Тере барометрҙар. (Башҡорт теле 10-11 . Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова)
методическая разработка (10 класс)
Рафиҡ Ноғомановтың "Тере барометрҙар" мәҡәләһе бал ҡорттары тураһында.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Тере барометрҙар. | 12.8 КБ |
Предварительный просмотр:
181 –се күнегеү. Уҡығыҙ. (Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова)
Тере барометрҙар.
Бал ҡорттарын йыш ҡына тере барометрҙар тип атап йөрөтәләр. Һауа шарттарының үҙгәреүенә улар бик һиҙгер.
Бал ҡорттары умарта... бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ була.
Иртәнсәк бал ҡорттары умарта... сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытын... ямғыр булырын көт.
Ямғыр алды... бал ҡорттары умарта тирәһендә генә оса.
Һауа яҡшы торһа, улар алыҫҡа осоп кит... .
Иртәнсәк йәки көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып умартаға ашығып ҡайт... һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡма... тиҙҙән ел күтәреләсәк һәм ямғыр яуасаҡ.
Йәшен йәшнәп болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләтеп үтә.
Кисен бал ҡорттары осоуҙан иртә туҡтаһа, алдағы көндәрҙә яҡшы һауа һаҡланыр.
Бал ҡорттары умарта ярыҡтарын ҙур тырышлыҡ менән елемләһә, ғәҙәттә, ҡыш һалҡын килә, ҡаты һалҡындар була. Әгәр был эште һүлпән башҡарһалар, ҡыш йылы килә.
(Рафиҡ Ноғоманов)
? 1) Тәржемә итегеҙ.
2) Һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуйып күсереп яҙығыҙ.
3) Киләсәк заман мәғәнәһенең бирелешенә иғтибар итегеҙ, уның бирелеү юлдарын ҡабатлағыҙ.
4) Шарт һөйкәлеше булған һөйләмдәрҙе дөрөҫ тәржемә итегеҙ.
5) Һуңғы ике абзацты иғтибар менән уҡығыҙ. Һуңынан уҡытыусы әйтеүендә яҙығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару.
Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару планы....
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...
Педагогик концепция: "Проблемалы уҡытыу аша уҡыусыларҙың монологик телмәрен үҫтереү".
Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдары уҡысының телмәре ярлылана бара. Шунлыҡтан мин ошо проблемаға туҡталып, уның хәл итеү юлдарын эҙләр...
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план ...
Ваҡыт. Ғайса Хөсәйенов, Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова
Ғайса Хөсәйеновтың ваҡыт тураһында мәҡәләһе....
Ысыҡ һыуы. “Башҡортостан календары”нан, Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова
quot;Башҡортостан календары"нан яҙып алынған "Ысыҡ һыуы" тигән мәҡәлә, ысыҡ һыуы кешеләргә ниндәй шифалы икәне тураһында....
Гаиләдә сәламәт тормыш рәвеше алып бару – сэламәт балалар тәрбияләүнең нигезе
Гаиләдә сәламәт тормыш рәвеше алып бару – сэламәт балалар тәрбияләүнең нигезе(“Таяну ноктасы” телевизион тапшыруы урнэгендэ ата- аналар белэн уткэру очен эшкэртмэ)...