Ғәлимов Сәләм - шиғриәт шоңҡары.
материал (9 класс) по теме

Ишбулатова Альбина Радиковна

Это внеклассное мероприятие, повященный юбилею башкирского поэта. Читаются его произведения, разговаривают между собой герои авторов.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Г.Салам85 КБ

Предварительный просмотр:

          Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Ғәлимов Сәләм –

 шиғриәт шоңҡары

(Әҙәби кисә).

         

Башҡарыусы:

Өфө ҡалаһы Калинин районы

105е һанлы гимназияның 

беренсе категориялы башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ишбулатова Альбина Радик ҡыҙы

                                                 

           

 Өфө - 2011

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы Ғәлимов Сәләмдең ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырыу;
  2. Башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

  1. Ғәләмдең портреты.
  2. Шағирҙың китаптары, уның тураһында материалдар күргәҙмәһе.
  3. Мультимедия, шағирҙың фотолары, кисә буйынса төҙөлгән объекттар презинтацияһы.
  4. Талғын музыка көйө.
  5. Көйҙәр яҙылған аудиокассета, магнитафон.

Талғын ғына музыка яңғырай.

Экранда «Республика иртәһе» шиғырына тура килгән тура килгән

йәйге иртә һүрәттәре. Сәхнәгә ҡыҙ һәм егет сыға.

1- се егет: Ниндәй матур иртә!

1-се ҙ: Эйе. Ҡояш, нурҙарын тирәҡҡа һибеп, тау артынан ҡалҡа.

1-се егет: («Республика иртәһе» шиғырынан өҙөк һөйләй) 

Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә

Урал ҡаялары уртаһын,

Ап-аҡ ташҡа баҫып,

Ҡарап торҙом

Республикамдың мин иртәһен.

Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни,

Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,

Ниндәй йәнле иртә!

Бына бер саҡ —

Тау биттәрен солғап яҡтыға,

Ҡояш сыға башлай,

Нурҙарына

Йым-йым итә Урал таштары;

Иртәнге ел,

Әкрен генә өрөп,

Һыйпап үтә үлән баштарын..

…Машинист дуҫ,

Йә һин паровозды

Аҡрынайтыр инең бер аҙға,

Һинең менән барған пассажирҙар

Республикам  ер уҙғанда,

Тағы ла оҙаҡ ҡараһындар уның

Нефть тулған уйһыу буйҙарын,

Алтын кейенеп ятҡан ҡаяларын,

Аҡсарҙаҡтар сумған һыуҙарын.

Тыңлаһындар:

Бында ҡасандыр  ер

Пушкин күргән телһеҙ башҡорттар

Беренсе ҡат бөгөн үҙ телендә 

Уның шиғырҙарын уҡыйҙар.

Тыңлаһындар беҙҙең ҡыҙҙар йырын,

Минең илдең иртән тороуын,

Ситлектә ҡартайған ыласын ҡоштоң,

Йәшәреүен, яңынан тыуыуын!

Экранда һуңғы һүҙҙәр ваҡытында шиғыр исеме яҙыла,

артабан Ғ.Сәләм фотоһы.

1-се ҡыҙ: Сеү. Күрәһеңме, ҡояш нурҙары араһында бер йәш егет һыны күренә. Кем ул?

1-се егет: Был бит күренекле башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм. Әле генә уның «Республика иртәһе» шиғырынан өҙөк һөйләп ишеттерҙем. «Шиғриәт шоңҡары», - тип әйтә Ғ.Сәләм хаҡында ҡәләмдәштәре. Метеор. Яҡтыһын йыһанға ҡалдырып, атылып һүнгән йондоҙ - былар ҙа уның шәхесенә ҡарата әйтелгән һүҙҙәр.

Яңы тыуған бала тауышы ишетелә,

экранда Ғ.Сәләмдең тыуған йорто фотоһы.

2-се егет: Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Тәгеш тигән ябай ғына башҡорт ауылында бынан 100 йыл элек 1911 йылдың 18 февралендә бер бала донъяға килеүе тураһында ауаз һала.

2-се ҡыҙ: Бик йәшләй атанан ҡалып, ике туғаны менән әсәһе ҡулында тәрбиәләнә Сәләм. Башта үҙ ауылында, унан Арғаяшта белем ала. Урта мәктәпте тамамлағас, балалар уҡыта, актив йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнә, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа.

2-се егет: Ул әллә ғүмеренең ҡыҫҡалығын һиҙепме, бик ашығып эшләгән. Мәктәптә уҡығанда уҡ «шағирлыҡ» даны таралып өлгөрә.

2-се ҡыҙ: 21 йәшендә, 1932 йылда «Тревога» тигән тәүге китабын сығара.  

    2-се егет: Артабан Башҡорт дәүләт педагогия, ғилми-тикшеренеү институты, Ленинградта фольклористика буйынса аспирантура. 1939 йылда менингит ауырыуынан ваҡытһыҙ донъя ҡуя, Ленинградта ерләнә. Был ваҡытта уға ни бары Ғабдулла Туҡай һәм Михаил Лермонтов йәше – 28 йәш була. (Экранда бер-бер артлы БДПУ, ғилми-тикшеренеү институты, аспирантура фотолары).

2-се ҡыҙ: Ун йыл ғына ижад итеү осоронда ла 4 поэма, алтмышҡа яҡын шиғыр, унлаған очерк һәм фельетон, баллада яҙып өлгөргән.

2-се егет: Ғ.Сәләм ижады үҙ заманының емеше булды. «Шоңҡар», «Бала», «Өс йыр», «Герой тураһында йыр кәрәк». Ошо әҫәрҙәрҙе белмәгән кеше юҡтыр!

Экранда «Бала» поэмаһы тип яҙылған.

 Талғын ғына яңғыраған моң аҫтында 2 йәшлек бала күтәргән Сәйҙел менән Зәйнәп сыға.Сәйҙелдең иңбашында шинель, түшендә орден.

Сәйҙел: Быйыл май үҫтергән бер сәскә лә

              Зәйнәп кеүек матур түгел дә,

              Зәйнәп –

              Тәүге һөйөү яҙының

              Гөлө булып шытты күңелдә.

Зәйнәп: Һөйөклөм! Ниндәй төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләгәнбеҙ. Бала күрмәйенсә күпме ҡаңғырҙыҡ. Ә хәҙер мин ниндәй бәхетле.

Сәйҙел: Дөрөҫ, Зәйнәбем минең. Рәхмәт һиңә. Мин япон самурайҙарына ҡаршы ил азатлығы өсөн көрәшкәндә бына тигән малай үҫтереп ҡаршы алдың.

Самурайҙар башын ҡайырғанда

Күптән түгел илдең сигендә,

Ватан, халҡым һәм үҙ балам

Һаҡландылар минең күңелдә.

Әйҙә, тинем, пуля миңә тейһен,

Тик теймәһен пуля Ватанға.

Был Ватанда минең баламдың

Бөйөк киләсәге һаҡлана.

Һуңғы осратҡанда миңә Әршит

... – мин

Ғаиләләр ҡороуға ҡаршымын,

Бальзак кеүек, яңғыҙ ҡартайыу,

Минеңсә, - иң яҡшыһы...,-

тигән һүҙҙәрҙе әйткән ине. Ниндәй ҙур хата эшләнек беҙ.

Зәйнәп: Иҫләйһеңме, ул ваҡытта һин дә миңә

Бала ғына

Кәрәк түгел, Зәйнәп, әлегә.

Бала өсөн бүлгәс йәшлегеңде,

Ниндәй йәшлек ҡала үҙеңә...

Ошо йәштән семья үҫтереү -

Артыҡ нагрузка ул муйынға, -

тип әйткән инең. Ниндәй яңылыш һүҙҙәр. Тәүге аборттан һуң күпме ғазапландым, оҙаҡ ауырыным, больница ишеге ябылманы.

Бала ғүмерен быуып ташлап була,

Ул яҡты донъяға килгәнсе.

Тик балаға булған мөхәбәтте

Быуып ташлап булмай икән шул.

Әллә нисек була икән, дуҫтар,

Бала тартып торған мөхәббәт.

Бала, бала…

Ахыры, ҡарттар юҡҡа:

  1. Бала бәғер ите, - тимәгән.

Мөхәббәт ул башта

                       ҡыҙ, егеттә

Яҡын дуҫлыҡ ҡына була икән.

Ә һуңынан,

         таталы емеш биреп,

Бала ғүмере булып тыуа икән.

Бала булып нығый икән унан

Ике йөрәктәге мөхәббәт;

Һәм ул бала,

              Һинең йәшлек булып,

Ғүмереңде дауам итә икән.

Сәйҙел: Икебеҙгә лә бик ауыр булды.

Ә шулай ҙа тормош йәме менән

Беҙ ул ауырлыҡты еңербеҙ…

Бала булмаҫ,

Дөрөҫ, беҙ – ғәйепле,

Баланан бай ләкин был тормош.

Тормош тулы хисле,

                        ул тултырыр

Йөрәктәге бала бушлығын.

Әйҙә, күберәк ил йәмен күрәйек,

Ауыр уйҙар эҙе юйылыр, -

тип һине йыуатһам да бик тә бала теләй инем. Ярай, хәҙер улыбыҙ бар. Бала – бауыр ите.

Зәйнәп:   Бөйөк хөрмәт беҙҙә балаларға,

Оло урам беҙҙә балаларға,

Иң ҙур һарай беҙҙә балаларға,

Иң күп сәскә беҙҙә балаларға,

Яҡшы курорт беҙҙә балаларға,

Халыҡ һөйөүе беҙҙә балаларға,

Ватан һүҙе беҙҙә балаларға.

Ҡара, һоҡлан, шатлан һин уларға,

Беҙҙең йәшәү дауамы уларҙа,

Ҡара, һоҡлан, шатлан һин уларға!

Гөлнур инә. Экранда «Шоңҡар» поэмаһы тип яҙыла.

Гөлнур: Ниндәй һоҡланғыс бала. Бәхетле генә булһын. Мин Әхмәтем менән бергә булһам бала ларыбыҙ булыр ине.

Зәйнәп: Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Гөлнур: Мин - Гөлнур. Сәлмән исемле ауыл байында бил бөктөм. Әхмәт тә унда ине, тик бурлыҡ юлын һайланы.Ә хәҙер совхозда эшләп йөрөйөм. Ә Әхмәттең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәйем.

Барыһы ла сығып китә, ҡулына ҡамыт тотҡан Әхмәт инә.

Әхмәт:  Их, бурылҡай, беҙҙең юл алыҫ шул,

Тик тар һаман урман, туғайлыҡ.

Ҡош ҡанатҡайҙары ҡат-ҡат микән,

Ир ҡанатҡайҙары ат микән?

Әйтсе, бурыл, әйтсе, үҙ илдәре

Һәр кемгә лә шулай ят микән?

Бурылҡайым, мин бит яҡшы инем,

Эш эшләнем, түктем тиремде,

Мин уйланым, таяу табырмын, тип,

Һөйәтергә емерек өйөмдө.

Бурылҡайым, белә инемме мин,

Миңъян өйрәтмәһә, бур юлын?

Был юл өсөн уны маҡтайыммы,

Һыҡтайыммы? Әйтсе, бурылым…

Их, бурылҡай, аҙмы төн йөрөмәнем,

Аҙмы сытырҙарҙы тапманым?

Аҙмы юлдар кистем һинең менән,

Аҙмы һуҡмаҡтарҙан сапманым?

Аҡ шоңҡарҙар булып османыҡмы

Был урманда бөтә аранан,

Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәр өсөн

Ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?

Әхмәт сыға, 1-се уҡыусы инә.

1-се уҡыусы: Бер ни түгел ҡараҡ тиеү генә,

Әхмәт, тиһәң инде, тын бөтә.

Әхмәт – йәшен,

                    уның исеменән үк

Теҙ сүгәләр ҡалын егеттәр.

Бер яҡтан Гөлнур, икенсе яҡтан Әхмәт сыға.

Әхмәт: Гөлнур?!

Гөлнур: Әхмәт?!

Гөлнур: Әйтер инең, Әхмәт,

                                            шоңҡар ҡошон

Кемдәр  ҡулы аулап тотҡанын,

Әйтер инең,

                  кемдәр күрһәткәнен

Ысын тормошҡа барыу һуҡмағын?

Ҡыҙҙар хисенә лә алышмаған

Бурлыҡ мөхәббәтен быуырлыҡ,

Әйтер инең, Әхмәт,

                            кемдәр һиндә

Яңы хис һәм уйҙар тыуҙырҙы?

Әхмәт: Бер юлы күпме һорау. Хәҙер мин архитектор, яңы йорттар төҙөйөм. Ҡалған һорауҙарыңа ла яуап бирермен. Әйҙә минең менән.

Сығалар.Сәхнәгә уҡыусылар инә.

Экранда Ғ.Сәләм әҫәрҙәре ингән китаптар.

1-се ҡыҙ: Ниндәй һоҡланғыс әҫәрҙәр. Шағирҙың ғүмере ҡыҫҡа ғына булһа ла уның ижады үлемһеҙ.

1-се егет: Ғәлимов Сәләмдең ғүмер юлдары йәшәү йылдарында түгел, ә әҫәрҙәр ғүмере менән үлсәнә. Шағир ижады, иң көслө тәнҡитсе булған ваҡыт иләге аша үтеп, уҡыусыларҙы бөгөн дә шатландыра.

2-се ҡыҙ:  «Ҡыҙыл букет», «Башҡортостан», «Һәйкәл», «Ғүмер», «Йылдар аша», «Самурай һәм уның хужаһы» һәм башҡа әҫәрҙәрен барыһы ла яратып уҡый.

1-се ҡыҙ: Ғәлимов Сәләм егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарында башҡорт шиғриәтендә талантлы шағир-новатор.

1-се егет: Поэма ижад итеү оҫтаһы.

2-се ҡыҙ: Башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллананыусы.

Экранда Н.Нәжми һүҙҙәре.

2-се егет: Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми шағир ижадын түбәндәгесә баһалай: “Ғәлимов Сәләмдең ике ғүмеренән ашыу ғүмер кисереүгә, ижади тәжрибәм шаҡтай булыуға ҡарамаҫтан, ул миңә ғүмергә шиғриәт ағаһы, ил ағаһы булып ҡалды”.

1-се ҡыҙ: Ғәлимов Сәләм исеме мәңгеләштерелгән:

- 1967 йылда республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырылған;

- Силәбе өлкәһе Тәгеш ауылы эргәһендә үҫкән ҡайын Сәләм ҡайыны тип йөрөтөлә;

- Өфө ҡалаһының Ленин урамында Ғәлимов Сәләм йәшәп киткән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.

2-се егет: Баязит Бикбай дуҫы Ғәлимов Сәләмгә арнап «Ғүмер» исемле шиғырын  ижад иткән:

Не удлиняло долголетье

Жизнь человека никогда.

Умей же, миг прожив на свете,

Живым остаться навсегда.

Немало на земле поэтов,

Забытых в беге лет и дней.

Жизнь Пушкина, как вспышка света,

А он живет в сердцах людей.

2-се ҡыҙ: Һоҡланғыс һәм һәр кемгә маяҡ булырлыҡ ғүмер юлы үткән шағир һәр йылын, айын, аҙнаһын, көнөн, хатта сәғәтен, минутын әрәмгә үткәрмәгән, ғәмһеҙ йәшәмәгән.

2-се егет: Ни бары ун йыллыҡ ижад ғүмерендә әҙәбиәттә тәрән эҙ ҡалдырырлыҡ бына тигән шиғырҙар, балладалар, поэмалар яҙа алған икән, тимәк, шағир ғүмере һис тә заяға үтмәгән.

Экранда Д.Бүләков һүҙҙәре.

2-се ҡыҙ: Танылған прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Динис Бүләков Ғәлимов Сәләм тураһында былай тип яҙған: «Сәләм – киләсәк шағиры, йәшлек йырсыһы. Уның шиғырҙары иртәгәһе көндә лә бәҫен юғалтмаясаҡ. Утыҙынсы йылдар алыҫлығынан тороп, ул бөгөнгөләр һәм иртәгә тыуасаҡ яңы кешеләр өсөн әҫәрҙәр ижад иткән, һәр бер шиғыры һәм поэмаһына йөрәк хистәрен һалған. Шағирҙың ғүмере атылған йондоҙҙо иҫкә төшөрә. Атылған йондоҙ яҡтыһы, алыҫ араларҙы үтеп, ергә етә. Шуның кеүек, Ғәлимов Сәләмдең Ватанды данлаған, уны сикһеҙ яратырға һәм һаҡларға саҡырған ижады ла, әллә нисә ғүмер миҙгелдәрен үтеп, киләсәккә лә шатлыҡ сығанағы булып торасаҡ».


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Научная работа "Стрекозы Кучурганского лимана"

Труд – это единственная молитва, которая дает результат, писал Элберт Хаббард.   ...

Ледники, лиманы, озера Краснодарского края.Выполнил ученик 10 “А” класса МБОУ СОШ №10 Никитченко Владимир.Научный руководитель- учитель географии Лысова Марина Николаевна.

Памятники природы  – редкие или достопримечательные объекты природы, ценные в научном, культурном или оздоровительном отношении. К ним могут относиться как отдельные «точечные произведения природ...

Исследовательская работа по экологии "Климат, почвы, воды Лимана" ученицы 8 класса Литвиненко Ангелины

Данный исследовательский проект выполнен по заданию Администрации Егорлыкского района Ростовской области в рамках "Года охраны окружающей среды" как одна из форм работы по поддержке научной и ...

Исследовательская работа по экологии "Климат, почвы, воды Лимана" ученицы 8 класса Литвиненко Ангелины

Данный исследовательский проект выполнен по заданию Администрации Егорлыкского района Ростовской области в рамках "Года охраны окружающей среды" как одна из форм работы по поддержке научной и ...

Разработка урока. Ғәлимов Сәләм. Шонкар

Конспект урока на тему "Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһы"...

Урок на тему*Шағир Ғәлимов Сәләм"

Был презентация башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе өсөн.Шағир Ғәлимов Сәләмдең "Бала" поэмаһын өйрәнгәндә ҡулланырға була....

Ғәлимов Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһы.

Ғәлимов Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһы буйынса дәрес планын тәҡдим итәм....