Урок башкирского языка в 5 классе
план-конспект урока (5 класс)

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

Урок в 5 классе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Конспект урока127.5 КБ
Office presentation icon Презентация к уроку1.36 МБ

Предварительный просмотр:

                 Класс: 5

                    Тема:  В. Исхаҡов. “Миҙал  һәм малай”.

Маҡсат:

Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошо һәм ижады  менән танышыу, “Миҙал һәм малай” әҫәре менән танышыу. Тасуири уҡыу, тексты ҡысҡырып уҡыу күнекмәләре үткәреү, йөкмәткеһен үҙләштереү.Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Тел байлығын байытыу. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Уҡыусыларҙың һуғыш тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.

          Бөйөк  Ватан  һуғышы  батырҙарына  ихтирам,  ғорурлыҡ  тойғолары уятыу.  

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау - яуаптар,  таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты.

Предмет буйынса нәтижәләр: Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошо һәм ижады  тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

Метапредмет буйынса нәтижәләре: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси, предмет ара нәтижәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә - эҙлеклелек, коммуникатив.

Яңы термин-төшөнсәләр: эре генә, шәхси, ҡомартҡы, ҡаһарман, башын һалды.

Йыһазландырыу: “Омонимдар” - һүҙлек,  компьютер, презентация материалдары, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, таҡта, аҡбур.

                              Дәрестең киңәйтелгән план - конспекты

Эш төрҙәре

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Йыһаздар

   l.   Ойоштороу моменты.  Психологик инеш

1.

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

У. Һаумыһығыҙ!

 

Уҡыусылар менән һаулашыу. Уҡыусыларҙың ҡәйе-фен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү.

Бер - береңә ҡарап йылмайыу.

 

У. Хәйерле көн!

Б. Хәйерле көн, минең күршем,

Хәйерле көн, дуҫтарым!

Хәйерле көн, ҡунаҡтар!

Хәйерле  булһын дәресебеҙ,

Хәйерле булһын һәр эшебеҙ!

У. Бөгөн һеҙ бигерәк тә яғымлы күренәһегеҙ. Беҙ бер – беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым. Дәресте күтәренке кәйеф менән башлап ебәрәйек. Ултырығыҙ!

 Ултырғыстарға ултырыу

2.

Дежур уҡыусының яуабы.

- Бөгөн класта кем дежур?

- Класта кемдәр юҡ?

- Һауа торошо ниндәй?

- Бөгөн класта мин дежур.

- Класта бөтәһе лә бар.

- Бөгөн көн йылы, матур.

3.

Дәрестең эпиграфын уҡыу

Әңгәмә үткәреү

 

Шиғыр юлдарын уҡытыу.

 У. Афарин!                  

     Бөгөнгө дәрестең эпиграфы – Ф.

 Рәхимғолованың “Еңеү көнө”

шиғырынан алынған ошо юлдар.

         

  Ветерандар атлап бара,

  Орден, миҙал таҡҡандар,

  Улар бит дошманды ҡырып,

  Еңеү яулап ҡайтҡандар.

 - Был шиғыр нимә тураһында?

   - Ветерандар нимә эшләгәндәр?

          - Ни өсөн был юлдар  эпиграф итеп      дәрескә  һайланғанын алда әйтерһегеҙ, яраймы.

У: Әйҙәгеҙ,“Кем яҡшыраҡ уҡыр” конкурсы үткәреп алайыҡ.

Үҙҙәренә карточкала баһа ҡуйыу

Үҙ аллы уҡыу.

Уҡыусыларҙың яуабы.

- Миҙал таҡҡан ветерандар  тураһында.

Улар  дошманды ҡырып, Еңеү яулап ҡайтҡандар.

                         Уҡыусыларҙың уҡыуы.

Эпиграф экранда сығарыла.

    ll.  Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.

4.

Башҡарыла-саҡ эштәрҙе күҙаллау

У. Афарин,уҡыусылар! Дәрестең эпиграфынан  сығып, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, дәрестең темаһын һәм маҡсатын әйтеп ҡарайыҡ әле.

У. Бөгөн дәрестә беҙ  нимәләр эшләрбеҙ?

У. Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрә-нерһегеҙ?

У. Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың тормошон һәм ижадын  өйрәнербеҙ, Һуғыш вете-рандары тураһында белемебеҙҙе арттырырбыҙ, тел байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләрбеҙ. Уның “Миҙал һәм малай” хикәйәһе менән танышырбыҙ. Шулай уҡ уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә лә өйрәнербеҙ.

Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү.

 Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу.

Б. В.Исхаҡовтың “Миҙал һәм малай” хикәйәһе менән танышырбыҙ.

Б. Һуғыш тураһында һөйләшербеҙ.

Б. Яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ.

Б. Хикәйәне уҡығас, һорауҙарға яуап бирербеҙ.

Б. Олатайҙарҙан ҡалған изге ҡомартҡылар тураһында һөйләшербеҙ.

Б.Белемебеҙҙе артты-рырбыҙ,  тәрәнәйтербеҙ.

Б.Һуғыш  тураһында күберәк белербеҙ.

Б. Башҡорт телендә аралашырбыҙ.

Б. Һүҙлек запасын арттырырбыҙ.

В.Исхаҡов-тың портреты,

дәреслек

5.

Яңы мәғлүмәттәр биреү.

Башҡортостан яҙыусыһы В. Исхаҡовтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу.  

У. Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов Башҡортостандың Саҡмағош районы  Тайнаш ауылында 1927 йылда тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бәләбәй механизация техникумында уҡый. 1948 йылда Хәрби Хеҙмәткә алына. Ошо йылдарҙа үҙенең беренсе әҫәрҙәрен ижад итә башлай. Гәзиттә хикәйәләре, фельетондары баҫылып сыға.Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн миҙалдар менән наградлана, ”Башҡортостандың  атҡаҙанған эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ була, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты .

В.Исхаҡов-тың порт-реты

6.

Эштә ҡыйын-

лыҡ урынын табыу

У: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, “Миҙал һәм малай” хикәйәһе нимә тураһында икән?

Б: Миҙал һәм малай тураһында тип уйлайым, ләкин хикәйәне уҡыма-йынса, беҙ был һорауға дөрөҫ яуап бирә алмаҫбыҙ тигән уйға киләм.

У. Беҙ беренсе ҡыйынлыҡ менән осраштыҡ, теүәл итеп яуап бирә алманыҡ. Ни өсөн шулай булды?

У. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ни эшләйбеҙ?

У. Үҙ алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

Б. Беҙ был хикәйәне өйрәнмәнек әле.

Б. Ҡыйынлыҡтан сығыу юлын эҙләйбеҙ.

Б. Хикәйәне уҡырға кәрәк.

У. Эште нимәнән башлайбыҙ?

У. Өйгә бирелгән эштәрҙе беҙ һеҙҙең менән дәрес барышында тикшерербеҙ. Ризаһығыҙмы?

Б. Өй эшенән.

Б. Ризабыҙ.

      lll. Уҡыу ситуацияһының исемлеге

7.

Текст өҫтөндә эш.

У. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, текст өҫтөндә эште беҙ нимәнән башларбыҙ?

- Эште беҙ һүҙлек эшенән башларбыҙ.

Презента-ция,интерактив таҡта, проектор

Һүҙлек эше

У. Эйе. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?

Б.Эйе.

эре генә – гордо

шәхси – личный

ҡомартҡы – ҡәҙерле иҫтәлек

Ҡаһарман –

Башын һалды –

Һорауҙарға яуап биреү

Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.

Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған,

Һүҙлек дәфтәре

Тексты тасуири уҡыу.

У. Афарин, балалар! Мин уҡый башлайым, һеҙ иғтибар менән тыңлап, ҡарап барығыҙ.

Уҡыусыларҙың тыңлауы,

дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары.

8.

9.

10.

11.

Ял минуты

У. Арып та киттегеҙ кеүек. Ял итеп алайыҡмы?

Һалдатта булған, тиҙәр

Хәрәкәттәр яһау

Текстың йөк-мәткеһе бу-йынса әңгә-мәләшеү.

Һорауҙарға яуап биреү.

У.Был әҫәр нимә тураһында?

У.Әҫәрҙең төп геройҙары кемдәр?

У.Хикәйәсе ни өсөн малай менән һөйләшә башлаған?

У. ”Батырлыҡ өсөн” миҙалын кемдәргә бирәләр һуң?

У. Хикәйәсе ни өсөн малайҙан: ”Хәҙер уны һин тағып йөрөргә булдыңмы?” –тип һораған?

У.Миҙал таҡҡан малай авторҙың хәтеренә нимәләрҙе төшөрә?

У.Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

У. Автор беҙҙе нимә тураһында уйландырырға теләй?

У. Малайҙың ҡылығын (поступок) һеҙ нисек баһалайһығыҙ?  Ул дөрөҫ эшләгәнме? Уның урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ?

Ордендар презентациянан ҡарау.

Үҙҙәренә карточкала баһа ҡуйыу

Б. Малай һәм миҙал тураһында.

Б. Әҫәрҙең төп геройҙары малай менән хикәйәсе (автор)

Б. Ул малайҙың түшендә миҙал күргән.

Б.Һуғышта  күрһәткән батырлыҡтары өсөн һуғышсыларға бирелә.

Б. Сөнки, малай миҙалды таҡҡан килеш урамда йөрөгән була.

Б. Ул фронтовиктарҙы күҙ алдына килтерә. Уларҙың һуғыш йылдарындағы батырлыҡтарын да иҫенә төшөрә.                                 Б. Малай  үҙенең ола-таһы менән ғорурлана.                                         Б.  Ауыр һуғыш йылдарын кинонан, фильмдарҙан ҡарап белһәк тә, һуғыштың ҡотосҡос нимә икәнен аңлайбыҙ.                                            Бөгөнгө бәхетле, тыныс тормош өсөн беҙ бары тик үҙебеҙҙең олатай- бабаларыбыҙға  рәхмәтлебеҙ.

 

Өй  эшен тикшереү.

У. Уҡыусылар, ә кемдәрегеҙҙең олатайҙары  һуғышта булған? Һеҙгә өй эше итеп батыр олатайҙарыгыҙ тураһында һөйләргә әҙерләнергә ҡушылған ине, ә кем булдыра алмай 21-се күнегеүҙәге герой тураһында тасуири уҡырға.

Үҙҙәренә карточкала баһа ҡуйыу

 

Тема өҫтөндә эш

Дәреслек менән эш

Атайым ҡаҙау ҡаҡты,

Әсәйем балаҫ ҡаҡты,

Мин дә эшһеҙ торманым,

Ашаным тәмле ҡаҡты.

-Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Әйтелеше менән дә, яҙылышы менән дә бер төрлө һүҙҙәр.

-Тәржемә итеп, мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.

- Әйтелеше менән дә, яҙылышы менән дә бер төрлө һүҙҙәр, шуға ҡарамаҫтан был һүҙҙәр төрлө мәғәнә аңлаталар.Бындай һүҙҙәр омонимдар тип атала.

121 бит, 3-сө күнегеү өҫтөндә эш – парлап эшләү.

Үҙҙәренә карточкала баһа ҡуйыу

        lV. Рефлексия

12.

Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!

Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эш-тәрен баһалауы.

   V. Өй эше

13.

1. 9 Майға ҡотлау открыткалары яһарға.

2. 128 – 129 - сы биттәр,

Тексты рольләп тасуири уҡырға әҙерләнергә.

Өй эштәрен көндәлеккә яҙыу.

 Vl. Йомғаҡлау

14.

У. Һуғышта  ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Беҙ тыныс, матур тормошта  йәшәйбеҙ. Олатайҙарыбыҙ шуның өсөн баштарын һалған. Һеҙ тырышып уҡырға, илебеҙҙең, Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы граждандары булырға бурыслыһығыҙ. Алда сикһеҙ хыялдар, киләсәк көтә.

Рәхмәт! Киләһе дәрестә осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бөгөнгө дәрестең маҡсатын бергәләп билдәләйек. Экранға күҙ һалығыҙ.(Слайдта Р.Ғариповтың «Парслар»ынан өҙөк) Был өҙөктө бергәләп уҡыйыҡ әле.

Шулай ғүмер һөрҙөм: һөрҙөм ерҙе,

Бесән саптым, саптым аттарҙа;

Атҡанда таң, таң ҡалдым мин ергә,

Шиғыр яҙҙым, яҙҙым аҡылдан,

Кистем йылға, йылға йыл өҫтәп,

Ғүмер үтте.

(Р.Ғарипов)

-Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

-Тәржемә итеп, мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Хәйерле көн, минең күршем, Хәйерле көн, дуҫтарым! Хәйерле көн, ҡунаҡтар! Хәйерле булһын дәресебеҙ, Хәйерле булһын һәр эшебеҙ!

Слайд 2

Ветерандар атлап бара, Орден, миҙал таҡҡандар, Улар бит дошманды ҡырып, Еңеү яулап ҡайтҡандар. Ф.Рәхимғолова

Слайд 3

Вәзих Исхаҡов ( 1927 – 1985) Саҡмағош районы Тайнаш ауылында тыуған. 1948 йыл –Х әрби хеҙмәттә. 1958 йыл – «Ҡыҙыл таң» газетаһында эшләй. 1959 -1964 йылдар – Башҡорт дәүләт университетында уҡый. 1966 йыл – «Ағиҙел» журналында эшләй. 1968 - 1973 йыл – Яҙыусылар Союзының урынбаҫары.

Слайд 4

Һүҙлек эше эре генә – шәхси – ҡомартҡы – ҡ аһарман – башын һалды – личный реликвия мужественный сложить голову, погибнуть гордо

Слайд 5

1. Билен ҡыҫып быуған, тиҙәр, Бигерәк уӊған, тиҙәр. Әллә ҡаян күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр. 2. Кеселәрҙе кесе итер, Олоно ҙурлар, тиҙәр. Әллә ҡаян күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр.

Слайд 6

Ватан һуғышы ордены

Слайд 7

Дан ордены

Слайд 8

Еӊеү ордены

Слайд 9

Ҡыҙыл йондоҙ ордены

Слайд 10

Атайым ҡаҙау ҡаҡ ты, Әсәйем балаҫ ҡаҡ ты, Мин дә эшһеҙ торманым, Ашаным тәмле ҡаҡ ты.

Слайд 12

Ун өсөнсө март. Класс эше. 3-сө күнегеү

Слайд 13

Өй эше 1. 9 Майға ҡотлау открыткалары яһарға. 2. 128 – 129 - сы битт ә р , тексты тасуири уҡырға әҙерләнергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок башкирского языка

Урок в 6 классе...

мастер- класс на тему:"Использование приемов рефлексии на уроках башкирского языка"

Мастер-класс на тему:" Использование  приемов рефлексии на уроках башкирского языка". Делюсь опытом работы по методике " Шести думательных шляп" и составлению синквейнов....

Формирование лексического строя речи на уроках башкирского языка у умственно отсталых учащихся младшего школьного возраста

Статья "Формирование лексического строя речи на уроках башкирского языка у умственно отсталых учащихся младшего школьного возраста" посвящена  обучению башкирскому языку в условиях специальной ко...

презентации для уроков башкирского языка 5-9 классы

Башкирский (государственный) язык для 5-9 классы. Презентации.тест. "БАШКОРТ МУЗЫКА КОРАЛЛДАРЫ. АЛМАШ"...

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Асыҡ дәрес өлгөһө6 класс башҡорт теле  “Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау”Маҡсат: а) белем биреү-исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу, улар менән һөйлә...