Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сэсэн»
план-конспект урока по теме
Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономических профессии. В данной методической разработке приводится план и содержание учебного занятия. В процессе занятия творчески используются разнообразные формы работы командная и индивидуальная, чередуются виды деятельности обучающихся. Обсуждаемые во время урока вопросы имеют чётко выраженную конкретную смысловую и дидактическую направленность. Занятие ориентировано на активизацию речевой деятельности и вовлечение каждого из обучающегося в процесс интеллектуально-комбинированного урока по теме “Салауат Юлаев – шағир һәм сәсән”. На занятиях реализованы компетентные, культурологические, системные, личностно ориентированные подходы. С целью проверки знаний, базовых понятий проводится опрос в виде викторины. Данная методическая разработка может быть использована преподавателями колледжей, профессиональных лицеев, осуществляющих подготовку специалистов социально-экономических профессии. Цель урока – показать коллегам приемы и методы работы интелектуально-комбинированного урока, при помощи которых реализуются цели урока, элементы сотрудничества обучающихся и преподавателя. Содержание урока позволяет развивать память и устную речь, обучающихся студентов на башкирском языке.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
http://nsportal.ru/sites/default/files/s.yulaev.doc | 74.5 КБ |
Предварительный просмотр:
«Башҡорт теле» дисциплинаһынан асыҡ дәрескә
ПЛАН
Профессия: ашнаҡсы – кондитер
Уҡытыусы: Азнабаева А.Б.
Асыҡ дәрестең маҡсаты: С. Юлаевтың шиғырҙарында тыуған ил концептын аңлатыу
Дәрестең маҡсаттары:
Белем биреү: С. Юлаевтың шиғырҙары менән, халыҡ йыры «Салауат» менән таныштырырға, концепт тураһында төшөнсә бирергә;
Белем арттырыу: С. Юлаев тураһында белемдәрен системаға һалырға һәм белемдәрен арттырыу, һүҙ байлығын арттырырға, дөрөҫ һәм матур уҡыу ҡеүәһен, хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен үҫтерергә;
Тәрбиәүи: Уҡыусыларҙа шиғъриәтте яратырға өйрәтеү, батырыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләргә.
Дәрестең төрө: белемде төрлө яҡлап ҡулланыу дәресе
Дәрестең формаһы: әҙәби- поэтик дәрес
Дәрестең темаһы: “Салауат Юлаев – шағир һәм сәсән”
Ҡорамалдар: таҡта, мультимедия проектор, магнитофон.
Методик яҡтан йыһаҙландырыу:
1. плакаттар:
а)”Алдайһың һин, Тарих,
бутайһың һин:
Үләме ни ундай азамат!”(Хәсән Туфан)
б) “Йәнем һине эҙләй, Салауатым,
Саҡыра бит мине Йүрүҙән
Нисек инде, һине күрмәйенсә,
Ерҙә йәшәйем тип йөрөлгән?” (Фәниә Туғыҙбаева)
в) “Батҡан айҙай булып,ай, тонйорап,
Батыршаның һүнгән төнө ине…
Ыласын кеүек йылғыр ил батыры
Салауаттың тыуған таңы ине.” (Халыҡ йыры).
2. шиғыр;
3. китаптар;
4. һүрәттәр;
5. “Салауат” халыҡ йыры;
6. рефераттар, иншалар
Дәрестең планы
- Ойоштороу (2 мин.)
- Өй эшен тикшереү (6 мин.)
- Тема буйынса эштәр
- “Салауат - батыр” әңгәмә һәм викторина (7 мин.)
- Салауат. У. Иделбаев музыкаһы, халыҡ һүҙҙәре (3 мин.)
- Концепт тураһында төшөнсә биреү (2 мин.)
- Уҡыусыларҙың сығыштары (17 мин.)
- Мин Башҡорт клип. mail/ lara sob/228/335. html (5 мин.)
- Йомғаҡлау (3 мин.)
Дәрестең барышы
- Ойоштороу
- Балаларҙы барлап сығыу;
- Журналға яҙыу;
- Дәрестең маҡсатын ҡуйыу.
- Өй эшен тикшереү
С. Юлаевҡа характеристика уҡыу
3. Тема буйынса эштәр:
3.1. “Салауат- батыр”
Телшомартҡыс
“Алдайһың һин, Тарих,
бутайһың һин:
Үләме ни ундай азамат!” (Хәсән Туфан)
- видео яҙма тыңлау
- әңгәмә.
- Викторина
1). С.Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1754 йыл, Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй ауылы)
2). Атаһының, әсәһенең исеме кем? (Юлай Аҙналин, Көнбикә)
3). Ю.Аҙналин кем булған? (старшина)
4). Салауат Юлаев уҡырға һәм яҙырға кемдән өйрәнгән? (Әсәһенән)
5). Е.Пугачев Салауатҡа ниндәй хәрби дәрәжә бирә? (полковник, бригадир)
6). С.Юлаев нисә йәштә старшина вазифаһын башҡара? (17)
7). С.Юлаев һәйкәленең авторы кем? (Тавасиев)
8). С.Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа үлә? (1800 йыл, Эстония)
9). Нисә йыл каторгала була? (24)
3.2.”Салауат” У. Иделбаев музыкаһы, халыҡ һүҙҙәре
3.3. “ Салауат – шағир”
Уҡытыусы:
Концепт ул: Бер- береһенә бәйләнешле һәм мөнәсәбәтле фекерҙәр системаһы йәки әҫәрҙәге төп идея, фекер. (Дәфтәргә яҙыу)
Һарыҡондоҙ йылғаһының Көҫкәндеге ҡойған тәңгәлендә, тәбиғәттең ифрат матур ерендә. Элек Салауаттың тыуған ауылы -Тәкәй урынлашҡан булған. Бәлки, Салауат үҙенең шиғырҙарын ошо ярһыу һыулы Һарыҡоңдоҙ ярында һөйләй торған булғандыр.
Башҡорт халҡының тарихында иң бөйөк, айырыуса дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхөббәт ҡазанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенең тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы ул Салауат Юлаев.
Салауат бала сағынан уҡ халыҡ яҙмышына төшкән бәлә - ҡазалар тураһында белә. Әсәһенең моңло йырҙарынан, атаһының һөйләгән һүҙҙәренән ишетә.
Салауатта шиғри тойғо бик иртә уяна. Патриотик тойғо, ғәҙәттә, тыуған яҡты, тәбиғәтте һөйөүҙән башлана. Салауат Юлаев шиғырҙарында был патриотик тойғо башҡорт халыҡ ижадында тыуған төйәк, тыуған ил образы булып һынланған Урал менән тығыҙ бәйле.
3.4. “Минең тыуған ҡырҙарым” видео яҙма тыңлау
Уҡытыусы :
Ошо шиғырында Салават Юлаев ни тиклем үҙенең тыуған илен яратыуын, нисек итеп һоҡланыуын күрһәтә. Йыраҡтарға китһәм дә бик һағынам туған илемде ти үл. Уның өсөн йылғалағы һыу ҙа татлы. Мәңге маҡтар инем, мәңге йырлар инем мин ти ул тыуған ил тураһында.
Бындай тойғо һәм уйҙар уның бүтән шиғырҙарында һәм йырҙарында ла асыҡ сағыла. Уның изге тыуған илебеҙгә мәңге бөтмәҫ йыр булып яңғыраған «Уралым» шиғыры ғына ни тора?!
Уҡыусы
Ай Уралым, Уралым,
Кугәреп яткан Уралым!
Нурға сумған түбәһе —
Күккә ашкан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарьм.
Төнөн күккә , ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн калҡһа;
Көмөштәй балкый Уралтау
Биттәрендә, Уралтау,
Ҡамыштай карағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Баластай болон-ҡырҙарың.
Ай Уралым, Уралым,
Һылыу за һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
Уҡытыусы:
Шағирҙың тыуған илде һөйөүе уны азат, ирекле итеп күреү, яҡты донъяны, йәмле Урал, Йүрүҙән буйҙарын тар иткән, халыҡты зар иткән дошмандарға нәфрәт тойғолары менән ҡушыла.
Уның ижады - мең йыл башҡорт поэзияһы тарихында саф мөхәббәт, тыуған ил, ер, халыҡ тойғоһо менән һуғарылған илаһи көс, кеүәт аңҡып торған юғары шиғриәт өлгөһө.
Тыуған ерҙең бейек осор ыласын ҡоштары бар. «Ыласындан да бейек оса торған ҡош батшаһы ҡыйғыр бөркөт бар». Салауат әнә шул ыласын бөркөттәрҙәй ил дошмандарына ташланыр ир- егеттәрҙе күберәк күргеһе килә.
Уҡыусы
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар,
Ыласьндан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арысландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!
Уҡытыусы:
Салауат Юлаев поэзияһында бер нисә лирик шиғыр үрнәктәре лә бар: “Тирмәмдә”, “ Һандуғас”, “Зөләйха”. Быларҙа ла ул нескә хисле лирик шағир булып күренә: йәйләү төнөнөң матурлығына һоҡлана:
Уҡыусы
Тирмәм тора, көмөш кеүек,
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәлә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.
Уҡыусы
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.
Күҙҙәрең, гуйә, төндәге күк йөҙө,
Ятҡыра шул күҙҙәрендә ай үҙе.
Ер хуры һин, йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.
Мин, бахыр, һине, Звләйха, ныҡ һөйәм
Әйтә алмайынса һүҙәремде, баш эйәм
Һиңә дан йырлар-өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.
Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
Шулай уҡ бына «Һандуғас» тигән шиғыры, ниндәй итеп тасуирлаған ул һандуғас ҡоштоң йырлауын, ысынлап та шундай матур итеп йырлау бушҡа ғына кеүек төҫлө түгел, нимәне лә булһа данлап йырлай кеүек
Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай? —
Кем белә уны.
Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?
Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға,
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға?—
Мин белмәйем.
Ниндәй һоҡланғыс итеп яҙа шағир үҙенең тәбиғәте тураһында.
3.3. “Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп, Әйҙә йырла башҡорт балаһы”
- Салауаттың шиғырҙарын халыҡ йырға һалған, шиғырҙар һәм йырҙар ижад иткән: "Салауат", "Салауат батыр", "Бүгәс менән Салауат". Шуларҙың береһен беҙ дәрес башында тыңланыҡ.
- “Мин башҡорт” клип. Лида
Салауатты халыҡ онотмай. Сөнки, Салауат - батыр
Салауат-шағир
Салауат-милли ғорурлығыбыҙ.
- Йомғаҡлау. Өйгә эш. Ҡобайырҙан өҙөк ятларға.
- Баһалау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка открытого бинарного ЛПЗ по дисциплинам "Защита растений", "Ботаника" на тему "Грибы как возбудители болезней сельскохозяйственных культур"
Методическая разработка предназначена для преподавателей специальных дисциплин по специальности "Агрномия"...
Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сәсән»
Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...
Методическая разработка открытого занятия по учебной дисциплине «Иностранный язык» Тема: «Достопримечательности Лондона» для специальности 08.02.02 Строительство и эксплуатация инженерных сооружений
Методическая разработка открытого занятия по учебной дисциплине «Иностранный язык» Тема: «Достопримечательности Лондона» для специальности 08.02.02 Строительство и эксплуатация...
Разработка открытого занятия посвященный Международному дню родного языка Тема: «Как прекрасен мой родной язык»
Международный день родного языка отмечается с 2000 года по инициативе 30-й сессии Генеральной конференции ЮНЕСКО (ноябрь 1999) с целью сохранения и развития исчезающих языков, поощрения лингвистическо...
Методическая разработка открытого урока по дисциплине Испанский язык. Тема Tipos de los padres 8 класс
Методическая разработка открытого урока по дисциплине "Испанский язык". Тема: "Tipos de los padres" 8 класс.СОДЕРЖАНИЕ1. Пояснительная записка.1. План открытого ур...
МЕТОДИЧЕСКАЯ РАЗРАБОТКА практического занятия по дисциплине «Иностранный язык» Тема «Мой рабочий день» Специальность: 31.02.01 Лечебное дело
Учебно-методический план занятияТема «Мой рабочий день» Цели занятия:дидактические – развитие коммуникативной компетенции обучающихся на основе изученных лексических единиц, реч...
Методическая разработка открытого бинарного занятия по дисциплинам: «Экология – Информатика»
Тема занятия:«Решение экологических задач на устойчивость и развитие(Расчет индекса развития человеческого потенциала (ИРЧП) субъектов РФ)»«Использование различных возможностей...