Назар Нәжми "Ҡыш". Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар
план-конспект урока
Назар Нәжми “Ҡыш”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
1.Н.Нәжми ижады менән танышыу, аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеү;
Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙарҙың яҙылыу осраҡтарын ҡабатлау.
2.Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.
3.Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
n.nzhmi_.kysh_.kylyn_hm_nzek_huzynkylar.doc | 54 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Назар Нәжми “Ҡыш”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
Маҡсат:1.Н.Нәжми ижады менән танышыу, аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеү;
Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙарҙың яҙылыу осраҡтарын ҡабатлау.
2.Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.
3.Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡыш тураһында һүрәттәр, Н.Нәжми портреты, ҡар бөртөктәре, экран, слайдтар, Ҡарһылыу, Ҡыш бабайҙың һүрәте, карточкалар.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу
Һаумы ҡояш!
Йоҡо, йоҡо, йоҡо ҡас,
Бәхетлегә юлың ас! (хәрәкәттәр менән күрһәтеү)
II.Фонетик күнегеү - 1 – се слайд
Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,
Һөт тә түгел, үҙе аҡ.
Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел,
Йә, был нимә, уйлап тап.
- шиғырҙы үҙем тасуири уҡыйым;
- йөкмәткеһе өҫтөндә эш;
- алмашлап уҡыу ( мин тәүге ике юлды, балалар һуңғы юлдарҙы)
- яуабын табыу ( ҡар)
- Йомаҡта ҡар нимә менән сағыштырыла? ( шәкәр, һөт, мамыҡ)
- Ҡар ҡасан яуа? ( ҡыш көнө)
III. Маҡсатты һәм теманы билдәләү
- Эйе, шулай итеп беҙ бөгөн ниндәй темаға һөйләшәсәкбеҙ?
Тәҙрәнән тышҡа ҡарағыҙ. Әле йылдың иң матур миҙгеле – ҡыш миҙгеле.
Хәҙер күҙҙәрҙе йомоп, тын ғына ултырайыҡ. Ҡар яуа. Әйҙәгеҙ, ҡар бөртөктәрен усыбыҙға ҡундырайыҡ. ( устарҙы асыу)
Ниндәй матур улар. Инде өрәйек, көслөрәк, тағы ла көслөрәк ( өрөү)
- Ҡар бөртөктәре нимәгә оҡшаған? ( күбәләккә, йондоҙға)
2 – се слайд – ҡар бөртөгө һүрәте
- Улар ниндәй була? Тотоп ҡарайыҡ әле.( йомшаҡ, күпереп торған, епшек, шаян, ап –аҡ )
- Ҡар нисек яуа? ( ябалаҡлап, талпынып, шәп итеп, яй ғына )
- Һеҙ әйткәндәрҙе һөйләм итеп күрһәтәйек. Ҡар яуа- ошо һөйләмде тулыландырып әйтәйек.
, Ҡар яуа.
, Ябалаҡлап ҡар яуа.
. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа.
, Бөгөн тышта ябалаҡлап ҡар яуа.
- Һуңғы һөйләмдең баш киҫәктәрен әйтегеҙ ( ҡар – эйә, яуа- хәбәр)
- Кемгә ҡыш миҙгеле оҡшай? Ни өсөн (яуаптар)
- Ҡар бөртөгө тураһында һөйләгәндәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тыңлап торғандар ҙа һүрәт итеп эшләгәндәр. ( Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы күрһәтеү, таҡтала ике ҡар бөртөгө һүрәте асыла, уҡтарына һүҙҙәр яҙылған)
- Был ҡар бөртөгөн Ҡыш бабай яһаған, икенсеһен Ҡарһылыу.Дәрестә һеҙ ике төркөмгә бүленеп эшләрһегеҙ, Ҡыш бабай төркөмө һәм Ҡарһылыу төркөмө. Ярышып ҡар бөртөктәре йыябыҙ,бының өсөн матур,дөрөҫ итеп яуап биреп ултырыр кәрәк.
IV.Төп өлөш
- Ҡыш тураһында бик күп шиғырҙар бар.Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми “Ҡыш” тигән шиғырҙы яҙған.
3 – сө слайд – портреты
- Кем икән ул? Ошо турала беҙгә Нурия һөйләп үтер.
Н.Нәжмиҙең биографияһын ҡыҫҡаса һөйләү.
Назар Нәжми 1918 йылдың 5 февралендә Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуған.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң төрлө газета, журналдар редакцияларында эшләй. Ул шиғырҙар, поэмалар, пьесалар яҙған.
Назар Нәжми – Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты. ( уҡыусы һөйләп бөткәс, китаптарын күрһәтәм)
VI. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш
- Хәҙер мин шиғырҙы уҡыйым, һеҙ иғтибар менән тыңлап, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып барығыҙ.
- Уйлап ултырығыҙ, һеҙ шиғырға ниндәй исем бирер инегеҙ? (проблемалы һорау)
- Шиғырҙы тасуири уҡыу.
- Һүҙлек эше ( айырым карточкаларҙа яҙылған)
Ҡыр- сторона
тынғандар- затихли
хәл йыя төҫлө- будто отдыхают
шикелле - кажется
маһайып - важно, гордо
ыжғыра- воет
пыр туҙҙыра - раскидал
хәлһеҙ шикелле – кажется обессиленный
- тасуири уҡыу;
- бер нисә һөйләм төҙөү;
- Сылбырлы уҡыу ( кәрәк булһа, тәржемә итеү)
V.Ял минуты: “Ҡарҙар яуа” йыры
- Был шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр ҡар аҫтында ҡалған?
-Ҡарҙар ниңә тынғандар? Шул урынды табып уҡып күрһәтегеҙ.
- Н.Нәжми ҡарҙы нимә менән сағыштыра? ( мамыҡ юрған) Ни өсөн?
- Ҡояш ҡайҙа булған? ( ял итә)
- Елдәр тураһында автор нимә тип яҙа? Тауыш менән күрһәтәйек.
- Ер йөҙө менән нимә булған? ( китте туңып)
4 – се слайд: “Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар”
- Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Н.Нәжми ниндәй алым ҡулланған? (сағыштырыу)
- Беҙ ҙә арып киттек, ял итеп алайыҡ ( күҙҙәрҙе ял иттереү)
- Хәҙер һорауға яуап бирәйек: был шиғырҙы һеҙ нисек атар инегеҙ?
VI.Грамматик материалды ҡабатлау
- Ҡыш һүҙенә фонетик анализ яһау.
- Күплек ялғауҙары ҡушып яҙыу;
Ялан- ер-
ҡыр- ел-
урман- ҡар-
юрған- боҙ-
- күплек ялғауҙарын өҫтәп яҙыу;
- ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар тураһында аңлатыу;
- һөйләмдәр төҙөү
VII.Төркөмләп эшләү ( айырым карточкаларҙа)
1 – се төркөмгә эштәр:
А) “Мин – ҡар” ( үҙең тураһында һөйлә)
Б) Схеманы тултыр
Ниндәй? Нимә эшләй?
Ел
2 – се төркөмгә эш:
А) “Мин –ел” ( үҙең тураһында һөйлә)
Б) Схеманы тултыр ( ҡар һүҙе бирелә)
3 –сө эш: кроссворд сисеү 4 – се слайд
4- се эш: һүрәт буйынса хикәйә төҙөү 5 – се слайд
VIII.Рефлексия
- Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бөгөн ныҡ шатландылар. Кем шиғырҙы ятлап күрһәтер? ( шиғырҙы ятлатыу)
- Ике төркөм дә яҡшы эшләне. Шулай ҙа ҡайһы төркөмдөң ҡар бөртөгө күберәк булды икән? ( һанау)
Дәрескә баһа ла шуға ҡарап ҡуйыла.( баһа ҡуйыу)
IX.Өйгә эш: шиғырҙы тасуири уҡып килергә, ҡыш тураһында шиғыр, хикәйә яҙып килергә.
Назар Нәжми “Ҡыш” шиғыры
1.Һүҙлек:
Ҡыр- сторона
тынғандар- затихли
хәл йыя төҫлө- кажется отдыхают
шикелле- кажется
маһайып- важно, гордо
ыжғыра- воет
пыр туҙҙыра- раскидывает
хәлһеҙ шикелле- как обессиленный
- Күплек ялғауҙары ҡушып яҙ:
Ялан- ер-
ҡыр- ел-
урман- ҡар-
юрған- боҙ-
- “Мин – ҡар бөртөгө” (үҙең тураһында һөйлә)
- Схеманы тултыр
Ниндәй? нимә эшләй?
ҡар
- “Мин – ел” (үҙең тураһында һөйлә)
- Схеманы тултыр
Ниндәй? нимә эшләй?
йомшаҡ
күпереп тора
епшек
шаян
ап –аҡ
һыуыҡ
ябалаҡлап
елпенеп
талпынып
шәп итеп
яй ғына
матур итеп
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Памфил Назаров – участник Отечественной войны 1812года»
Исследовательская работа. На региональном конкурсе, посвященном 200-летию Отечественной войны 1812 года вышла в финал....
Сын Земли и Вселенной- Рашит Назаров
Этот материал о жизни и творчестве гениального башкирского поэта Рашита Назарова,лауреата Государственной премии РБ им. С.Юлаева и премии им. Г.Ибрагимова.Его можно использовать как на уроке,так и во ...
Стенгазета к 70-летию Великой Победы "Ветеран Великой Отечественной войны Назаров Павел Иванович"
Стенгазета к 70-летию Великой ПобедыПриближается самый важный праздник – День Великой Победы. К этому знаменательному дню мы готовим выставку в приемной. Родители принимают активное участие в оф...
Компьютер құрылғылары.
1. Білімділігі: компьютер құрылғылары бойынша оқушылардың алған білімдерін нығайту, тиянақтау бір жүйеге келтіріп, тексере отырып, қорытындылау. 2....
Тәбиғәт ҡомартҡылары
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан........
Көҙ. Һуҙынҡылар.
Көҙ.Һуҙынҡылар темаһына арналған дәрес планы 3-сө класс уҡыусыларына тәғәйенләнә. Дәрестең маҡсаты булып уҡыусыларҙың нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар менән танышыуы, телмәрҙәрен үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡ...
разработка урока һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы
Развернутый конспект по башкирскому языку в 5 классе...