Динис Бүләков "Яралы китап"
методическая разработка
Динис Бүләковтың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу.Яралы китап хикәйәһе ҡасан, ҡайҙа, ҡайһы ваҡытта барыуын, Бөйөк Ватан һуғышында ауыл халҡы ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен балаларға еткереү. Үткән һәм хәҙерге тормошто сағыштырыу. Был донъяла һәр саҡ тик яҡшыға, тәртипле,ярһамсыл булырға өйрәтеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yaraly_kitap_asyk_dres.docx | 29.48 КБ |
yaraly_kitap_prezentatsiya2.pptx | 1.03 МБ |
Предварительный просмотр:
Яралы китап» хикәйәһе буйынса
5 -се класта башҡорт әҙәбиәтенән дәрес планы.
Дәрестең темаһы; Динис Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһен үҙләштереү
Предмет-ара бәйләнеш:Рус теле, әҙәбиәте, тарих, география
Дәрестең маҡсаты:
Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре: белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу, ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылыш үҫтереү.
Метапредмет һөҙөмтәләре: әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, аңлағаныңды дөрөҫ итеп әйтә белеү,үҙ фекереңде яҡлап, дәлилләп сығыш яһау, үҙ аллы һәм төркөм менән эшләй белеү,үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.
Предмет һөҙөмтәләре: уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрҙәрен камиллаштырыу,текст менән дөрөҫ эш итергә, кәрәкле мәғлүмәтте табырға, һайлап алырға өйрәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.
Шәхси: әхләҡи нормаларҙы белеү, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡороу,үҙеңдең эштәреңә объектив баһа бирә белеү, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
Регулятив: үҙ эшмәкәрлегеңде планлаштырырға, маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, белгәндәреңә контроль, коррекция, белгәнде белмәгәндән айыра белеү, үҙеңдең белемеңдең сифатын, кимәлен билдәләү,рефлексия-үҙ эшмәкәрлегеңә анализ.
Танып-белеү: дәреслек, текст менән эш итеү, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, проблема өҫтөндә эшләү, эффектлы эш юлдары һайлау.
Коммуникатив: уҡытыусы менән, класташтар менән хеҙмәттәшлек итеү, телмәр-мәҙәни этикетты һаҡлау һәм үтәү, үҙ фекереңде ирекле рәүештә тулы итеп әйтеп биреү.
Күргәҙмәлелек: Яҙыусының портреты, открыткалар, китапсыҡтар, китаптар,
Техник сара: интерактив таҡта.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу мәле.
Эш атмосфераһы булдырыу, уҡыусыларҙы дәрескә әҙерләү.
- Бер – берегеҙгә йылмайығыҙ, яҡшы кәйеф теләп сәләмләгеҙ.
- Ултырығыҙ. Уҡыусылар, мин Рәйфә Рамаҙан ҡыҙы булам, бөгөнгө дәрескә ашҡынып, тулҡынланып килдем һәм һеҙҙең менән булыуыма бик шатмын. Дәрестә бөтәгеҙҙә әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ тип уйлайым.
Балалар бөгөнгө дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙебеҙ билдәләп ҡарайыҡ. Бының өсөн барығыҙҙа экранға ҡарағыҙ.
Видеофильм.
Балалар шулай итеп беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәйәсәкбеҙ?
Ә һеҙ, һуғыш тураһында китаптар уҡығынығыҙ бармы?
Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яуланы.
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы. (Мәлих Харис)
Был шиғыр нимә тураһында.
- Был шиғыр һуғышта һәләк булған батыр тураһында. Ул үҙе үлгән, башҡаларҙы ҡотҡарған, Тыуған илен дошманға бирмәҫ өсөн тырышҡан.
2.Яңы тема буйынса маҡсат ҡуйҙырыу, проблемалы ситуация булдырыу:
- Уйлағыҙ әле, уҡыусылар, ни өсөн мин үрҙәге шиғыр юлдарын алдым икән? Шиғыр менән Д.Бүләковтың “Яралы китап” әҫәре араһында ниндәй оҡшашлыҡ бар икән?
Икеһе лә һуғыш тураһында.
«Бөгөн, һуғыштан һуң тиҫтәләрсә йылдар үткәс тә, һуғыш михнәттәрен кисергән кешеләрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ».
Эйе, оноторға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шул йылдарҙа батырҙарса алышмаһа, бөгөн беҙ тыныс, матур тормошта йәшәй алмаҫ инек. Бөгөнгө дәрестә өйрәнәсәк "Яралы китап" хикәйәһе быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ошо хикәйә беҙҙе алыҫ үткәндәргә алып китер, уйландырыр. Яҙыусы хикәйәһен ни өсөн "Яралы китап" тип исемләне икән? Ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ. Тиңдәштәрегеҙҙең һуғыштан һуңғы йылдарҙа ниндәй уйҙар менән йәшәүен белерһегеҙ.
Теманы яҙып ҡуяйыҡ:
Динис Бүләков. "Яралы китап" хикәйәһе.
Һеҙгә өй эше бирелгән ине. Яралы китап хикәйәһенең 1 бүлеген уҡырға. Барығыҙ ҙа уҡығаһығыҙдыр тип уйлайым.
- Төп өлөш.
1) Динис Бүләков хаҡында мәғлүмәт. (1944-1995)
Д. Бүләков-Мәләүез районы, Арыҫлан ауылында 1944 йылда тыуған.
-«Пионер» («Аманат») журналы редакторы.
-Башҡортостан дәүләт телерадиокомитеты председателе.
-Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы председателе.
- «Килмешәк», «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
- Һуғыш тураһында хикәйә уҡыу, шул турала белеү беҙгә кәрәкме? Ни өсөн кәрәк?
Был тема тормошта беҙгә кәрәк, сөнки үткәндәрҙән башҡа хәҙергене аңлап, баһалап һәм киләсәкте күҙ алдына килдереп булмай.
III этап. Әҫәрҙе аңлау кимәлен тикшереү өсөн һорауҙарға яуаптар алыу.
2) Хикәйәне 1 бүлеген уҡынығыҙ,һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осраны.
1) Һүҙлек эше:
бейем,-кәйнә
шәфҡәт туташы - врач
Әмәл-сара
Тоҫҡау- төбәү
Уйһыулыҡ-түбәнлек.
Ә хәҙер 1 –се бүлекте анализлап үтәйек.
а) Йәтимәк ауылының тәбиғәтен һүрәтләп бирегеҙ.
б) Ауылдың үткәне, халҡының шөғөлө хаҡында нимә беләбеҙ?
в) Халыҡ үҙ ауылы менән нисек ғорурлана?
г) Йәтимәк ауылы һуғыш осоронда ниндәй булған?
д) Йәтимәк нисә өйҙән торған? Халҡы ниндәй сифаттарға эйә булған?
е) 35-се өйҙә кем йәшәй?
ж) Фәғилә апай ҙа һуғышҡа китә.
Китап та ҙур яуҙарҙа йөрөп ҡайта. Хужаһы һәләк булһа ла, ул килер быуындарға иҫтәлек булып музейҙа үҙ урынын ала. Яралы китап - бик күптәрҙең яраланған яҙмышын да һүрәтләй..
Физминутка.
2) Хикәйәне өлөшләтә уҡыу һәм әңгәмә.
Икенсе өлөшкә һорауҙар.
1.Йәтимәктә ниндәй үҙгәрештәр бар? (Йәтимәк хәҙер ҙур төҙөк ауыл. Унда клуб, китапхана, ике ҡатлы магазин, медпункт бар.)
2.Ауылдың үҫеүенә нимә сәбәпсе? ( Нефть табыла. Йәштәр күсеп килә.)
3.Ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө араһында айырма.
Өсөнсө өлөшкә һорауҙар.
1.Һуғыш йылдарында Йәтимәк ауылы халҡының ниндәй һыҙаттары асыла? (Унда батыр ҙа, ғорур ҙа, ғәрсел дә халыҡ йәшәй. 35 өйҙән 34 ир яуға киткән.) - Ил һаҡларға һуғышҡа ауылдағы нисә йорттан китәләр? Уҡытыусы Фәғилә апай нисәнсе йорттан һуғышҡа китә?
2.Ни өсөн 35-се өйҙән фронтҡа китеүсе булмаған? (35-се өйҙөң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем үк һунар ваҡытында яраланып, донъя ҡуйған.)
3.Илғужа ағайҙың ҡатыны Фәғилә апай ниндәй ҡарарға килә? Ни өсөн? (Ул ауылдаштарына үҙенең һуғышҡа китәсәген белдерә.)
4.Йыйылышта ауылдаштары Фәғилә апайҙы ни өсөн һуғышҡа ебәрмәҫкә тырышалар? (Уның ике бәләкәй генә балаһы бар, мәктәп, балалар уҡытыусыһыҙ ҡала.)
5.Фәғилә апай һуғышта ниндәй батырлыҡтар күрһәтә? (Үлемесле яуҙарҙа ҡатнаша, шәфҡәт туташы булып яу юлдарын үтә, яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыша, йөҙәрләгән яралыны ут эсенән алып сыға, командирын ҡотҡара.) -
6.Фәғилә апайҙың, балаларын ҡалдырып, һуғышҡа китеүенә нисек ҡарайһың?(Яуаптар).
7.Фәғилә апай яу ҡырынан әйләнеп ҡайтамы?(Ул һуғышта һәләк булып ҡала.)
8.Уның урынында һин ни эшләр инең? (Яуаптар).
9.Йәтимәк ауылында һуғышта һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй эштәр эшләнелә?( (Ауыл уртаһында обелиск тора. Унда һуғышта ятып ҡалған 19 ҡаһармандың исеме яҙылған. Исемлектең аҙағында Фәғилә апайҙың да исеме бар.)
Дүртенсе өлөшкә һорауҙар.
1. Музейҙы ойоштороуҙа кемдәр ярҙам итә? (Уҡыусылар.) 2.Ошо музейҙа Әсләм һәм уның класташы Мәжит нимә тураһында һөйләшәләр?
6.Йәтимәк ауылында һуғышта һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй эштәр эшләнелә?( (Ауыл уртаһында обелиск тора. Унда һуғышта ятып ҡалған 19 ҡаһармандың исеме яҙылған. Исемлектең аҙағында Фәғилә апайҙың да исеме бар.)
-Уҡытыусы.
Кем ул Н.Островский?
Нимә тураһында яҙа ул?
Ни өҫөн Фәғилә был китапты алып йөрөгән?(Был китап күп йылдар буйы кешеләрҙең өҫтәл китабына әйләнгән.
Ни өсөн?
Сөнки Н. Островский был китапты ятып,ауыр сирле килеш ижад итә.Ул сиргә бирешмәйенсә (күҙҙәре лә күрмәҫ була,аяҡ –ҡулдары ла хәрәкәтләнмәй),яҙмышка буйһонмай үлемһеҙ китапты яҙып бөтә.
Уҡыусы. Ғүмер кешегә бер генә тапҡыр бирелә.Уны шундай итеп йәшәргә кәрәк, һуңнан, йылдар үткәс, тормошоң өсөн, эшләгән эштәрең өсөн үкенерлек, ҡыҙарырлыҡ булмаһын!Йәшнәп йәшәргә кәрәк!”- тип әйтә Н.Островскийҙың геройы-Павел Корчагин. Был һүҙҙәр Әсләмдең өләсәһе йөрәк турында йөрөткән “Ҡорос нисек сыныҡты” китабынан яңғырап,малайҙарға ишетелгән кеүек булды… Бына ни өсөн был китап,күп кешеләрҙең өҫтәл китабына әйләнгән һәм ул ауыр минуттарҙа йәшәргә көс, эшләргә дәрт биргән.Ә һуғышта дошманды еңергә булышҡан.
VI. Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса биремдәр үтәү.
Һорауҙарға яуап алыу.
-Әҫәр һеҙгә оҡшанымы хикәйә? Ни өсөн?
- Ә хәҙер әйтегеҙ,әҫәрҙәрҙең төп темаһы ниндәй? (Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.) ( Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Ватан бөтә халыҡты изге һуғышҡа саҡыра, сөнки тыуған илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Илебеҙ халыҡтары ғүмерҙәрен дә аямай һәр бер ҡарыш ер өсөн көрәште, иҫ киткес ҡаһарманлыҡтар күрһәтте. Эйе, Фәғилә апай һәм тағы ла 34 өйҙән фронтҡа киткән ир-егеттәр-бөтәһе лә батырҙар.)
Балалар,ә беҙҙең райондан нисә кеше һуғышҡа киткәнен беләһегеҙме?
9415 кеше һуғышка китә,4500 кеше үлә, 6250 кеше миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә.Нисә Советтары геройы бар. Советтар Союзы геройҙары бына улар;
Пстыго И.И, Саевич Т.А,Антипин И.А, Киселев И.А. 1 кавалер Орденына Лайыҡ булған Мухачев.
Йомғаҡлау.
Уҡытыусы. Бөгөнгө дәресебеҙҙе йомғаҡлап ошо һорауға яуап бирегкҙ әле. Был тормошта иң ҙур бәхет нимә ул?
Был тормошта иң ҙур бәхет-тыныслыҡ. Гитлер фашизмы еңелеүгә күп йылдар үтте. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары һәр саҡ хәтерҙә булыр.
Ләкин балалар Роберт Рождественский шиғырынан ошо юлдарҙы әйтеп китәһе килә.
Әгәр ҙә беҙ һуғышты онотһаҡ,
Һуғыш тағы килер тигән.
Бына күп йылдар тыныс, матур донъяла йәшәй инек, ҡайһы кешеләр һуғыш әфәтен онотоп киттеләр, уйламаған көтмәгән ерҙән һуғыш башланып китте. Беҙҙең, атайҙар, ағайҙар, туғандар дошманға ҡаршы үҙҙәрен йәлләмәй тағы сафҡа баҫтылар. Был һуғыш тиҙерәк бөтһөн, ерҙә тыныслыҡ булһын тип теләйек. Беҙҙең һалдаттарға төрлө ярҙам күрһәтелә, аҙыҡ –түлек, кейем- һалым һәм башҡаса аярҙам итәләр. Беҙҙә уларға күңелдәрен күтәреп ебәрә алабыҙ.
Өй эше
1. Һеҙгә ошондай открыткалар яһап,үҙегеҙҙең ҡотлау йәки матур шиғыр яҙып һалдаттарға ебәрһәгеҙ, уларға ҙур бүләк булыр ине, уларҙың күңелдәрен күтәреп ебәрер инек.
2. Мин һеҙгә китапсыҡтар эшләнем, ошо китапсыҡҡа һуғыш, батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып барырһығыҙ..
3.Үҙегеҙҙең һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙ тураһында һорашып яҙып килергә.
Кем ниндәй эште теләй һайлап алығыҙ.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
М аҡсат : 1. Авторы тураһында мәғлүмәт алыу. 2. Хикәйәне уҡыу. 3. Әңгәмәләшеү. 4. Йөкмәткеһен үҙләштереү.
Проблемалы һорау : Ни өсөн хикәйә “Яралы китап” тип атала?
1 ) Динис Бүләков хаҡында мәғлүмәт. (1944-1995) Д.Бүләков-Мәләүез районы , Арыҫлан ауылында 1944 йылда тыуған. -«Пионер» («Аманат») журналы редакторы. -Башҡортостан дәүләт телерадиокомитеты председателе. -Башҡортостан Яҙыусылар союзы ида раһы председателе. - « Килмешәк », « Ғүмер бер генә », « Туҙҙырылған тамуҡ » романдары һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
Һүҙлек эше уйһыулыҡ – түбән урын ; лощина яуғир – һуғышсы ; воин көнләшеү – завидовать әмәл – сара ; мера, способ ғәрсел – совестливый.
Беҙҙең райондан 9415 кеше һуғышка китә , 4500 кеше үлә, 6250 кеше миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә. Нисә Советтары Союзы геройы бар ?
Пстыго_Иван_Иванович
Киселев Иван Александрович
Саевич Тимофей Александрович
Антипин Иван Алексеевич
ҺУҒЫШ КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҒҮМЕРЕН ҠЫЯ. - Тимәк, һуғыш - ул ҙур юғалтыу. Ғаиләлә юғалтыу, ил масштабында юғалтыуҙар. Һуғыш –ул етем ҡалған балалар, улдарын юғалтҡан ата-әсәләр.,ирҙәрен юғалтҡан ҡатындар емерек ауыл-ҡалалар. Һеҙ быны ң менән килешәһегеҙме .?
Геройҙарға характеристика Әсләм- тыйнаҡ, тәртипле, өлкәндәргә ихтирамлы. Фәғилә апай-көслө рухлы, тынғы белмәҫ, батыр , ҡ ыйыу, ғәрсел, ғ орур, аңлы , аҡыллы, тәүәкәл, уң ғ ан ,эшсән.
Хасанов Таһир З әкир улы
Иванов Дмитрий Евгеньеич
Дәүләнов Марат Әхмәт улы
Тест һорауҙарының яуаптары 1944 Йәтимәк Мәжит Пионер дружинаһы. Һунарсылыҡ.
Өй эше 1. Һеҙгә ошондай открыткалар яһап , үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе яҙып һалдаттарға ебәрһәгеҙ, уларға ҙур бүләк булыр ине, уларҙың күңелдәрен күтәреп ебәрербеҙ.. 2. Мин һеҙгә китапсыҡтар эшләнем , ошо китапсыҡҡа һуғыш, батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып барырһығыҙ.. 3.Үҙегеҙҙең һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙ тураһында һорашып яҙып килергә. Кем ниндәй эште теләй һайлап алығыҙ.
Рәхмәт. Һау булығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Китап укып елый алганнарның күңелендә булмый каралык"
Укучыларда китап укуга кызыксыну уятырга мөмкинлек бирәчәк тәрбия сәгате....
"Соңгы китап" - тәрбия чыганагы
Әмирхан Еникинең "Соңгы китап" әсәре буенча доклад...
Әмирхан Еникинең “Әйтелмәгән васыять” әсәре буенча китап укучылар конференциясе.
Ә.Еникинең “Әйтелмәгән васыять” әсәре белән танышу. Ана хакы,кешеләрнең ата-ана алдындагы бурычлары турында фикер алышу. Олыларга , туган туфракка, халкыбызның гореф-гадәтләренә хөрмәт хисләре тәрбиял...
Класс сәгате. Кызыл китап ни сөйли?
Класс сәгате яки экологик кичә өчен сценарий үрнәге....
Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле
Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның ролеМәктәптә тәрбия һәм белем бирү эше нигездә китап ярдәмендә тормышка ашырыла. Шул максаттан укучыларда китап укуга...
Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле
укучыларны сәнгатьле укырга өйрәтү, китапка мәхәббәт тәрбияләү....
Китап сайлау һәм китап элементлары
Укучыларның китапны саклау һәм дөрес итеп уку тәртипләрен искә төшерү һәм камилләштерү...