Главные вкладки
Кәбиров Рәил Рәмил улы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты
Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу .
Увлечения: Йыр,гитарала уйнау, әҙәби китап уҡыу, спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г.Уфа
Место работы: ГБОУ ВСОШ
Звание, ученая степень: Высшая категория
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/k-r-r1.Талпынған ҡош осмай ҡалмаҫ.(Халыҡ әйтеме.) 2.Кеше кешеләргә кәрәк булһын, Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын... (Рәми Ғарипов.)
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ,педагогик эшмәкәрлегем,эш тәжрибәм,ҡулланған алымдарым уҡыусыларым күңеленә ыңғай йоғонто яһап,уларҙы оло тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа,дөрөҫ йәшәргә өйрәтһә,уларҙы ил-йортобоҙ ғорурлығы булырлыҡ шәхестәр итеп тәрбиәләй алһаҡ,мин бик тә шат булыр инем.Коллегаларым менән эшлекле хеҙмәттәшлек итеп,бергә-бергә Ил-йортобоҙҙо тағы ла матурыраҡ.тағы ла нурлыраҡ итеүгә өлгәшһәк-был оло ҡыуаныс.
Гөл-сәскәләр үҫә ерҙе биҙәп,
Хуш еҫ сәсеп,үҙенә ҡаратып.
Йәшәйек беҙ ҙә шулай Ер йөҙөндә
Тормош биҙәп,шатлыҡ таратып.
.
О себе
Работаю учителем башкирского языка в ГБОУ ВСОШ г. Уфы. Мой педагогический стаж - 8 лет. Я учитель, помогающий ученикам познать себя и мир вокруг в прошлом и настоящем; поверить в свои силы. Это счастье быть учителем; быть нужным!
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Һәр кеше үҙенең эске донъяһын ғүмер буйы йыя һәм тулыландыра. Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның һ.б яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, хикәйәләре, шиғырҙары менән танышып үҫешәбеҙ, алға ынтылабыҙ.
Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме","Өс таған" повестары,Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ",Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" , Айгиз Баймөхәмәтовтың,Таңсулпан Ғарипованың һәм башҡа яҙыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәре тетрәндергес тә,фәһемле лә.Уларҙы уҡып,тормошта дөрөҫ йәшәргә,ыңғай ҡарашлы булырға,тормоштоң матурлығын күрә белергә,бер-береңдең ҡәҙерен белергә өйрәнәһең.
Әҙәбиәт-тормош мәктәбе.Китап өндәшмәҫ уҡытыусы икәнлеген иҫебеҙҙән сығармайыҡ,тип әйткем килә,хөрмәтле коллегалар!
Мой взгляд на мир
Донъяға ҡарашым минең ыңғай.Тормош шул тиклем дә матур,шул тиклем дә һоҡланғыс.Матурлыҡты һәр кем үҙе барлыҡҡа килтерә ,тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр.Донъяны беҙ үҙебеҙ матурларға,биҙәргә тейешбеҙ.Ә иң беренсе нәүбәттә,беҙ ошо гүзәллектәрҙе күрә белергә,уны һаҡларға ынтылырға тейешбеҙ.Үткәнде өйрәнеп,беҙ киләсәкте төҙөй алабыҙ.Һәр кем үҙ бәхетен үҙе әүәләп алырға тейеш.Ә бәхет өсөн көрәшергә кәрәк.Тырыш,әҙәпле,кешелекле,аҡыллы,белемле,илһөйәр,телһөйәр булыр кәрәк.Алма беш,ауыҙыма төш,тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай,әлбиттә.
Тормошто яратайыҡ,хөрмәтле коллегалар! Донъяларыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек!
Моё портфолио
У современного учителя должно быть некое "досье успехов", в котором отражается все интересное и достойное из того, что происходит в его педагогической жизни. Таким досье на сегодняшний день стало портфолио учителя.
Главное назначение портфолио - продемонстрировать наиболее значимые результаты практической деятельности для оценки своей профессиональной компетенции, такие как реализованные проекты, участия в олимпиадах и конкурсах, проведённые педагогом исследования. Кроме того, это замечательная возможность обмениваться информацией с коллегами!