Велика значимость и народной, и современной, и классической, и народной, и фольклорной музыки в жизни....

«Беседы о музыке». М.И. Глинка, «Из жизни С. В. Рахманинова»,«Колокола России», Викторина «Танцы», Викторина «Музыкальные инструменты», Викторина «Опера»,Музыка П.И. Чайковского,Музыка на балу

Большая подборка материала под единой темой "Беседы о музыке". В основном все это - музыкальные спектакли, музыкальные сценки, которые знакомят ребят с творчеством великих русских композиторов. В этой...

Презентация для урока музыки в 5 классе по теме "Народная хоровая музыка и хоровая музыка в храме"

Презентация составлена по теме " Народная хоровая музыка и хоровая музыка в храме" по программе В.В. Алеева, Т.И. Науменко для 5 класса....