Башҡорт теленән тестар.
тест
Предварительный просмотр:
Фонетика. Графика.Орфография.Орфоэпия.
Телмәр өндәрен ниндәй фән өйрәнә?
- Графика
- Фонетика
- Лексика
Телмәрҙең иң ҡыҫҡа берәмеге нисек атала?
- Хәреф
- Өн
- Ижек
"Алма" һүҙендәге "а" өнө ниндәй өн?
- Һуҙынҡы
- Тартынҡы
- Талғын
"Ә" һуҙынҡыһы ниндәй төргә ҡарай?
- Ҡалын
- Нәҙек
- Иренләшкән
"Ы" һуҙынҡыһы ниндәй төргә ҡарай?
- Ҡалын
- Нәҙек
- Иренләшкән
Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
- 33
- 42
- 28
Ниндәй хәрефтәр ике тартынҡы өндө белдерә?
- Я,Е,Ю,Ё
- Ц,Ч,Щ
- У,Ү,В
Башҡорт телендә күплек ялғауҙары нисә төрлө килә?
- Биш
- Алты
- Ете
- Һигеҙ
- Дүрт
"Л", "М" ниндәй тартынҡылар?
- Яңғырау
- Һаңғырау
- Талғын
Һүҙҙә баҫым ҡайһы өнгә төшә?
- Һуҙынҡыға
- Тартынҡыға
Лексика. Һүҙъяһалыш. Орфография. Морфология.
Телдең лексик составын нимә тәшкил итә?
- Телдәге бөтә үҙ аллы һүҙҙәр
- Телдәге бөтә һүҙҙәр
- Телдәге ярҙамсы һүҙҙәр
Мышы һүҙе нисә мәғәнәле һүҙ?
- Бер мәғәнәле
- Күп мәғәнәле
Матур, һылыу, сибәр, гүзәл, ҡупшы. Был һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала?
- Синоним
- Антоним
- Омоним
Күҙ, күҙ- ле, күҙ-гә, күҙ-лек һүҙҙәренең күҙ өлөшө нисек атала?
- Тамыр
- Ялғау
Таш-сы, таш-лы, таш- лыҡ. Был һүҙҙәрҙең ялғауҙары нисек атала?
- Яһаусы ялғау
- Үҙгәртеүсе ялғау
Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған?
- Фестивалға, лагерҙа, власте
- Приискыға, артисты, власты
- Фестивалгә, лагерҙа, часта.
Синыф-ҡа, бала-ны, ҡала-нан, китап-та һүҙҙәрендә ниндәй үҙгәртеүсе ялғауҙар?
- Күплек
- Эйәлек заты
- Хәбәрлек заты
- Килеш ялғауҙары
Һүҙ төҙөлөшөн өйрәнә торған фән нисек атала?
- Орфография
- Морфология
- Һүҙъяһалыш
- Синтаксис
Тимер, эш, баш, бел. Былар ниндәй һүҙҙәр?
- Тамыр
- Яһалма
Тимерсе, эшсән, башлыҡ, белгес. Былар ниндәй һүҙҙәр?
- Тамыр
- Яһалма
Урман, ялан, дәфтәр, ҡәләм. Был ниндәй исемдәр?
- Яңғыҙлыҡ
- Уртаҡлыҡ
Ҡала, бала, тирәк. Был исемдәр яһалышы буйынса нисек атала?
- Тамыр
- Яһалма
- Ҡушма
Ҡылым.
Уҡый, яҙа, килә ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
- Үткән заман
- Хәҙерге заман
- Киләсәк заман
Бара, килә, эшләй ҡылымдары ниндәй һанда килгән?
- Берлек
- Күплек
Уҡыйым, уҡыйбыҙ ҡылымдары ниндәй затта килгән?
- 1- се зат
- 2- се зат
- 3-сө зат
Уҡый, яҙҙыҡ, барҙы ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?
- Үҙ аллы ҡылымдар
- Ярҙамлыҡ ҡылымдар
Кил, яҙ, уҡы ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?
- Тамыр ҡылым
- Яһалма ҡылым
Кил, яҙ, эшлә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә килгән?
- Бойороҡ
- Хәбәр
- Шарт
- Теләк
Уйна, уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?
- 1- се затта
- 2-се затта
- 3-сө затта
Ҡайта, ҡайтығыҙ, уҡымай хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
- Үткән заман
- Хәҙерге заман
- Киләсәк заман
Исем.
Кем? һорауына ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр яуап була?
- Хайуан атамалары
- Ҡош-ҡорт атамалары
- Кешене белдергән һүҙҙәр
- Йәнһеҙ әйберҙәр
"Эшсе" һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?
- Тамыр
- Яһалма
- Ҡушма
"Баҡса" һүҙенә ҡайһы күплек ялғауы ҡушылыр?
- -тар
- -дар
- -лар
- -ҙар
"Йәшәүем" һүҙе ниндәй эйәлек заты ялғауы ҡабул иткән?
- 1- се зат
- 2-се зат
- 3-сө зат
"Балаһына"һүҙе ниндәй килештә килгән?
- Эйәлек
- Төбәү
- Төшөм
- Урын- ваҡыт
- Сығанаҡ
"Ат" һүҙенә тамырҙаш булған һүҙҙе тап
- Атыш
- Атай
- Атлай
- Атлы
- Атҡан
"Директор" һүҙе ниндәй төркөмгә ҡарай?
- Профессиональ
- Интернациональ
- Диалект
- Иҫке һүҙ
- Яңы һүҙ
Бөгөн ҡала баҡсаһында ҙур байрам булды һөйләмендә ҡалын хәрефтәр яҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?
- Төп
- Эйәлек
- Төбәү
- Төшөм
- Урын- ваҡыт
- Сығанаҡ
Тест
Эйәлек заты ялғауҙарының аҫтына һыҙ.
Ат (-аң, -аһы, - ам) тел(-ем, -ең, --е)
Өс нөктә урынына тейешле ялғау ҡуй.
Ҡайһы юл һуң түңәрәк?
Ниндәй ҡош һуң етеҙерәк?
Дуҫтар... һүҙ... ошо:
Иң етеҙ ҡош- күңел ҡош...
Иң етеҙ ҡош- дуҫлыҡ ҡош...
Иң йылы ҡул- дуҫтың ҡул...
Арабыҙҙа- дуҫлыҡ юл...,
Бына һеҙгә минең ҡул...,
Һеҙгә йыр...- күңел ҡош...
Дуҫтар һүҙ... ошо.
(Ғ.Рамаҙанов)
Ҡырҙар...сығам. Минең ҡыр...!
Минең донъя..., минең шатлығ....
(Рәшит Назаров)
Һандуғас..., аҫыл ҡошо...,
Йоҡла, бәғер...,
Йоҡла иркә.., йоҡла бәпкә..,
Бәүкәй, бәлли- бәү.
Алмаҡай..., аппаҡай...,
Йоҡла, гөлкәй...
Кил, гөлкәй..., сибәркәй..,
Йоҡла, бәпкәй....
("Бишек йыры"нан.)
Сифат.
Сифат нимәне белдерә?
- Предметтың атамаһын
- Предметтың эшен
- Предметтың билдәһен
- Предметтың иҫәбен
Сифат исемде асыҡлап килһә, нимә менән үҙгәрә?
- Килеш менән
- Һан менән
- Зат менән
- Үҙгәрмәй
Таш йортта магазин урынлашҡан һөйләмендәге сифат ниндәй һүҙ төркөмөнән яһалған?
- Сифаттан
- Исемдән
- Ҡылымдан
- Һандан
- Алмаштан
Бүлмәләге гөлдәр аҡлы-ҡыҙыллы сәскә атты һөйләмендә яһалышы яғынан ниндәй сифат ҡулланылған?
- Тамыр
- Яһалма
- Ҡушма
Алыҫтағы тауҙар күгәреп күренә һөйләмендә сифат ниндәй төркөмгә ҡарай?
- Төп сифат
- Шартлы сифат
Ҡуян һорғолт төҫкә ингән һөйләмендәге сифат ниндәй дәрәжәлә килгән?
- Төп дәрәжә
- Сағыштырыу дәрәжәһе
- Артыҡлыҡ дәрәжәһе
- Аҙһытыу дәрәжәһе
Унынсы, бишенсе, егерменсе- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?
- Төп һан
- Рәт һаны
- Сама һаны
- Бүлем һаны
- Кәсер һаны
- Йыйыу һаны
Сама һандарының ялғауҙары нисек яҙыла?
- Ҡушылып
- Һыҙыҡса аша
- Айырым
Ниндәй һандарҙың ялғауҙары булмай?
- Төп һан
- Рәт һаны
- Сама һаны
- Бүлем һаны
- Йыйыу һаны
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тестар
Уҡытыусыға ярҙамға уҡыусыларҙы фонетика, лексика, морфология, синтаксис бүлектәренән баһалау өсөн тестар....