Тестар
тест (9 класс) на тему

Зарипова Гюзель Маулитовна

            «Урал батыр» эпосы буйынса тест һорауҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ural_batyr.docx27.41 КБ

Предварительный просмотр:

            «Урал батыр» эпосы буйынса тест һорауҙары

  1.  Башҡорт эпосының героик йөкмәткеле, халыҡ батырҙарын данлаған шиғри төҙөлөшлө төрө.

        а) ҡобайыр

        б) иртәк

        в) ҡисса

2. Эпостың дөрөҫ билдәләмәһен күрһәт.

        а) халыҡ тормошонда йәки тарихта булып үткән мөһим хәл-ваҡиғалар, тарихи шәхестәр тураһында һөйләгән сәсмә әҫәр

        б) халыҡтың этник һәм гражданлыҡ тарихы тураһында хикәйәләүсе эпик һәм лиро-эпик характерҙағы, күберәк героик йөкмәткеле, әҫәр

        в) уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы әҫәр

3. … тип боронғо кешеләр, донъя һәм тәбиғәт көстәренең килеп сығышы, аллалар, төрлө изге йәндәрҙең тормошо тураһындағы уйҙырма хикәйәләргә әйтәләр.

        а) миф

        б) легенда

        в) әкиәт

4. «Урал батыр» эпосы ҡасан, кем тарафынан яҙып алынған?

        а) 1956 йылда « Харисов тарафынан

        б) 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан

        в) 1994  йылда Г.Сәфәрғәлина тарафынан

5. «Урал батыр» эпосын яҙып алыуға бәйле данлыҡлы йырсы, ҡурайсы, сәсән Хәмит Әлмөхәмәтовтың тыуған ауылы нисек атала?

        а) Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы

        б) Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы

        в) Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылы

6. «Урал батыр» эпосының идея-тематик йөкмәткеһенә ярашлы, ғаләмдә тәртип һәм гармония урынлаштырыусы көс – ул ….

        а) Күк тәңреләре

        б) Кеше

        в) дейеү, йыландар

7. «Урал батыр» эпосында кешелектең йәшәү нигеҙе булараҡ яңғыраған оло тәғлимәт.

        а) яҡшылыҡ

        б) үлемһеҙлек

        в) көрәш

8. Тәүтормош кешеләре Йәнбикә менән Йәнбирҙе исемдәренең символик мәғәнәләре.

        а) йән биреүсе  (тормош биреүсе)

        б) йән бирҙе (вафат булды)

        в) йән эйәһе, йән йөрөтөүсе

9. Эпоста  һунарсылыҡҡа  бәйле һүрәтләнгән бик боронғо йола – һунар алдынан йыртҡыс ҡаны эсеү – нимәне аңлата?

        а) һыуһын ҡандыра

        б) аусыға йыртҡыс көсө өҫтәлә

        в) һаулыҡ нығый

10. Түбәндәге өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара?

      … тигән яуыз ул

      Күҙгә һис тә күренмәй,

      Килгәне һис беленмәй,

      Йәшәй торған януар ул.

        а) үлем

        б) юлбарыҫ

        в) дейеү

11. Исеме «кеше үлтереүсе» мәғәнәһенә эйә булған ҡан ҡойоусы баҫҡынсы батша.

        а) ҡатил

        б) «әзрәҡә

        в) Ҡәһҡәһә

12. Кейәү һайлау бәйгеһендә Урал батыр ни өсөн Һомайҙың таш күтәреү буйынса шартын мотлаҡ үтәргә ынтыла?

        а) ағаһы Шүлгәнде еңеү өсөн

        б) Һомайға өйләнеү өсөн

        в) ағаһының намыҫын яҡлау өсөн

13.  Ҡәһҡәһә илендәге ынйы башлы таяҡ нимә символы тип һанала?

        а) матурлыҡ

        б) байлыҡ

        в) власть, көс-ҡеүәт

14. «Урал батыр» эпосын өйрәнеү өлкәһендә … һымаҡ эш башҡарған кешене табыуы ауыр.

        а) Кирәй Мәргән

        б) Фәтхелҡадир Сөләймәнов

        в) Мөхәмәтша Буранғолов

15. «Урал батыр» эпосы .ниндәй төркөмгә ҡарай?

        а) тарихи-ҡаһарманлыҡ ҡобайырҙары

        б) мифологик ҡобайырҙар

        в) тормош-көнкүреш эпик ҡобайырҙары

16. «Урал батыр» эпосында ниндәй боронғо уникаль көс һынашыу төрө һүрәтләнә?

        а) уҡ атыу

        б) көрәш

        в) таш сөйөү

17. Эпос тәүге тапҡыр рус теленә кем тарафынан тәржемә ителгән?

        а) Ғәзим Шафиҡов

        б) Азамат Юлдашбаев

        в) Айҙар Хөсәйенов

18. Ҡотло, изгеләштерелгән урын  ҡайһы илдә?

       а) йыландар илендә

        б) дейеүҙәр биләмәһендә

        в) Самрау батшалығында


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тестар.Ҡылым.

Тестар. Ҡылым....

Тестар. Сифат.

Тестар. Сифат....

Тестар. Исем.

Тестар. Исем....

Башҡорт теленән тестар.

Башҡорт теленән тестар....

Тестар

Уҡытыусыға ярҙамға уҡыусыларҙы фонетика, лексика, морфология, синтаксис бүлектәренән   баһалау өсөн тестар....

КОНТРОЛЬ ЭШТӘР ҺӘМ ТЕСТАР

Контроль эштәр һәм тестар...

Башҡорт теленән тестар.

Башҡорт теленән тестар....