Ғәлимов Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһы.
план-конспект урока (8 класс)
Ғәлимов Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһы буйынса дәрес планын тәҡдим итәм.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
g._salyam._shonkar._urok.docx | 22.97 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт әҙәбиәте, 8-се класс
Тема: Ғәлимов Сәләм. “Шоңҡар” поэмаһы.
Маҡсат: 1. Ғ.Сәләмдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, “Шоңҡар” поэмаһын анализлау. 2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү. 3. Ғ.Сәләм ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, әҙәп-әхлаҡ, ҡомһоҙлоҡҡа, нәфсе ҡоло булыуға нәфрәт тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер.
Дәрес барышы
- Ойоштороу.
- Өйгә эште тикшереү.
- Тема буйынса эш:
1).
Слайд 1-2.
- Һеҙҙең алдығыҙҙа кемдең портреты?
- Был ниндәй ҡош?
Әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын, маҡсатын асыҡлайыҡ. Класты 2 төркөмгә бүлеү: тәнҡитселәр һәм әҙәбиәтселәр.
2). Ғ.Сәләмдең тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.
А). Уҡытыусы һүҙе. Быйылғы йылдың 18 ғинурында талантлы шиғир Ғ.Сәләмдең 105 йыллығын билдәләнек. Әммә яҡты донъяла ул ни бары 28 йыл ғына йәшәп, ни бары 10 йыл ғына ижад итеп өлгөрҙө. Шул дәүерҙә “Бала”, “Шоңҡар”, “Өс йыр”, “Ғүмер”, “Йылдар аша” кеүек поэмалар, “Республика иртәһе”, “Ҡыҙыл букет”, “Һәйкәл”, “Байраҡ тураһында йыр” һәм башҡа шиғыр һәм балладаларын ижад итте. 30-сы йылдар шиғриәтендә Ғ.Сәләм иң талантлы шағирҙарҙың береһенә әүерелде. К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”, “Әҙәбиәт теорияһы” хеҙмәттәрендә Ғ. Сәләм шиғриәтенә таянды һәм өлгөләр, миҫалдар килтерҙе. Тәнҡитселәр К. Әхмәтйәнов, Ә.Вахитов шағир ижады буйынса монографик китаптарын баҫтырып сығарҙылар. Тимәк, ҡыҫҡа ғына ғүмер йәшәһә лә, шағир башҡорт әҙәбиәтендә ныҡлы рәүештә үҙ урынын алған.
Б). (4-7-се слайд.)
Дәрес аҙағына түбәндәге һорауҙарға яуап табығыҙ:
- Ҡайһы геройҙағы ниндәй сифатты үҙегеҙҙә булдыраһығыҙ килмәй?
- Нимә һеҙҙә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы?
3). Һүҙлек эше. (Төркөмдәрҙә эш. 9-11-се слайд.)
1). Шоңҡар – 1. Ыласындар ғаиләһенә ҡараған күкшел буҙ йәки аҡ төҫтәге, ҡарғанан ҙур йыртҡыс ата ҡош. 2. күсм. Ғәйрәтле, батыр иргә ҡарата.
2). Архитектор – [рус. <лат.] Архитектура өлкәһендәге белгес.
3). Архитектура – йорт, бинаны проектлаштырыу, төҙөү һәм биҙәү сәнғәте.
4). Нэп – (новая экономическая политика) Яңы экономик политика капитализмдан күсеү осоронда пролетариат диктатураһының етәкселекте дәүләт ҡулында тотҡан хәлдә халыҡ хужалығын тиҙ аяҡҡа баҫтырыу һәм уны социалистик үҙгәртеп ҡороуҙы тәьмин итеү маҡсатында ҡайһы бер капиталистик элементтарҙың үҫешен һәм ирекле сауҙаны рөхсәт итеүҙән торған хужалыҡ политикаһы.
2). Поэма һүҙенә аңлатма биреү. (12-се слайд.) Ғ.Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһынан өҙөк тыңлатыу.
3). Поэманы анализлау:
- Уҡыусылар, башта Әхмәттең тормошо һәм яҙмышы нисек була? (Тәүҙә ул бик ауыр шарттарҙа йәшәй, Сәлмән байҙа батрак булып эшләй. Ул бик намыҫлы, тырыш кеше була. Ярлы тормош, мохтажлыҡ уны Миңьян ҡулы аша бурлыҡ юлына илтә.
Бурылҡайым, мин бит яҡшы инем,
Эш эшләнем, түктем тиремде.
Мин уйланым, таяу табырмын, тип,
Һөйәтергә емерек өйөмдө. )
- Ә аҙаҡтан Әхмәттең яҙмышында ниндәй үҙгәрештәр була? (Әхмәт, Миңьян һүҙҙәренә ышанып, урлаша башлай. Бурлығын Сәлмән бай белгәс, урманға ҡасып китә, бөтөнләй ҡараҡ-ҡасҡынға әйләнә.)
- Поэма аҙағында Әхмәтте ниндәй хәлдә осратабыҙ? (а. Совет ҡоролошо Әхмәтте дөрөҫ юлға баҫтырған. б. Һәр кем килеп эләккән мөхит менән уның күңел түрендә һаҡланып ҡалған кешелек һыҙаттары мөһим, тип әйтерҙәр ҡайһы бер уҡыусылар. )
- Ни өсөн урманда ла Миңьян Әхмәтте үҙ яғына ҡаратыуын ташламай? (Сөнки талап алынған байлыҡты Әхмәт Миңьян ҡулына тапшыра. Ә ул үҙ сиратында байығандан-байый.)
- Революция ҡырҡҡан Миңьян тамырын,
Ә нэп яңынан аҙыраҡ терелткән.
Өс көн эсһә уның подвалында,
Әхмәт өсөн аҙаҡ шул еткән.
Ошо строфала һеҙгә ниндәй һүҙ аңлашылмай?
Һүҙлек эше. Нэп һүҙе аңлатыла. (Был осор күренештәрен һүрәтләү поэманың йөкмәткеһен аңларға ярҙам итә. )
- Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр. Ошо мәҡәлдең хаҡлығын поэманан миҫалдар килтереп иҫбатлағыҙ.
- Әхмәт образы һеҙгә оҡшаймы? Ул бит Миңьянды үлтереп ҙур енәйәт ҡылған.
- Автор Әхмәтте шоңҡарға тиңләй. Ни өсөн?
- Әхмәтте поэма һуңында юғары белемле архитектор итеп осратабыҙ. Әхмәтте төрмә, хеҙмәт колонияһы тәрбиәләгәнме? (Төрмә генә кешене бөтә яҡлап тәрбиәләй, кешене кеше итә, тип уйлау ҙа ышандырып етмәй. Үҙ яҙмышын үҙгәртеү өсөн Әхмәттән ҙур тырышлыҡ, көс һәм ынтылыш талап ителә.)
- Әхмәттең шоңҡарға әйләнеүенә ниндәй һыҙаттары ярҙам иткән? (Егәрлелек, тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, ихтыяр көсө, батыр, ҡыйыу,
тәүәккәллек, намыҫлы, аҡыллы, сабыр... )
Синквейн төҙөү. Синквейн – француз һүҙе, биш юллыҡ рифмаһыҙ шиғыр.
1). Исем (синквейндың темаһы).
2). Ике сифат
3). Өс ҡылым
4). Һөйләм йә фраза.
5). Исем (шиғыр исеменең синонимы).
- Китап.
- Аҡыллы, файҙалы.
- Белем бирә, кәңәш итә, тәрбиәләй.
- Китап – минең дуҫым.
- Уҡытыусы.
Әхмәт һүҙенә төркөмдәрҙә синквейн төҙөтөү.
- Әхмәт.
- Намыҫлы, тәүәккәл.
- Тормошто ярата, уйлана, йорттар төҙөй.
- Әхмәт – батыр йөрәкле ир.
- Шоңҡар.
- Ә Гөлнурҙың тормош юлы нисек була? (Сәлмән байҙың батрачкаһы әҫәр аҙағында совхоз директорының политик эштәр буйынса урынбаҫары булып китә.) Һүҙлек эше: Помполит – помощник по политической части.
- Миңьян образына характеристика бирегеҙ. (Төркөмдәрҙә эш.) (Яуап: ҡала байы, сауҙәгәр, төрлө юлдар менән халыҡты алдаусы, халыҡ ҡанын һурыусы, бик хәйләкәр, мәкерле кеше.)
- Бөгөнгө көндә Миңьян кеүектәр бармы? Миҫалдар килтерегеҙ. Ундай кешеләр менән нисек көрәшергә мөмкин?
- “Шоңҡар” поэмаһының темаһы нимә? (Тормош батҡағына төшкән теләһә ниндәй кеше лә дөрөҫ юлға сыға ала.) Әҫәрҙең идеяһын билдәләйек. (Бында һәр кешенең үҙ ынтылышы, тирә-яғындағы мөхит тә ярҙам итә.)
Шағирҙың поэтик оҫталығын асыҡлау өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап алына:
- Ни өсөн шағир Әхмәттең тик бурлыҡ юлын ғына күрһәтә, ә архитекторға тиклемге үҫешен һүрәтләмәй?
- 4-се бүлектә Әхмәттең ниндәй кеше икәнен күрәбеҙ?
- Шағир поэмала ниндәй көтөлмәгән ваҡиғаларҙы һүрәтләй?
- Ҡараҡ Әхмәттең архитекторға тиклемге үҫешен тасуирлап, шағир ниндәй фекер әйтергә теләй?
- Йомғаҡлау.
1). Һорауҙарға яуап алыу:
1. Ҡайһы геройҙағы ниндәй сифатты үҙегеҙҙә булдыраһығыҙ килмәй?
2. Нимә һеҙҙә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы?
2). Төркөмдәрҙең эшен баһалау.
V. Өйгә эш: поэманан өҙөк ятларға.
Дәрес аҙағына түбәндәге һорауҙарға яуап әҙерләгеҙ:
- Ҡайһы геройҙағы ниндәй сифатты үҙегеҙҙә булдыраһығыҙ килмәй?
- Нимә һеҙҙә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы?
Һорауҙар:
- Уҡыусылар, башта Әхмәттең тормошо һәм яҙмышы нисек була?
- Ә аҙаҡтан Әхмәттең яҙмышында ниндәй үҙгәрештәр була?
- Поэма аҙағында Әхмәтте ниндәй хәлдә осратабыҙ?
- Ни өсөн урманда ла Миңьян Әхмәтте үҙ яғына ҡаратыуын ташламай?
- Түбәндәге строфала ниндәй һүҙ аңлашылмай?
Революция ҡырҡҡан Миңьян тамырын,
Ә нэп яңынан аҙыраҡ терелткән.
Өс көн эсһә уның подвалында,
Әхмәт өсөн аҙаҡ шул еткән.
- Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр. Ошо мәҡәлдең хаҡлығын поэманан миҫалдар килтереп иҫбатлағыҙ.
- Әхмәт образы һеҙгә оҡшаймы? Ул бит Миңьянды үлтереп ҙур енәйәт ҡылған.
- Автор Әхмәтте шоңҡарға тиңләй. Ни өсөн?
- Әхмәтте поэма һуңында юғары белемле архитектор итеп осратабыҙ. Әхмәтте төрмә, хеҙмәт колонияһы тәрбиәләгәнме?
- Әхмәттең шоңҡарға әйләнеүенә ниндәй һыҙаттары ярҙам иткән?
- Ә Гөлнурҙың тормош юлы нисек була?
- Миңьян образына характеристика бирегеҙ.
- Бөгөнгө көндә Миңьян кеүектәр бармы? Миҫалдар килтерегеҙ. Ундай кешеләр менән нисек көрәшергә мөмкин?
- “Шоңҡар” поэмаһының темаһы нимә?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ғәлимов Сәләм - шиғриәт шоңҡары.
Это внеклассное мероприятие, повященный юбилею башкирского поэта. Читаются его произведения, разговаривают между собой герои авторов....
Научная работа "Стрекозы Кучурганского лимана"
Труд – это единственная молитва, которая дает результат, писал Элберт Хаббард. ...
Ледники, лиманы, озера Краснодарского края.Выполнил ученик 10 “А” класса МБОУ СОШ №10 Никитченко Владимир.Научный руководитель- учитель географии Лысова Марина Николаевна.
Памятники природы – редкие или достопримечательные объекты природы, ценные в научном, культурном или оздоровительном отношении. К ним могут относиться как отдельные «точечные произведения природ...
Исследовательская работа по экологии "Климат, почвы, воды Лимана" ученицы 8 класса Литвиненко Ангелины
Данный исследовательский проект выполнен по заданию Администрации Егорлыкского района Ростовской области в рамках "Года охраны окружающей среды" как одна из форм работы по поддержке научной и ...
Исследовательская работа по экологии "Климат, почвы, воды Лимана" ученицы 8 класса Литвиненко Ангелины
Данный исследовательский проект выполнен по заданию Администрации Егорлыкского района Ростовской области в рамках "Года охраны окружающей среды" как одна из форм работы по поддержке научной и ...
Разработка урока. Ғәлимов Сәләм. Шонкар
Конспект урока на тему "Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһы"...
Урок на тему*Шағир Ғәлимов Сәләм"
Был презентация башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе өсөн.Шағир Ғәлимов Сәләмдең "Бала" поэмаһын өйрәнгәндә ҡулланырға була....