Дәрес темаһы Ф.Рәхимғолованың Беҙҙең әсәй шиғыры. Алмаштар. Зат алмаштары.
план-конспект урока (5 класс)
Дәрес темаһы Ф.Рәхимғолованың Беҙҙең әсәй шиғыры. Алмаштар. Зат алмаштары.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
dres_temahy_f.rhimgolovanyn_bezzen_sy_shigyry._almashtar._zat_almashtary.docx | 17.83 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрес темаһы: Ф.Рәхимғолованың “Беҙҙең әсәй”шиғыры. Алмаштар. Зат алмаштары.
Маҡсат: 1). Фәүзиә Рәхимғолованың “Беҙҙең әсәй” шиғыры менән
танышыу, тасуири уҡырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү;
2) алмаштар, уларҙың төрҙәре менән танышыу; зат алмаштарының килеш
менән үҙгәрешен өйрәнеү; яңы һүҙҙәр үҙләштереү;
3) Әсәйҙәргә ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ, уға ярҙам итеү, һөйөү тойғоһон
уятыу.
Йыһазландырыу: таҡта, 5 класс өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге, дәфтәр,
компьютер, презентация, һүрәттәр.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу мәле.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
– Ултырығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Ә хәҙер кәүҙәләрегеҙҙе матур тотоп ултырығыҙ. Дәресте башлайыҡ.
2. Артикуляцион күнегеү.
а) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
б) “Яратам мин илемде” йырының һүҙҙәрен ҡабатлау.
Әсәй менән гөл ултырттыҡ,
Гөлдәр хуш еҫ тарата.
Уңғаным тип, үҫкәнем тип,
Әсәй мине ярата.
3. Өйгә эште тикшереү.
4. Яңы теманы асыҡлау.
А) "Әсәй” йырын тыңлау. Йырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
Б) Ребус сисеү.
Эйе, дөрөҫ. Әсәй. Әсәй – ул донъялағы иң бөйөк, иң ҡәҙерле кеше. Беҙ
әсәйҙәрҙе яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ.
– Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә Ф. Рәхимғолованың “Беҙҙең әсәй” тигән
шиғыры менән танышырбыҙ.
- Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
в) 94-се күнегеү. Диалогты уҡып, исемде алмаштырған һүҙҙәрҙе табырға.
Алмаш тураһында төшөнсә биреү.
Алмаш – үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ул исемдән, сифаттан һәм һандан килергә
мөмкин.
а) Әсәйемдең сәсе ап-аҡ. Өләсәйемдең сәсе лә шундай уҡ.
б) Бишенсе кеше үтеп китте. Әллә нисәнсе кеше үтеп китте.
Рус теле менән сағыштырыу. Алмаштар төрлө төркөмдәргә бүленәләр:
Зат алмаштары – личные местоимения;
Эйәлек алмаштары – притяжательные местоимения;
Күрһәтеү алмаштары – указательные местоимения;
Һорау алмаштары – вопросительные местоимения;
Билдәһеҙлек алмаштары – неопределенные местоимения;
Билдәләү алмаштары – определенные местоимения;
Юҡлыҡ алмаштары – отрицательные местоимения.
– Бөгөнгө дәресебеҙҙең грамматик темаһы – Зат алмаштары. Зат алмаштары
исемдәр кеүек килеш менән үҙгәрәләр.
а) Беҙ һеҙҙең менән ниндәй килештәрҙе беләбеҙ?
б) Исемдәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә беҙ нимәләргә иғтибар итәбеҙ?
в) Ниндәй һуҙынҡылар нәҙек?
г) Ниндәйҙәре ҡалын?
– Әйҙәгеҙ таблицаға ҡарайыҡ. (46-сы бит)
Мин – я; һин – ты; ул – он(а); беҙ – мы; һеҙ – вы.
5. Теманы нығытыу өҫтөндә эшләү.
99-сы күнегеү. Тексты уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү.
– Текст һеҙгә аңлашыламы? Нимә тураһында һүҙ бара?
– Нимәне үҙгәртергә кәрәк?
– Ниндәй алмаш менән үҙгәртәбеҙ?
– Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ ҙә шулай күп эшләйме?
– Әсәйҙәрегеҙ кем булып эшләй?
6. Физик күнекмә. “Яратам мин илемде” йырын йырлау.
Әсәй менән гөл ултырттыҡ,
Гөлдәр хуш еҫ тарата.
Уңғаным тип, үҫкәнем тип,
Әсәй мине ярата.
Һәр көн һайын гөлдәр һибәм,
Яратам мин гөлөмдө.
Гөлдәр кеүек илем матур,
Яратам мин илемде.
7. Ф. Рәхимғолованың "Беҙҙең әсәй” шиғыры өҫтөндә эш.
– Ә хәҙер дәреслектең 45-се битен асығыҙ. Ф.Рәхимғолованың шиғыры
менән танышайыҡ. Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылда Ишембай
районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Ул – беҙҙең яҡташыбыҙ.
Һүҙлек эше. (Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәтеү һәм һүҙлек дәфтәренә
яҙыу)
Тегә – шьет;
Аҫыл биҙәк – красивые узоры;
Иҫкә төшөрә – вспоминает;
Бешерә – варит, готовит кушать;
Күҙ алдында – перед глазами;
Күңел – душа;
Яҡын – близкий;
а) шиғырҙың исеменә иғтибар итеү;
б) шиғырҙы тасуири уҡыу;
в) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
г) шиғырҙағы һөнәрҙәрҙе табыу. Текста ниндәй алмаштарҙы күрҙегеҙ?
д) Һәр кем үҙенең әсәһе хаҡында 3 һөйләм яҙа. Исеме кем? Ул ниндәй? Кем
булып эшләй?
8. Дәресте йомғаҡлау.
– Беҙ һеҙҙең менән шундай матур һөйләмдәр яҙҙыҡ. Тағы ла уйлап ҡарайыҡ.
Ысынлап та, ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз кеше – ул әсәй. Шул һүҙ менән
баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яңғырай. Әсә кешенең
мәрхәмәтле, шәфҡәтле ҡулдары белмәгән эш юҡтыр ул донъяла. Әсә йөрәге – иңтоғро һәм һиҙгер йөрәк, балаға булған мөхәббәт хисе унда бер ҡасан да һүрелмәй, баланың яҙмышына ҡағылған бер генә нәмәне лә әсә йөрәге вайымһыҙ үткәрә алмай! Беҙ әсәйҙәргә мәңге бала булып ҡалабыҙ. Әсәйҙәрҙе беҙ һәр саҡ ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, улар тураһында бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ.
9. Өйгә эш.
1) “Минең әсәйем” темаһына алмаштарҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә.
2) Алмаштарҙы ятларға.
10. Баһалау
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок литературы в 11 классе по теме «Романтические тенденции в повести А. И. Куприна “Олеся”
Урок в 11 классе по повести А.И.Киприна "Олеся" Учащиеся познакомятся со своеобразием романтического мироощущения в повести, проведут параллель между повестью "Олеся" и "гранатовый браслет"...
Урок литературы на тему:« Тема любви в произведениях А.И.Куприна «Олеся», «Гранатовый браслет», «Суламифь». (с применением ИКТ)
Данный урок разработан в помощь преподавателям литературы. Использование на уроке различных методов обучения позволяет полно раскрыть тему, заинтересовать учащихся в прочтении произведений, в по...
Особенности воплощения темы любви в творчестве А.И.Куприна ("Олеся", "Суламифь", "Гранатовый браслет")
Любовь - заветная тема для А.И.Куприна. Лучшие произведения Куприна, посвященные теме любви, - «Олеся», «Суламифь», «Гранатовый браслет». Написанные в разные годы, они ярко раскрывают не только талант...
Методическая разработка урока литературы в 11 классе по теме «Романтические тенденции в повести А. И. Куприна “Олеся”
Очень важно научить учащихся не просто «грамотно» прочитывать произведение, но и проводить самостоятельное его исследование, обращаясь к проблемным вопросам, которые автор поднимает в своё...
Куликова Олеся, учащаяся 10 класса, МБОУ СОШ № 60 Апробация. Итоговое сочинение на тему « Произведение о войне, которое Вас взволновало».
Куликова Олеся, учащаяся 10 класса, МБОУ СОШ № 60. Апробация. Итоговое сочинение на тему « Произведение о войне, которое Вас взволновало»....
К.Ушинский. "Дүрт миҙгел". Күрһәтеү алмаштары.
Маҡсат: башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү, күрһәтеү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү....
К.Д.Ушинский “Дүрт теләк”. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.
Башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү, билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү....