К.Д.Ушинский “Дүрт теләк”. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.
план-конспект урока (5 класс) на тему

Хажеева Минзилә Ғәлиулла ҡыҙы

Башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү, билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon k.ushinskiy_.doc51.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: К.Д.Ушинский “Дүрт теләк”. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

Класс: 5

Маҡсат: башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү, билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Йыһазландырыу: К.Д.Ушинский портреты, алмаш темаһы буйынса таблицалар, йыл миҙгелдәренә ҡарата һүрәттәр, ҡояш һүрәте, сәғәт һүрәттәре – барыһы ла проектор аша күрһәтелә. Карточкалар

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

  • Яҡшы психологик атмосфера булдырыу.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ. Ҡарағыҙ әле, балалар, бөгөн беҙгә дәрескә ҡояш апай ҡунаҡҡа килгән. Ул үҙенең йылыһын беҙгә өләшәсәк, ә беҙ уның кеүек бер-беребеҙгә ҡарап

 йылмаяйыҡ, яҡшы кәйеф теләйек.

II. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Уҡытыусы. Ошонда (проектрға күрһәтеү: сәғәт һүрәттәре эсендә ҡәләм, китап, ике кеше төшөрөлгән) ҡарағыҙ әле, нимәләр күрәһегеҙ? Дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ? (Уҡыусылар яуабы).

Дөрөҫ, тиҙәйткес әйтәсәкбеҙ, яҙасаҡбыҙ, уҡыясаҡбыҙ һәм парлашып эшләйәсәкбеҙ, йыл миҙгелдәре хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.

III. Артикуляцион күнегеү.

Уҡытыусы. Балалар, хәҙер башҡорт теле өндәрен дөрөҫ әйтеү өсөн, тиҙәйткес уҡып алайыҡ.

Һәр ваҡыт һәр беребеҙ  һәр төрлө эштә әүҙем булайыҡ. (Бергәләп)

IV. Яңы тема өҫтөндә эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө?

Тышта ниндәй һауа торошо?

 (Уҡыусылар яуабы)

Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә матур итеп бөгөнгә числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуябыҙ.

V. Уҡытыусы һүҙе.

Уҡытыусы. Балалар, был бөйөк рус педагогы, яҙыусы Константин Дмитриевич Ушинский. Ул үҙенең китаптарында атай-әсәйҙәребеҙҙе тыңларға, тәртипле, иғтибарлы булырға, эш һөйөргә, тип яҙып ҡалдырған. Әйҙәгеҙ, беҙ дәрестә матур итеп яҙайыҡ, иғтибар менән тыңлап ултырайыҡ, һорауҙарға яуап бирәйек. (Карточкалар таратыу. Уларҙа үрҙә әйтелгән һүҙҙәр яҙылған)

Хәҙер ошо һүрәттәрҙе ҡарайыҡ. Һеҙ бында нимәләр күрәһегеҙ? (Йыл миҙгелдәре һүрәттәре. Уҡыусылар яуабы)

Уҡытыусы. Дөрөҫ, был һүрәттәрҙә йыл миҙгелдәре күрһәтелгән. Уларҙың һәр береһе хаҡында һөйләшеп китәйек әле. Ҡыш беҙ нимә эшләйбеҙ? 

Уҡыусы. Ҡыш көнө беҙ сана шыуабыҙ, хоккей уйнайбыҙ.

Уҡытыусы. Яҡшы, яҙ еткәс, ниндәй мауыҡтырғыс эштәр беҙҙе көтә?

Уҡыусы. Яҙын беҙ гөрләүектәр буйлап кораблдәр ағыҙабыҙ, күбәләктәр ҡыуабыҙ, сәскәләр йыябыҙ.

Уҡытыусы. Дөрөҫ. Йәй булғас, нисек ял итәбеҙ?

Уҡыусы. Йәй көнө һыу инәбеҙ, еләк йыябыҙ, балыҡ тотабыҙ.

Уҡытыусы. Афарин,балалар! Көҙ айҙары килеп еткәс, беҙҙе ниндәй эштәр көтә?

Уҡыусы. Көҙ ҡып-ҡыҙыл алма, һап-һары грушалар йыябыҙ.

Уҡытыусы. Һай, маладис! Шулай итеп, беҙ һәр йыл миҙгелендә була торған эштәрҙе, нисек ял иткәндәребеҙҙе һанап сыҡтыҡ. Бик яҡшы.

Хәҙер бөтәбеҙ ҙә 74-се биттәге  177- се күнегеүҙе таптыҡ. Иғтибар менән мин уҡығанды тыңлайбыҙ.

VI. “Дүрт теләк” тексты өҫтөндә эш.

  • Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
  • Һүҙлек эше: һәр ваҡыт, ҡуйын дәфтәре, булһын ине. (һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу);
  • Тексты сылбырлы уҡыу;
  • Тәржемә итеү;
  • Һорауҙарға яуап биреү:

1) Ҡыш Митя нимә эшләне?

2) Уға ҡыш оҡшаймы?

3) Яҙ көнө малай нимә эшләне?

4) Митя яҙ тураһында нимә тине?

5) Йәйҙе ул нисек үткәрҙе?

6) Уға йәй оҡшаймы?

7) Был малай көҙҙө яратамы?

8) Ә һеҙҙең яратҡан миҙгелегеҙ бармы?

Һығымта яһау.

VII. Ял минуты.

Уҡытыусы. Йәй көнө бәшмәк, еләк сүпләнек, (эйелеү)

Көҙ еткәс, баҡсаларҙа алма, грушалар йыйҙыҡ. (үрелеү)

Ҡыш саңғыла йөрөнөк елдереп,  (саңғыла йөрөгәнде    күрһәтеү)

Яҙ килгәс, болондарҙа һикерҙек елпенеп. (һикереү)

VIII. Грамматик тема буйынса эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, таблицаларға иғтибар итегеҙ. Бында алмаш төркөмсәләре бирелгән. Уларҙы ҡарап үтәйек (билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары). (Хор менән уҡыу). Был алмаштар менән һөйләмдәр төҙөйөк.

Мәҫәлән: Һәр ваҡыт өйгә эшеңде эшлә.

Уҡыусы. Һәр кем белергә тейеш. Бөтәһе лә белә.

Уҡыусы.Кемдер килмәне. Әллә ҡасан беләм.  

Уҡытыусы. Яҡшы. Хәҙер ошо һүҙҙәргә ҡарағыҙ.(Тиҙәйткес) . Бында алмаштар бармы?. (яуаптар)

Текстҡа ла күҙәтеү яһайыҡ. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары булһа, дәфтәрҙәргә күсереп яҙайыҡ.

Һығымта яһау.

IX. Парлашып эшләү.

Һүрәттәрҙе ҡарап, йыл миҙгелдәренең атамаларын яҙыу. Һәр миҙгелгә хас булған эштәрҙе атау. (Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә)

X. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? (яуаптар)

Балалар, миҙгелдәр сиратлап сағыу биҙәктәрен ергә һала. Беҙ шуға йылдың һәр бер айын һағынып көтөп алабыҙ. Эйе, һәр йыл миҙгеле үҙенсә матур, тик уны күрә белергә генә кәрәк.

XII. Өйгә эш.

Тексты тасуири уҡырға. Бер йыл миҙгеленә ҡарата һүрәт төшөрөргә (теләк буйынса)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

К.Ушинский. "Дүрт миҙгел". Күрһәтеү алмаштары.

Маҡсат: башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү, күрһәтеү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү....

Антонимдарҙы билдәлә

http://LearningApps.org/watch?v=pu1ef3jpt16...

Үҫемлектәрҙе билдәлә

http://LearningApps.org/watch?v=p7uujat3a16...

Тема:“Минең яратҡан миҙгелем” . Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр

Тема:“Минең яратҡан миҙгелем” . Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.3-сө класс өсөн дәрес конспекты...

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс...

Дәрес темаһы Ф.Рәхимғолованың Беҙҙең әсәй шиғыры. Алмаштар. Зат алмаштары.

Дәрес темаһы Ф.Рәхимғолованың Беҙҙең әсәй шиғыры. Алмаштар. Зат алмаштары....