разработка урока һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы
план-конспект урока (5 класс)
Развернутый конспект по башкирскому языку в 5 классе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
huz._doros_yazylyshy.docx | 766.14 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Илеш районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлеге
Үрмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбе
ТЕМА:
“Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы”
(5-се класс)
Үрмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғимазова Альмира Фәнис ҡыҙы
2018 йыл
Тема :Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы
Маҡсат : Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, телдең орфографик ҡағиҙәләре тураһында белем биреү; уңышлы уҡыу эшмәкәрлеге кретерияһы нигеҙендә үҙ үҙеңә баһа бирә белергә, уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат ҡуйырға өйрәтеү;дөрөҫ итеп һөйләү күнекмәһен булдырыу,фекерләү һәләттәрен үҫтереү;яҙма һәм телдән күнегеүҙәр ярҙамында белемдәрен нығытыу; ҡоштарға, ярҙамға мохтаж булған йән эйәләренә ярҙамсыл, иғтибарлы ҡараш, миһырбанлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:девиз,дәреслек,презентация,сигнал карточкалары, таблица
Дәрес барышы:
- Психологик инеш.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Килгән ҡунаҡтарҙы ла сәләмләйек.
Кәйефтәрегеҙ нисек?
Дәрескә әҙерһегеҙме?Яҡшы, күтәренке кәйеф менән дәресте башлайыҡ.
2.Белемде актуалләштереү.
-Өй эшен тикшереп үтәйек.Өй эше итеп һеҙгә нимә бирелгәйне?-Эйе, үткән дәрестә өйрәнелгән әкиәтте һөйләп, рәсемде тулыландырыға ҡушылғайны. Кем һөйләй башлай?Дауам итәбеҙ..Был баҫҡыс нимәне аңлата? И хәрефе ниндәй, ни өсөн яңғыҙ?
-Алғы рәт һуҙынҡыларҙы әйтеп сыҡ. Нисек атала?(Нәҙек)
Артҡы рәт һуҙынҡыларын әйтеп сыҡ .Нисек атала?( Ҡалын). Баҫҡыс нимәне аңлата?(Иренләшкән һуҙынҡылар).
-Девизды уҡығыҙ: “ Эҙләргә ,табырға һәм белергә!”
-Нимәгә өндәй девиз?Бөгөн беҙҙе яңы асыштар көтә.(Әҙләйбеҙ,эшләйбеҙ, белемде үҙләштерәбеҙ).
-Ниндәй хәрефтәр аҫтына һыҙылған?Был ниндәй хәрефтәр?(Һуҙынҡылар аҫтына һыҙылған).Яҡынса теманы әйтеп ҡарағыҙ әле...
-Эйе, тема- Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы. Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, датаны , бөгөнгө дәрестең темаһын яҙҙыҡ.
2.Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
-Һеҙҙең алда карточкалар ята ,иғтибар менән уҡығыҙ һәм эште башҡарығыҙ.
Презентация № 1 . Түбәндәге һүҙҙәрҙе башта эйәлек, унан төшөм килешкә ҡуйып яҙығыҙ, ҡағиҙәгә ярашлы аңлатығыҙ.
Болонлоҡ, көлкө, доктор( Ваҡыт 1 минут). Балаларҙың үҙ аллы эше.
-Ваҡыт үтте .Ниндәй ҡағиҙәгә таянып башҡарҙығыҙ был эште?(Әгәр тамырҙа, яһаусы ялғауҙа о,ө булһа, үҙгәртеүсе ялғауҙа ла О,Ө була.)
Презентация №2 яуабын асыу.
Болонлоҡтоң, болонлоҡто,көлкөнөң, көлкөнө, ДОКТОРҘЫҢ, ДОКТОРҘЫ
-Сағыштырығыҙ әле. Бөтәһе лә дөрөҫмө?Ниндәй һүҙҙә хата? ДОКТОРҘОҢ
3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-Тимәк, был беҙҙең алдан өйрәнелгән ҡағиҙәгә ярашлы һүҙме?Килеп сығышы яғынан был ниндәй һүҙ?(рус теленән үҙләштерелгән).
4.Маҡсатты асыҡлау.
-Ниндәй мәсьәләне хәл итәбеҙ?Ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?
Ошо һүҙгә ярашлы ҡәғиҙәне беләбеҙме?Тимәк, ни эшләйбеҙ?
(ҡағиҙәне сығарабыҙ, күнегеүҙәр башҡарабыҙ,ялғауҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнәбеҙ).-Эйе, тағы ла ҡоштар, уларға ярҙам итеү тураһында ла һөйләшербеҙ.
5.Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу.
-Әйҙәгеҙ ҡағиҙә сығарып ҡарайыҡ.Тамырында ниндәй һуҙынҡы хәреф? Ул үҙгәргәнме ялғау ҡушҡас?Ялғауҙа һаҡландымы? Ниндәй хәреф яҙыла рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә? (Ы ). Кем таблицаға яҙып ҡуя? (Таблицаға яҙып ҡуйыу).
Презентация .Ҡағиҙәне уҡыу.
-Шулай уҡ уҡыусылар –ОУ,-ӨҮ ялғаулы ҡылымдарҙың эйәлек заты ялғауҙарында һәр саҡ Ы,Е яҙыла:
КӨЛ-ӨҮ- ЕМ,-ЕҢ ...ТОР-ОУ--ЫМ,-ЫҢ һ.б.(таҡтала аңлатам).
Презентация.Ҡағиҙәне уҡыу.
Таблицаға яҙыу :ОУ булһа нимә яҙыла?( Ы) Ни өсөн?(Ҡалын).-ӨҮ булһа нимә яҙыла? ( Ө ) Ни өсөн? (Нәҙек).
6.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.Дәреслек менән эш .-87-се битте асабыҙ,нығытыу өсөн 122-се күнегеүҙе башҡарабыҙ.(Биремен уҡыу ).
- Ҡәләмдәрҙе алығыҙ. Иғтибар менән ҡарап сығығыҙ, үҙләштерергән һүҙҙәр бармы? Булһа, үҙегеҙ шартлы тамға менән билдәләгеҙ.( Бер һыҙыҡ, тулҡын һ.б. ).- ОУ,-ӨҮ ялғаулы ҡылымдар бармы? Һыҙығыҙ.
-Хәҙер таҡтала башҡарабыҙ. Кем теләй?(Ҡалғандар урында башҡара).
Презентация. -Балалар, экранға күҙ һалығыҙ әле.Нимә күрәһегеҙ?(яуаптар).
-Ә һеҙ ҡоштарҙы айыра беләһегеҙме икән, ҡарайыҡ әле.
(Экранда бер-бер артлы ҡош һүрәттәре сыға.Һәр ҡоштоң атамаһын балалар башҡорт һәм рус телдәрендә әйткәндән һуң, дөрөҫ яуап асыла).
Сәпсек-воробей
Өкө-сова
Ябалаҡ-филин
Шыршы турғайы-клест
Ҡарабаш турғай-синица
Ҡор-тетерев
Һуйыр-глухарь
-Былар ниндәй ҡоштар булды?(Беҙҙә ҡышлаусы).Балалар,ҡоштарға ҡышлауы бик ауыр. Яңыраҡ иҫ киткес бер һандарға тап булдым. Бөтә донъялағы һәр кешегә 50 ҡош тура килә икән. Күпме? Эйе! Ләкин тағы ла икенсе һан уйланырға мәжбүр итә: ҡышҡы һалҡындарҙа, аҙыҡ юҡлыҡтан ун ҡоштоң берәүһе генә иҫән сыға. Туғыҙ ҡошсоҡтоң үле кәүҙәһен күҙ алдына килтереүҙән йөрәк әрнеп ҡуйҙы.
-Ә беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ? ( Тағараҡ эләбеҙ, ем һибәбеҙ, балалары ҡолап төшһә, ояһына һалабыҙ…) .(Балаларҙан яуапты күберәк алыу).
-Ҡоштарҙың файҙаһы ҙурмы? (Зарарлы бөжәктәрҙе ҡыралар,йыртҡыс ҡоштар кимереүселәрҙе тоталар...).
-Эйе, ҡоштар бик файҙалы. Уларға ярҙам кәрәк.Әммә беҙгә файҙаһы булғанына ғына түгел,ә ярҙамға мохтаж бөтә тереклеккә лә ярҙам итергә бурыслы беҙ.
6.Ял минуты. (“Күрһәт әле дуҫҡайым...”йыры,хәрәкәттәр)
Күрһәт әле, дуҫҡайым,
Нисек ҡоштар осалар.
Бына шулай, бына шулай,
Ҡоштар шулай осалар.
Презентация. Төркөмдәрҙә эш.
-Әйҙәгеҙ төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ ,уҡыусылар.
-Ике төркөмгә бүленегеҙ, командир һайлағыҙ. (Ваҡытты билдәләү.Ваҡыт 5 минут)
Карточкаларҙы биреү,үҙ аллы уҡыйҙар, эште башлайҙар.
Бирем:1-се төркөм: Ҡалын һуҙынҡылы ҡош исемдәрен яҙып алырға,билдәләнгән һүҙгә фонетик анализ яһарға.
2-се төркөм: Нәҙек һуҙынҡылы ҡош исемдәрен яҙып алырға, билдәләнгән һүҙгә фонетик анализ яһарға.
Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.
Ҡыш беҙҙең яҡта бик ҡаты була.Ыжғыр бурандар ҡотора, ел олой.Был ваҡытта сыйырсыҡ, ҡарлуғас,һандуғастар күптән йылы яҡҡа киткән була.Беҙҙә ҡышларға сәпсек,һайыҫҡан,ҡарабаш турғай,шыршы турғайы,күгәрсен, һуйыр,өкө, ҡорҙар ғына ҡала.Улар ҡышты төрлөсә үткәрә.
(Төркөмдәрҙең сығышы).
7.Нығытыу.
-Яҡшы.Әйҙәгеҙ яңынан девизды уҡыйыҡ.
-Нимә белдек беҙ? (Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауында Ы яҙыла,-ОУ,-ӨҮ ялғаулы ҡылымдарҙың эйәлек заты ялғауында Ы,Е яҙыла...) ( тултырылған таблицаны ҡулланыу).
-Маҡсатҡа ирештекме?
-Эйе, уҡыусылар, һеҙ бөгөн белем алғанһығыҙҙыр тигән ышаныста ҡалам.
8.Рефлексия.
Хәҙер ,уҡыусылар, үҙегеҙҙең бөгөнгө дәрестәге эшегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Презентация.
9.Баһалау.
10.Өйгә эш: (өс кимәлдәге эштәрҙе аңлатып биреү).
1.110-сы күнегеү;
2. “15,20,34,26,1, 23,5,1,42,23,7,1,17” темаһына инша яҙырға;
3.Ҡоштоң һүрәтен төшөрөргә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"...
Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы
дәрес өлгөһө...
З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә Һ.Дәүләтшинаның тормошо сағылышы
З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендәге Һөнәрсе образында Һ.Дәүләтшина тормошоноң сағылышын сағыштырыуҙар, конкрет деталдәр аша күҙәтеү, иҫбатлау, һығымталар яһау....
Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илһөйәрлек тойғоһоноң сағылышы.
Маҡсат: 1) Поэманың йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау. Проект төҙөү, йыйынтыҡ сығарыу.2) Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ позицияңды яҡлап сығыш яһау оҫталығын арттырыу.3)Тыуған илгә,...
М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһында илһөйәрлектең сағылышы
Эш т9р29ре бирелг9н у3ыу материалыУ3ыу материалын 72л9штере7буйынса ет9кселекМа3сат:1)Халы3 ша1иры Мостай К9римде4 тормош юлы 89м ижады мен9н 3ы63аса таныштырыу. 2) “7лм96бай” п...
Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә уларҙың бирелеше (сағылышы).
Был эште яҙыр алдынанбик күп әҙәби сығанаҡтарҙы үҙләштерҙек һәм шундай һорауҙар тыуҙы. Беренсенән, башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан; икенсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп; ә ни өсөн дәүләт символдар...