Телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу
методическая разработка
Башланғыс кластан алып мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_tele_ufa.doc | 115.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Инеш.
“ Башҡорт теленең сифатын үҫтереүҙә инновацион эш алып барыу”. Ошо теманан сығып мин үҙемә “Уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу” темаһын һайланым.
Актуаллелеге.
Башланғыс кластан алып мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар:
- уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү;
- мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйләп алып барыу;
-һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү;
-әҙәбиәт һәм сәнғәтебеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү;
-уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора.
-шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интелектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.
Был шарттарҙы үтәү өсөн иң төп проблема, ул:
- балаларыбыҙҙың үҙ телеңдә һөйләшмәүе;
- ҡайһыларҙың үҙ телендә һөйләшергә белептә, оялыуы;
- ата-әсәләрҙең башҡорт теленә етди ҡарамауы;
- телмәр компетентлығының һүлпән булыуы;
Ошоларҙан сығып, мин уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырыу өсөн, яңы технологиялар ҡулланырға булдым. Ә әсә - атайҙары ҡыҙыҡтырыу өсөн, уларҙың иң ҡәҙерле балаларының һәләттәрен күрһәтеп ҡыуандырыу сараһын отошло тип һанайым.
Маҡсат: башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә телмәр компетентлыҡтарын үҫтереү.
Бурыстар һәм мәсьәләләр.
· Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.
· Һәр уҡыусыға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.
· Ғилми-методик әҙәбиәтте өйрәнеп, башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыусы инновацион технологияларҙы асыҡлау;
· Уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
· Теоретик нигеҙҙәрен билдәләү, ҡулланыу юлдарын күрһәтеү.
· Компьютер аша хәтерҙе үҫтереү уйындарын ҡулланып башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
· Башҡорт фольклорына таянып уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби телендә дөрөҫһөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
Принциптар.
Телмәр үҫтереүҙә түбәндәге педагогик принциптарҙы иҫәпкә алып: күсәгилешлелек; дауамсанлыҡ, күргәҙмәлелек,тормош менән бәйләнеш, ябайҙан- ҡатмарлыға, әүҙемлекте арттырырлыҡ итеп ҡороу өсөн компьютер технологияларын файҙаланыу.
Ғилми яңылыҡ:
Төрлө күренекле педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең фәһемле фекерҙәренә таянып эҙләнеү, тикшереү эше алып барылды. Мәҫәлән: «Мин балалар ойошмаһы уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм, тип яҙған А.С. Макаренко.
- Хәтерҙән сығармағыҙ, беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтияжы булған баланың айырым бер үҫеш осоро тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.Ул ихтияжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәк тә…»
100 йыл элек балалар менән эшләгән тәжрибәһе бөгөнгө көндә лә актуаль. Н.К. Крупскаяның үткән быуатта яҙған педагогик хеҙмәтендә сағыла: «Бик матур программалар төҙөргә мөмкин, ләкин, әгәр ҙә уҡытыусы уларҙы балаларға яҡын һәм аңлайышлы итә алмаһа, улар аҙ файҙа килтерәсәк. Хәҙерге заман балалары элеккегә ҡарағанда аңлыраҡ һәм үткерерәк. Ләкин иҫке метод менән эшләргә ярамай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, әүҙемлегенә билдәле бер йүнәлеш бирергә кәрәк». Шул йәһәттән, хәҙерге балаларҙы ла инновацион технологиялар менән эшләнгән уйындар, проекттар, логик- мәғнәүи модель ҡулланып дәресте байытырға кәрәк.
Кесе йәштән балаларҙың тырышып уҡыуында ҡыҙыҡһыныу төп урында тора. Әлбиттә , быға тәбиғи һәләт тә сәбәпсе. Шулай ҙа һәләтте асыу өсөн тейешле шарттар булдырыу әһәмиәткә эйә. Билдәле педагог Л.Г.Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш, - ти. Ә белемгә, яңылыҡҡа бала ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына ынтыла. Балаларҙың киләсәктә фекерләү үҙ аллылығы, теоретик материалды практика менән бәйәләй алыуы һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ни ҡәҙәре аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтиярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.
Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу, үҙе ирешкән “асыш” һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ауыр, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы ла кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы”, “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.
В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон,”- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү , һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.
Методист ғалимдарҙың билдәләүенсә, Рәсәй территорияһындағы мәктәптәрҙә илленән ашыу уҡытыу технологиялары йәшәп килә. Был йәһәттән Д.Б. Элконин, В.В. Давыдов, Л.В. Занков, Ш.А. Амонашвили, В.А. Сухомлинский, В.В. Потапов, А.А Границкая, Е.Н. Никитин, В.Н. Зайцев, В.Ф. Шаталов кеүек ғалимдарҙың, уҡытыусы – методистарҙың инновацион технологик системаларын күрһәтергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһын түбәндәге ғалим- методистарҙың хеҙмәттәрен күрһәтеп китергә кәрәк: Толомбаев Х.А.,Алсынбаева Р.Р. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу”.
Яңы ФДББС-ты талаптарында ла инновацион алымдар менән, эҙләнеп белемеңә таянып өйрәнеүгә, белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.
Урыҫ яҙыусыһы М.Горькийҙың «Йәштәр тураһында» мәҡәләһендә үрҙә әйтелгән талаптар сағылыш алған. «Балаларҙы һөйләргә, яҙырға өйрәткәндә проблемалы хәлде эсенә алған «донъяны таныу юлы”* булған ҡыҙыҡ уйындарҙы, аҡыл операцияһының эшен һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙ рәүештә файҙаланырға кәрәк. »[1]
Тимәк, баланың компьютерҙа уйнай белеүе белемде арттырмай, уны дөрөҫ йүнәлештә ҡулланырға уҡытыусы, йә иһә ата-әсә өйрәтергә тейеш.
Фараз.
Балаларҙы компетентлы булырға өйрәтеү – уҡыу процесында төп бурыстарҙың береһе. Беҙҙең төп бурыс балаларҙың тыумыштан килгән зирәклеген артабан үҫтереү, йәки юғалтмау.
Үҫтереүсе уҡытыу концепция нигеҙҙәрен ҡарап китәйек: Башҡортостанда киң таралыш тапҡан педагогик система. Был технологияларҙың теоретик нигеҙҙәре заманында И.Г. Песталоцци,
А. Дистерверг, К.Д. Ушинский, һ. б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Теорияның фәнни яҡтан Л. С. Выготский нигеҙҙләй, ә экспрерименталь өлөшөн Л. В. Занков, Д. Б. Эльконин, В. В. Давыдов һ. б. ғалимдар етәкләй.
Үҫтереүсе уҡытыу системаһының төп маҡсаты яңы тенхнологиялар менән шәхесте төрлө яҡлап интенсив үҫтереү. Был системаны Башҡортостанда юлға һалыусы, өйрәтеүсе башҡорт теле дәреслектәрен, уның методикаһын белгән ғалимдарҙың, доценттарҙың эше ҙур хөрмәткә лайыҡ улар: М. С Дәүләтшина, Ф. Ш. Сынбулатова, Ә. Т. Мәүлитйәрова,Х. А. Толомбаев, М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова, Сиразетдинов һ. б.
Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән,регулятив(көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә башҡорт телен һөйөүселәр, теләп өйрәнеүселәр, телмәр компетентлылығы бермә – бер артыр ине.
Лексик- граматик уйындарҙы башҡорт телендә интерактив таҡта , йә проектор ҡулланып үткәреп була.
Проекттарҙы, презентацияларҙы, ижади эштәрҙе рәсем, хеҙмәт, тел, мәҙәниәт, туған тел дәресендә, йә кластан тыш сараларҙа ҡулланып була.Әгәр яңы ФДББС – на таянып был эште башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып эшләгәндә был башлаған эш тормошҡа ашасаҡ, сөнки компьютер технологиялары файҙаланыу заманға ярашлы һәм балаларҙы йәлеп итә.
Төп өлөш.
Нимәне аңлата- “компетентлылыҡ”?
Р.А. Абулатипов, А.В. Камалетдинованың “Русско- башкирский словарь терминов по методики преподования языков” тигән һүҙлегенә мөрәжәғәт иткәндә, унда былай тип бирелә:”Белделеклелек, белгәнлек”, “ нигеҙлелек, төплөлөк”, икенселәрендә был төшөнсә “айырым бер өлкәлә тейешле белемле булған, яҡшы белемле” тип бирелә.
Ә В.М. Полонский үҙенең һүҙлегендә:” Компетентлылыҡ – кешенең тейешле өлкәлә күнекмә булдырыу һәм практик яҡтан нығытыу ти”.
Компетентлылыҡ традицион булған оҫталыҡ, күнекмә, белем кеүек төшөнсәләрҙән айыра белер кәрәк.
Компетентлылыҡ беренсе урынға уҡыусының мәғлүмәти яҡтан белемен сағылдырмай, ә уның артабан ҡарап кителәсәк осраҡтарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе аналогия буйынса сисеүҙе күҙ уңында тота:
1) Яңы техника һәм технологияларҙы үҙләштереү ваҡытын;
2) Кешеләрҙең үҙ- ара мөнәсәбәттәрен, этник нормаларын, үҙҙәренең эш ҡылыҡтарын баһалай белеүен;
3) Тормош практикаһында башҡарылған социаль ролдәр дәүерендә: ғаилә ағзаһы, ҡала кешеһе, һайлаусы һ.б.;
4) Киләсәктә һөнәр һайлағанда, уҡырға әҙерлеген баһалағанда;
5) Тормошта үҙ урынын билдәләү мәсьәләһен башҡарғанда;
Компетентлылыҡ “ әҙер килеш бөтәһендә бирергә түгел, ә “ өрәнергә, өйрәтеүҙе” күҙ уңында тота. Ошонан сығып компитентлыҡтың төп маҡсаты булып мәктәп дәүерендә төрлө яҡтан үҫешкән уҡыусы шәхесен формалаштырыу, уның фекерен , тел интуицияһын, һәләтен, телмәр культураһын, аралашыу культураһын, ҡылығын үҫтереү.
Компетентлылыҡтың 4 төр була.
1. Тел компетентцияһы лингвистик компетенцияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ул һүҙҙәрҙе әҙәби тел нормаларына ярашлы, дөрөҫ итеп ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.
2. Лингвистик компетенцияһы формалаштырыу – ул терминдарҙы яҡшы белеү, телдең төҙөлөшөн, функцияларын үҙләштереү.
3. Коммуникатив компетенция – аралашҡанда тел һәм телдән тыш сараларҙы маҡсатҡа һәм ысынбарлыҡҡа ярашлы, теманан, ситуациянан һ.б. ҡуллана белеү.
4. Лингвокультурологик компетенция – лингвокультурология өлкәһендә компетентлы булыуҙы талап итә. (Лингвокультура- тел һәм культураның бәйләнешен синтезлаусы комплекслы фәнни дициплина.)
Телмәр компетентлығы – ул телмәр эшмәкәрлегенең коммуникатив яҡтан үҫешенең дүрт төрөн белдерә ( уҡыу, яҙыу,тыңлау, һөйләү)
Һөйләүгә монологик , диалогик телмәр инә.
Диалогик телмәр уҡыусыларҙың төрлө темаларға әңгәмәләшә белеүҙе күҙ уңында тота.
Монологик телмәр төрлө ваҡиғаларҙы һөйләй, һүрәтләй, баһалай белеүҙе талап итә, уҡығандың ҡулланырға өйрәтә.
Коммуникатив компетенция һөйләшә, аралаша, бәйләнешкә инә белеү оҫталығы, социаль нормаларға таянып эш итеүеҙе аңлата.
Теоретик эш
2017-2018 уҡыу йылыдары
Уҡыу техникаһын үҙләштереү.
2 – се класта 3 – сө класта
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеүселәр 11 14
Өндәрҙе бутаусылар 9 4
Өндәрҙе төшөрөп ҡалдырыусылар 5 3
Компьютер технологиялары.
Һәр быуынға төрлө алымдар кәрәк. Хәҙер инновацион алымдар индереү уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға мөмкинлек бирә. Алда күрһәтелгән диаграммаларға ҡарап ҡала башҡорт мәктәбе уҡыусыларының бөтәһелә башҡортса һөйләшә белмәй, төрлө милләттән, йә ҡатыш ғаиләнән булыуы башҡорт теле, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙы ҡатмарлаштыра. Беренсе кластан тәүге дәрестән үк, грамотаға өйрәтеү менән бер ҡатарҙан, башҡорт теленең фонетикаһын, орфографияһын, граматикаһын, пунктуацияһының төшөнсәләрен өйрәтергә тейешбеҙ, ә практик эш башҡорт теле дәресендә сит телде өйрәнеүҙә ҡулланған алымдар менән эшләп булмай. Туған тел дәреслегебеҙ бик матур, бай йөкмәткеле, әммә ҙур күләмлелеге менән эш ҡатмарлана, текстарҙың эстәлегенә төшөнгәнсе уҡыу телмәре ситтә ҡала.
Шуның өсөн беренсенән, уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға йәлеп итергә, ҡыҙыҡтырырға кәрәк, был йәһәттән заманға ярашлы инновацион техник саралар ҡулланыу мотлаҡ.
Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш индерә.
Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк. Ә уның өсөн һәр класта компьютер, проектор, экран, кәрәкле электрон дәреслектәр, видеояҙмалар, дидактик материалдар булыу мөһим.
Хәҙерге заман талабы һәр уҡытыусыға компьютер мөмкинселектәрен өйрәнеп, был техник сараға таянып урынлы һәм дөрөҫ файҙаланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү.
Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.
Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.
Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.
Тестар, диагностик эштәр , күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай , тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора.
Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
1) демонстратив планда;
2) индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);
3) интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).
Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.
1. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.
2. Башҡорт теле: 5- 11 кластар өсөн/ авторҙары УсмановаМ.Ғ., ҒәбитоваЗ.М.
3. Башҡорт теле: 7-8 кластар өсөн компьютер дәреслеге/ проек авторы Сиразетдинов З. Ә.
4. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9 сы кластар өсөн электрон ҡулланма.
5. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.
1) Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)
2) Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.
3) Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.
4) Дөйөм һүҙлек.
Электрон һүҙлектәр өй эш тикшергәндә, яңы тема аңлатҡанда, үткәне ҡабатлағанда ҡулланырға мөмкин.Компьютерҙа эшләү ваҡыты 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Эш төрҙәре.
1–2-се кластарҙа( урыҫ мәктәптәрендә 1 – 4) авторҙары Толомбаев Х.А.,. Дәүләтшина М.С., Сиразетдинов З. Ә. сығарған “Башҡортса өйрәнәйек” исемле электрон дәреслеге башҡортса һүҙлекте уйындар аша тулыландырырға, ҡабатларға,һүҙҙәрҙең өндәрен дөрөҫ ҡуйып әйтергә өйрәтә. Электрон дәреслектән тыш дәрестәр темаһына ярашлы слайдтарҙа дидактик материалдар, презентациялар (йырҙар, видеояҙма, йәнһүрәттәрҙән өҙөк, һүрәттәр,фотолар һ.б.) ҡулланам.
Мәҫәлән:
Кемтиҙерәк 1-ҙән 25-кә тиклем һандарҙы таба
Ҡапма –ҡаршы һүҙҙәрҙе әйт
иртә- һуң ҡыш- … тиҙ - …
еңел- … киң - …алыҫ - …
килделәр- … өләсәй - …батыр - …
дуҫ - … төн - .. күп - …
Берәр генә хәрефен үҙгәртә барып,
«һөт” һүҙенән “май”,“көн” һүҙенән “йыл” һүҙҙәрен яһарға
һ | ө | т |
м | а | й |
к | ө | н |
й | ы | л |
Аҙашҡан хәрефтәр
ЛЫҠҘЫ, ҠА,ККҮ ,ОҺРО, ШӘЛЙЕ, ААҠР,ЫҺАР,ЛА,
Ял минуттарында, динамик паузала, физик культура дәрестәрендә башҡорт телендә һамаҡлы, хәрәкәт уйындар уйнатыу мотлаҡ.
Шунлыҡтан презенация рәүешендә эшләнгән көйлө - йырлы , хәрәкәтле ял минуттарын ойошторам.
Мнемосхемалар төҙөйбөҙ. Был эш уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә, һүҙлек запасын арттырырға, дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтергә,ҡабатларға йоғонто яһай.
3- 4 кластарҙа
М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн тип эшләнгән 5 – 11-се кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслекте һәм “Башҡорт әҙәбиәте” 5-9-сы кластар өсөн электрон ҡулланмаларҙы башҡорт мәктәптәрендә башланғыс синыфта ҡулланып була. Дәреслек бик бай йөкмәткеле. Уны тормош һабағында, туған телдә, башҡорт теленән изложение, инша яҙғанда ҡулланырға мөмкин. Һәм үҙем эшләгән слайдтарҙы, презентация дәрестәрен “Грамматик “ тема ла ҡулланам.
Дәресте үткәрергә ярҙамсы персонаждар миҙгелгә ҡарап һайлана.
Ял минутына анимациялы, көйлө шиғырҙар, бейеү көйлө физкультминуттар, йә йырҙарҙы хәрәкәткә һалып үткәрәм.
Ҡыш ниндәй? һорауына яуап .
Һөйләмдәр төҙөргә.
Яһаусы ялғауҙарҙы табырға
Лексик эштәрҙе балалар үҙҙәре башҡарып алып килә алалар.
Мәҫәлән: ребустар, синоним, йә антонимға кроссвордтар эшләргә мөмкин.
Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөргә, йәки инша яҙырға.
Өйгә текстың абзацтарын бүлеп биреп һүрәттәр эшләтергә һәм дәрестә проекторға ҡуйып тексты һөйләтергә ,
йәки төркөмләп мнемосхемалар эшләп әҫәрҙе ярыштырып һөйләтеү телмәрҙе үҫтерә, публика алдында ҡурҡыуҙы баҫа.
Слайдтағы һүрәттәр буйынса әҫәрҙең эстәлеген төҫмөрләп һөйләү, ә һуңынан уҡыу, сағыштырыу, һүҙлек эштәре эшләү.
Картинаға ҡарап арҙаҡлы шәхестәрҙе һүрәтләтеү. (Был кем ул? Уның холҡо , характеры ниндәй тип уйлайһығыҙ?)
Яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр күрһәтеп уйланырға мәжбүр итеү.
Лексик - грамматик компьютер уйындар: хикәйәне өлөштәргә бүлергә, асҡыс һүҙҙәр табырға, төп фекерҙе билдәләргә, ижади һөйләү күнекмәләренә эйә булырға, йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, баланың уй-фекерен, ҡарашын белергә, дөрөҫ грамоталы яҙырға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтә.
Ә әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакльдар, халыҡ фольклоры (һамаҡлы, бейеүле-таҡмаҡлы, сюжетлы-ролле уйындар) һәм ял минуттары, әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү телдең нескәлектәренә,дөрөҫ логик баҫым яһарға, тонды, паузаны, темпты аңларға ярҙамлаша. Был иһә әҙәби һөйләү нормаларын: аңлы,дөрөҫ, тасури уҡырға өйрәнергә булышлыҡ итә. Балалар халыҡ фольклорын бик яраталар эҙләнеү проект эштәрен әүҙем башҡаралар.
Яңы технологиялар менән тулыландырылған дәрес темаларынын планы.
№ | Тема | Яңы технологиялар менән эштәр | Телмәрҙә ҡулланылған һүҙҙәр | Дәрестәр, сәғәттәр | |
Лексик тема | Грамматик тема | ||||
1. | Танышыу . Ғәфү үтенеү (ризалыҡтыкире ҡағыуҙы булдереүсе һүҙҙәр).. | Башҡорт телененең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре.Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү (нығытыу). | Толомбаев Х.А., М.С. Дәүләтшина, М.С. Сиразетдинов сығарған “Башҡортса өйрәнәйек” исемле электрон дәреслек, башҡортса һүҙлекте уйындар аша тулыландырырға, ҡабатларға, һүҙҙәрҙең өндәрен дөрөҫ ҡуйып әйтергә өйрәтә. | Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Хәйерле кис! Сәләм! Һаумы! Зинһар,бир әле, Мөмкинме, Исемең кем? Яңылыштым, Үтә, тиҙерәк . | Динамик пауза ла, Оҙайтыйлған көн сәғәтендә |
2. | Тыуған илем. Мин – Башҡортостандан… Өфө ҡалаһы | Ҡайҙан? Ҡайҙа? һорауҙары һәм шул һорауҙарға яуап биреу. Хәлдәр нисек? һорауына яуап биреу. Һөйләм төҙөү. Һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация. | М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова дәреслеге. Орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу Слайдтарҙа презентациялары әҙерләү, “Картала сәйәхәт”. Мнемосхемала “Ау үреү”уйыны , Ребустар сисеү, шарадалар, кроссвордтар, чайнвордтар, филвордтар, мәҡәлдәр, йомаҡтар. Кирилл һәм Мефодий энциклопедияһы. Әҙер презентациялар ҡарау, проекттарэшләү. | Хәлдәр нисек? Ҡайҙа йәшәйһең? Ҡайҙан? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр, хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. | Тормош һабаҡтары Туған тел Оҙайтыулы көн сәғәте |
3. | Мәктәптә. Һандар. Төҫтәр. Дуҫтар. | Килеш ялғауҙары Исемдәрҙең күплек ялғауҙары. Интонация. һыҙ, -һеҙ ялғауҙары. | М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн тип эшләнгән 5 – 11 кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. Интерактив таҡта ҡулланып күнегеүҙәр эшләү:“Һүҙҙәрҙе урынлаштыр”, ребустар, мәҡәлдәр, йомаҡтар сис. Хикәйәләр уҡыу,уға һүрәттәр эшләтеү, тәржемә иттереү. Ял минуты шиғырҙарын слайдтта күрһәтеп дөрөҫ уҡытырға. Урыҫса- башҡортса һүҙлек. | Мәктәп әйберҙәренең атамалары, хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. | Башҡорт тел Туған тел Физик культура Динамик пауза Оҙайтыулы көн сәғәте |
4. | Һөнәрҙәр. Минең һөнәрем. Ата-әсәйем һөнәре. | Ээ, Ее өн-хәрефтәренең дәрәҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. -сы, -се яһаусы ялғауҙары. | Электрон китап, орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу слайдтарҙа: һынашмаҡтар, йомаҡтар, ребустар, ял минуты шиғырҙары башҡарыу. Проекттар эшләтеү: эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау Урыҫса- башҡортса һүҙлек менән эшләтеү. | Һөнәрселәр исемдәре, хәрәкәт һүҙҙәр. | Башҡорт теле Динамик пауза Оҙайтыулы көн сәғәте |
5. | Аҙна көндәре. | Парлы тартынҡы лар. | Электрон дәреслек. Бармаҡ уйындары Урыҫса- башҡортса һүҙлек ҡулланыу. | Аҙна исемдәре. | Туған тел Башҡорт теле Оҙайтыулы көн сәғәте |
6. | Йыл миҙгелдәре. Тәбиғәт. Сәйәхәт | Сифаттарҙың яҙылышы Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек мәғәнәһе.. Ҡышҡы биҙәктәр. | Уйын “Һүрәттәрҙе йый”. Слайдтарҙа: ребустар, йомаҡтар сисеү, Һынашмаҡтар. Ял минуты шиғырҙары. Ребустар шарадалар, кроссвордтар, чайнвордтар, филвордтар,мәҡәлдәр төҙөтөү, әҙерҙе сисеү. Урыҫса- башҡортса һүҙлек ҡулланыу, мнемосхемалар эшләтеү. | Ҡыш, йәй, көҙ, яҙ, ҡыш.Һәр бер миҙгелгә ҡағылышлы һүҙҙәр, хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. | Физик культура Башҡорт теле Туған тел Динамик пауза Оҙайтыулы көн сәғәте Тормош һабаҡтары |
7. | Кейем-һалым | Һорау һәм өндәү һөйләм. Ҡылым формалары. | Электрон китап, слайдтарҙа йомаҡтар, ребустар сисеү, шарадалар, кроссвордтар, чайнвордтар, филвордтар, мәҡәлдәр сисеү. Ҡурсаҡты кейендерәм, модельер уйыны уйнатыу. Урыҫса- башҡортса һүҙлек | Кейем-һалымға ҡағылышлы һүҙҙәр, хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. | Башҡорт теле Туған тел Динамик пауза Оҙайтыулы көн сәғәте |
8. | Ғәилә ағзалары. | Уртаҡлыҡ исемдәр. | М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн тип эшләнгән 5 – 11 кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслекте ҡулланыу. Ребустар систереү, шарадалар, кроссвордтар, филвордтар,мәҡәлдәр. Мнемосхемалар,фотопрезентация эшләтеү,схемала шәжәрә төҙөп алып килтертеү. | Ғәилә ағзалары исемдәре, Теләкте, шатлыҡты белдереусе һүҙҙәр. Холҡто,хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. | Туған тел Башҡорт теле Оҙайтыулы көн сәғәте Тормош һабаҡтары |
9. | Ваҡыт. | Бойороҡто белдереусе һүҙҙәр. | М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова дәреслеге. Йомаҡтар, һынашмаҡтар. Ял минуты шиғырҙары, | Сәғәтте, миҙгелде, эш-хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәр. Ҡасан? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. | Оҙайтыулы көн сәғәте Динамик пауза Туған тел Башҡорт теле |
10. | Тыуған көн. | Тамырҙаш һүҙҙәр. Ни эшләргә һорауы. | Презентация: открытка эшләү. | Бөтә үткән һүҙҙәрҙе ҡабатлау. | |
11. | Байрамдар. Халыҡ ижады. Таҡмаҡтар. Йырҙар. Әкиәттәр. Фразеоло гизмдар. | Презентациялар, проекттар ҡулланыпғилими конференциялар үткәреү. (“Тирмә”, “Шәжәрә” “Өләсәйем һандығы”) Ял минуты шиғырҙары, йырҙары. Сәхнәләштереү, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль ҡарау, һүрәт төшөрөү. | Бөтә үткән һүҙҙәрҙе ҡабатлау. | Оҙайтыулы көн сәғәте Динамик пауза Физик культура , Тормош һабаҡтары Туған тел | |
12. | Яҙыусылар, шағирҙар ижады. | Яҙыусылар, шағирҙар, тураһындафоторәсемдәр,видиофильмдар Биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү. Әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу. Презентациялар, проекттар ҡулланып ғилми конференциялар үткәреү. | Бөтә үткән һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Авторҙарҙың исемдәрен яттан өйрәтеү. Тест үткәреү. | Туған тел,Башҡорт теле Оҙайтыулы көн сәғәте Тормош һабаҡтары |
Йомғаҡлау.
Тел – фекерләүҙең туранан – тура ысынбарлығы. Кеше үҙенең фекерен тел ярҙамында белдерә. Телдең төп функцияһы ла шунан сығып асыҡлана, ул кешенең аралашыу, фекер алышыу, аңлашыуҙан тора.
Мәктәптә һәрйыл һайын компетентлылыҡ өҫтөндә системалы, планлы, дауамлы эшләр кәрәк. ФДББС – тың маҡсаттары компетентлылыҡ үҫтереүгә ҡоролғанлығын аңланыҡ. “Компетентлылыҡ” төшөнсәһен асыҡлап киттек. Компьютер ҡулланып презентациялар, проекттар,ғилми конференциялар үткәреү бик отошло булыуын асыҡланыҡ. Телмәр компетентлығын компьютер технологиялар ҡулланып үҫтереүгә күнегеүҙәр, эштәр ҡараныҡ.
Компьютер, интернет бер-береһе менән селтәр аша ғына һөйләш- ергә ярҙам итмәй, ә һәр уҡыусы мәғлүмәт эҙләргә, уны ҡулланырға өйрәтә. Планда бирелгән эштәрҙе теүәл темаға ярашлы итеп файҙаланһаҡ уҡыусыларыбыҙҙың телмәре байыр ине, аңлы үҫешеп , бишенсе синыфҡа күскәндә туған телдә, башҡорт телендә арарлаша белер ине, теленә, иленә иғтирамы артыр, яңы технологиялар ярҙамында тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәр башҡарыр ине тип ышанам. Телмәр компетенлығы үҫеше һәр бер эш төрөнә бәйле.
Телмәр компетенты үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, һәр саҡ төрлө ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ. Аҡыллы, үткер ,үҙенең ҡарашы булған шәхес булып үҫер.
Минең көткән һөҙөмтәләрем:
· Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү,телмәр үҫтереү;
· Башҡортса аралашыуҙы булдырыу;
· Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;
· Ата- әсәләрҙә башҡорт теленә етди ҡараш тәрбиәләү.
· Ғилми- практик конференцияларҙа ҡатнашыу.
· Проекттар, презентациялар эшләү.
2011 алып 2013 уҡыу йылдарын күҙаллау.
Театрҙарға барыу - 9 тапҡыр.
Кластан тыш кисәләр ата-әсәләр менән берлектә – йылына
5 тапҡыр
Музейҙарға барыу – 4
Тәбиғәткә экскурсиялар һәр ай һайын.
Республика буйынса “ Минең республикам” инша конкурсында ҡатнаштыҡ.
Район буйынса фәнни- практик конференцияла “Башҡорт фамилияларының ҡайҙан барлыҡҡа килә “тигән тема менән Хәйруллин Таһир 3 урын, ә республика буйынса фәнни- практик конференцияла 2 диплом яуланы.
Бөтә класс олимпиадаларға актив ҡатнашты. Муллаҡаева Елена, Лотфуллина Карина призер булдылар. Башҡорт теле буйынса класта үткәрелгән олимпиадала Хәкимова Элина, Мөхәмәтшина Эльвина һәм Хәйруллин Таһир еңеүселәр булды.
Класта “Минең шәжәрәм”, “Исемең матур кем ҡушты” исемле проект эш алып барыла.
Башҡортса йырҙар, бейеүҙәр өйрәндек, кисәләрҙә сығыш яһаныҡ.
Әкиәт сәхнәләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ, милли байрамдарҙы өйрәнәбеҙ. “Өфөм”, “Ҡышлаусы ҡоштар”, “Шәжәрәм” темаларына презентациялар яһаныҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.
Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...
Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү
Г.Д.Харисова,преподаватель башкирского языка и литературыГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,отличник образования РБ...
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...
Телмәр үҫтереү алымдары
Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү
Бөгөнгө көндә һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....
Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...
Доклад "Компьютер һәм телмәр үҫтереү".
Компьютер һәм телмәр үҫтереү Башҡорт теленә өйрәтеү әлбиттә, еңелдән түгел. Тәүге дәрестәр башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, тарихына таянып алып барыла. Унда мауыҡтырғыс уйындар, йыр-бейеү, йә...