Минең шәжәрәм
проект

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

Минең шәжәрәм

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_shzhrm.docx896.99 КБ

Предварительный просмотр:

МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ.ЫРЫУЫМДЫҢ БИЛДӘЛЕ ШӘХЕСТӘРЕ

                                            Мингәрәйева Залина, 5- се класс  уҡыусыһы

                               

            «Илен онотҡан – игелекһеҙ, халҡынан биҙгән - холоҡһоҙ, шәжәрәһен белмәгән - нәҫелһеҙ»,- ти халыҡ. Тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы, иркен үҫә, нығый, тамырһыҙ ағас ҡорой. Нәҫелен, ырыу һәм ырыуҙаштарын, телен белмәһә, милләт юғала. Нәҫелең шәжәрәһен төҙөү, белеү кешегә ата-бабалары йолаһын лайыҡлы  дауам итеүсе итеп тойорға, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шәжәрәңде белеү - иң изге йолаларҙың береһе.

          Шәжәрә һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата.Шәжәрә - билдәле бер нәҫел-ырыуҙың килеп сығышын, таралышын күрһәткән яҙма. Шәжәрәне борон-борондан алып барғандар. Унда төрлө тарихи ваҡиғаларҙы теркәгәндәр. Күберәк ир-егеттәр яғынан яҡшы өйрәнелгән.  Һәр бер кеше үҙенең нәҫелен ете быуынға  тиклем белергә тейеш. Шәжәрә  –  оло хазина. Ул быуындан- быуынға ҡәҙерле әйбер булараҡ күсә килгән.

         Шәжәрәбеҙ оҙон, билдәле шәхестәре лә күп. Мәҫәлән, Камил Вәлиев -  ул Зәки Вәлидиҙең һеңлеһе Сара инәйҙең улы. Сара инәй өләсәйемә яҡын Абдрахман бабайҙың ҡатыны була. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов та яҡын туған икән. Яҙыусы Сабир Шәрипов, БСТ каналында ҡотлауҙар алып барған Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар һәм башҡалар.Ә мин туғаныбыҙ Сабир Шәрипов тураһында һөйләргә теләйем. Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Сабир Шәриповтың бәләкәй генә эш бүлмәһенән көнө буйы тиерлек кеше өҙөлмәгән: бында олпат яҙыусыларҙы ла, йәш кенә авторҙарҙы ла осратырға мөмкин булған [3]

         Сабир Шәрипов  йөҙҙән ашыу ҡулъяҙманы – урыҫ, башҡорт, татар телендәге әҫәрҙәрҙе күҙенән-ҡулынан уҙғарып, китап итеп нәшерләүселәрҙең береһе була. Хатта  изге «Ҡөрьән»дең башҡортсаһын әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Унан тыш тағы ла «Танышайыҡ – тәүге китабым», «Арҙаҡлы шәхестәр тормошо»,  «Башҡорт халыҡ ижадының» күп томлығын ҡайтанан сығара башлауҙа ла тос өлөш индерә. Ул «Хушлашмайым», «Приглашение на чужбину», «Костер на снегу» һ.б. , тигән китаптар авторы. Айырым әҫәрҙәре рус, украин, немец, сыуаш, татар телдәрендә донъя күрҙе, байтаҡ очерктары, хикәйәләре, хикмәттәре тиҫтәләгән йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа баҫылды.

Сабир Шәриповтың хикәйәләре беҙҙең «Әҙәби уҡыу» китабына ла индерелгән. 3- сө класта уның «Йәй бит был,йәй!» тигән хикәйәһен уҡыныҡ.

2012 йылда Баҡый ауылында Кирәй- Ҡыпсаҡ ырыуының шәжәрә байрамы үтте.Был  байрамға Сабир Шәрипов та килде.Ошонан һуң Өмөтбайҙа,Ғафури районы Ташбүкән ауылында ырыуыбыҙ байрамдары булды.  

         Инәйем -  Минзифа Таип ҡыҙы Вәлиева.Ул районыбыҙҙың Һаралы ауылы ҡыҙы. Данлы Вәлиевтар нәҫеленән. 8 балалы ишле ғаиләнең иң кесе ҡыҙы, ҡарт олатайымдың бер туған һеңлеһе. Минзифа инәй кескәй сағынан ипле, тыйнаҡ, тырыш була. Ғәйшә өләсәйгә оҡшап тегенә, бәйләй, аш-һыуға оҫта, йырға маһир. Унынсы класты бөткәс, Баҡый мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләй. Стәрлетамаҡ сәнғәт училищеһын, Өфө сәнғәт академияһын бөтөрә. Учалыға эшкә ебәрелә һәм шунда төпләнә. Ул- атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Маҡтау ҡағыҙҙарын һанап бөткөһөҙ. Инәйем хаҡында теле-радио тапшырыуҙары, район-ҡала гәзиттәрендә мәҡәләләр күп. Өфөгә Ҡоролтайға эшкә саҡыралар. Әммә ул эшенә тоғро ҡала һәм  матур хеҙмәт юлы үтә.Туғандарын яҡын күрә белә. Мине, Асҡар ҡустымды бик ярата. Беҙ ҙә уны яратабыҙ. Өләсәйемә килгән һайын миңә бүләктәр бирә: мамыҡтан ойоҡбаштар, төрлө йәбештергестәр, фарфорҙан уйынсыҡ сынаяҡтар, инглиз теле өсөн китаптар һәм башҡалар. Бер мәл тырнаҡтар өсөн төрлө төҫтәге лактар бүләк итте. Ҡайҙан белгән икән минең хыялымды? Шатлығымдың сиге булманы.Бына шундай кескәйҙәр кисерешен, өлкәндәр хәлен аңлаған абруйлы уҡытыусы, уҡыусылар – буласаҡ артистар өсөн дуҫ, уларға терәк-таяныс була белгән, бик тә хөрмәтле шәхес бар арабыҙҙа.

         Был – беҙҙең шәжәрәбеҙ.Иң ҡарт олатайым – Сәйфетдин булған.Уның улы – Мәҡсүт,унан Садиҡ, Садиҡтың улы – Вәли, Вәлиҙән  - Ишмөхәммәт тыуған.Шунан  Таип, улы – Мәҫәлим була.Мәҫәлим олатайҙың 4 балаһы булған: Минзәлә, Нәзилә, Рәхим һәм Риф.Нәзилә өләсәйҙең ике ҡыҙы бар  – Зилә менән Розалия.Мин – Зиләнең ҡыҙы булам [3 ].

         Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Минеңсә, шәжәрә ике яҡтан да төҙөлөргә тейеш: әсәй яғынан да, атай яғынан да. Минең ғаиләм оло бабай-инәйҙәрҙән, ҡарт олатайымдан һорап шәжәрә төҙөгән. Шәжәрәмде өйрәнеп, мин өләсәйемдең тыуған ауылы Һаралы, олатайымдың ауылы Баҡый, туғандарым тураһында күберәк белдем.Үткәнеңде белгәндә генә, киләсәгеңде күҙалларға була икән. Быуындан килгән сифаттар ҡан менән дә, иман менән дә күсә бара бит. Башым юғарыраҡ күтәрелде, йөҙөм тағы ла асылды, ышанысым нығыны. Ана бит ниндәй көслө рухлы, булдыҡлы кешеләр минең нәҫелемдә! Мин улар менән сикһеҙ ғорурланам.Бына Сабир бабай Шәрипов миңә ике яҡтан да туған килеп сыҡты: олатайым яғынан да, өләсәйем яғынан да. Был эшемде дауам итермен тип ышанам.  

                                        ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1.Аҙнабаев Р.Т., Күсәбаев Б.Р., Хисамитдинова Ф.Ғ., Хисмәтуллин Ә.Ә., Әсфәндиәров Ә.З. Тамырҙарыңды беләһеңме? /Знаешь ли ты свои корни? Научно - методическое пособие по подготовке и проведению народного праздника «Шежере байрамы». - «Уфа Белая река», 2006. - 64 с.

2.Башкортостан: Краткая энциклопедия.Уфа, 1996.

3.Миңгәрәйевтәр ғаиләһендә тупланған материалдар.

4.https://ba.wikipedia.org/wiki

                               

                  2012 йыл, Баҡый ауылы.                      Шәжәрә байрамында


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

СФП в годовом цикле занятиями мини-футболом (из опыта работы в секции «Мини-футбол»)

Представляю примерные комплексы по СФП в секции "Мини-футбол",делюсь положительным опытом и результатами в своей работе....

Минем гаиләм- минем шәҗәрәм. Тәрбия сәгате.Моя семья-мое родословное.Классный час.

Тема : Минем гаиләм- минем шаҗәрәмМаксат: укучыларда гореф- гадәтләргә, гаилә традицияләренә,ядкарьләренә кысыксыну уяту, буыннар бәйләнеше, исем, фамилияләр, аларның килеп чыгышы, әһәмияте туры...

Минем гаиләм -минем төп терәгем

Гаилә - ул җылы учак. Учак янына аның әгъзалары җыела. Гаилә никадәр нык булса, аннан килгән җылылык та шулкадәр көчле була. Гаиләнең нигезе нык булырга тиеш. Гаилә ул – йорт кебек, ә нигезе нык ...

«Творческие работы малой формы (мини – изложения, мини – сочинения, этюды, эссе) как средства развития креативных способностей учащихся»

Педагогическая наука переживает переходный этап, связанный с обновлением как содержания, так и форм образовательного процесса....

Класс сәғәте “Минең ғаиләм-минең байлығым”.

Уҡыусыларҙы ғаилә,генеология ,нәсел ағасы һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөрөү, балаларҙы үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү....

Мастер-класс.Презентация на тему "Мой край, моя школа, моя профессиональная деятельность-минем туган ягым,мәктәбем,минем һөнәри эшчәнлегем"

Аксубаем-ак төбәгем!Туган якның гүзәл була —Гади генә бер гөле дә…Ямьле була, кыек булмыйТуган якның бер җире дә...!...