Ҡаҙҙарҙың кеше тормошондағы әһәмиәте
проект

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

ҠАҘҘАРҘЫҢ КЕШЕ ТОРМОШОНДАҒЫ ӘҺӘМИӘТЕ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kazzarzyn_keshe_tormoshondagy_hmite.docx19.5 КБ

Предварительный просмотр:

ҠАҘҘАРҘЫҢ КЕШЕ ТОРМОШОНДАҒЫ ӘҺӘМИӘТЕ

                                                      Эниев Тимерхан, 4- се класс уҡыусыһы  

     Бер көндө әҙәби уҡыу дәресендә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыр ҡаҙы» исемле хикәйәһен уҡыныҡ. Унда бер малай (исеме бирелмәгән) Аҡкүл буйында ат эҙләп йөрөгәндә, ҡамыштар араһында «ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ» тигән тауыш ишетә. Ипләберәк ҡараһа ҡыр ҡаҙын күреп ҡала. Уның ҡанаты һынған була. Малай яралы ҡошто өйөнә алып ҡайта. Атаһы: «Был нәмәне интектереп тотҡансы һуйырға кәрәк, барыбер эшкә инмәҫ»,- тип һуйырға ҡуша. Малай йәшле күҙҙәре менән: «Мин уны аҫрайым»,- тип ҡаршы төшә. Атаһы ла меҫкен ҡаҙҙы ҡыҙғанып: «Ярай, улай булһа, аҫрап ҡара», - ти. Малай ҡыш сыҡҡансы ҡошто тәрбиәләй. Яҙ килгәс, ҡаҙҙы иреккә ебәрә [4,9]. Ошо хикәйәне уҡығанда мине бер нәмә аптыратты: бер көндө йорт ҡаҙҙары менән ҡыр ҡаҙы талашып китәләр. Урамдағы ҡаҙҙар уны тәүҙә яратмай,ҡыуалап, баҫтырып йөрөтә. «Икеһе лә бер тоҡомдан, ниңә талашалар икән?» - тип малай ҙа ғәжәпләнә. Мин дә уйлана төштөм. Күп һорауҙар барлыҡҡа килде. Ҡаҙҙар тураһында күберәк белер өсөн эҙләнеү эшен башланым.

     Эҙләнеү сәйәхәтен тәүҙә Боронғо Мысыр иленән башланым. Был илдә ҡаҙҙар тураһында яҡшы белгәндәр. Дүрт мең йыл элек төҙөлгән Мысыр ҡәберлектәрендә ҡаҙ һүрәттәре бар икән. Бер һүрәттә ҡошто ашатып, икенсеһендә  утта ҡурып, өсөнсөһөндә баҙарға һатыуға алып китеп баралар. Грецияла, Урта һәм Кесе Азияла ҡаҙҙарҙы изге ҡош, байлыҡ билдәһе тип һанағандар. Хатта хәҙерге Таджикистан еренең боронғо Пенджикент ҡалаһында ҡаҙыу эштәре үткәргәндә, йорт ҡаҙын тотоп торған малайҙар һүрәте табылған. Месопотамияла ҡаҙҙарҙы изгеләштергәндәр, уларҙы күп көткәндәр, тик итен ашамағандар. Мисәттәрҙә лә ҡаҙ һыны булған икән. Уларҙы алла формаһында эшләгәндәр. Ҡаҙ һымаҡ итеп яһалған үлсәүҙәрҙе ҡайһы бер илдәрҙә әле лә осратып була. Брахма тигән аллаларына ошо ҡоштар кәңәш бирә, тип ышанған һиндтар. 390-сы йылда Италияның Рим ҡалаһын ҡаҙҙар ҡотҡарып ҡала. Дошман ҡәлғәгә яҡын килә башлағас, ҡаҙҙар төнөн ҡаңғылдашып халыҡты уята. Капитолийҙың Юнона ғибәҙәтханаһында ҡаҙ көткәндәр. Римлылар был ҡоштарҙан күп файҙа күргән: итен, йомортҡаһын ашаған. Ҡаҙ бауыры деликатес һаналған. Мамығынан мендәр эшләгәндәр. Ҡаҙҙарҙы йылына ике тапҡыр йолҡҡандар икән. Ҡанаты менән яҙғандар. Был турала беҙҙең эраға тиклемге V быуат яҙмаларында әйтелә. Ҡаҙҙың майы ла шифалы булған.Уны медицинала тире ауырыуҙарынан, эс ауыртыуҙан ҡулланғандар. Май менән һылағандар. Боронғо герман мифологияһында ҡаҙға изге ҡош тип ҡарағандар. Уларҙы күп итеп үҫтереп, Альп тауы аша Италияға йәйәүләп һатырға алып барғандар. Ул саҡта ҡоштарҙы йөрөтөү өсөн уңайлы транспорт булмаған [6].

      Рәсәйҙә был ҡоштарҙы һуңғараҡ көтә башлайҙар. Уларҙы немецтар килтерә. Алма тултырып бешерелгән ҡаҙҙар батша һәм уның ярандарының  өҫтәлен биҙәгән. Тикшеренеүселәр фекеренсә, тәүге йорт ҡоштары – ҡаҙҙар булған. Улар шарттарға тиҙ яраҡлаша ала. Шуға ла йорт ҡаҙы ҡыр ҡаҙынан килеп сыҡҡан тип иҫбатлана. М.Ғафуриҙың әҫәрендә сыбар ҡыр ҡаҙы тураһында әйтелә. Ул йорт ҡаҙы ҙурлығындағы һыу ҡошо. Күмәкләшеп йәки парлашып йәшәйҙәр. Башы,муйыны, һырты ҡара – көрән. Ҡанаттарында һәм түшенең аҫ яғында нәҙек аҡ һыҙыҡтар бар. Ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты аҡ була. Ҡара суҡышлы,у нда алһыу, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл һыҙыҡтар бар. Аяҡтары ҡыҙғылт-һары. Ала ҡаҙҙан ҡарараҡ төҫө һәм һыҙыҡлы суҡыштары менән айырыла. Яңғырауыҡлы тауыш сығара: «ҡыйғаҡ» йә «ҡо – ғоңҡ» ти. Сыбар ҡаҙ урман янындағы күлдәрҙә һәм йылғаларҙа йәшәй. Төрлө орлоҡ, үлән, үҫемлектәр менән туҡлана. Ул – күсмә ҡош. Һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡталып китә. Беҙҙә оя ҡормай. Кешеләр уны ите һәм мамығы өсөн аулайҙар.

       Йорт ҡаҙҙарын ата һәм инә ҡаҙға бүлеп йөрөтәләр. Атаһының кәүҙә оҙонлоғо 30-35 см., киңлеге -15-20 см., буйы 20-25 см., муйыны – 10-15 см.Суҡышы ныҡ.Төрлө тоҡомло йорт ҡаҙҙары була: Холмогор, Рейн, итальян, Владимир, һоро һәм башҡа. Беҙҙең яҡта холмогор тоҡомо киң таралған. Төҫтәре буйынса: аҡ, һоро, аҡ муйынлы, аҡ маңлайлы һәм башҡа төрҙәр була.

      Марттың уртаһынан инә ҡаҙ баҫырға ултыра. Бер айҙан бәпкәләре сыға. Уларҙы тәүге аҙнала көнөнә алты тапҡыр ашатарға кәрәк. Икенсе аҙнанан башлап, һоло, төрлө ярмаларҙы ваҡлап, үлән, бешкән бәрәңге, сөгөлдөр ҡушып бирергә була. Йәшел үлән – иң төп аҙыҡ булып тора. «Әгәр үлән йолҡмаһалар -тип һөйләне минең Венера өләсәйем, - бәпкәләр бер -береһенең йөнөн соҡой башлайҙар». Яҙын көндәр һалҡын торһа, витаминлы аҙыҡ, йәш ылыҫ бирәләр. Бәпкәләр юл япрағы, бәпембә, алабута, кесерткән үләнен яраталар. Әҙерәк ҙурая биргәс, йылға буйына ҡыуалайбыҙ. Йылы йәй көндәрендә үҫеп, көҙгә улар оло ҡаҙҙарға әйләнә. Йомортҡа баҫыр өсөн инә ҡаҙҙы 10 йыл, ата ҡаҙҙарҙы 5-6 йыл аҫрайҙар. Ҡыш көнө аҫтарына өләсәйем йылы итеп түшәй.

   Мин  үҙемдең класымда ҡаҙҙар тураһында анкета һорауҙары тәҡдим иттем. Беренсе һорауға яуапта ҡаҙҙар тураһында белгәндәрен, икенсеһендә уларҙың файҙаһы тураһында яҙҙылар. Яуаптарҙан күренеүенсә, класташтарым ҡаҙҙар тураһында әҙерәк белә. Улар йәй көнө ауылда өләсәләренә ҡаҙ көтөргә ярҙам иткәндәр. Икенсе һорауға яуаптар тулыраҡ булды .

 Минең тыуған ауылым Шығайҙа ла күптәр ҡаҙ көтә. Венера өләсәйем йыл да 10-15, уның күршеһе Фәүзиә апай 20-30 бәпкә һатып алалар. Ә иң күбе Рифа Зәит ҡыҙы Йәғәфәрова инәй көтә. Уларҙа 80-100  бәпкә үҫә. Рифа инәй: «Ҡаҙ – файҙалы һәм үтә лә килемле ҡош»,-  ти. Уның йорт ҡаҙҙары бар. Ике инә һәм бер атаның 20-30 бәпкәһе була. Ә ҡалғанын ҡош-ҡорт фермаһынан йәй башында һатып ала.

 Өләсәйем йомшаҡ ҡына бәпкәләрҙе йәй башында Әбйәлил районына барып һатып алды. Линда тигән тоҡомло был бәпкәләр үҫкәс итле булалалр икән. Олатайым менән икәүләп ҙур йәшник эшләнек. Шунда бәпкәләрҙе ебәрҙек. Өҫтөн сетка менән ҡаплап ҡуйҙыҡ. Бәпкәләр бәләкәй  саҡта кесерткән, алабута үләнен турап ашаттыҡ. Тиҙерәк шәбәйһен өсөн  тауыҡ йомортҡаһын эретеп һалдыҡ. Саҡ ҡына үҫә төшкәс, эремсек бирә башланыҡ. Уларҙың алдында һәр саҡ таҙа  һыу торорға тейеш. Бәпкәләрҙе көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашата торғайныҡ. Һыу буйына үҙем ҡыуалап йөрөттөм. Бер айлыҡ бәпкәләргә өләсәйем бойҙай, һоло бирә башланы.Үләнде хәҙер үҙҙәре лә йолҡҡолайҙар ине. Иң яратҡандары - бәпкә үләне булды.

   Бөгөн һатыуҙа әллә ҡайҙан килтерелгән тауыҡ иттәре,т өрлө колбасалар тулып ята. Беҙ уларҙың нисек эшләнгәнен дә белмәйбеҙ. Шулар менән туҡланабыҙ. Ә бына үҙең үҫтергән ҡоштар, минеңсә, күпкә файҙалыраҡ. Шуға ла бөгөн ауылдарҙа мал тотоп, ҡош – ҡорт  ҡарап, килем алып йәшәгән ғаиләләр күбәйҙе. Беҙ ҙә эшкә өйрәнәбеҙ. Тағы магазиндан мендәр һатып алғансы, ҡаҙ йөнөнән үҙең эшләһәң, отошлораҡ. Йорт ҡаҙҙарының файҙаһы ҙур.

1.Ҡаҙ ите. Ул ике төрлө була: аҡ һәм ҡара итле. Ите тиҙ бешә. Тәмле һәм һутлы ғына. Ҡаҙ итенән башҡорттар борон-борондан бишбармаҡ бешергәндәр. Ҡаҙ һурпаһын ҡоротлап эсһәң, бик оҙаҡ асыҡтырмай. Шулай уҡ майлы һурпа һыуыҡта өшөтмәй. Әсәйем ҡаҙ итен бүтән төрлө ит менән ҡушып бешерһә, маҡтай – маҡтай ашайбыҙ.

2.Ҡаҙ майының файҙаһы тураһында Рифа инәй бына нимәләр һөйләне: «Һыуыҡ алдырғанда, майҙы ауырыуҙың тамағына, арҡаһына таҙа аҡ ҡағыҙға һылап, йылы итеп ябырға кәрәк». Ауырығанда әсәйем беҙҙе лә шулай дауалай. Температура юғары булһа ла ошо ысул ярҙам итә. Йүткергәндә ҡаҙ майын иретеп эсергә кәрәк. Был май менән тәмле бәлештәр бешереп була. Бәрәңгене ҡаҙ майында ҡурһаң, телеңде йоторлоҡ!

3.Ҡаҙҙың йөнө һәм ҡанаттарынан өлөсәйем күпереп торған мендәрҙәр эшләгән. Башыңды терәүең була, татлы йоҡоға талаһың. Ошо мендәрҙәр мин былтыр көткән ҡаҙҙарҙың йөнөнән эшләнгән. Шуға  төшөмә гел йәй инә.

Ҡаҙҙарҙың ҡанаттары ла көнкүрештә кәрәкле. Кешеләр уның менән иҙән һеперә. Атайым машинаның тәҙрәһенә яуған ҡарҙы шуның менән һыпыра. Щеткаға ҡарағанда уңайлы, ти.

- Ҡаҙҙы көтөүе үтә ауыр түгел ,- ти Рифа инәй. Ваҡытында ҡарап, ашатып торһаң, бәпкәләр тиҙ генә үҫә. Тулы өс ай эсендә өлгөрөп тә ҡуялар. Бер ҡаҙҙан яҡынса 3-5 килограмм ит сыға. Ә бер килограмм 300-350 һумға һаталар. Оло ҡаҙ яҡынса 1000 -1200 һум тирәһе тора. Шул хаҡтың яртыһы һиңә килем килтерә”. Шулай инде ялҡауланмаһаң, әллә күпме файҙа сығыр.

Ҡаҙҙар менән бәйле халҡыбыҙҙағы юрауҙар, һынамыштар. Китапханала ултырып, төрлө китаптарҙан, ололарҙан һорашып, ошондай мәғлүмәт тупланым. Элек-электән ҡыр ҡаҙҙарына ҡарап һауа торошон һәм киләһе йылды билдәләгәндәр. Әгәр ҡоштар көньяҡтан иртә осоп ҡайтһалар – яҙ иртә килә, тигәндәр. Ныҡ бейектән осһалар –  көслө һыу ташыу  булыр, тип уйлағандар. Аҫтан, түбәндән осһалар, тимәк, ташҡын ныҡ булмаясаҡ [2]. Әгәр ҡаҙҙар һыуҙа күңелле генә итеп йөҙһәләр – көн йылыта. Элек осоп барған ҡоштарҙы һанап торорға ярамаған. Улар һинең хәтереңде алып китер, тигән ырым йәшәгән. Кешенең өйөнөң башында түңәрәк яһап осҡан ҡаҙҙарҙы күреп, бәлә килерен  юрағандар [2,58]. Ҡаҙ һыңар аяғында баҫып торһа – һыуыҡҡа. Башын ҡанаты аҫтына йәшерһә – ныҡ һыуыҡҡа. Ямғыр яуыр алдынан ҡаҙҙар ҡанаттарын майлайҙар, йыуыналар, ҡаңғылдашалар  икән. 9 ноябрь көнө йорт ҡаҙы йоҡа боҙ өҫтөндә тыныс ҡына йөрөһә - йылға тиҙ туңмаҫ, тигәндәр.

Европа илдәрендә барлыҡ уңыш йыйып алынғас, ҡаҙ ите бешерелгән. Был ышаныуҙарҙың ерлеге шунда: Боронғо Мысырҙа Ра исемле алланы йомортҡанан килеп сыҡҡан тип уйлағандар. Инглиз илдәрендә ҡаҙ уңыш, байлыҡ билдәһе һанала. Рус халҡында Михаил көнөндә ( 21 ноябрь көнө  ) ҡаҙ һуйыу йолаһы бар. Ҡоштоң итен тап ошо көндө ашаһаң, йыл буйы етеш йәшәрһең, тигән ышаныу бар. Түш һөйәгенең төҫөнә ҡарап, ҡыштың ни рәүешле килере юрала. Һоро булһа – алда сатлама һыуыҡтар. Аҡ йә күкһелләнеп тора икән – ҡыш йылы булыр, тип әйткәндәр.

Ҡаҙ өмәһе байрамы. Башҡорт халыҡ ижадында ҡаҙ образы. Беҙҙең ауылда көҙ еткәс, ергә тәүге ҡар ятҡас, «Ҡаҙ өмә»һе ойошторалар. Венера өләсәйем үҙенең әхирәттәрен «Ҡаҙ өмәһе”нә саҡырҙы. Ҡоштарҙы салғас, үтек менән эҫетеп алдылар. Салыр өсөн “ҡулы еңел» тип күрше ағайға әйттеләр. Ҡаты ҡуллы кеше салһа - ҡаҙҙарҙың йөнө ҡаты, йолҡҡанда ҡыйын була икән. Өмә уйын-көлкө, йыр, бейеүгә бай булды. Ололар төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр,фәһемле ваҡиғалар һөйләне. Йәш ҡыҙҙар, еңгәләр уларҙан эш алымдарын өйрәнеп ҡалырға тырышты. Ҡаҙ тураһында мәҡәлдәр, әйтем-йомаҡтар әйттек. Бына шуларҙың бер нисәһе: Бер ҡаҙ килеү менән яҙ булмаҫ. Кеше тауығы ҡаҙ кеүек. Ырыулы ил – оялы ҡаҙ. Туйға барһаң, туйып бар, һимеҙ ҡаҙың һуйып бар. Өйрәк менән һыйлағанды ҡаҙ менән һыйла. Ҡаҙ ҡанаты хат яҙыр. Ҡаҙ ҡаҙ менән, өйрәк өйрәк менән осор. Ҡаҙ өмәһе – байлыҡ, муллыҡ байрамы.

Ҡаҙҙар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр. Ҡаҙҙар ояларын эшләгәндә  мамыҡтарын-йөндәрен ҡуллана. Ҡыр ҡаҙы йомортҡаларын сит күҙҙәрҙән япраҡ, сытыр менән ҡаплап йәшерә. Ҡыр ҡаҙы 25  йылдан ашыу, йорт ҡаҙы 30 йылға тиклем йәшәй. Хәҙерге ҡорт ҡаҙҙары һоро ҡыр ҡаҙынан килеп сыҡҡан тип һанала.  

             Эҙләнеү эшенең барышында мин үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таптым. Тәбиғәттәге ҡоштарҙы һаҡларға кәрәк. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури беҙгә шул турала әйтергә теләгән. Мин үҙем йыраҡтан ғына уларҙы күргәнем бар. Тағы ла әҙәби әҫәрҙе иғтибар менән уҡырға, тыуған еребеҙҙе һаҡларға, милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнергә кәрәклеген төшөндөм.

                              ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1.Аҡыл һандығы.Башҡорт халыҡ әкиәттәре.Төҙөүсе – Ишморатова Д.- Өфө: «Абруй», 2017.-288 б.

2.Башҡорт халыҡ ижады.Йола фольклоры.-Өфө:Китап,1995.-560 б.

3.Хаҙыева Р.Н.Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге.-Өфө:Китап,2002.-176 б.

4.Сынбулатова Ф.Ш.,Мәүлийәрова Ә.Т. һ.б. Әҙәби уҡыу.- Өфө: Китап,2017.

5.Әхтәмов М.Х.Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге.- Өфө: Китап,2008.-776 б.

6. Интернет ресурс:https://ru.wikipedia.org/wiki.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сыйыфтан тыш чара "Кеше- җирнең гүзәл чәчәге"

Чараны үткәрергә ярдәмлек, рус төркеме белән әзерләнгән тамаша. Актлар залында үткәрергә каралган бәйрәм....

Кеше шәхесен формалаштыруда әдәбиятның роле

татар теле укытучылары өчен педагогик доклад...

Хезмәтле кеше-хөрмәтле кеше

Татар теле һәм әдәбиятыннан һөнәрләр темасы буенча презентация...

Хезмәтле кеше-хөрмәтле кеше

Ачык дәрес "Хезмәтле кеше- хөрмәтле кеше" 9 сыйныф (рус балалары өчен)...

Табигать һәм кеше (9нчы сыйныфта профиль алды әзерлеге өчен)

Кеше һәм табигать(9нчы сыйныфта  профиль алды әзерлеге өчен)...