Самоанализ урока
методическая разработка

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

Самоанализ урока 2 кл "Башҡорт теле"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Самоанализ урока 77 КБ

Предварительный просмотр:

Ғафури районы, Юлыҡ ауылы.

Зәйнуллина Рәзилә Тимерхан ҡыҙы.

Башҡорт теле дәресе.

Класс:

2

Дата:

04.12.2020

Дәрес темаһы:

Мәҡәлдәр, әйтемдәр. 

Календарь-тематик план буйынса “Мәҡәлдәр, әйтемдәр” темаһы.  Алдағы дәрестәрҙә Башҡорт халыҡ ижадының бәләкәй жанрҙар һанашмаҡтар, һамаҡтар, һынамыштар өйрәнелде. Ә бөгөнгө дәрестә башҡорт халҡының иң бәләкәй  жанры мәҡәл, әйтемдәр үҙләштерелде.  

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡытыу методтары:

күргәҙмәлелек,телдән һөйләү , тикшеренеү,проблемалы-эҙләнеү.

Эшмәкәрлекте ойоштороуҙа ҡулланылған эш төрҙәре:

индивидуаль, төркөмләп, парлы, фронталь .

Класта бөтәһе  7 уҡыусы. Дөйөм алғанда уртаса: яҡшы  өлгәшеүселәр һаны- 5, уртаса уҡыусы    балалар -2.  Дәресте планлаштырғанда яй эшләүсе , тиҙ  эшләүсе  уҡыусыларҙы,шулай уҡ  иптәштәренең ярҙамы кәрәк булған балаларҙың мөмкинселектәре иҫәпкә алынды.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү:  Һамаҡ, һанамыш, һынамыш, мәҡәл, әйтемдәрҙе яттан белергә. Телмәр ситуацияһында мәҡәл,

                          әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен төшөнөү өҫтөндә эш, халыҡ

                          ижады тураһында ҡабатлау,

Үҫтереүсе: һүҙлек запасын арттырыу, ижади һәләттәрен үҫтереү, уҡыу, фекерләү ҡеүәләрен үҫтереү, матур  

                    яҙыу күнекмәләре өҫтөндә эш.

Тәрбиәүи:  телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, әхлаҡ ҡағиҙиҙәләрен ҡабатлау, бер-береңә ихтирамлы, ярҙамсыл

                     булыу кеүек сифаттарҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Шәхси: үҙ –үҙен,иптәштәренең эштәрен баһалай белергә тейеш; ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү; дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Регулятив: үҙ аллы белем алыу,мәғлүмәт йыйыу,уларҙы ҡуллана белеү,дәрес барышында уҡытыусы,класташтары менән берлектә эшләү,дәрескә маҡсат ҡуйыу,уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тотоу,эште дөрөҫ планлаштырырға,материалды тупларға,башҡарған  эштәргә төҙәтмәләр индерергә; булған белемдәрен барлау, баһалау;

Коммуникатив: иптәштәренең,уҡытыусының телмәрен аңлай һәм тыңлай белергә; үҙенең фекерҙәрен телдән әйтә белергә; дөрөҫ аралаша, фекерҙәр тап килмәгәндә аңлаша белергә тейеш;

Танып-белеү: белемен ҡуллана,бирелгән мәҡәлдәрҙе анализлай ,уларҙы текстан   таба, әйтем менән мәҡәлде айыра белергә, кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

Предмет буйынса белем алыу: Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе танып – белеп өйрәнергә; текстан уларҙы айыра белергә;   мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе дөрөҫ  яҙырға күнегеү; телмәр ситуацияһында мәҡәл, әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен төшөнөү.

Йыһаҙландырыу:

“Башҡорт теле” дәреслеге, “Мәҡәл, әйтемдәр” темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты.

Дәрестең һәр этабы билдәле бер һөҙөмтәгә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. – Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

- һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресенә әҙерһегеҙме?

Кәйефтәрегеҙ нисек?

Кәйефтәребеҙ тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн иптәштәребеҙҙе сәләмләйек.

Башҡорт теленең әһәмиәте, дәүләт теле булыуы, 2020 й-башҡорт теле йылы тур-да мәғлүмәт бирелә.

2. Артикуляцион күнегеү.

а)Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.
  Шә-шә-шә урманда еләк бешә.
  Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.
  Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.

б) йылан ыҫылдауын, ат сабыуын, бал ҡорто безелдәүен,бал ашауҙы күрһәтеү.

Уҡытыусы менән һаулашалар.

Бөгөн беҙҙә «Башҡорт теле»                                
Яратам һине телем,
Рәхмәт һиңә , һинең аша
Алам мин яҡшы белем.

Кәйефтәребеҙ ҡояш кеүек,
     Башҡорт телен,
         Әсәм телен
Өйрәнәбеҙ тип килдек.

Уҡыусылар яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар. Бер-береһенә ҡарап йылмайышалар.

Таҙа әйткесте хор менән ҡабатлайҙар.

Балалар тел, теш ярҙамында күнегеүҙәр эшләйҙәр.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә.Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары һамаҡ, һанашмаҡ, һынамыштар әйтәләр.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1.  Таҡтала число яҙыла.

Матур яҙыу минутына аҙашҡан һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп яҙырға.  

  ҡағыр, тырышҡан,ҡаҙау, ташҡа, табыр

Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙау ҡвғыр.

-Был һөйләмдә бөтә һүҙҙәр ҙә аңлашыламы? (ҡаҙау)

Һүҙлек эше эшләнә.

Һөйләм тикшерелә(ташҡа ҡаҙау ҡағып буламы, ниндәй кешегә әйтәләр)

Ошо һөйләмде бөгөнгө дәрестең девизы итеп алайыҡ.Дәрестә тырышып белем алайыҡ.

Был һөйләм һеҙгә танышмы?

Быны нисек атап була?(Мәҡәл)

Тимәк, бөгөнгө дәрестә башҡорт халҡы ижадының ниндәй жанры менән танышасаҡбыҙ?

   Балалар бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөп яҙалар.

Балаларҙың яуабы.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1.  Нимә ул мәҡәл? Кем нисек аңлай?

2.Слайдтан  мәҡәлдәр тур-да мәғлүмәт алыу.

3. Ҡолағына ла элмәне –быны мәҡәл тип буламы?  

Әйтемдәр тур-да аңлатыла.

 Балаларҙың яуабы.

 

 

 

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

V. Ял минуты.

  Электрон физминутка.

 Ҡар бөртөгөн күҙ менән юллаталар.

Ш. : ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү;

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

  1.  Слайдта

ҡайһылары мәҡәл, ҡайһылары әйтем айырырға.

  1. “Аҡбуҙат” журналынан мәҡәлдәр табырға. (парлашып эшләйҙәр)

Журналға яҙылыу тур-да иҫкәртеү.

  1. Китаптағы  55-се биттәге эштәр эшләнә.

 а) №2

Мәҡәлде хәтерҙә ҡалдырып, яттан яҙырға.

  1. №3  

Һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп , мәҡәл төҙөп яҙалар.

  1. Төркөмдә эш.  

Шифрланған мәҡәлдәрҙе табырға, мәғәнәһен аңлатырға.

32  1  28  17  38  16 -

12  28  24

3  1  14  17  38  16!

Һаулыҡ-ҙур байлыҡ!

13  15  18  2  15

3  22  27  2  32  8  19  2

3  1   35!

Икмәк  - бөтәһенә баш!

 

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Журналдан парлашып мәҡәлдәр эҙләйҙәр.

 

Яттан яҙып, парҙа тикшерәләр.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

Т.б.: белемен ҡуллана,бирелгән мәҡәлдәрҙе анализлай ,уларҙы текстан   таба, әйтем менән мәҡәлде айыра белергә, кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү формалаша.

Логик фекерләү үҫешә.

VII. Өйгә эш.

№4, (55-се бит)

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Рефлексия

Маҡсат: үҙҙәренең эшмәкәрлеген аңлы рәүештә баһалау

  • Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? Девиз
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Дәрестә мин ... белдем.

Мин ... өйрәндем.

Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы).

Уҡытыусы баһаһы.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

  • Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.

Дәрестә ҡуйылған маҡсаттарға ирештек һәм бурыстарҙы атҡарып сыҡтыҡ,тип иҫәпләйем.  Дәрестәге дуҫтарса атмосфера, ыңғай ҡараш, һайлап алынған эштәр һәр баланың  шәхси үҫешендә этәргес көс,ярҙам булды.


  5. 
Һәр этаптың йөкмәткеһенә баһалама. 

 Дәрестә  күргәҙмәлелек,фәннилек принциптары,индивидуалләштереү ,тормош менән бәйләнеш тормошҡа ашырылды.

Эш төрҙәренең алмашынып тороуы, ял минуты уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлауҙы,эшкә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмаҫҡа булышлыҡ итте.

Эштең дөрөҫ ойошторолошо класта эшлекле шарттар тыуҙырырға һәм ваҡытты рациональ бүлергә мөмкинселек бирҙе.

6. Белем биреүҙә һайлап алынған метод һәм формаларҙың ҡулайлығына

баһалама.

Дәрестә ҡулланылған методтар һәм формалар:

Тел (телдән һөйләү,диалог)
күргәҙмәлек( проектор аша)
телдән һәм яҙма контроль һәм үҙ-үҙеңде контролләү;
практик(мәҡәл, әйтемдәрҙе айырып өйрәнеү);

Проблемалы,тикшеренеү методтары.
Төрлө эш формалары ҡулланылды:

-парлы;

-фронталь;

-төркөмдәрҙә эшләү;

-үҙ аллы эшләү
Төрлө тикшереү алымдары үткәрелде:

-үҙ-үҙеңде баһалау;

-бер-береңде баһалау;

Һәр эш төрөн баһалау балаларға белемде үҙләштереү кимәлен асыҡларға һәм  нимә өҫтөндә тағы ла эшләргә кәрәк икәнлеген аңларға мөмкинселек бирә.

Дәрес барышында уҡыусылар үҙҙәренең материалды үҙләштереү кимәлен, нимәләргә өйрәнеүен,бер-береһенә ҡарата түҙемле, ихтирамлы булырға кәрәклеген күрһәттеләр.

Материалды эҙмә-эҙлекле асып бирҙеләр.

Дәрес өсөн һайлап алынған материал бөтәһе өсөн дә аңлайышлы.

Ошо дәрес тибы һәм формаһы үҙен аҡланы,тип әйтергә мөмкин.
 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Самоанализ урока литературы в 6 классе по теме: «Уроки нравственности в рассказе В. Г. Распутина «Уроки французского»

Урок обобщающий. С применением технологий проблемного обучения. развития критического мышления, ИКТ технологий. Прослеживается формирование УУД....

Вариант самоанализа урока учителя предметника, на примере самоанализа урока по географии в 6 классе по теме: Озера. Ледники. Искусственные водоемы.

Данный пример самоанализа поможет учителям предметникам в составлении своего самоанализа по какому-либо предмету. Опираясь на данный легче составить свою модель анализа урока....

Обыкновенные дроби урок по ФГОС (1 урок, А.Г. Мордкович, 5кл, самоанализ урока)

Обыкновенные дроби урок по ФГОС (1 урок, А.Г. Мордкович, 5кл,  самоанализ урока)Конспект урока и презентация...

Современный урок. Типология уроков. Анализ и самоанализ урока.

Изучение сущности и структуры урока приводит, к выводу, что урок является сложным педагогическим объектом. Как и всякие сложные объекты, уроки могут быть разделены на типы по различным признакам. Этим...