Дәрес темаһы С.Юлаев шиғриәтенә сәйәхәт.
план-конспект урока (9 класс)

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы С.Юлаев шиғриәтенә сәйәхәт.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_temahy_s.yulaev_shigriten_syht.docx22.82 КБ

Предварительный просмотр:

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ШИҒРИӘТЕНӘ ДӘРЕС-СӘЙӘХӘТ
                           (9 класта ҡабатлау дәресе)
Маҡсаттар:
Белем биреү маҡсаты:
– Салауат Юлаев лирикаһының төп мотивтарын, идея йүнәлешен,
художество үҙенсәлектәрен асыу;
Үҫтереүсе маҡсаттар:
– тасуири уҡыу, һөйләү, поэтик анализ күнекмәләрен үҫтереү;
Тәрбиәүи маҡсаттар:
– милли геройыбыҙҙың шәхесе һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу
уятыу.
Йыһазландырыу: С. Юлаевтың портреты, китаптар күргәҙмәһе, аудиояҙма,
компьютер, интерактив таҡта, мультимедиа.
Дәрес барышы:
I. Инеш өлөш.
1. Һорау: Кем ул Салауат? (уҡыусыларҙың яуаптары)
– Дәрестең эпиграфына иғтибар итегеҙ:
«Салауат - башҡорттар өсөн рух пәйғәмбәре»
(Т. Сәғитов)
– рух пәйғәмбәре – духовный пророк
Үткән дәресте ҡабатлау.
Үткән дәрестәрҙә С. Юлаевтың тормошо, ижтимағи эшмәкәрлеге, уның
тураһында ижад ителгән әҙәби, сәнғәт әҫәрҙәре тураһында һөйләшеп, алған
белемдәребеҙҙе таблицала дөйөмләштергән инек.
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ
Орден
Дәүләт премияһы
Хоккей клубы
Сәнғәт әҫәрҙәре

Әҙәби әҫәрҙәр
Салауат ҡалаһы
Ер-һыу атамалары
Салауат районы
Тормош Портретын Салауат

- юлы ҡуйырға яугир
«Зөләйха»
«Уралым»
«Тирмәмдә»
«Һандуғас»
«Тыуған илем»
«Егеткә»
«Уҡ»
«Яу»
САЛАУАТ – ШАҒИР
– Ошо таблицаны бөгөнгө дәрестә төҙөп бөтөрөрбөҙ. Һеҙ Салауаттың ижади
мираҫы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Уның ижади мираҫы шиғри әҫәрҙәрҙән, Крәҫтиәндәр һуғышы осорон сағылдырған документаль яҙмаларҙан тора һәм 500 юлдан ашып китә).
II. Яңы тема:
– Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе милли батырыбыҙҙың ижадына табан тотабыҙ.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, яҙыусы Мирас Иҙелбаев уның
ижады тураһында: «Салауатты шиғриәткә тәү башлап мөхәббәт тойғолары алып килә, уның беренсе әҫәрҙәре ҡатын-ҡыҙ гүзәллегенә һоҡланыу хистәре
һөҙмтәһендә тыуа», – тип әйтә.
– Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ, ял итергә туҡталыштар билдәләйбеҙ:
1-се төркөм – мөхәббәт лирикаһы: («Зөләйха»)
2-се төркөм – тыуған ер тураһында: («Уралым», «Тирмәмдә», «Һандуғас»,
«Тыуған илем»)

3-сө төркөм – азатлыҡ өсөн көрәш тураһында: («Егеткә», «Уҡ», «Яу»)
Һәр төркөмдән бер уҡыусы сығыш яһай. Интерактив таҡтала
шиғырҙарының исемдәре яҙылып бара. Уҡыусылар дәфтәрҙәренә яҙа.
1-се төркөм: Мөхәббәт лирикаһына «Зөләйха» шиғырын индерергә була.
Шиғырҙы яттан һөйләй.
2-се төркөм: Артабан ҡатын-ҡыҙға һөйөү хисе тыуған еренә, иленә һөйөү, уның матурлығы менән һоҡланыуға күсә. Бында «Уралым», «Тирмәмдә», «Һандуғас», «Тыуған илем» шиғырҙарын индерәбеҙ. «Һандуғас» шиғырын яттан һөйләй.
3-сө төркөм: Тыуған яҡтың тәбиғәте бай һәм йәмле, ләкин уның ерҙәрен
батша ялсылары талай. Батыр үҙ ерен ҡотҡарыу теләге менән яна. Азатлыҡ өсөн көрәш лирикаһына «Егеткә», «Уҡ», «Яу» шиғырҙары инә.
«Уҡ» шиғырын яттан һөйләй.
Уҡытыусының дөйөмләштереүе:
– Шулай итеп, беҙ Салауаттың шиғырҙарын ниндәй төркөмдәргә бүлдек?
Терәк схемаға иғтибар итәйек, ниндәй шиғырҙары яҙылды?
– Һәр кем өсөн донъяла иң ҡәҙерлеһе нимә икән?
(Атай, әсәй, бала, өй, йәшәгән ер).
– Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән изге
еребеҙ – Уралыбыҙ. Уны кем генә данлап шиғыр яҙмаған, йыр ижад итмәгән?!

III.

Ял итеп алабыҙ.
(«Уралым» йыры).
«Уралым» шиғырына анализ:

IV.

1.

Тасуири уҡыу (бер нисә уҡыусы сылбырлап уҡый).

2. Һүҙлек эше (алдан таҡтала яҙылған).
3. Анализ өсөн һорауҙар:
а) Шағир Уралды нисек тасуирлай?
б) Үҙенең уй-кисерештәрен ниндәй тел-һүрәтләү саралары аша күрһәтә һәм
улар ярҙамында шағир Уралдың ниндәй сифаттарын аса?
4. Төркөмдәр эсендә эш.
5. Һәр төркөм «Уралым» шиғырындағы тел-һүрәтләү сараларын
табып, дәфтәрҙәренә яҙа.
V. Дөйөмләштереү:
Эйе, метафора, эпитет, гипербола, сағыштырыуҙар күп һәм улар шағирҙың
Уралға булған сикһеҙ һөйөүен аса, Уралдың матурлығы менән Һоҡланыу
тойғоһон белдерә
– Артабан сәйәхәтебеҙҙе Салауат йөрөгән ерҙәрҙәргә дауам итәбеҙ. Ошондай
гүзәл тәбиғәтле ерҙә генә шағир-сәсән тыуғандыр ул.
VI. Дәресте йомғаҡлау:
– Сәйәхәттә ниндәй асыш яһаныҡ?
Беҙ дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтып, яҙыусы Тайфур Сәғитовтың
һүҙҙәре менән килешәбеҙ. «Пәйғәмбәр» тип юл яҡтыртыусы, юл күрһәтеүсе
кешегә әйтәләр. Ә Салауат – рух пәйғәмбәре, ул кешеләрҙе рухи азатлыҡҡа

әйҙәүсе. Уның ғүмере легендаға тиң: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йондоҙ һымаҡ
балҡып, кешеләр күңелендә өмөт осҡондары тоҡандырҙы. Ошо осҡондан көслө янғын сығып, башҡорт ерен ялмап алды. Батыр үҙенең үткер һүҙе һәм
ҡаһарманлығы менән яуға әйҙәне. Бына ике быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә исеме халыҡ теленән төшмәй һәм беҙ уға хыянат итмәҫбеҙ: телебеҙҙе, еребеҙҙе һәр саҡ һаҡларбыҙ.
Уҡыусыларға баһалар ҡуйыу.
Өйгә эш (С. Юлаевтың биографияһын һөйләргә әҙерләнеп килергә).
Хушлашы


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Салават Юлаев

презентация...

Салават Юлаев

презентация...

Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сәсән»

Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...

Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сэсэн»

Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин  «Салауат Юлаев» ...

Открытый урок для 9 класса по теме "С.Юлаев - герой народа".

Сценарий открытого урока на тему "С.Юлаев - герой народа"....

Презентация на тему "Салават Юлаев"

Презентация к уроку на тему "Салават Юлаев"...