Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә
творческая работа учащихся
Уҡыусымдың ижады
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ayduganova_adelina_hunmslek_zur_drttr_halyusy_ukytyusym.docx | 18.53 КБ |
Предварительный просмотр:
ҺҮНМӘҪЛЕК ҘУР ДӘРТТӘР
ҺАЛЫУСЫ УҠЫТЫУСЫМ
(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ә.З. Хисаметдинова тураһында)
Ижади эштең авторы:
Айдуганова Аделина ,
Нуриман районы
Яңы Күл урта дөйөм белем биреү
мәктәбе
Ижади эштең етәксеһе:
Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы,
Нуриман районы
Яңы Күл урта дөйөм белем биреү
мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
бәләкәс йөрәгемә.
М. Кәрим
Һәр уҡыусы мәктәптә уҡыған сағында күңеленә яҡын фәнгә иғтибарҙы күберәк бүлә. Миңә, мәҫәлән, башҡорт теле дәресе оҡшай. Үҙем татарҙар ауылында тыуып үҫеүемә ҡарамаҫтан, башҡорт теле фәне мауыҡтырғыс фәндәрҙең береһе булып ҡала...
Уҡытыусым Әлиә Закуан ҡыҙы Хисаметдинова тыумышы менән Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Ул уҡыған Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбендә мин дә уҡыйым. Уҡытыусым Башҡорт дәүләт университетын тамамлағанда, райондың Байгилде ауылы лицейында пионерҙарҙың вожатыйы булып тәжрибә туплап өлгөргән була. Аҙаҡтан, Яңы Күл мәктәбе администрацияһы тәҡдиме буйынса, Әлиә Закуан ҡыҙы йәш белгес булып тыуған ауылына эшкә ҡайта. Инде 16 йыл ошо мәктәптә эшләй.
Уҡытыусым шиғырҙар яҙа, йырлай, бейей. Төрлө сараларҙың сценарийҙарын да оҫта төҙөй. Шуға уҡыусылары ла уҡытыусыһы кеүек бик һәләтле. Уларҙың төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, әле бер ҡасан да һынатҡандары булманы. “Яратам һине, Рәсәй” патриотлыҡ темаһына һуғарылған бәйгелә, яҡташ шағирҙарыбыҙ З. Нәсибуллин һәм Ғ. Хәйри исемдәрен йөрөткән район шиғыр һөйләүселәр конкурстарында бына инде нисәмә йыл беренселекте алып киләбеҙ. “Башҡортостан ынйылары” республика фестиваленең зональ турында икенсе урын яуланыҡ. “Республикамды данлайым” республика инша яҙыусылар конкурстарында, Аксаков уҡыуҙарында, республика милли матбуғаттары иғлан иткән конкурстарҙа ла юғары баһаға лайыҡ булдыҡ. Мәҫәлән, 2011 йылда мәктәпте уңышлы тамамлаған Розалиә Ғималетдинова “Йәншишмә” гәзите тарафынан иғлан ителгән “Хыялдағы киләсәгем” конкурсында еңеүсе булған. Ә хәҙер социаль селтәрҙәр аша ла конкурстар бихисап, шуларҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша уҡытыусыбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Р. Ғариповтың 85 йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнаштылар... Уҡытыусым үҙе телевизион бәйгенең “Көндәлек” тапшырыуында ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә эйә була. Быларҙың береһе лә буш һүҙ түгел, ишетеп кенә түгел, күреп тә беләм: уҡытыусымдың портфолиоһында ниндәй генә маҡтау ҡағыҙҙары юҡ та, ниндәй генә рәхмәт хаттары юҡ: “Төбәк-ара Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының маҡтау ҡағыҙы, республика олимпиадаһына яҡшы уҡыусылар әҙерләгәне өсөн рәхмәт хаттары һәм башҡалар. Тимәк, уҡытыусымдың эше юғары баһаға эйә.
Әлиә апайҙа уҡыған ҡыҙҙар – Розалиә менән Ҡәҙриә башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына юллана. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙарҙың икеһе лә Өфөнөң мәктәптәрендә һәм колледждарында уҡытып йөрөй.
Әлиә Закуан ҡыҙы уҡытыусы булараҡ бик талапсан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны барыһы ла – кесеһе лә, олоһо ла хөрмәт итә. Шуғалыр ҙа, бәлки, уҡытыусым ойошторған әҙәби-ижади, фольклор түңәрәктәренә уҡыусылар ихлас йөрөй. Күптәребеҙ бөгөнгө көндә шиғырҙар яҙабыҙ. Әҙәби әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү өҫтөндә йыш эшләйбеҙ.
Бөгөнгө көн уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш ул? – тигән һорау тыуа ҡайһы ваҡыт минең башымда, сөнки мин үҙем дә уҡытыусы булырға хыялланам. Уйлай торғас, шундай яуапҡа туҡталам: Әлиә Закуан ҡыҙы кеүек, сөнки ул, беренсенән, замана менән йәнәшә атлай. Уҡытҡанда яңы технологиялар ҡуллана. Икенсенән, ул яҡшы психолог. Ауыр минуттарҙа мин уға мөрәжәғәт итә алам. Уҡытыусымдың интуицияһы ла бик көслө. Әгәр ҙә: “Ҡурҡырға ярамай! Булдыраһың! Һин көслө! Үҙ-үҙеңә ышан!” – тиһә, шулай буласағына һис шик юҡ! Ғәҙәттә, берәй сығыш яһау алдынан тулҡынланам. Уҡытыусым шул тиклем дәртләндерә ала, хатта сәхнәгә сығыу менән үҙемде иркен тотам һәм шиғырҙарҙы ихлас күңелдән тамашасыға еткерәм. Шуға ла һәр саҡ яҡшы урындар алам.
Уҡытыусы биргән белем, ата-әсәләр кәңәше кеүек, бик мөһим. Киләсәктә кем булырыңды үҙең әле аңлап та етмәйһең, ә уҡытыусы шунда һиҙемләп, кемдең кем буласағын әйтеп биреүе лә ихтимал. Шулай иншалар конкурсына әҙерләнгән мәл. Уҡытыусым иншамды тикшерҙе лә: “Журналист – филолог йәки уҡытыусы булырға уйламайһыңмы? Бик төплө фекерҙәр килтергәнһең ижади эшеңдә... Тексың да бик матур төҙөлгөн,” – тип әйтеп ҡуймаһынмы... Уның ошо әйткән һүҙҙәрен әле лә булһа йыш иҫкә алам, сөнки тиҙҙән мин дә, ояһынан сығып китергә әҙерләнгән ҡошсоҡ кеүек, мәктәпте тамамларға торған уҡыусы. Ә профессияны әле баштан уйларға кәрәклеген аңлайым мин. Шуғалыр, бәлки, мин йыш уҡытыусымдың кәңәшенә ҡолаҡ һалам. Кем белә: бер-нисә йылдан мин дә шундай алдынғы, һәләтле, талантлы уҡытыусы булып китермен. Ҡытай фәйләсүфтәре “Үткәнеңә көлөп баҡ” тигәнсә, мин дә үткәндәргә хөрмәт менән ҡарайым, йылы бер кинәнес менән иҫкә алам, киләсәгемә яҡшы һуҡмаҡ ярыр өсөн, бөгөнгө көндә тырышып уҡып йөрөйөм. Илгә файҙалы кеше булырыма ышанам!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Гаяз Исхакый иҗаты "Алдым-бирдем" комедиясе
Творческая работа учащиегося по данной тематике....
Табигать һәм кеше (9нчы сыйныфта профиль алды әзерлеге өчен)
Кеше һәм табигать(9нчы сыйныфта профиль алды әзерлеге өчен)...
Алда юллар, кайсын сайларга?
9 класста профориентация дәресе...
Желтоқсан қызғалдақтары
Елін, жерін, тілін құрметтейтін, өз отанын сүйетін азамат қалыптастыру, от жүректі өжет мінезді ұл-қыздардың ерлік істеріне мәңгі құрмет көрсетуге баулу. Жас ұрпақтың жүрегіне ұлтжандылық дәнін салып,...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Халҡың күңелендә ҡалдың мәңгегә»
М. Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу....
Профиль алды әзерлеге буенча авторлык программам
Туган як әдәбияты һәм мәдәнияты.(9нчы сыйныфта профиль алды әзерлеге өчен) Аңлатма язуы Бүген илебезнең мәгариф системасында укыту эшчәнлеген...
Культурное наследие города Алдана
Данная работа расчитана на использование материала при изучении вопросов культуры в 9 и 11 классах и отражает ценности людей советского периода....